Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ете ҡыҙым – Етегән йондоҙом...”
Шулай тип ҡыуанып йәшәй Бөрйән ағинәйе.

Хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Әбделмәмбәт (халыҡ телендә – Ҡыпсаҡ) ауылында ғүмер иткән Зәлифә Дауытова – ете ҡыҙ үҫтергән һөйөклө әсәй, абруйлы хеҙмәт ветераны, тирә-яҡҡа билдәле “Үҙән” фольклор ансамбленең йөҙөк ҡашы.

Эйе, Зәлифә менән Зө­бә­йер Дауытовтарҙың күр­кәм ғаиләһендә Рәзифә, Рая, Фәймә, Зифа, Земфира, Сәкинә, Гөлсинә исемле береһенән-береһе һылыу, уңған ете ҡыҙ – ете йондоҙ буй еткерә. Ошо сағыу гөлләмә араһында ҡарағай­ҙай һомғол буйлы Юнир исемле бер генә бөртөк егет тә була, әммә, үкенескә ҡаршы, уның ғүмере бик йәшләй фажиғәле өҙөлә. Бер улы, бер ҡыҙы ҡала.

Зәлифә инәйҙең үткән тормошо хаҡында хәтирә­ләрҙе тыңлау ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә. Мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән ҡатын бинаны йылытыу өсөн утын әҙерләп, уны бысып-ярыуын ғәҙәти эш кеүек кенә итеп һөйләй: “Йыйыштырыу­сылар иртәнге 5-тә мейес яға. Минең ҡарамаҡта улар өсәү. Балалар килгәнсе йүшкәһен ябып, бүлмәләрҙе йылытып ҡуйырға тейешбеҙ. Ғаилә ҡороп йәшәй башла­ғанда сәғәтебеҙ юҡ ине. Эшкә һуңларға ярамай. Әсәйем, Арҡысаҡ йондоҙ Ҡараташ тауына яҡынлаһа, таңғы биш тирәһе була, тип өйрәтте. Шул йондоҙға ҡарап, ваҡытты самалап, мәктәпкә юллана торғайным. Тәүге эш хаҡыма сәғәт һатып алдым. Йәй башланһа, иң тәүҙә класс бүлмәләрен ағартабыҙ, буяйбыҙ, йыуа­быҙ, унан инде утын әҙер­ләргә тотонабыҙ. Үҙебеҙ бысабыҙ, үҙебеҙ ярабыҙ, мәктәп ихатаһына ташып, кәбән кеүек тигеҙ итеп өйәбеҙ. Бала менән өйҙә ултырыуҙы бөтөнләй бел­мәнем, өлкәндәре бәләкәс­тәрен күтәреп яныма килеп, имеҙгәс, алып ҡайтып китә торғайны. Бөтәһе лә шулай үҫте...”

Инәйҙең тормошҡа ҡара­шы шул тиклем ябай, ихлас, уны тыңлау – үҙе бер кинәнес. “Элегерәк беҙҙең башҡорт ирҙәренең бәғзе берҙәре ҡатындары ҡыҙ бәпәй тапһа, шуның өсөн көйгән, бер-береһенән көл­гән була торғайны. Ә минең бабай улайтманы. Бер ваҡытта ла, ҡыҙ өҫтөнә ҡыҙ таптың, тип битәрләмәне, уларҙы шул тиклем яратты. Бесән мәлендә бер-бер артлы тигеҙ генә бакуй яһап төшөп китһәләр, атайҙары арттарынан: “Ана минең ҡыҙҙарым! Малайҙарға биргеһеҙ!” – тип һоҡланыр ине. Тик ғүмере генә ҡыҫҡа­раҡ булды бабайымдың, гүр эйәһе булыуына ла 27 йыл тулды. Ауылдағы ике шофер­ҙың береһе ине. Һары таңдан ҡара кискә ҡәҙәр эшләне, абруйы ҙур булды. Төндә берәйһе сирләһә, йә йөклө ҡатындар бәпәйгә ауырый башлаһа, арып ҡайт­ҡанмын тип тормай, район үҙәгенә алып китер ине. Матур, татыу йәшәнек”, – тип һағыш ҡатыш йылылыҡ менән ҡәҙерле хәтирәләрен яңыртты Зәлифә Фәйзрах­ман ҡыҙы.

“Ҡыҙҙарымды кейәүгә биреп, туйҙар үткәреп, Баш­ҡортостандың төньяғынан көньяғынаса йөрөп сыҡтым”, – тип шаярта ағинәй. Уның был шаяртыуында ниндәй­ҙер кимәлдә хаҡлыҡ бар. Иң өлкән ҡыҙы Рәзифә Арыҫ­ланова – Ҡырмыҫҡалы районының Мырҙа ауылында, Рая Фәхретдинова – Ғафури районы үҙәге Красноусолда, Фәимә Ғосманова – Нефтекама ҡалаһында, Зифа Ураҙғолова Өфөлә төпләнгән. Земфира менән Сәкинә – Баймаҡ килендәре, ә кинйәкәйе Гөлсинәгә йән­төйәге Бөрйәндә оя ҡороу насип булған.

