Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Афған һуғышы һалған яра
Күптән түгел үҙҙәренең байрамын билдәләгән Рәсәй Армияһының иң алдынғы һәм элиталы ғәскәрҙәренең береһе һаналған десантсылар сафында хеҙмәт итеүселәр менән яҡындан аралашырға тура килде. Уларҙың бөгөн дә тормошта үҙ урынын табыуҙары, матур ғаилә ҡороуҙары һәм өлгөлө хеҙмәт итеүҙәре һоҡландыра.

Ниндәй генә осор булмаһын, һалдат Ватан ҡушҡанды үтәй. Үҙ илен һайлап ала алмаған кеүек, ул да ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итәсәген белдереү мөмкинлегенә эйә түгел. Күп егеттәрҙе ҡыҙыҡтырған элиталы ғәскәрҙәргә – “зәңгәр берет”тарға эләгеү бик аҙҙарҙың өлөшөнә төшә.

Үҙенә генә хас нескәлектәре, сиселмәгән серҙәре менән дан алған ғәскәрҙә хеҙмәт юлын башлаған Баймаҡ егете Мөхтәр Хәсәновтың башына Афғанстандың утлы ғәрәсәтенә эләгәсәге уйы кереп тә сыҡмағандыр, моғайын. Әммә тәүге айҙарҙан уҡ ҡулдарына ҡорал тоторға, парашюттан һикерергә, көтөлмәгән “һөжүм”гә нисек яуап бирергә кәрәклеге хаҡында алымдарҙы өйрәтеүҙәренә, бала саҡ иле менән хушлашып та өлгөрмәгән, ауыҙҙарынан “әсә һөтө” лә кипмәгән егеттәр “учебка”ларҙың ҡаты булыуына ҡарап, үҙҙәрен яуға әҙерләүҙәрен тойғандыр.

1979 йылдың октябрь айында хәрби хеҙмәткә саҡырылған Мөхтәр Шаһиҙулла улын декабрь аҙағында ҡанлы Афғанстан иленә оҙаталар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: уларҙы десантсылар араһында тере легендаға әүерелгән Рәсәй Геройы Юрий Павлович Эм әҙерләй. Тап уның атайҙарса хәстәрлеге, һалҡын ҡанлылығы, таулы урындарҙа хәрби хеҙмәт алымдарына өйрәтеүе, рухи һәм физик ныҡлығы буласаҡ һалдаттар өсөн сынығыу мәктәбе генә түгел, тормош мәктәбенә лә әүерелә.

Афған һуғышына тәүгеләрҙән ебәрелгән бригадаға Юрий Эм сая, көслө, батыр егеттәрҙе һайлап ала. Улар араһына Мөхтәр Хәсәнов та эләгә.
– Беҙгә, йәш десантсыларға, Афғанстан ғәскәренең кейемен бирҙеләр, – тип хәтер йомғағын һүтте әңгәмәсем. – Тик хәрби кейем бер иш булһа ла, бер кескәй генә деталь, ниндәйҙер бәйләүес арҡаһында беҙҙең һалдаттарҙың ят икәнлеген билдәләй алдылар. Һуғышта ваҡ мәсьәләләрҙең булмауын командование һуңынан аңланы, әммә әллә күпме ҡорбандар аша...

Ысынлап та, бөйөк полководец Александр Македонскийҙың “Афғанстанды үтергә була, ә еңеү мөмкин түгел” тигән һүҙҙәренең асылына илебеҙҙең ул ваҡыттағы етәкселеге әллә күпме йәш егет ут эсенә индергәс кенә төшөнгәндер, тик күпме йөрәккә уңалмаҫ яра һалынды...
Күңелгә әрнеү ҡатыш һеңеп ҡалған хәтирәләрҙе ҡайтанан яңыртыуҙан да ауыр нәмә юҡлығын белһәм дә, Мөхтәр Шаһиҙулла улынан һуғыштың тәүге көндәре хаҡында бәйән итеүен үтендем.

– Тәүге айҙарҙа ауыр булды. Бигерәк тә таулы Афған тәбиғәтенә яраҡлашыуы ҡыйынға тура килде, – тип хәтерләй яугир-интернационалист. – Көн-төн дошман ябырылыуын көтәбеҙ. Ә улар көндөҙ рәхәтләнеп ял итә, йоҡлай, ашай һәм кискә ҡарай, хәүефте көтөүҙән арып, күҙҙәр йомола башлағас, совет һалдаттарын атып йәки һуйып китә. Айырыуса бер ғәйепһеҙ һәләк булған иптәшеңдең үлемен кисереүе ауыр ине. Ҡайһы саҡ ни өсөн алышҡаныбыҙҙы ла белмәнек: ҡайҙа ҡарама – атыш, үлтереш, һуйыш...

Күргән-кисергәндәрен бик һаран ғына һүрәтләһә лә, уның кисерештәрен аңларға мөмкин. Сөнки һуғышты үҙ иңендә татыу, әллә күпме иптәшен юғалтыу Мөхтәр Хәсәновтың күңеленә мәңгелек уңалмаҫ яралар һала. Ваҡыт барыһын да дауалай, тиһәк тә, ҡайһы саҡта ул да ярҙам итә алмай, күрәһең.

Бөгөн Баймаҡ десантсыһы, Афған яугире Мөхтәр Хәсәнов тормошта үҙ урынын тапҡан. Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһының “Башҡортостан шахта үтеү идаралығы”нда эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, Рәсәйҙең почетлы ҡан тапшырыусыһы. Ҡатыны Зөлхизә менән бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Әле, тормоштарын йәмләп, ейәнсәре Зарина үҫеп килә.

Һауа-десант ғәскәре ветерандары әрме хеҙмәтенә тап төшөрмәй, матур йәшәүҙәре менән йәш быуынға, буласаҡ һалдаттарға өлгө булып тора. Йыш ҡына улар алдында сығыш яһайҙар, осрашыуҙарға йөрөйҙәр, үҙҙәренең хәрби юлы, йәшәйештәре һәм булмыштары менән күңелдәрҙә Тыуған илгә һөйөү, Ватан алдында яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләйҙәр.


Автор: Кәримә УСМАНОВА
Фото: Фотолар ғаилә архивынан алынды


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 178

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 181

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 234

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 397

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 300

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 241

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 250

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 491

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 57

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 143

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 114

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 127