Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һапаштарға килһәң... айнығып кил
Йәмле тормоштарына Алтай крайы ла көнләшә.

Түбәнге Һапашҡа Көнгәк тауы яғынан ингәндә ят билдә ҡаршылай: шешә менән рюмка ҡыҙыл түңәрәккә алынған һәм арҡыры һыҙылған. “Был ауылда спиртлы эсемлектәрҙе һатыу, ҡулланыу һәм етештереү тыйыла” тигәнде аңлата ул. Заман сиренә ҡаршы дәррәү көрәш башлаған һапаштар дүрт йыл элек “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан, ә быйыл үҙҙәрен “Башҡортостандың иң яҡшы ауылы” бәйгеһендә һынайҙар. Ошондай үҙенсәлекле ауылда туҡтамайынса нисек үтеп китәһең инде!





Аҙан саҡыра



Ауыл өҫтөнән илаһи моң булып ағылған аҙан тауышы беҙҙе тура мәсеткә әйҙәне. Ситке өйҙә йәш ҡатындар табын әҙерләй, төпкө яҡта ир-ат үҫмерҙәргә мәсеттә үҙ-үҙеңде дөрөҫ тотоу тәртибен өйрәтә, шаршау артында ауыл инәйҙәре тәсбих тарта.
– Дини йолаларҙы хәҙер күптәр мәсеттә, ауылдаштар менән бергә ат­ҡарырға тырыша, сиратлап ҡорбан салдыралар. Бөгөн дә шуның өсөн йыйыл­дыҡ, – тине имам-хатип Мөҙәрис Иҫәнғолов.

Түбәнге һапаштар мәсет булмаған йылдарҙа ла дини байрамдарҙы бергә үткәргән, тик бының өсөн мәктәпкә йыйылған. 2008 йылда халыҡтың башланғысы менән ауыл уртаһында иман йорто төҙөлгән. Элек был бина Сайыр ауылында йәшәгән Хисаметдин Ишкинин тигән мулланың йорто булған, һуңынан мәктәпкә әйләндерелгән. Ауыл “перспективаһыҙ” тип бөтөрөлгәс, ул Түбәнге Һапашҡа күсерелгән һәм колхозсылар өсөн фатир итеп тотонолған. Мәсет төҙөр булғас, халыҡ ана шул йортто һүткән һәм, нигеҙен яңыртып, ҡабаттан тергеҙгән. Шулай итеп, Хисаметдин мулланың йорто яңы һулыш алған.

Имам-хатип вазифаһын тәүҙә ауылдың Ғиниәт Яҡшыбаев тигән абруйлы кешеһе башҡарған, тик ауырып китеү сәбәпле эшен ҡалдырған. Түбәнге һапаштар Мөҙәрис Иҙрис улын өгөтләй башлаған. Совет осоронда ла дин юлынан тайпылмаған Юныс мәзиндең ейәне булыуын иҫәпкә алғандарҙыр, моғайын. Ышанысты аҡлайым тип, ир уҙаманы өс йыл буйы йәкшәмбе һайын Мәләүез ҡалаһындағы мәҙрәсәгә йөрөп уҡыған, артабан Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә дүрт йыл белем алған.

Төплө белеме имам-хатиптың үҙенең дә, мәсеттең дә абруйын күтәреүгә булышлыҡ иткән. “Мөҙәрис мулланың вәғәздәре генә ни тора! Уны тыңлар өсөн күрше ауылдарҙан да киләләр”, – ти Түбәнге Һапаш халҡы. Мәсет журналындағы һандар ҙа был һүҙҙәрҙе иҫбатлай – июль һәм август айҙарында 14 пар тап ошонда никах уҡытҡан.

88 йәшлек шәкерт



Түбәнге Һапашта һәм Ялсыла һәр шаршамбы ғәрәп теле дәрестәре үтә. Уларҙы юғары дини белемгә эйә булған Әлфиә Иҫәнғолова ойошторған. Шәкерттәре араһынан иң тырышы – Зөләйха Йәғәфәрова.

“Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел”, – тип йылмая һылыулығын ташламаған зәңгәр күҙле ағинәй. Мәктәптә белем алыр саҡтары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә уның. Эшсе ҡулдар етмәгәс, 13 йәшендә колхоз бесәнен сабырға сығып киткән. Көн оҙоно ауыр эш башҡарыуҙарына ҡарамаҫтан, колхозсыларҙың туҡланыу яғы үтә наҡыҫ була – һыуҙа сөгөлдөр япрағын бешереп ашайҙар. “Берәй заман икмәккә туйып булырмы икән?” тип уйлай торғайным”, – ти Зөләйха Вилдан ҡыҙы. Тыл ветераны хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозға тоғро хеҙмәт иткән: һыйыр һауған, сөгөлдөр үҫтергән, һөт йыйыу буйынса районда алдынғылыҡты бирмәгән. “Ял көндәре лә сығып эшләй инем”, – тип хәтерләй йәш, етеҙ саҡтарын.

Ағинәйҙең дүрт балаһы, 13 ейәне, егерменән ашыу бүлә-бүләсәре бар. Һәммәһе хәл белешеп, шатлыҡтарын уртаҡлашып, фатихалар алып тора. Үҙен ауылдаштары ла хөрмәт итә, Ҡөрьән аштарына саҡыра. “Ауыл ҙур, муллалар өлгөрмәй киткәндә аят уҡыуымды һорайҙар, шуға мәсеттәге дәрестәрҙә тырышып белем алам, бер намаҙымды ла ҡалдырғаным юҡ”, – ти Зөләйха Вилдан ҡыҙы. Бөгөн ул берҙән-бер улы Муса Әнүәр улы һәм килене Рүзилә Макбул ҡыҙы менән көн итә. Иркен йортта барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған, йылы һыу үткәрелгән. Олоғайған көнөңдә ошолай рәхәт йәшәү шул уҡ айыҡ тормошҡа – үҙеңдең, балаларыңдың һәм ауылдаштарыңдың айыҡ аҡылына туранан-тура бәйле ләбаһа.

“Айһылыу”ҙа күңелле



Йөҙҙән ашыу ауылы булған Күгәрсен районында 16 балалар баҡсаһы иҫәпләнә, шуларҙың өсәүһе Ялсы ауыл советында һаҡланып ҡалған. Түбәнге Һапаштағы “Айһылыу” баҡсаһының 34 йыллыҡ тарихы бар.

Мөдир Рәмзиә Инсеғолова, тәрбиәсе Зөмәриә Инсеғолова, тәрбиәсе ярҙам­сыһы Гөлнара Йәғәфәрова һәм ашнаҡсы Асия Иҫәнғоловалар өсөн “Айһылыу” оҙаҡ йылдар эсендә үҙ балаларылай ҡәҙерлегә әйләнеп бөткән. Уны наҙлап, бәпләп, аллы-гөллө итеп кенә ҡарап тороуҙары әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса районда икенсе урынды алыуҙары ла шул хаҡта һөйләй.

Бөгөн баҡсаға ун өс бала йөрөй, араларында күрше Вәлит ауылыныҡылар ҙа бар. “Айһылыу”ҙа шөғөлләнгән малай һәм ҡыҙҙарҙы башланғыс мәктәп уҡытыу­сылары гел ҡолас йәйеп ҡабул итә икән, сөнки улар әҙерлекле булыуҙары менән айырыла. “Белемлеләр, тырыштар, тик бигерәк шуҡтар”, – тип тәрбиәләнеүселәре менән ғорурлана педагог Зөмәриә Ғоссам ҡыҙы.

Түбәнге Һапаш – боронғо башҡорт ауылы, шуға күрәлер ҙә бында милли мө­хит хакимлыҡ итә: тирмә ҡоролған, милли кейемдәр эленгән, кәштәләрҙә кескәйҙәр өсөн башҡортса китаптар, “Аҡбуҙат” журналы һандары теҙелгән. Ба­лалар рәхәтләнеп туған телдә һөй­ләшә, йырлай, дәртле көйҙәргә тыпырлатып бейей, халыҡ уйындарын белә. Йолаларҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленә – “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, “Наурыҙ”, “Һабантуй”, “Аулаҡ өй” саралары уҙғарыла.

