Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бала саҡтан десантсы булырға хыялландым”
Шулай ти Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Рөстәм Нәбиуллин. Ул сығышы менән Иш­бирҙе ауылынан. Атаһы Радик урман­сылыҡ өлкәһендә төрлө яуаплы урындарҙа эшләй, шунлыҡтан ғаиләгә Темәс ауылына, аҙаҡ Баймаҡҡа күсергә тура килә. Бала саҡтан Рөстәмгә атаһының формаһы ни яғы менәндер хәрби кейемде хәтерләтә. Шуға күрә бәләкәйҙән уның әрмегә барыу теләге көслө була. Бигерәк тә элиталы һаналған һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт итеү хыялы тынғылыҡ бирмәй.

Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамам­лаған егет артабан белемен Башҡорт­остан дәүләт аграр университетында дауам итә. Йыр-моңға маһир, башҡорт ҡурайына ғашиҡ Рөстәм уҡыу йортонда үткән бер мәҙәни саранан да ситтә ҡалмай, ундағы “Азамат” ҡурай ансамблендә шөғөлләнә. Төп һөнәре менән бер рәттән өҫтәмә бе­лем биреү үҙәгенең “Ҡурайсы” бүлеген тамамлай. 2004 йылда ҡулына диплом ал­ған егет хәрби бурысын үтәргә саҡы­рыла. Иң мөһиме – бала саҡ хыялы тормош­ҡа аша, уға десантсы булыу бәхете эләгә.

Десант ғәскәрендә хеҙмәт итеү – ул иң ҙур ышаныс һәм намыҫ. Ул – ысын ир-егеттәр мәктәбе. Бында хеҙмәт итеү өсөн физик әҙерлек менән бер рәттән белемле, рухи яҡтан көслө, илһөйәр булыуың да мотлаҡ, сөнки десантсылар һәр саҡ алдынғылар рәтендә, Тыуған ил ҡайҙа ҡуша – улар шунда.

Рөстәм Нәбиуллин хәрби бурысын намыҫ менән үтәй, Ульяновск ҡалаһында һәм Псков өлкәһендә хеҙмәт итә. II дәрәжә Кутузов орденлы 31-се гвардия һауа-десант бригадаһындағы әрме йылдарын әле лә йылы тәьҫораттар менән телгә ала.

– Әрме ир-егет өсөн бик кәрәк тип һанайым, – ти һауа-десант ғәскәре ветераны. – Ул минең өсөн ысын мәғәнә­ендә тормош мәктәбе булды. Ватанға тоғролоҡҡа ант биреү менән әрме тормошо башлана. Был часта хеҙмәт иткән­дәргә физик көс һәм һығылмалылыҡ ҡына түгел, зирәклек, таһыллыҡ, сослоҡ та талап ителә. Икенсенән, белемле булыу зарур. Теорияны, ҡорал үҙенсәлектәрен, Уставты, төн уртаһында торғоҙоп уятһалар ҙа, яттан белеү мотлаҡ. Хеҙмәттәштәрем менән әле лә аралашып, күрешеп торабыҙ, “Бәйләнештә” социаль селтәре аша ныҡлы бәйләнеш тотабыҙ. Улым булһа, уның да әрмегә барыуын, десантсылар сафында булыуын теләр инем. Мине лә атайым хәрби хеҙмәткә алдан әҙерләне. Армия хаҡында бала саҡтан хыялланғанға, уның ҡанундары менән аҙмы-күпме таныш булғанға, миңә хеҙмәт итеү ауыр бирелмәне.

Ошо ҡаҙанышы өсөн Баймаҡ егетенең ата-әсәһенә Рәхмәт хаты ебәрелә. Хәрби хеҙмәт ваҡытын тултырып, тыуған яғына ҡайтҡас, Рөстәм Радик улы Башҡортос­тандың дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралы­ғының Баймаҡ ҡалаһындағы бүлегендә эш башлай. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, йәштәр менән уртаҡ тел тапҡан егетте артабан Баймаҡ районының “Юнармия” балалар һәм үҫмерҙәр хәрби-патриотик ойошмаһы етәксеһе итеп ҡуялар. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Рөстәм Нәбиуллин – ҡала советы депутаты. Күптән түгел тағы ла яуаплыраҡ вазифа йөкмәтелгән: ул Баймаҡ ҡалаһының ДОСААФ ойошмаһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Йәштәрҙе әрмегә бар яҡлап әҙерләй, улар күңелендә илһөйәрлек сифаты тәрбиә­ләү маҡсатында эш алып бара. Бында шулай уҡ буласаҡ һалдаттарҙы “С” категориялы водитель һөнәренә уҡытыу һәм башҡа һөнәрҙәргә өйрәтеү эше лә яҡшы ҡуйылған.

Тормошта ла ул үҙ бәхетен тапҡан: ҡатыны Гүзәл менән Азалия һәм Алина исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Шулай ҙа буласаҡ һалдат тураһында ла хыяллана әле Нәбиуллиндар.

Автор: Кәримә УСМАНОВА
Фото: Фотолар ғаилә архивынан алынды
Район: Баймаҡ ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте

Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте 24.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 62

Хәтер — мәңгелек

Хәтер — мәңгелек 24.09.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең вафат булған көнөндә...

Тотош уҡырға 39

Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 51

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 46

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 56

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 66

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 57

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 42

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 56

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 53

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 47

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 52