Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл урамынан шатлыҡ үтә...
Ибрайҙа юл асылыуға халыҡтың сикһеҙ һөйөнгәне.

– Тиҙҙән Ибрайҙа Урам байрамы була икән!
– Урмансы урамында асфальтты түшәп бөтөп киләләр!
– Юл ҡотлау алдынан өмәгә сығабыҙ әле!
– БСТ килә ти бит!
– Кемдең велосипеды бар, йәш әсәләр коляскалар менән парадҡа әҙерләнегеҙ!
Аҙна буйы ошондай хәбәрҙәр менән ауыл гөрләп торҙо. Дәррәү генә өмә менән сығып, урамдарҙы таҙарттыҡ.
Шулай итеп, байрам көн дә килеп етте.

Төштән һуңға милли кейем кейгән инәйҙәр, ағайҙар күренә башланы. Сәпиттәренә атланған бала-саға, дәрәжәһен белеп атла­ған ҡор баштары, самауырҙарын, ризыҡтарын күтәргән еңгә-апайҙар клуб яғына ағылды. Ысынлап та, ибрайҙарҙың шатлығы сикһеҙ: Урмансы урамына асфальт йәйелде! Тағы ла бер ҡыуаныс бар: “Респуб­ликаның иң матур ауылы” конкурсында ҡатнашып, икенсе этапҡа үттек! Һәм ошо сара айҡанлы телевидение киләсәк! Бөтә ауыл юл асылыу тантанаһына йыйылды.

Иң беренсе биҙәлгән дуғалы, егелгән аттарҙа өлкәндәр килә. Унан ҡала коляскалар менән йәш әсәләр, “Ынйыҡай” балалар баҡса­һы тәрбиәләнеүселәре һәм уҡыу­сылар – велосипедтарҙа. Артта йәйәүлеләр атлай. Ә клуб алдында самауырҙар шыжлай, тәм-том, ниғмәт тулы өҫтәлдәр...

Парад клуб янынан Һүрәм туға­йындағы балалар майҙансығына йүнәлде. Унда ҡыҙҙар командаһы волейбол уйнай. Майҙансыҡ кеше­ләрҙең шат тауыштарына күмелде: ҡатын-ҡыҙ “Наза” уйынына төштө, балалар “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйынын башлап ебәрҙе...

Клуб сәхнәһендә “Һүрәм” халыҡ фольклор төркөмө Мәрйәм Бура­ҡае­ваның “Ҡорама юрған” хикәйә­һен Гөлдәр Аҡбутина инсцени­ров­каһы буйынса сәхнәгә ҡуйҙы. Ки­лештерәләр! Клубтың бер мөйө­шөндә ауыл шәлселәре – оҫталар йыйылған: дебетте кемдер тетә, кемдер иләй, кемдер ҡатлай, берәү сирата, икенсеһе бәйләй... Ә бер мөйөштә Лениза Аралбаеваның ҡул эштәре күҙҙең яуын ала. Нимә генә бәйләмәгән ул! Яҙмыш һынауына бирешмәй, күҙ нурҙарын түккән ҡул эштәре янында коляскала Лениза үҙе ултыра...

Ҡорама, шәл күргәҙмәләре, стенала һәр араның шәжәрәләре урын алған. Шулай булмай, июнь аҙағында ғына ауылда шаулап-гөрләп шәжәрә байрамы үтте бит!

Ә бер бүлмәлә 18 араның ҡор башлыҡтары йыйылып, ауыл хакимиәте етәксеһе Ш. Ҡолмө­хә­мәтов, ауыл старостаһы З. Иҙри­сов­тар менән бергә әңгәмә ҡора. Аҡһаҡалдарға ҡарата ошо һүҙҙәрҙе әйтергә булыр ине:
Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,
Һеҙгә әйтеп үтәйем,
Ҡотлап Урам байрамын
Аҡһаҡалдар сыҡҡан бит,
Ил ҡарттары алда бит,
Ил ҡото – һеҙ, тибеҙ бит!

Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,
Ауыл ҡотон тотҡан – һеҙ!
Усаҡта ут тотҡан – һеҙ!
Илгә икмәк биргән – һеҙ!
Мал көтөп, донъя көтөп,
Ил нигеҙен һаҡлаған,
Ауыл данын күтәргән,
Ил ҡаҙнаһын байытҡан
Ил тотҡаһы ирҙәр – һеҙ!
Ил һиммәте ирҙәр – һеҙ!

Ә урамда өлкәндәр, самауыр сәйен тәмләп, йәшлектәрен иҫкә төшөрә. Һәр кемдең йөҙөндә нур уйнай, һәр береһе йылмая, шат. Байрам бөгөн, Урам байрамы!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Радий Хәбиров үҙенең тыуған яғында

Радий Хәбиров үҙенең тыуған яғында 14.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең тыуған, уҡыған һәм хеҙмәт...

Тотош уҡырға 61

Рөстәм Хәмитов эш башланы

Рөстәм Хәмитов эш башланы 14.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың элекке етәксеһе Рөстәм Хәмитовты “Башнефть” йәмғиәтенең Директорҙар советына...

Тотош уҡырға 77

Сибайҙа эвакуацияға әҙерҙәр

Сибайҙа эвакуацияға әҙерҙәр 14.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа эвакуация була ҡалһа, халыҡты ҡабул итеү өсөн 1750 кешегә иҫәпләнгән 27 пункт әҙер....

Тотош уҡырға 143

Һөйөнсө! Берәү... үлде

Һөйөнсө! Берәү... үлде 14.12.2018 // Йәмғиәт

Эйе-эйе, арабыҙҙа кеше үлгән өсөн шатланғандар ҙа бар....

Тотош уҡырға 319

Саҡ “ҡойроҡһоҙ” ҡалмаған

Саҡ “ҡойроҡһоҙ” ҡалмаған 14.12.2018 // Йәмғиәт

Өфөнән Нижневартовскиға йүнәлгән самолет осоу һыҙатында ҡойроғо менән ергә һуғылған....

Тотош уҡырға 88

Йәшәнек беҙ ерҙә...

Йәшәнек беҙ ерҙә... 14.12.2018 // Йәмғиәт

Урман буйында – тиҫтерҙәремдең йөҙө....

Тотош уҡырға 53

Кем милләт әсәһе була ала?

Кем милләт әсәһе була ала? 14.12.2018 // Йәмғиәт

Өлгөлө, күпте күргән ағинәй. Үҙемде башлыса публицист итеп тойһам да, халыҡ мине кроссвордтар...

Тотош уҡырға 73

Яҙмышҡа зарланмай ундайҙар

Яҙмышҡа зарланмай ундайҙар 14.12.2018 // Йәмғиәт

Абрар Камалетдинов бер эштән дә ҡурҡып тормай....

Тотош уҡырға 35

Сит ил йәшәйешенә бер ҡараш

Сит ил йәшәйешенә бер ҡараш 14.12.2018 // Йәмғиәт

Хыялдағы татлы тормош. Ҡасандыр ил сиктәре ҡаты йоҙаҡтар менән бикләнгәйне, капиталистик илдәрҙәге...

Тотош уҡырға 51

Нәфсеңде тыймаһаң, өйөңә килерҙәр

Нәфсеңде тыймаһаң, өйөңә килерҙәр 14.12.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында хоҡуҡ һаҡлау органдары элекке ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының ҡатыны исеменә...

Тотош уҡырға 87

Тормош – фәлсәфәүи төшөнсә ул

Тормош – фәлсәфәүи төшөнсә ул 14.12.2018 // Йәмғиәт

Академик Фәнил Фәйзуллин бөгөнгө фәндең хәле, ғалимдарҙың йәмғиәттәге урыны һәм уға йоғонтоһо...

Тотош уҡырға 28

Рәхмәт һүҙе

Рәхмәт һүҙе 14.12.2018 // Йәмғиәт

Тамамланып килгән 2018 йыл ғаилә байрамдарыбыҙ менән иҫтә ҡалыр, моғайын....

Тотош уҡырға 40