1990 йылда баҡсала егерменән ашыу бала иҫәпләнгән. Тап шул ваҡытта 26 йәшлек Рәмзиә Инсеғолова бында эш башлай. Тәүҙә мөдир һәм тәрбиәсе вазифаларын бер үҙенә башҡарырға тура килә. Эшкә өйрәнеп кенә килгән сағында учреждениеның ябылыу-ябылмау һорауы килеп баҫа, сөнки бина яңы талаптарға яуап биреп бөтмәй. Баҡсаны һаҡлап ҡалыр өсөн йәш белгес тиҙ арала йәһәтләп газ үткәртә һәм асфальт һалдыртып ҡуя, шуның менән үҙен тәүәккәл етәксе итеп таныта. “Һуңғы йылдарҙа балалар һаны аҙая башлағас, кәйеф ҡырыла төшкәйне. Ҡыуанысҡа күрә, бәпес тыуыуын көткән йәш ҡатындарҙың күбәйеүе йәнә өмөт уятты”, – ти ул. Ғүмеренең күп өлөшөн балалар баҡсаһына бағышлаған етәксегә былтыр “Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” знагы тапшырылған.

Башланып торған уҡыу йылында Рәмзиә Миңлейәр ҡыҙының күңелен айырыуса ҙур тулҡынланыу, ашҡыныу һәм бер аҙ моңһоулыҡ биләп алған, сөнки хаҡлы ялға сығырға ҡарар иткән. Балалар баҡсаһынан бер-бер артлы ҡошсоҡтар осороп, ире Хәлил Зөфәр улы менән ике ҡыҙ үҫтереп һәм уҡытып, ҙурҙан йорт һалып, тормоштоң ошо үренә килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Гөлназ ҡыҙы Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында башҡорт теленән уҡыта, Гүзәле Мәләүез ҡалаһында балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булып эшләй, икеһенең дә ғаиләһе, балалары бар. Кисәге мөдир хәҙер үҙен тулыһынса ғаиләһенә бағышларға, ике ейәне һәм бер ейәнсәренә күберәк иғтибар бүлергә теләй. Шулай ҙа ауыл хакимиәте етәкселеге төрлө бурыс йөкмәтергә лә өлгөргән. Яңыраҡ, мәҫәлән, Берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлау комиссияһына йәлеп иткәндәр, шулай уҡ Ялсы ауылы биләмәһендә ҡатын-ҡыҙҙар советын ойоштороуҙы һорағандар. “Буласаҡ йәмәғәт ойошмаһы халыҡты айыҡ тормошҡа саҡырыуҙы төп бурыстарының береһе итеп ҡуясаҡ”, – ти Рәмзиә Миңлейәр ҡыҙы уй-ниәттәре хаҡында.

Бер ауылда – биш фермер



– Һапаштар һәр эштә беренсе. Иң алдан себеш алалар, бесәнгә төшәләр, баҡса ултырталар. Һуңынан эргә-тирәләге ауылдар уларға эйәрә. Бесәнде иртә йәйҙән ҡар ятҡансы сабалар, хатта Көйөргәҙе районындағы эшкәртелмәгән сабынлыҡтарға тиклем барып етәләр, ­– ти Ялсы ауыл хакимиәте башлығы Ирек Юдаев ауылдаштарының уңғанлығы хаҡында.

