Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һарысайҙа, йөҙ йыл элек Рәсәй. Сентябрь. Ваҡиғалар.
Бер быуат элгәрге тарихтың август сәхифәләрендә Рәсәй Совет Республикаһының етәксеһе Владимир Ленинға һәм Петроград чекистары башлығы Моисей Урицкийға һөжүмдән һуң Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма комитетының, рәсми рәүештә, “эшсе-крәҫтиәндәр власына йүнәлтелгән аҡтар террорына буржуазия һәм уның агенттарына ҡаршы “ҡыҙыл террор” менән яуап биреләсәк” тигән ҡаты иҫкәртеүҙе хәтерҙә яңыртҡайныҡ.

Был ғәмәл йәш дәүләттең башланып ҡына торған йылъяҙмаһында хәтәр һәм ҡанлы боролош булған икән. “Көслө ырыу хан ҡуйыр, үсле ырыу ҡан ҡойор”, – тип, халыҡ үҙ башынан үткәнде әйткәндер инде.

Уҫаллыҡ, мәғлүм булыуынса, бер мәлгә генә өҫтөнлөк ала, артабан барыбер туғанлыҡ, татыулыҡ еңә.

Шулай ҙа август аҙағы – сентябрь башында Рәсәйҙә “ҡыҙыл террор” иғлан ителә. Күп тә үтмәҫтән, ул дәүләт сәйәсәте төҫөн ала. Халыҡ комиссарҙары советы ҡарары менән ғәҙәттән тыш комиссияларға судты көтөп тормау хоҡуғы бирелә. Тимәк, улар заложниктар алыу, эҙләү һәм тәфтиш үткәреү, хөкөм сығарыу һәм уларҙы атҡарыу хоҡуғына эйә. Әлеге ҡарарҙа әйтелгәнсә, Совет Республикаһын “синфи” дошмандарҙан уларҙы концентрацион лагерҙарға ябып, аҡ гвардиясы ойошмаларға ҡағылышы булған һәр кемде атып үлтереп кенә именлектә ҡалдырырға мөмкин. Йәшертен йыйындарҙа, фетнәләрҙә ҡатнашыусыларға ла аяу юҡ. Өҫтәүенә, атылған кешеләрҙең исем-шәрифе матбуғат аша ғәмгә еткерелә. Ҡарар ҡабул ителгән көндә “Известия” гәзите “ҡыҙыл террор” мәсьәләһенә йәнә әйләнеп ҡайтып, 29 контрреволюционерҙы атыу тураһында хәбәр итә. Шулар араһында батша сановниктары – элекке эске эштәр министры А.Н. Хвостов, уның урынбаҫары С.П. Белецкий, элекке юстиция министры И.Г. Щегловитов һәм вазифалы бүтән кешеләр була. РСФСР Юстиция халыҡ комиссарҙары коллегияһы ағзаһы Николай Крыленконың аңлатыуы буйынса, әлеге яза “Ленинға атыу һәм Урицкийҙы үлтереү менән бәйле иғлан ителгән “ҡыҙыл террор”ҙың бер кәүҙәләнеше” була.

Август аҙағы – сентябрь башында ВЧК “Локкарт заговорын фашлау” тип аталған операция үткәрә. Тарихҡа ул “Локкарт заговоры” рәүешле инеп ҡалһа ла, йәшертен хаслыҡта Бөйөк Британия илсеһе Р. Локкарттан бүтән Франция илсеһе Ж. Нуланс һәм Американыҡы Д. Фрэнсис та әүҙем ҡатнашлыҡ итә. Тәбиғи, совет власын түңкәрергә хыял иткән подполье быға ихлас ҡушыла.

