Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нисек йәшәйһең, Герой?
“Йондоҙ”ҙар барында аҙашмаҫбыҙ юлдарҙа.

Хәҙерге кеүек ярҙамсы заманса технологиялар төшкә лә инмәгән осорҙа, ҡул көсө, зиһен, халыҡ аҡылына таянып рекордтар ҡуйған, үҙ дәүерен данлап китап яҙған, иген сәскән, йорттар һалған хеҙмәт батырҙары ҡалдырған милектән, байлыҡтан әлегәсә файҙаланып йәшәйбеҙ. Ә рухи зиннәттәр – ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек, кешелеклелек кеүек баһалап бөткөһөҙ сифаттарҙы һаҡлаған оло быуын күңелдә әйтеп бөткөһөҙ һоҡланыу тойғоһо уята. Заманында Башҡортостанда ике йөҙҙән ашыу яҡташыбыҙ фиҙакәрлеге өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булды. Шуларҙың араһында ир-ат өсөн ғәҙәти булмаған һөнәрҙе үҙ иткән һауынсы Шәүәли Мөхәмәт улы Вахитов та бар. Ул осор журналистары Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылы егетен “һөт короле” тип кенә йөрөттө. Нисек йәшәй бөгөн ауыл аҡһаҡалы? Ниндәй уй-ғәм борсой уны, ирмен тигән ир күңелендә “эйәрле-йүгәнле ат” ятмай булмаҫ. Ишек алдын көҙгө сәскәләр биҙәгән, яңы ғына тышҡы яғы көпләп алынған ҡупшы йортҡа тулҡынлана-тулҡынлана аяҡ баҫабыҙ. Ошо ерҙә биш улын тәпәй баҫтырған, ошо өйҙән таң һарыһы менән малҡайҙары янына ашыҡҡан, һөйөнөстәрен дә, көйөнөстәрен дә тап ошонда кисергән Шәүәли Мөхәмәт улының хәлен юл төшкәндә белешмәй китеү яҙыҡ булыр…

86 йәшлек ағайыбыҙ әле лә йор һүҙлелеген, тапҡырлығын, алсаҡлығын юғалтмаған. Барыбыҙҙы әйҙүкләп, киң күңел менән ҡаршы алды. “Улым Рөстәм һәм киленем Эльвира тәрбиәһендә йәшәйем хәҙер. Балаларға һүҙ юҡ, йыш килеп хәл белгәндәренә лә рәхмәт, һирәкләп кенә юл төшкәндәренә лә үпкә юҡ, эш кешеләренең мәшәҡәттәре етерлек, – тип бер кемгә лә һүҙ тейҙермәй аҡһаҡал. – Маһруй инәйегеҙ иҫән-һау булһа, сөкөрләшеп кенә ҡарттарса йәшәп ятыр инек әле…” Хәләл ефетенең 16 йыл элек донъя ҡуйыуын иҫкә төшөрөп, үҙенең хеҙмәт еңеүҙәрендә уның да өлөшө барлығын белдерергә теләне, ахыры. Шул арала еҙнәһенең хәлен белешергә ингән Әминә ханым Маһруй инәйҙең бер туған ағаһының ҡыҙы булып сыҡты.

– Ҡайнымды ҡәҙер-хөрмәттән өҙмәй ауылдаштар, – ти килене Эльвира. – Район хакимиәте етәкселәренә айырыуса ҙур рәхмәт, тыуған көнөн дә онотмайҙар, хәл-әхүәлен белешеп кенә торалар. Йортто матурлап көпләп бирҙеләр, күргәнһегеҙҙер әле.
Маһруй менән Шәүәли Вахитовтарҙың ғаилә сылбыры үҫкәндән-үҫә, нығын­ғандан-нығый ғына. Бөтәһен исемләмәһә лә, ағайҙан 13 ейән-ейәнсәре, 15 бүлә-бүләсәре барлығын ишетеп белдек.

