Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижади оҫталығы хайран итә
1934 йылдың 18 майы. Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Мәүзифа һәм Хәләф Минһажетдиновтарҙың ғаиләһендә оло шатлыҡ. Яҡты донъяға бәһлеүән малай тыуа. Исемен Марат тип нарыҡлайҙар.

Илебеҙ өҫтөнә ҡара һөрөм булып яуған 37-се йылдың көҙөндә иһә ең һыҙ­ғанып балаларға белем биреп йөрөгән Хәләф Минһа­жетди­нов ғәйбәт ялыуҙар һөҙөмтәһендә ҡулға алына.

Өс йәшлек малай атаһының ҡайҙа юғалғанын аңламай ҙа әле. Мәүзифа инәй итәк тулы бәләкәстәре менән шулай яңғыҙы тороп ҡала. Ғәрәсәтле ауыр һуғыш йылдары, ашарға наҡыҫ, көлдә бешкән күмәстең һәр валсығы ҡәҙерле... Күңеле тулы һағышты оло йөрәкле әсә көндәлек эш менән баҫа килә, сабыйҙарын ҡурсалап, төндәрен әкиәттәр һөйләй, моңло итеп бишек йырҙарын ишеттерә...

Ауыр йылдар үтә тора. Марат та буй еткереп, өйҙә ҡул араһына кереп, ҙур ярҙамсыға әйләнә. Мәктәптә яҡшы уҡый, Белорет педагогия училищеһы егет өсөн – оло юлға сығыу мәктәбе. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Хыялы – Башҡорт дәүләт университетына инеп, математика уҡытыусыһы булыу. Әммә конкурстан үтеү өсөн бер балл ғына етмәй...

Филология факультетының ул мәлдәге деканы Бәҡиә апай Мәғәсүмова Маратты ҡулынан етәкләп тигәндәй ректорға алып инә. Тырыша торғас, мәсьәлә ыңғай хәл ителә – егет студент билетын ала. Һәр яҡлап өлгөр, ҡара тырыш Марат факультет, тотош университет тормошонда ҡайнай.
“...Бына шулай, ҡустылар, Өфөгә математик булам тип килеп, филолог булырымды башыма ла индермәгәйнем. Хәҙер инде үкенмәйем, үҙ урынымды таптым ғүмерлеккә”, – тип беҙгә әйткәне әле лә хәтерҙә һаҡлана.

Эйе, яҙмыш булмышына тора-бара тап килеүенә, туған тел һәм әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф, халыҡ ижадының сихри донъяһына баштан-аяҡ сумып эшләүенә педагог-ғалим, әлбиттә, һайлаған юлының хаҡлығына ныҡ инана ла ине. Икенсе курстан уҡ ғилемгә тартыла ул. Күп уҡый, көндәлектәр алып бара, әсәһенән ишеткән әкиәт, йыр-легендаларҙы өйрәнә, системаға һала, әҙәби лекторийҙарҙы ҡалдырмай, мәҡәләләр яҙа, ҙур аудиторияларҙа үткәрелгән практик семинарҙарҙа бәхәсле сығыштар яһай. Матбуғат уның яҡын дуҫына, серҙәшенә, күңел терәгенә әйләнә. Бер үк ваҡытта башҡорт халыҡ ижадының серле хазиналарын төптән өйрәнә, бихисап эпос, легенданың, әкиәттәрҙең тәрән йөкмәткеһен байҡай.
...1956 – 1972 йылдар араһында башҡорт әҙәбиәте ғилеме, әҙәби һәм фольклористикаһында лайыҡлы урын биләгән Марат Хәләф улы Минһажетдиновтың ижадына күҙ һалыу, уны диҡҡәт менән өйрәнеү, яңы быуат күҙлегенән баһа биреү, бөгөнгө уҡыусыға тәрбиә өлгөһө итеп еткереү өлгөргән мәсьәләләрҙең береһе. Дөрөҫ, ғалимдың бер килке хеҙмәттәре тупланған “Ҡәләмендә ҡөҙрәт бар” (төҙөүселәре Т. Ә. Кил­мөхәмәтов, Ә. А. Сөләймәнов, Өфө, Китап, 1995, ғалимдың улы Айтуған Минһажетдинов ярҙамында) йыйынтығында нәшер ителгәйне.
Был китапта шәкерттәренең, ҡәләмдәш коллегаларының күңел йылылығына төрөнгән иҫтәлектәре, “Һ. Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады” монографияһы (шул уҡ темаға ул кандидатлыҡ диссертацияһы яҙҙы һәм китап итеп сығарҙы), “Поэмаларға бер ҡараш” тәнҡит мәҡәләһе, башҡорт халҡының әкиәт эпосына арналған докторлыҡ диссертацияһының ҙур бер бүлеге урын алған.

Марат Минһажетдиновтың студент йылдарында уҡ нәфис әҙәбиәттең бөтә нескәлектәренә төшөнөү, аң-зиһене аша үткәреү, үҙ фекерен асыҡ, тура белдереү ҡеүәһе көслө була. 1956 йылда баҫылып сыҡҡан, “Яҙыусы Низам Кәрим әҫәрҙәре” исемле мәҡәләһе әҙәбиәт ғилеменә һәм тәнҡитенә етди уйлы һәм үҙенсәлекле фекерләүсе өмөтлө йәш ғалим килеүен күрһәтте. Ижад шишмәһенең башында уҡ Марат Минһажет­диновтың ҡәләме, үҙ йөҙө, тәфсирле тикшереүе, аналитик фекерләүгә ҡоролған һығымталауы күҙгә бәрелеп тора.

