Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Благоварҙа дуҫтарыбыҙ артһын
Заман почта хеҙмәтен етди һынауҙар, үҙгәрештәргә ҡулайлашыу зарурлығы алдына ҡуйҙы. Бөгөн почтальондар элеккесә гәзит-журнал, хат ташыусы ғына түгел, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса план үтәү, почта тәҡдим иткән тауарҙарҙы һатыу, халыҡҡа мөмкин тиклем киңерәк хеҙмәт күрһәтеү хәстәре менән яна.

Благовар районы буйынса почта элемтәһе цехы начальнигы Рим Хәбибуллин да әңгәмә барышында ошо мәсьәләләргә туҡталды, заман талаптарына ярашлы эшләргә тырышыуҙарын билдәләне. Район почтамты 70 хеҙмәткәрҙе берләш­терә, уларҙың бишәүһе пенсия таратыу эшенә яуаплы. Бөтәһе 16 бүлексә иҫәпләнеп, өсәүһендә “Почта-Банк” хеҙмәттәре күрһә­телә.

– Әлбиттә, төп бурыстары­быҙ­ҙың береһе – матбуғатҡа яҙы­лыуҙы ойоштороу, гәзит-журнал­дарҙың тиражын һаҡлауға бу­лышлыҡ итеү. Үкенескә ҡаршы, бөтә ерҙәгесә, беҙҙә лә тираждар йылдан-йыл кәмей. Шулай ҙа үҙебеҙҙең район гәзитенә, республика баҫмаларына ҡағылышлы планды үтәргә тырышабыҙ, был йәһәттән ведомстволы яҙылыу ойоштороу ныҡ ярҙам итә, – тип һөйләп үтте Рим Рәис улы.

Благоварҙар “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу йәһәтенән бигүк маҡтана алмай. Әммә район үҙәк китапханаһында республикабыҙ­ҙың төп милли баҫмаһының тупланмаһын һәр кемдең уҡый алыуы күңелгә йылылыҡ өҫтәне. Киләһе йылдан тиражды мөмкин булғанса арттырып, ауыл хаки­миәттәренә, китапханаларға, клуб һәм мәктәптәргә яҙыласаҡтарын белдерҙе улар.

Район почтамтында үҙ эшенә яуаплы ҡараған, эшһөйәр, берҙәм коллектив тупланған. Оператор Наталья Вәлиева һигеҙ йыл ха­лыҡты хеҙмәтләндерә, матбуғатҡа яҙылыу осоронда әүҙем эшләй.

– Һөнәрем оҡшай. Көнө буйы кешеләр менән аралашып, ваҡыт­тың үткәнен дә һиҙмәйһең, – ти Наталья.

Киләсәктә Благовар тарафтарында гәзитебеҙҙең дуҫтары тағы ла артыр, ә беҙ был төбәктә йәшәгән уңған, эшһөйәр халыҡтың хеҙмәтен, тормош-көнкүрешен даими яҡтырта барырбыҙ, тигән изге ниәтте нығытты сәфәребеҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте

Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте 24.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 60

Хәтер — мәңгелек

Хәтер — мәңгелек 24.09.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең вафат булған көнөндә...

Тотош уҡырға 39

Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 51

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 46

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 56

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 66

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 57

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 42

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 56

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 52

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 47

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 52