Егәрлеләр йәшәгәнлеге ихаталарҙан уҡ күренә – һәр биш йортҡа бер трактор йә комбайн тура килә. Ауыл хакимиәте биләмәһендәге ете фермерҙың бишәүһе шулай уҡ Түбәнге Һапашта йәшәй. Улар­ҙың береһе Хәбир Селәүсин, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған ветеринар булараҡ, малсылыҡ һәм һөтсөлөк тармаҡтарын үҙ иткән. Ауыл ситендәге фермала 100 баш һыйыры бар. Фермер ете кешегә эш урыны булдырған. Ике мал ҡараусының һәр береһе – 13,5 мең, өс һауынсы – туғыҙар мең, ә ике тракторсы сәсеү һәм урыу эштәре осоронда егермешәр мең һум күләмендә айлыҡ хеҙмәт хаҡы ала. Пай ерҙәрен файҙаланырға биргән ауылдаштарын да ризалатырға тырыша: бер пайға 7,5 центнер бойҙай һәм 10 литр көнбағыш майы бирә.

Хужаның эш көнө ҡояш сыҡмаҫ элек башлана. Иртәнге һауынға тиклем фермаға өлгөрөргә, унан һуң халыҡтан һөт йыйып тапшырыуҙы ойошторорға, баҫыуҙарҙы ҡарап ҡайтырға, мал аҙығы әҙерләргә кәрәк. Мәшәҡәттәр йылдан-йыл артһа ла, эштәре көйлө бара, сөнки ир еткән ике улы таянысына әйләнгән. Резеда Рафаил ҡыҙы менән Хәбир Минифәр улы биш балаға ғүмер биргән. Сәғит улдары армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан, Заһит Өфө дәүләт нефть техник университетының икенсе курсында уҡый, икенсе класҡа барған Искәндәр ағаларын ҡыуып үҫеп килә. Өсөнсөлә уҡыған Сөмбөл һәм балалар баҡсаһына йөрөгән Гөлсөм дә эш ҡушҡанды көтөп тормай, үҙҙәре белеп башҡара. Әйткәндәй, Резеда Рафаил ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.

Әңгәмә ҡорған арала, Хәбир Минифәр улының йорто алдында һөт йыйыу машиналары һәм еңел автомобилдәр йыйылып китте. Баҡтиһәң, ул Ялсы ауыл биләмәһенең фермерҙар советы рәйесе вазифаһын да башҡара икән. Ошо көндәрҙә биш фермер менән алты пайсынан торған кооператив ойоштороп, килемде үҫтереүсе проект буйынса дәүләттән аҡсалата ярҙам алып, Түбәнге Һапашта һөт эшкәртеү цехын асырға йыйыналар.

– Ауылда һыйыр малы 220-гә етте, халыҡтан көнөнә ярты тонна һөт йыябыҙ. Үҙемдең фермала шулай уҡ ярты тонна һауып алына. Бынан тыш, күрше ауылдар бөтәһе ике-өс тонна тапшырып тора. Һөттө халыҡтан литрын 13 һумдан ҡабул итәбеҙ һәм Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылындағы заводҡа илтәбеҙ. Үҙебеҙҙә цех асһаҡ, ауылдаштар өсөн бик отошло буласаҡ, – ти Хәбир Селәүсин.

Хыялға тоғролоҡ



Генри Форд, эшен ташлап, бер нисә йыл гаражынан сыҡмайынса камил­лаш­тырылған автомобиль уйлап сығарыу өҫтөндә баш вата. Еңел машина ҡулайлы булырға, уны теләгән һәр кем һатып ала алырға тейеш, тип хыялланған. Уға ҡа­тынынан башҡа бер кем ышанмаған. Һө­ҙөмтәлә Форд бер көндө, барыһын да хайран итеп, үҙе эшләгән машинала ҡатынын йөрөтөп килгән. Шунан үҙ компанияһын булдырған һәм автомобиль етештереү сәнәғәтен конвейерға әйләндергән.

Замандашыбыҙ Илон Маск бала сағында Марсҡа осорға хыялланған. Бер мәл посылка йәшнигенә “Марсҡа” тип яҙа ла эсенә инеп ултыра. Сәйер яҙыуҙы күреп, почтальон йәшникте тибеп осора. Бәләкәй Илон ныҡ ҡына һыҙланып йөрөй, әммә бөгөнгәсә ниәтенән баш тартмай. Быйыл ул хыялына бер аҙ яҡынайғандай булды – йыһанға сираттағы шәхси ракетаһын осорҙо. Бер отсекка үҙенең “Тесла” компанияһы етештергән машинаны беркетте һәм водитель урынына маникенды ултыртты. Марста тормош булдырыу киләсәктә кешелекте һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй Маск.

