Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изгелек хисе һүрелмәһен
Башҡорт дәүләт медицина университетында Федерация Советының фән, белем һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова менән осрашыу үтте.

2018 Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Заманалар үҙгәреп, кешеләр араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәт бер аҙ алыҫлашып торған мәлдә тотош йылды ошо исем менән атауҙы халыҡ йылы ҡабул итте. Нимә генә тимә, һуңғы осорҙа әүәлдән килгән өмә, бер-береңә ярҙамлашыу кеүек төшөнсәләр тоноҡ­ланғандай, бөтә нәмәне бары аҡса менән генә үлсәй башланыҡ кеүек. Тап шуға ла халыҡ, айырыуса йәштәр күңелендә изгелек, ихласлыҡ орлоҡтары тәрбиәләгән волонтерлыҡ хәрәкәте һуңғы йылдарҙа йәнләнде. Төрлө сараларҙа йөҙҙәре балҡып, үтенесеңә ярҙам итергә әҙер торған йәштәрҙе күреп, күңел күтәрелә. Мәҫәлән, бөгөн Рәсәйҙең 15 процент халҡы волонтерлыҡ эшендә ихлас ҡатнаша. Һорау алыуҙарҙа халыҡтың илле проценты бөгөндән уларҙың хәрәкәтенә ҡушылырға теләген белдергән. Республикала иһә 206 ойошма иҫәпләнә, 15 мең кеше үҙен ошо эшкә арнаған. Тап шуға ла буласаҡ табиптар белем алған уҡыу йортондағы осрашыу йәнле барҙы.

Лилиә Салауат ҡыҙы медицина университеты ирекмәндәренең әүҙем эшсәнлеге хаҡында һөйләне, ошондай миһырбанлы йәштәр үҫеүенә рәхмәт әйтте. Мәҫәлән, уҡыу йортоноң ирекмәндәре Сочи ҡалаһында үткән олимпиадала, Ҡазанда уҙған универсиадала, күптән түгел Рәсәйҙә ойошторолған футбол буйынса донъя чемпионатында ҙур ярҙам күрһәткән.

– Һеҙ – буласаҡ табиптар, тимәк, тормо­шо­ғоҙҙо кешеләр һаулығын һаҡлауға бағышлаясаҡһығыҙ. Бүтәндәрҙең яҙмы­шына битараф булмауығыҙ оҡшай. Университет етәкселеге лә был хәрәкәтте һәр саҡ хуплап тора, – тине ул. – Ошондай осрашыуҙар, студенттар менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү арҡаһында беҙ йәштәрҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡлайбыҙ. Был артабан уларҙы өйрәнеү, һөҙөмтәле закондар ҡабул итеү өсөн кәрәк.

Студенттарҙың сенаторға бирәһе һорауҙары күп ине. Мәҫәлән, проекттарға грант ярҙамы, федераль проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге, матбуғат сараларында волонтерлыҡ үҙәгенең эшмәкәр­леген яҡтыртыу... Төплө яуаптар алған йәштәр Лилиә Салауат ҡыҙына рәхмәт белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта сенатор үҙе лә киләсәктә табиптарҙың заман технологиялары менән эш итеү, мәҫәлән, уларҙың роботлаштырылған медицина менән эш итеү, киләсәктә ниндәй белгестәргә ихтыяжлыҡ булыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.

Һуңғы йылдарҙа мәктәпте тамам­лағандар араһында медицина уҡыу йорттарын һайлаусылар бихисап. Тап шуға ла Лилиә Салауат ҡыҙы ирекмәндәргә медицина кластарындағы уҡыусыларға профессиональ йүнәлеш буйынса курстар ойоштороу тәҡдимен әйтте.

Осрашыуға Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр инициативалары ярҙам үҙәге директоры Илшат Бикҡолов та килгәйне. Ул ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡыҙыҡһынған һорауҙарға яуап бирҙе, рәхмәт белдерҙе.

