Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡартайылды” тип ҡасан әйтергә?


Өлкән кешене “йәш” тип әйтеп булмауы билдәле, сөнки үҙеңде һәйбәт тойғанда ла, организмдағы үҙгәрештәрҙең ҡотолғоһоҙ икәнен яҡшы аңлайһың. Әммә сәстәрҙең салланыуы, битте һырҙар баҫыуы ғына ҡартлыҡ килгәнде аңлатмай. Шулай ҙа… кем һуң ул ҡарт кеше?

Ә бит ҡасандыр егермене уҙғандарҙы ла ололар рәтенә индергәндәр. Урта быуатта был йәштәге ҡыҙҙарҙы “әбей”ҙәргә тиңләгәндәр. Тарихтан белеүебеҙсә, 12-13 йәшкә етеү менән үҫмерҙәрҙе өйләндерә, кейәүгә бирә һалғандар. Тик беҙ бөгөн урта быуатта йәшәмәйбеҙ, егерме йәшлектәр инде үҙаллы тормошто, ярһыу йәшлекте, сәскә атҡан осорҙо символлаштыра.

Хәҙерге заманды ла аңлауы ҡыйын. Бәғзе эш биреүселәр ҡырҡҡа яҡынлашҡандарға ла ҡырын күҙ менән ҡарай башлағас, унан өлкәнерәктәргә ни ҡылырға? Ә бит был йәштә кеше тәжрибә туплап, һөнәри яҡтан үҫешеп, киләсәккә ышаныс менән ҡарай ғына башлай. Тап ошо осорҙа ул аныҡ маҡсат ҡуйып, үҙ көсөн баһалап, һәр аҙымы өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәнә.

Рәсәй ғалимдарының әйтеүенсә, һуңғы осорҙа кешенең биологик йәшен билдәләүҙә һиҙелерлек үҙгәрештәр барлыҡҡа килде. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы кеше йәшен ошолай классификацияланы:

25-тән 44 йәшкә тиклем – йәш кеше;
44-тән 60 йәшкә тиклем – урта йәштә;
60-тан 75 йәшкә тиклем – өлкән йәштә;
75-тән 90 йәшкә тиклем – ҡарттар төркөмө.
Кем был сикте уҙа, улар оҙаҡ йәшәүселәр, йөҙйәшәрҙәр рәтенә инә.

Төрлө илдәрҙә күрһәтелгән социологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, кешеләр ҡартайырға ашыҡмай, 60 – 65 йәштәрҙә генә үҙен “өлкәнәйҙем” тип иҫәпләй башлай. Пенсияға сығыу йәшен арттырыу, моғайын, ошоноң менән дә бәйлелер.

Ололарҙың һаулығын хәстәрләүгә ҙур иғтибар биреүе шарт. Мәғлүмәтте ҡабул итеү тиҙлегенең кәмеүе заман үҙгәрештәренә яраҡлашыуҙы тотҡарлай. Айырыуса әлеге алдынғы технологиялар дәүерендә. Күп кеше уның бик көслө психологик баҫым яһауын аңламайҙыр ҙа. Үҙеңде эшкә яраҡһыҙ, йәмғиәткә кәрәкһеҙ итеп тойоу хәлде тағы ла киҫкенләштерә.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының классификацияһын да дөрөҫ, ғәҙел тип иҫәпләп булмай, сөнки кешенең хәл-торошон йәше генә билдәләмәй бит. Психологик яҡтан баһалауҙан тыш, организмдың “туҙыу”, ҡаҡшау дәрәжәһе лә иҫәпкә алынырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәмде яфалаған сир-сор йәшен дә, ҡартын да аямай. Барыһы ла тормош шарттарына, иммунитетҡа, организмдың хәленә бәйле. Йүнле ял булмауы, дөрөҫ туҡланмау, сирҙе ваҡытында дауаламау организмды эстән ҡаҡшата.

Ҡартлыҡ тиһәк, мыжыҡ, хәтере иләктәй, сирҙәр “гөлләмәһе”нә бирешкән, дауахана юлынан ҡайтып инмәгән кешене күрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Әммә был етешһеҙлектәрҙең йәш кешегә лә хас булыуы ихтимал.