Ветерандың атаһы ла ғүмер буйы мал ҡарап, алты баланы крәҫтиән хеҙмәтенә ылыҡтырып үҫтергән. Бәләкәйҙән үк апаһы Ғәтиәгә һыйыр һауырға ярҙам иткән малайҙың аҙаҡ апаһы ҡулынан “Таймаҫ” совхозының Ялсыҡай ферма­һындағы һауын гуртын ҡабул итеп алыуына ғәжәпләнеүселәр, бәлки, булма­ғандыр ҙа. Халыҡ өсөн бик ауыр, Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы емереклектәрҙе аяҡҡа баҫтырыу осоро бит. Социалистик ярыш киң йәйелдерелгән, матур тормош ҡороу өсөн хыялдарҙа йөҙгән, ғәжәп ҙур ҡаҙаныштар, рекордтар, асыштар, геройҙар дәүере…

Һөт һауыу буйынса “Таймаҫ” совхозында ғына түгел, район күләмендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән Шәүәли Мөхәмәт улы 1962 йылда бер һыйырҙан планда ҡаралған 2700 килограмм урынына 4704 килограмм һөт һауып, районда беренсе урынға сыға. Ә киләһе ҡоролоҡло, мал аҙығы наҡыҫ йылда ҙур тырышлыҡ менән һауымды 4598 килограмға еткерә. Тағы бер йылдан һәр һыйырҙан алынған һауын 5000 килограмм тәшкил итә. Ир-егет өнәмәгән һөнәрҙе үҙ иткән Шәүәли Мөхәмәт улы 1966 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.

20-25 һыйырҙы ҡул көсө менән һауып, һәр һыйырҙан алынған һауымды даими арттырып, беркетелгән һәр береһенән быҙау алыуға өлгәшеп, Шәүәли Мөхәмәт улы ил кимәлендә алдынғылар сафына сыға.

…Ике Ленин ордены, Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары һәм миҙалдарынан ауырая төшкән костюмын кейеп фотоға төшөргә йыйынған аҡһаҡалды күҙәткән килене уның тынғыһыҙлығына һаман да күнегә алмауын йәшермәне. “Бер көн сыҡһам, малға аҙыҡ әҙерләйем тип, бойҙайҙы онтарға керешкән, – тип көлә Эльвира. – Тиктор­маҫ, һәр нәмәлә эше бар ҡайнымдың. Кәйефе килһә, йырлап, күңелде лә күтәрә ул…”

– Йырһыҙ йәшәп буламы… Дүртенсе класта уҡып йөрөгәнемдә Муса ауылынан беҙгә эшкә ирле-ҡатынлы уҡытыусылар килгәс, йырларға әүәҫләнеп киттем, – тип хәтерләй ветеран бала сағын.

Йәмлелер йәйҙәрҙең айҙары,
Матур була болондары-ҡырҙары…

Һүҙебеҙҙе йыҡмай, “моң күстәнәсе” менән кәйефте күтәргән йырсыны, аяғөҫтө баҫып дәррәү алҡышланыҡ. Баҡһаң, Шәүәли ағай заманында ҙур сәхнәләрҙе яңғыратҡан, аһәңле йыр-моңо менән күптәрҙе һағышландырған да, илһамландырған да икән.

Бәхетте ер аяғы-ер башынан эҙләп ыҙаланмайынса, үҙенең тыуған төйәгендә ябай хеҙмәтенән йыуаныс табып, данлы ғүмер кисергән Шәүәли Мөхәмәт улы бөгөн дәүләттең, район етәкселегенең һәм яҡташтарының ихтирамын тойоп йәшәй. Ырыҫлы оҙон ғүмер насип итһен уға.
Социалистик Хеҙмәт Геройҙарының “йондоҙло” сәғәттәре арттараҡ ҡалған һайын, уларҙың балҡышы сағыуыраҡ була барғандай. Йылдар үткән һайын ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ тойолған маяҡтар юлдарҙа беҙҙе аҙаштырмаҫ.

Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы
Район: Көйөргәҙе районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 0

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 0

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 0

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 0

Пенсионер таштарҙы “терелтә”

Пенсионер таштарҙы “терелтә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран...

Тотош уҡырға 0

Шығайға Ҡыш бабай килгән...

Шығайға Ҡыш бабай килгән... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм...

Тотош уҡырға 0

Өмәләр — ауыл йәме

Өмәләр — ауыл йәме 12.12.2018 // Йәмғиәт

Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән...

Тотош уҡырға 0

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды....

Тотош уҡырға 0

Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 0

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 2

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 44

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 54