– БДМУ-ның ирекмәндәр хәрәкәте төбәктә генә түгел, дөйөм алғанда, Рәсәйҙә үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән тәжрибә майҙансығы булып тора. Уларҙың әүҙемлеге – бүтәндәргә өлгө. Былтыр уҡыу йортоноң ирекмәндәр үҙәге республикала иң яҡшыһы булып танылды. Бер-беребеҙгә булған йылы мөнәсәбәт, үҙ-ара ихтирам, дуҫлыҡ, изгелек хисе һүнмәһен ине, – тине ул.

Автор: Венер ИСХАҠОВ
Фото: news-semya72.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Радий Хәбиров үҙенең тыуған яғында

Радий Хәбиров үҙенең тыуған яғында 14.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең тыуған, уҡыған һәм хеҙмәт...

Тотош уҡырға 61

Рөстәм Хәмитов эш башланы

Рөстәм Хәмитов эш башланы 14.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың элекке етәксеһе Рөстәм Хәмитовты “Башнефть” йәмғиәтенең Директорҙар советына...

Тотош уҡырға 77

Сибайҙа эвакуацияға әҙерҙәр

Сибайҙа эвакуацияға әҙерҙәр 14.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа эвакуация була ҡалһа, халыҡты ҡабул итеү өсөн 1750 кешегә иҫәпләнгән 27 пункт әҙер....

Тотош уҡырға 143

Һөйөнсө! Берәү... үлде

Һөйөнсө! Берәү... үлде 14.12.2018 // Йәмғиәт

Эйе-эйе, арабыҙҙа кеше үлгән өсөн шатланғандар ҙа бар....

Тотош уҡырға 319

Саҡ “ҡойроҡһоҙ” ҡалмаған

Саҡ “ҡойроҡһоҙ” ҡалмаған 14.12.2018 // Йәмғиәт

Өфөнән Нижневартовскиға йүнәлгән самолет осоу һыҙатында ҡойроғо менән ергә һуғылған....

Тотош уҡырға 88

Йәшәнек беҙ ерҙә...

Йәшәнек беҙ ерҙә... 14.12.2018 // Йәмғиәт

Урман буйында – тиҫтерҙәремдең йөҙө....

Тотош уҡырға 53

Кем милләт әсәһе була ала?

Кем милләт әсәһе була ала? 14.12.2018 // Йәмғиәт

Өлгөлө, күпте күргән ағинәй. Үҙемде башлыса публицист итеп тойһам да, халыҡ мине кроссвордтар...

Тотош уҡырға 73

Яҙмышҡа зарланмай ундайҙар

Яҙмышҡа зарланмай ундайҙар 14.12.2018 // Йәмғиәт

Абрар Камалетдинов бер эштән дә ҡурҡып тормай....

Тотош уҡырға 35

Сит ил йәшәйешенә бер ҡараш

Сит ил йәшәйешенә бер ҡараш 14.12.2018 // Йәмғиәт

Хыялдағы татлы тормош. Ҡасандыр ил сиктәре ҡаты йоҙаҡтар менән бикләнгәйне, капиталистик илдәрҙәге...

Тотош уҡырға 51

Нәфсеңде тыймаһаң, өйөңә килерҙәр

Нәфсеңде тыймаһаң, өйөңә килерҙәр 14.12.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында хоҡуҡ һаҡлау органдары элекке ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының ҡатыны исеменә...

Тотош уҡырға 87

Тормош – фәлсәфәүи төшөнсә ул

Тормош – фәлсәфәүи төшөнсә ул 14.12.2018 // Йәмғиәт

Академик Фәнил Фәйзуллин бөгөнгө фәндең хәле, ғалимдарҙың йәмғиәттәге урыны һәм уға йоғонтоһо...

Тотош уҡырға 28

Рәхмәт һүҙе

Рәхмәт һүҙе 14.12.2018 // Йәмғиәт

Тамамланып килгән 2018 йыл ғаилә байрамдарыбыҙ менән иҫтә ҡалыр, моғайын....

Тотош уҡырға 40