Ете ҡыҙҙың һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, балалар үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә. Рәзифә – мә­ҙәниәт хеҙмәткәре. Өс сабыйға ғүмер бүләк иткән, балалар церебраль фалижы (ДЦП) диагнозы менән тыуған ҡыҙы Гөлфиәне аяҡҡа баҫтырыу өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән ҡаһарман йөрәкле әсә ул. Гөлфиә махсус йүнәлешле мәктәпкә барғас, уға иптәшкә тип шундай уҡ сир менән көрәшкән, әммә ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған Регина исемле ҡыҙҙы тәрбиәгә ала Арыҫлановтар.

Рая – шәфҡәт туташы, уның мөхәббәтле, матур ғаиләһендә буй еткергән сәскә кеүек ике ҡыҙы хәҙер инде үҙ һөнәре буйынса эшләй. Фәимә – тәрбиәсе, бер бөртөк ҡыҙын оло тормош юлына оҙатып, апай-һеңлеләре араһында иң алдан өләсәй булыу бәхетен татыған. Зифа – ашнаҡсы, ике бала әсәһе. Земфира – Баймаҡ районы Буранбай ауылының йыр-моңға маһир Ғәйетбаевтар араһы килене, өс балаға әсәй булыу шат­лығын кисереп, тулы бәхе­тенә риза булып йәшәй. Сәкинә Күсей ауылынан Абдуллиндарҙың нәҫел ебен дауам итәсәк өс улға ғүмер бүләк иткән. Ул аш-һыуға оҫта, тегеү, бәйләү кеүек ҡул эштәренә маһир.

Иң бәләкәстәре Гөлсинә Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылында йәшәй, социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Гөлсинә апаларының бары­һын да уҙҙырған: Ҡарағо­ловтарҙың татыу ғаиләһендә биш ул үҫә! Зәлифә инәйҙең йыр-моңға маһирлығы, сың­ғырап торған тауышы ҡыҙҙа­рына ла күскән: Гөлсинә лә матур йырлай, айырыуса халыҡ йырҙарын яратып башҡара. Район кимәлен­дәге Ғилман Сәфәрғәлин исемендәге конкурста ҡатна­шып еңеү яулауы уға дәрт, үҙ көсөнә ышаныс өҫтәп ебәргән. “Бығаса береһенән-береһе бәләкәй улдарымды бағып, кеше араһына сығыр­ға, бәйгеләрҙә ҡатнашырға ваҡытым да булманы. Хәҙер балаларым бер аҙ үҫте, ярҙамсыға әйләнде. Бынан ары әсәйемдән ҡалышмай, күңелемә яҡын шөғөлөмә иғтибарҙы арттырырға ине, тигән ниәтем бар”, – ти Гөлсинә.

Ғүмеренең һикһәненсе үренә яҡынлаған Зәлифә инәй үҙе лә йыр-моңдан айырылмай, ауылдың “Үҙән” фольклор ансамбленең иң әүҙем, тоғро ағзаларының береһе. Концерттар менән күрше ауылдарға һәм район­дарға ла сығып китәләр. Тегеү, сигеү, бәйләү оҫтаһы булып танылған инәйҙең әле булһа ҡулынан энәһе төш­мәй: ҡыҙҙарына, ейәнсәрҙә­ренә тип ҡорама юрған яһа­һынмы, тупылдашып бер-бер артлы үҫеп килгән ейәндәренә ойоҡбаш-бейә­ләй бәйләһенме – һәр шөғөлөнән күңеленә йәм, ял таба. “Бала саҡтан әсәйебеҙ­ҙең аҡыллы, сабыр, уңған булыуына һоҡланып, уға оҡшарға тырышып үҫтек. Әле лә бөтә серҙәребеҙ уға һыя. Кеше һүҙен кешегә еткермәҫ, үҙенән башҡаны фәрештә тип белгән изге зат ул”, – тигәйне өлкән ҡыҙы Рә­зифә. Балаларынан ҡәҙер-хөрмәт күреп, уларҙың күңел йылыһына, наҙына сорналып йәшәгән Зәлифә инәй Дауытова ише сыуаҡ, тыныс ғүмер көҙө кисереү – һәр әсә өсөн оло бәхеттер ул...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 56

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 40

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 43

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 43

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 102

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 89

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 44

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 46

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 156

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 36

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 39

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 35