Социологик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһе ҡыҙыҡлы: өлкән йәштәгеләрҙең (60-тан 75 йәшкә тиклем) күңеле йәш, үҙҙәрен ҡарттар исемлегенә индерергә һис теләмәйҙәр (бынан ун йыл элек үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙә 50 йәшкә еткәндәр өлкән быуынға ҡайтарып ҡалдырылғайны). Йәш саҡта бер кем дә ҡартлыҡ тураһында уйланмай. Ғүмер осорҙары алмашынған һайын кеше “тормош минең өсөн башлана ғына” тип аңлай. Ҙур тәжрибә, аҡыл туплағандан һуң күптәр нисек тә йәшлеген оҙайтыу яғын хәстәрләргә тырыша.

Ҡартлыҡтың физиологик билдәләре тирә-яҡтағылар өсөн аңлайышлы һәм һиҙелерлек. Организм тәрән үҙгәреш кисерә. Тән тиреһе ҡорой, һыр баҫа, һөйәк муртлана, сәстәр төҫһөҙләнә һәм ҡойола. Әлбиттә, ҡайһы бер проблемаларҙан ваҡытлыса ҡотолоу юлдары бар.

Ә психологик ҡартлыҡтың ситтәр күҙенә салынмауы ихтимал. Көслө рухлылар, оптимистар өлкәнлекте ҡабул итергә, әүҙем тормош алып барып, физиологик ҡартлыҡ килеүен яйлатырға һәләтле. Йыш ҡына сәләмәтлеген хәстәрләгән кешеләр организмындағы тәүге үҙгәрештәрҙе һиҙеү менән уға яраҡлашырға, кире тәьҫирен кәметергә тырыша.

Ҡыҫҡаһы, халыҡтың аҡылына таянайыҡ: “Үҙеңде нисек тояһың, һин шул йәштә”.

Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: pixabay.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Санала  елеп кенә!

Санала елеп кенә! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта Белорет районы яҡтарына юл йышайып китте. Бирҙеғол ауылына етәрәк ат менән бесән алып...

Тотош уҡырға 63

Иң оҙондар ҡайһы ауылда?

Иң оҙондар ҡайһы ауылда? 09.12.2018 // Йәмғиәт

Район үҙәгендәге спорт-һауыҡтырыу комплексында төбәктәге ауыл биләмәләренең йыйылма командалары...

Тотош уҡырға 40

Урлашҡан... төрмә начальнигы!

Урлашҡан... төрмә начальнигы! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Билдәле: төрмәлә тәртип боҙғандар ултыра. Ә бына уларҙы тәрбиәләү менән мәшғүл булырға тейешле...

Тотош уҡырға 60

Уңайлы булһын өсөн

Уңайлы булһын өсөн 09.12.2018 // Йәмғиәт

11 декабрҙән Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Күп функциялы үҙәк “бер тәҙрә” принцибы буйынса...

Тотош уҡырға 31

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар 08.12.2018 // Йәмғиәт

Күгәрсен районындағы “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре 25 мал ҡарау майҙансығы...

Тотош уҡырға 55

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй 08.12.2018 // Йәмғиәт

Илештәр эштә, спортта ғына түгел, ә ял итеүҙә лә ал бирмәй. Райондың ауыл биләмәләре араһында...

Тотош уҡырға 38

Офис өй туйланы

Офис өй туйланы 08.12.2018 // Йәмғиәт

Электр энергияһы ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндергән Бүздәк клиент офисы өр-яңы бинаға күсте. Элек ул...

Тотош уҡырға 40

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр 08.12.2018 // Йәмғиәт

Баҡалы районының хакимиәт башлығы Александр Андреев Туҡбирҙе ауылындағы социаль учреждениеларҙың...

Тотош уҡырға 36

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул"

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул" 07.12.2018 // Йәмғиәт

Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы яңылыҡты мәғлүмәт киңлегендә бик күптән көтәләр ине, тигән...

Тотош уҡырға 43

Ҙур баһа

Ҙур баһа 07.12.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән районы хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы уҙғарылды. Унда...

Тотош уҡырға 75

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ 07.12.2018 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта сода етештереү маҡсатында Ҡуштауҙы эшкәртеү киләһе 30 йылда ошо тауҙағы туристик...

Тотош уҡырға 40

Вәғәҙә үтәлде

Вәғәҙә үтәлде 07.12.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында эш сәфәре ваҡытында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 95