Әле икенсе курста уҡыған егеттең яҙыусы әҫәрҙәренә художестволы үҙенсәлеген, яҙыу стилен һәм ижтимағи тормоштоң йәнлелеген тәрән һәм саф күңеле аша яҡтырта белеү һәләте һирәктәргә генә төшкән өлөш булғандыр ул дәүерҙә. Мәҡәләләрендә авторҙың яҙыу манераһы, әҙәбиәт теорияһын буйтым үҙләштереүе һәм тәнҡит тә урынлы, килешле, олпат ҡуллана алыуы, кескәй генә фекерҙе лә үҙенең бай тойғоло фантазияһы аша төрлө метафоралар ярҙамында көсәйтеп, киңәйтеп, ҡанат ҡуйып үҫтерә алыу оҫталығы хайран итә.

1959 йыл. Марат Минһажетдинов – бишенсе курс студенты. Урыҫса төплө грамоталы йәш тәнҡитсе “Советская Башкирия” гәзитенең дә ышанысын яулай. Был йылдарҙа ул әҙәби бәйләнештәр проблемаларына иғтибарын көсәйтә. “Природа Башкирии в творчестве Аксакова” мәҡәләһен тәрән һәм киң ҡарашлы фекерҙәр тупланмаһы тип әйтергә була.

... 1960 йылдар башы. Марат Минһажетдинов – башҡорт әҙәбиәте кафедраһының тәүге аспиранты. Ул ҡолас ташлап ижад донъяһында кинәнеп йөҙә. Төрлө гәзит-журналдарҙа донъя күргән мәҡәләләрен уҡыйһың да уйҙарға сумаһың, һүҙ көсөнөң илһамлығына ғәжәпләнәһең, бәхәскә ингәндәй хис итәһең үҙеңде...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






"Аҡса" аяҡ аҫтында ята

"Аҡса" аяҡ аҫтында ята 17.12.2018 // Йәмғиәт

Эйе-эйе, ҡайһы берәүҙәргә аҡса аяҡ аҫтында ята. Үрелеп алырға ғына йыбанма. Баш ҡалала йәшәгән 33...

Тотош уҡырға 13

Урманда аҡса тапҡан

Урманда аҡса тапҡан 17.12.2018 // Йәмғиәт

Буш ваҡыттарҙа әҙәм балаһы ял итергә тәбиғәт ҡосағына ашҡына. Унда һәр саҡ күңелле: ҡоштар һайрай,...

Тотош уҡырға 34

15 йәшлек әсәне кем ала?

15 йәшлек әсәне кем ала? 17.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһынан 15 йәшлек Карина (исеме үҙгәртелде) бер нисә йыл балалар йортонда тәрбиәләнә....

Тотош уҡырға 24

Зыяратҡа барыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырған

Зыяратҡа барыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырған 17.12.2018 // Йәмғиәт

Һамар ауылын ҡап икегә бүлеп аҡҡан Таналыҡ йылғаһы йыл һайын яҙ көнө ярҙарынан ташып, ауылды икегә...

Тотош уҡырға 42

Яҙыусы... дауаханала эшләй

Яҙыусы... дауаханала эшләй 17.12.2018 // Йәмғиәт

"Уның романдары башҡорт әҙәбиәтендә һиҙелерлек күренеш булды. „Таня—Таңһылыу“, „Оҙонтал“, „Сабыр...

Тотош уҡырға 62

Бесәйеңә лә, этеңә лә тамға һаласаҡтар

Бесәйеңә лә, этеңә лә тамға һаласаҡтар 17.12.2018 // Йәмғиәт

Киләһе йылдан бөтә йорт хайуандарына тамға һаласаҡтар....

Тотош уҡырға 48

Иң һылыу ҡыҙ кем?

Иң һылыу ҡыҙ кем? 17.12.2018 // Йәмғиәт

Мәләүез районының Ергән күп функциялы ауыл клубында “Ауыл һылыуы-2018” матурлыҡ конкурсы...

Тотош уҡырға 35

Ҡыш бабайҙар яуы килә...

Ҡыш бабайҙар яуы килә... 17.12.2018 // Йәмғиәт

25 декабрҙә Өфө ҡалаһының Ленин исемендәге майҙанында Ҡыш бабайҙар парады уҙа. Улар 400-ләп йыйылыр...

Тотош уҡырға 32

Йырсы Сәйет Билаловтың бүләген алды

Йырсы Сәйет Билаловтың бүләген алды 17.12.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәгән Венера Айытҡолова – бөтә ғүмерен йәш быуынға белем һәм...

Тотош уҡырға 49

Өс бала һәләк булған

Өс бала һәләк булған 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазыла фажиғә: бөгөн төндә Ҡандра ауылында өс кескәй бала янғында һәләк булған....

Тотош уҡырға 179

Әсәләре күңел асҡан

Әсәләре күңел асҡан 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазы районының Ҡандра ауылындағы янғында дүрт һәм ике йәштәрҙәге өс баланың ғүмере ҡыйылған....

Тотош уҡырға 267

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр 16.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъяны ап-аҡҡа күмеп ҡар яуа, тауҙар өйөлә... Үкенескә ҡаршы, әлегә был турала хыялланырға...

Тотош уҡырға 100