Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла гел бергә
Батталдар йәнтөйәктә төпләнә

41-ҙә тыуғандарҙы һуғыш балалары тип йөрөткәндәр. Учалы районы Баттал ауылында йәшәүсе Ғилман Бирғәлин дә дәһшәтле йылда тыуған. Бәхеткә күрә, атаһы һуғыштан иҫән ҡайтҡан, колхозда эшләгән, әсәһе лә икмәк бешереүсе, аш­наҡсы булып хеҙмәт иткән. Бер-бер артлы ғаиләлә тағы һигеҙ бала донъяға килгән.

– Һуғыштан һуңғы йылдар бик ауыр булды, ғаиләбеҙ ишле булғас, ашау яғы ла наҡыҫ ине. Яҙ етһә, баҡсаны ҡаҙып, өшөгән картуф эҙләй торғай­ныҡ. Кейем дә етмәне, бер-беребеҙҙекен сиратлап кейә инек, – тип иҫенә төшөрҙө ауыр бала сағын әңгәмәсем.

Ауылда мәктәпте тамамлағас, Ғилман Ғәйнан улы күрше Әбйәлил районы Таштимер ауылында тракторсылар әҙерләү курсын тамамлап, колхозда эш башлаған. Ғүмере буйы бер генә урында эш­лә­гән кешеләр бармаҡ менән һанарлыҡ, ә Ғилман Бирғәлин 40 йыл буйы һөнәренә тоғро ҡал­ған. Әйткәндәй, уның хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу.

Ғүмерлек яҙмышы – тормош иптәшен дә йәйге ҡыҙыу эш мәлендә осрата ул. Баттал яҡтарында ерҙәр иркен, яландар күп. Мәҫкәү ауылы һылыуы Гәүһәр мәктәпте тамамлап, колхозда һауынсы булып хеҙмәт юлын башлаған. Ул да ишле ғаиләлә буй еткергән. Йәй малды йәйләүҙә аҫрайҙар. Егәрле, эшкә тилбер ҡыҙға тәү күреүҙә ғашиҡ була Ғилман. Ҡыҙ ҙа һомғол буйлы егетте оҡшата. Күп тә үтмәй, Бирғәлиндәр ғаиләһе барлыҡҡа килгән.

Йәштәр бер йыл самаһы атай йортонда йәшәгәс, үҙҙәре яңы йорт һалып сыҡҡан. Ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы Илгиз, Илфат, Миләүшә, Гөлназ, Илшат исемле балалары тыуған. Ата-әсәһенә оҡшап, егәрле, тырыш булып үҫә улар.

– Тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп тәрбиәләргә тырыштыҡ балаларыбыҙҙы. Улдарыбыҙ физик яҡтан көслө, таһыл булып буй еткерҙе, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа һынатманы, – ти Ғилман Ғәйнан улы.

Шулай, һәүетемсә генә йәшәп ятҡандарында, ғаиләгә ауыр ҡайғы килә. Мәктәпте тамамлағас, водитель һөнәрен үҙләштереп, һалдат бурысын Афғанстанда үтәгән оло улдары Илгиз дошман пуляһынан һәләк була. Ата-әсә йөрәге был фажиғә­не нисек күтәргәндер, уныһын Хоҙай Тәғәлә үҙе генә белә. Бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап, татыу йәшәүҙәре, атай, әсәй тип өҙөлөп торған бүтән балаларының да булыуы ярҙам иткәндер.

