Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таш хәтерен яңыртыусы
Геолог тормошона арналған саралар үтте.

Күренекле геолог һәм дәүләт эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған геологы Басир Мәһәҙиевтең 85 йыллығын республика йәмәғәтселеге киң билдәләне. Бер юлы яңыраҡ З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан “Тауҙарым минең” исемле китаптың исем туйы үткәрелде. Ул Басир Дәүләт улының тормош юлына арналған, баҫмала шәхестең үҙенең дә шиғырҙары, хикәйәләре һәм фәһемле мәҡәләләре урын алған.

Хәтер кисәләрен Өфөләге “Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһы Х. Әхмәтов исе­мендәге Башҡорт дәүләт филармо­нияһында башлап ебәрҙе. Шунан һуң Ейәнсура районы мәҙәниәт йортонда Басир Дәүләт улының рухына арналған “Хәтер һуҡмаҡтары мәңгелек” исемле кисә булды. Сараларҙа сығыш яһаусылар яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште, үҙебеҙҙең шәхестәребеҙҙе хөрмәтләп ошондай фәһемле осрашыуҙар уҙғарайыҡ, арҙаҡлылар тураһында халыҡҡа, йәш быуынға еткерәйек тигән фекерҙәр әйтте.

Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек барышында был бигерәк тә мөһим. Ейәнсуралар оло шәхестәрен онотмай: тыуған ауылдары Абҙанда бер туған ағалы-ҡустылы Дәүләт премиялары лауреаттары Дәүләткирәй менән Басир Мәһәҙиевтәр йәшәгән урамға “Мәһәҙиев­тәр” исеме бирелгән, өйҙәренә таҡтаташ ҡуйылған.

1960 йылда Басир Мәһәҙиев Әбйәлил районында яңы ғына ойошторолған геология-разведка партияһында баш геолог булып эш башлай. Ғаилә өс йыл Күсем руднигында һәм Ташбулат ауылында йәшәй. Эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә районда баҡыр ятҡылығы булыуы асыҡлана, уға “Салауат” атамаһы бирелә. Һуңынан ошо ятҡылыҡ тураһында диссертация яҡлап, Басир Дәүләт улы геология-минералогия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә өлгәшә. Өс йыл ғына йәшәп китһә лә, Әбйәлил районының геология­һын өйрәнеүгә ул 20 йыл ғүмерен бирә.

Бөгөн, 60 йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, әбйәлилдәр Басир Дәүләт улы һәм уның ҡатыны Сәүиә Гәрәй ҡыҙы тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлай.

Халыҡ менән шығырым тулы Ташбулат ауылы мәҙә­ниәт йортонда ойошторолған хәтер кисәһе – быға асыҡ миҫал. Телмәр тотоусылар шул ваҡытта әле 30 йәшкә лә етмәгән егеттең ғәжәп талантлы, бик кешелекле шәхес булыуы тураһында һоҡланып бәйән итте. Ташбулат урта мәктәбе директоры Ғ.У. Ҡаһарманов Басир Мәһәҙиевтең Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти һәм Мостай Кәримдең портреттарын эшләп бүләк итеүе, уларҙың оҙаҡ йылдар уҡыу йорто залын биҙәп тороуы тураһында һөйләне. Күсем мәктәбенә иһә Басир Дәүләт улы руда коллекцияларын тапшырған, уҡыусыларҙың геология менән ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү өсөн ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, төрлө ярыштар үткәргән. Ошо ваҡыттарҙа башланған да инде республикала балалар һәм үҫмерҙәрҙең геологик хәрәкәте. Артабан Басир Мәһәҙиев был эшкә республи­каның баш геологы, министр вазифаларын башҡарғанда бигерәк тә ҙур өлөш индергән. Сарала ҡатнашыусылар арҙаҡлы шәхестең исемен Әбйәлил ерендә мәңгеләштереү тураһында тәҡдим менән сыҡты. Оҙаҡ ваҡыт та үтмәй Геологоразведка ауылындағы элекке геологтар контораһы, әле клуб һәм китапхана хеҙмәтен үтәгән күркәм бинала таҡтаташ асылды.

Тантанала Сәүиә Гәрәй ҡыҙының һәм улдары Юлайҙың ғаиләһе менән ҡат­нашыуы сараға йәм өҫтәне. Юлай Басир улы – билдәле эшҡыуар, “Дельрус” компанияһының президенты, Екатеринбург ҡалаһында йәшәй.

Таҡтаташта биографик белешмә менән бергә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың ошондай шиғыр юлдары ла урын алған:
Айырыусы таштар төҫөн,
Тойоусы һин таштар еҫен,
Яңыртыусы таш хәтерен,
Иҫкертмәүсе таштар иҫен.
Киләсәктә райондың иң төҙөк һәм күркәм ауылдарынан һаналған Ташбулат­тың яңы урамдарының береһе Басир Мәһәҙиев исемен йөрөтәсәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Уйланырға урын бар

Уйланырға урын бар 14.12.2018 // Йәмғиәт

Ирекле тест үтеүҙең сиктәре киңәйеүенә өмөт ҙур....

Тотош уҡырға 0

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 57

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 40

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 43

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 43

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 105

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 93

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 44

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 46

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 157

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 36

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 39