Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Еңгәм янында ҡалам!”
Ата-әсәһе 12 йәшлек Илдарҙы балалар йортона тапшыра. Ташлайҙар. Малай яҡын кешеләрен, өйөн, туғандарын ғүмерлеккә юғалта. Кескенә йөрәк бындай һынауҙы нисек күтәргәндер? Түҙә әҙәм балаһы. Йәшәү өсөн көрәшә, туғандарын һағынып көн күрә. Балалар, унан ҡарттар йортонда 35 йыл ғүмерен үткәрә. Ә бер мәл уны бөтөнләй таныш булмаған ҡатын үҙ өйөнә алып ҡайта...

– Иремдең ҡустыһы ул Илдар, – ти Салауат районының Тирмән ауылында йәшәгән мәрхәмәтле йөрәкле Нурия ханым Бикәмова. – Тәүҙә меҫкен хаҡында мин бөтөнләй белмәй инем. Ирем Ғарифйән уның тураһында бәйән иткәс, төндәр буйы йоҡлай алмай сыҡтым. Унан иремә: “Мин былай йәшәй алмайым, – тинем. – Илдарҙы табайыҡ”. Малаяҙға барғайныҡ, унда туғаныбыҙҙың Нефтекама ҡалаһындағы ҡарттар йортонда йәшәүен әйттеләр. Шунда киттек. Юлыбыҙ уңманы: баҡһаң, Илдарҙы яңыраҡ Өфөгә күсергәндәр икән.

Баш ҡаланан юллап таптыҡ ҡәйнешемде. Ғарифйән, әлбиттә, ҡустыһын таныманы – 32 йыл күрешмәгәндәр бит. Етмәһә, меҫкен хәлендә ине туғаныбыҙ: яп-ябыҡ, тәне ҡарағыһыҙ – ҡорсаңғы сиренән ыҙалана икән. Уны үҙебеҙгә алып ҡайтыу теләген белдерҙек. Ләкин мөдир Илдарҙың документтарының элекке ҡарттар йортонан килеп етмәгәнен, тимәк, әлегә беҙгә бирә алмауҙарын белдерҙе. Һөҙөмтәлә ике ай буйы Нефтекама менән Өфө араһын тапағас, ҡәйнешемде үҙебеҙгә алып ҡайтыуға өлгәштек.

Илдарҙы оҙаҡ дауалай туғандары. Тәненә өс көн дауамында дарыу һөртәләр ҙә мунса индереп алалар – ярты йыл буйы ошолай дауам итә. Өҫтәүенә меҫкен ир үҙе йыуына алмай, ағаһы бәләкәй балалай ҡарай уны. Ошондай хәстәрлектәндер, Тирмәндә йәшәй башлағас, хатта Илдарҙың пеләш башында сәс үҫә башлай.

Ҡырҡ йыл бергә йәшәгән Бикәмовтар заманында берҙән-бер улын юғалта. Ҡайғыларын эскә йотоп, бер-береһенең күңелен күтәрергә тырышып, алға атларға көс таба улар. Әле икеһе лә хаҡлы ялда. Үҙҙәре төҙөгән күркәм йортта көн күрәләр. Өйгә “зәңгәр яғыулыҡ” инмәгән, һыуҙы ике саҡрымға яҡын алыҫлыҡтағы Тирмән шишмәһенән ташыйҙар. Әйтеүҙәренсә, ауыл элек байтаҡ ҙур булған, күмәк хужалыҡ, тирмән эшләгән. Хәҙер ҙә зарланып йәшәмәй халыҡ – гөрләтеп донъя көтә.

...Илдар ишек алдында балсыҡ ташып йөрөй. Хәлен һорашам.

– Шул ҡәҙәр рәхәт туғандарым янында, – тип шат йылмайып яуапланы ул. – Еңгәм ашата, кейендерә, ағайым кәңәш бирә, эшкә өйрәтә. Әле бына гараж төҙөү менән мәшғүлбеҙ. Ҡарттар йортонда нисек йәшәгәнмендер? Бармайым унда ҡабат – еңгәм янында ҡалам!..

Сөбхәналлаһ! Етем туғанын йылы ҡосағына алып һөйөндөр­гән изгелекле ғаиләнең тормошонан ырыҫ-бәхет китмәһен, иншаллаһ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте

Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте 24.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 60

Хәтер — мәңгелек

Хәтер — мәңгелек 24.09.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең вафат булған көнөндә...

Тотош уҡырға 39

Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 51

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 46

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 56

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 66

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 57

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 42

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 56

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 52

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 47

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 52