Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаҡмар буйын һаҡлар ҡеүәт бар
Өлкән быуындың матур йәшәү серҙәре.

Республикабыҙҙа Ғаилә йылы иғлан ителгәс, йәмғиәтебеҙҙә изге төшөнсәгә иғтибар тағы ла көсәйә төштө. Төрлө саралар, байрамдар уҙғарылып, бергәләп матур йәшәгәндәрҙең күркәм өлгөһө күрһәтелә, бай тәжрибә өләшелә, күңелдәргә дәрт-дарман, йәшәү көсө өҫтәлә. Ә арабыҙҙа үрнәк булырлыҡ ғаиләләр, ысынлап та, бихисап. Шуларҙың береһе – ярты быуатҡа яҡын бергә ғүмер иткән Дамира менән Фәйзрахман Усмановтар.

Бер ҡараштан ғашиҡ булып...

Сыңғыҙ ауылы малайы Фәйзрахман һуғыштан һуңғы осорҙа тыуып, яңғыҙ әсә ҡулында тәрбиәләнә. Шуға күрә бәләкәйҙән үҙаллы, сос, бөтмөр була ул, бәләкәйҙән балта эшенә оҫталығы менән һоҡландыра. Әйткәндәй, армияла ла төҙөлөш батальонында хеҙмәт итә.
Бәләкәйҙән йылҡы малын ярата ул. Ошо һөйөүе армиянан ҡайтҡан егетте Йылайыр ауыл хужалығы техникумына алып килә. Мал табибы һөнәрен үҙләштереп, диплом алғас, йәш белгесте үҙ районындағы Яратҡа эшкә ебәрәләр.

Ә бер көн егет юлда күрше Ғүмәр ауылынан бындағы урта мәктәпкә йөрөп уҡыған Дамира Заманованы осрата. Сығарылыш класс уҡыусыһына тәү күреүҙән ғашиҡ була ул. Дамираның дәрестән сыҡҡанын көтөп алыуҙары, ауылына ҡәҙәр оҙата барыуҙары, “Ҡыҙым әле йәш, кейәүгә бирергә йыйынмайым!” тип туҙынған атай кешенең әрләүенә түҙеүҙәре... Мөхәббәт көслө икән, уның утын бер ни ҙә һүндерә алмай шул: ҡыҙ мәктәпте тамамлап, 18 йәшен тултырыуға, егет, яусы ебәреп, уны кәләш итеп алып та ҡуя.

Сос, ҡулынан бөтөн эш килгән Фәйзрахман тиҙ арала яңы йорт күтәрә. Ҡатыны ла бик егәрле булып сыға. Ата-әсәләрен ҡыуандырып, гөрләтеп донъя көтә башлай йәштәр. Бер-бер артлы биш балалары тыуа. Уларҙы тәрбиәләргә ҡартәсәләре ярҙам итә, ата-әсә иһә күберәк урындағы хужалыҡ эшендә була. Хәстәрлекле килен ҡәйнәһе менән 13 йыл иңгә-иң терәшеп татыу йәшәй.

Хәҙер инде Усмановтар хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, бер минут та тик ултырмай улар. Бигерәк тынғыһыҙ, ял белмәҫ йәндәр. Дамира апай – ауылдағы ағинәйҙәр ҡороноң, “Йәнтөйәк” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы. Барыһына ла өлгөрә ул: ҡура тултырып ҡош-ҡорт аҫрай, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә, йәй буйы емеш-еләккә йөрөй. Ҡыш иһә Баймаҡ, Сибай, Өфө ҡалаларында йәшәгән ҡыҙҙарына барып әйләнә, спектаклдәргә, концерттарға йөрөй.

Фәйзрахман ағай ҙа – ифрат дәртле, ғәҙеллек өсөн янып йәшәгән уҙаман. Былтыр Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһе аша аҡҡан йәмле Һаҡмар йылғаһы буйын таҙартыу маҡсатындағы “Таҙа Һаҡмар” акцияһы тап уның башланғысы менән уҙғарылды. Был тәҡдим, әлбиттә, юҡтан ғына әйтелмәгән. Усмановтар үҙҙәре элек-электән йортона яҡын аҡҡан Ярмайылға, Һаҡмар йылғалары буйҙарын балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә таҙаларға, урмандағы, туғайҙарҙағы ҡыйҙы, сүп-сарҙы йыйып яғырға күнеккән. Тора-бара бер ғаиләнең генә әллә ни ҡыйрата алмаҫын аңлаған Фәйзрахман ағай тотош Урал аръяғында өмә үткәреү мәсьәләһен күтәреп сыға. Уның тәҡдиме төбәк Башлығы тарафынан да хуплана. Былтыр Фәйзрахман Егетбай улы “Республика Башкортостан” гәзите конкурсы буйынса “Йыл кешеһе” тип табыла.
“Ошондай тәрбиә алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ”

Усмановтар бөгөн ул-ҡыҙҙарының ихтирам-хөрмәтен тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Гөлсәсәк, Рәмилә, Ирек, Резеда, Ғирфан барыһы ла, ата-әсәһенең күркәм тәрбиәһен дауам итеп, матур ғаилә ҡорған, балалар үҫтерә, һоҡланғыс донъя көтә, тырыш хеҙмәт нигеҙендә зат-нәҫеленең ҡотон арттырып йәшәй. Хаҡлы ялдағы Усмановтар ун ейән-ейәнсәрен һөйөү бәхетенә эйә. Ҡәҙерлеләренең шатлығын да, хәсрәтен дә үҙ итеп, ҡулдарынан килгәнсе ярҙам күрһәтеп, аҡыллы кәңәштәрен биреп йәшәй улар.