– Йөрәгем нимәлер һиҙҙе, улыбыҙҙы 1984 йыл­дың апрелендә әрмегә алдылар, ноябрь айында тыу­ған көнө ине, бер нәмәгә лә ҡарамай, барып күреп ҡайтырға булдым. Иң тәүҙә Ашхабадҡа тиклем, унан Мары тигән ҡалаға самолет менән остом. Кушкала улым хеҙмәт иткән часҡа пропуск юллап оҙаҡ аҙапландым. Часҡа индерҙеләр, әммә Илгиз рейста ине, ул бишенсе көнөнә генә ҡайтып етте. Улымды өс көнгә увольнениеға сығарҙылар, беҙгә ҡунаҡхананан урын бирҙеләр. Һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәне. Һуңғы осрашыуыбыҙ шул булған икән, – тине көрһөнөп әңгәмәсем.
Илгиз Бирғәлин 1985 йылдың 29 июлендә һәләк була. Егерме йәше лә тулмаған, һыу һөлөгөндәй егеттең ғүмере рейстан ҡайтып килгәнендә дошман снайперының пуляһынан өҙөлә. 8 августа уны тыуған ауылында хөрмәтләп ерләйҙәр. Илгиз Ғилман улы һәләк булғандан һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана, ә ғүмере ҡыйылған урындан бер аҙ юғарыраҡта яҡташыбыҙҙың исеме яҙылған һәйкәл ҡуйыла.
Ауылдаштары ла онотмай батырҙы, ул уҡыған мәктәптә Бирғәлин иҫтәлегенә йыл һайын ярыштар ойошторола – тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылған уҡыусылар хәрби-спорт уйындары төрҙәре буйынса көс һынаша. Илгиз Ғилман улы Бирғәлингә иҫтәлекле таҡтаташ та асылған.

Ваҡыт бөтә нәмәне лә дауалай тиҙәр... Нисек кенә ауыр булмаһын, Гәүһәр Түлебай ҡыҙы менән Ғилман Ғайнан улы был ауыр ҡайғыны еңеп сығып, артабан йәшәү өсөн үҙҙәрендә көс таба. Барыһын да һоҡландырып, матур итеп йәшәй, тырышып хеҙ­мәт итә улар. Ялан батырының күкрәген “Өлгөлө хеҙмәт өсөн”, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалдары биҙәй, әллә күпме почет грамоталарын, маҡтау ҡағыҙҙарын альбомда ҡәҙерләп һаҡлай хеҙмәт ветераны. Гәүһәр Түлебай ҡыҙы ғүмере буйы мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға.

Бирғәлиндәр бөгөн балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һөйөүенә сорналып, бәхетле ғүмер кисерә. Икенсе улдары Илфат крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, ауылда йәшәй, тормош иптәше Нурзилә менән ул үҫтерәләр. Бесән сабыу, ер һөрөү кеүек бар йомоштары менән ауылдаштары Илфатҡа мөрәжәғәт итә. Барыһына ла ярҙам итергә тырыша ул. Ҡура тулы мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, муллыҡта, татыулыҡта йәшәгән Бирғәлиндәрҙең күркәм йортон “өлгөлө” табличкаһы биҙәй.

Унан бәләкәй ҡыҙҙары Миләүшә штукатур-маляр һөнәрен һайлаған. Әбйәлил районының Байым ауы­лында йәшәй, дүрт бала әсәһе. Гөлназдары ла ауылда төпләнгән, мәктәптә хеҙмәт итә, ике бала үҫтерә. Кесе улдары Илшат та атай йортонан алыҫ түгел өй һалып ғүмер итә, Учалы ҡалаһына йөрөп вахта ысулы менән водитель булып эшләй. Уның ғаиләһендә лә өс бала тәрбиәләнә.

Ғөмүмән, батталдар ситкә китергә ашыҡмай, йән­төйәктәрендә төпләнергә тырыша. Районда улар күркәм йорттары, егәрле булыуҙары, етеш йә­шәргә ынтылыуҙары менән бүтән ауылдарҙан айырылып тора, шуға күрә лә ауыл һүнмәй, үҫә, матурая.

– Мин, килен булып төшкәндә, ауыл бер генә урам­дан тора ине, ә хәҙер, ҡарағыҙ, үҫте, матурай­ҙы, – тип уйҙарымды дәлилләне Гәүһәр Түлебай ҡыҙы.
– Хәҙер тырышҡандарға рәхәтләнеп йәшәрлек бөтә шарттар ҙа бар. Донъялар ғына тыныс булһын, – тигән теләктәрен белдерҙе ғаилә башлығы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 56

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 40

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 43

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 43

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 102

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 89

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 44

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 46

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 156

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 36

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 39

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 35