Ошондай шарттарҙа ВЦИК “Совет Республикаһын хәрби лагерға әүерелдереү һәм Республика революцион хәрби советын булдырыу тураһында” ҡарар сығара. Рев­военсоветтың рәйесе итеп Лев Троцкий раҫлана. Бер үк ваҡытта республика Ҡораллы көстәренең баш командующийы булдырыла. Тәүге командующий – Иоаким Вацетис. Сентябрҙең тәүге көндәрендә 2-се һәм 5-се ҡыҙыл армиялар ғәскәрҙәре Комуч һәм чехословак частарына ҡаршы Ҡазан йүнәлешендә һөжүмгә күсә, 10-сы сентябргә был ҡала аҡтарҙан азат ителә. 16 сентябрҙә тәүге совет наградаһы – РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены булдырыла. Был бүләккә, әйткәндәй, 20-се йылдарҙа тиҫтәләрсә башҡорт яугире лайыҡ була, ә мәшһүр Муса Мортазиндың күкрәген ике орден биҙәй.

Тарих сәхифәләрен теүәлләй китһәң, ул ваҡытта ваҡиғаларҙың эркелеп килеүенә хайран ҡалаһың. 23 сентябрҙә Өфөлә үткән кәңәшмәлә Н.Д. Авксентьев етәкселегендәге Бөтә Рәсәй ваҡытлы хөкүмәте төҙөлә. Өфө директорияһы тип йөрөтөлгән был хөкүмәт октябрь айында Омск ҡалаһына күсә. Әммә 18 ноябрҙең төнөндә А.В. Колчак етәкселегендәге түңкәрелеш һөҙөмтәһендә ул ҡыуып таратыла. Ошо ваҡиғалар араһында ВЦИК Президиумы тарафынан Рәсәй телеграф агентлығының (РОСТА) булдырылыуы һиҙелмәй ҙә ҡала. Ә был ойошма, ТАСС, ИТАР-ТАСС атамалары менән, әле булһа эшләй.

Сентябрь Рәсәй йәмәғәтселегенә ҙур юғалтыу ҙа алып килә. Ай уртаһында Германияның Бад-Наугейм ҡалаһында үҙ ваҡытының иң ҙур геофизигы һаналған Эрнест Егорович Лейст вафат була. Мәскәү университетының физик география һәм метеорология профессоры Лейст егерме йылдан ашыу ғүмерен донъялағы ғәжәйеп иҫәпләнгән Курск магнит аномалияһын (КМН) өйрәнеүгә арнай. Ул эш башлағанға тиклем КМА-ға ҡағылышлы урыҡ-һурыҡ ҡына мәғлүмәттәр булған икән. Ял ваҡыттарында Лейст үҙ иҫәбенә, яңғыҙы картаға магнит үлсәмдәрен, КМА-ның һыҙылышын төшөрә. Ләкин ошондай оло хеҙмәткә иғтибар булмай, Курск губернаһында юғары сортлы миллиардтарса бот тимер мәғдәненең ятыуы тураһындағы фекерҙәрен уның коллегаларынан бер кем дә етди ҡабул итмәй. 1918 йылдың июлендә университет советы атаҡлы профессорҙы, ял итеү һәм дауаланыу өсөн, Германияға оҙата. Ғалим йыйылған һәммә мәғлүмәтен, КМА тураһында китап өҫтөндә эшләү өсөн, үҙе менән ала, әммә сир уның ниәттәренә аяҡ сала.

1918 йылдың аҙағында И. Штейн тигән немец инженеры Лейстың бөтөн ғилми байлығын совет хөкүмәтенә биш миллион алтын һумға тәҡдим итә. Ләкин эш барып сыҡмай һәм 1919 йылда академик П.П. Лазарев етәкселегендәге геофизиктар төркөмө Лейсттың эшен тергеҙә. Эрнест Егоровичтың һығымталары тәҡрарлана һәм 1923 йылдың апрелендә разведкалау скважинаһынан тимер мәғдәненең беренсе керны күтәрелә.
Был тарихты төпсөрләүемдең әтнәкәһе шунда: Курск маг­нит аномалияһынан алынған мәғдән – хәҙерге көндә мәшһүр Магнитогорск металлургия комбинатын сеймал менән тәьмин иткән төп сығанаҡтарҙың береһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 195

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 199

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 252

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 422

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 319

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 264

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 270

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 511

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 59

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 147

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 117

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 130