— Белеүегеҙсә, ауылда эш бер ваҡытта ла бөтмәй. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәте күренмәй ҙә, беленмәй ҙә, – ти өлкәндәрҙең кинйә ҡыҙы Резеда. – Әсәйебеҙҙең беҙҙе үҫтергәндәге өлгөрлөгөнә, уңғанлығына һоҡланып туймайым. Ул һәр саҡ өлгө булып торҙо. Беҙ бәләкәй саҡта туғыҙ саҡрым алыҫлыҡтағы күрше ауылға көн һайын таң менән юлланыр, төшкә гәзит-журнал, пенсия, башҡа кәрәк-яраҡ тейәп ҡайтып инер ине. Тамаҡ ялғау менән йүгереп йөрөп йорт эштәрен башҡара, матбуғат баҫмаларын таратырға сығып китә, айына бер пенсия өләшә. Ул ваҡытта бит гәзит-журналды һәр ғаиләлә күпләп алдыра торғайнылар. Йөгөнөң шул тиклем ауыр булғаны бөгөнгөләй хәтеремдә. Почтаны таратып ҡайтҡас, йәнә өй мәшәҡәттәренә күмелә: кер йыуа, икмәк һала, ашарға әҙерләй һ.б.

Атайыбыҙ ҙа шул ҡәҙәр егәрле булды. Ул беҙҙе бер ҡасан да әрләмәне, һуҡманы, әммә уҫал ине. Һынаулы, үткер ҡарашынан ҡурҡып торҙоҡ. Ниндәйҙер яңылышлыҡ ҡылһаҡ, атай беҙҙе туранан-тура әйтеп тиргәмәне, ә тормоштан миҫалдар килтереп, яҡшы менән ямандың ни икәнен аңыбыҙға һеңдерә барҙы. Эсмәне, тартманы. Бәхетле бала сағыбыҙ, әлеге матур тормошобоҙ өсөн атай-әсәйебеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Үҙебеҙ ғаилә ҡорғас ҡына уларҙың ни тиклем киң күңелле, аҡыллы кешеләр булғанын аңланыҡ.

Әсәйебеҙ – бойоға белмәҫ, ҡайһы саҡта эстән көйһә лә, быны йөҙөнә сығармаҫ шат-көләс кеше. Атайыбыҙ – гелән ғәҙеллек тип сапҡан, бер нигә лә битараф ҡала алмаған, намыҫһыҙлыҡты, мутлыҡты яратмаған яндырай холоҡло уҙаман. Ә туйҙарыбыҙ мәлендә әсәйебеҙҙең көслө холоҡло булыуын, ә уҫал күренгән атайыбыҙҙың нескә күңелле икәнен белдек. Беҙгә изге теләктәрен еткергәндә әсәйебеҙ тыныслыҡ һаҡлап ҡалһа, атайыбыҙ, күҙенә йәш алып, әйтер һүҙҙәрен дә әйтә алманы. Ғөмүмән, бәхетлебеҙ. Һөйөү мөхитендә тәрбиә­ләнеүгә ни етә?!

Тормоштан йәм табып, балаларының имен-һаулығына, уңыштарына, атҡан һәр таңға шатланып, бер-береһен ҡәҙерләп, һаҡлап, һөйөү тулы ҡараштарын һирпеп йәшәгән Усмановтарға һоҡланмау мөмкин түгел. Дамираһына тәү күреүҙән ғашиҡ булған Фәйзрахман ағай бәхетле тормош нигеҙе мөхәббәттә икәнен һис тә инҡар итмәй. Балаларына ла ошоно мәле тура килгән һайын әйтә килә: тормош иптәшеңде, ғаиләңде яратыу, хәстәрләү мөһим, шул саҡта балалар күркәм тәрбиә алып үҫә, һөҙөмтәлә үҙҙәре лә ошо өлгөнө дауам итә.

Сәләмәт тормошто үҙ иткән, ейән-ейәнсәрҙәрен дә уға ылыҡтырырға тырышҡан Усмановтар ҡыш саңғыла йөрөһә, йәй емеш-еләк йыя, буш ваҡыттарында икәү йәйәүләп йөрөп киләләр. Бер-береһенә наҙ, хөрмәт менән баҡҡан, терәк-таяныс булған Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтарға ҡарап, сикһеҙ дәрт алаһың, татыу ғаиләнең көсөнә йәнә бер ҡат инанаһың.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 57

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 40

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 43

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 43

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 105

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 93

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 44

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 46

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 157

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 36

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 39

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 36