Ҡаршылыҡтарға, кире ҡараштарға иғтибар итмәйенсә хыялға тоғро ҡалған һәм тормошто ыңғай яҡҡа үҙгәртергә ынтылған шәхестәр рәтенә Ялсы ауыл хакимиәте башлығы Ирек Юдаевты ла ҡуйырлыҡ. Ул йыһанға ла осмаған, машина ла уйлап сығармаған, әммә замана сиренә – көн дә кеше ғүмерҙәрен йотоусы “йәшел йылан”ға ҡаршы яу асҡан һәм уны сигенергә мәжбүр иткән. Тыуған ауылы Түбәнге Һапашты тулыһынса айыҡ итеү хыялы бөгөн ысынбарлыҡҡа әйләнеп килә.

Ирек Раял улы Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыған сағында спорт менән етди шөғөлләнгән. Сәләмәт тормоштоң тәмен белгәс, иҫерткес эсемлектәрҙе бер ҡасан да өнәмәй. Эскелеккә ҡаршы көрәштә иң файҙалы ҡоралдар – ул спорт һәм тәрбиә, тип иҫәпләй етәксе. Ауыл ситенә “эсеү тыйыла” тигән билдәне ҡаҙап ҡуйғас, халыҡҡа спорт майҙансығы етмәүен аңлай. Дүрт йыл эсендә ауыл хакимиәте биләмәһендәге Ялсы, Түбәнге Һапаш, Юлбаш ауылдарында спорт һәм уйын майҙансыҡтары төҙөлгән, быйыл Хоҙайбирҙиндә хоккей коробкаһын эшләп бөтөргә тейештәр. “Көндөҙ Түбәнге Һапаштың майҙансығында ҡырҡлаған бала йыйылып китә, ә төн етһә, йәштәр йәшенеп кенә әүһәләктә эйә, тауҙан шыуа. “Беҙ бала саҡта бындай нәмәләр булманы”, – тип көлөшә үҙҙәре”, – ти Ирек Раял улы. Быларҙан тыш, Ялсы һәм Түбәнге Һапаш клубтарына иллешәр меңлек бик шәп бильярд өҫтәлдәре алып ҡайтып ҡуйғандар.

Яҡташтарында илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында ауыл хакимиәте башлығы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә бағышланған стела урынлаштырыу ниәтен дә тормошҡа ашырған. Әүәл ул Ялсыла ғына булһа, әле биләмәләге ауылдарҙың һәммәһендә ҡуйылған. Иҫтәлекле урындар ойошторолғас, Еңеү көнө был яҡтарҙа тағы ла мәғәнәлерәк, йөкмәткелерәк, тантаналыраҡ уҙа.

Айыҡ тормош өсөн көрәштә һүҙ ҡоралын да ҡулланалар – “Әсәй, эсмә, һин миңә кәрәкһең!”, “Араҡы яратҡан – аҡылын һатҡан”, “Көмөшкә, араҡы, һыра һатыусылар, әҙәм ҡарғышынан ҡурҡығыҙ!” тигән лозунгыларҙы ауыл буйлап элеп сығалар.

Һандар һөйләүенсә, күрелгән сараларҙың һөҙөмтәһе бар: дүрт йыл элек Ялсы ауыл биләмәһенән 15 ғаилә социаль яҡтан имен булмағандар иҫәбендә торһа, бөгөн ундайҙар өсәү генә ҡалған; Түбәнге Һапаш магазиндары хужалары спиртлы эсемлектәр һатыуҙы туҡтатҡан, күрше ауылдар ҙа уларға эйәрә башлаған. “Эскелек һиҙелерлек кәмене, – ти ауыл хакимиәте башлығы.– Элек туйҙарҙа эстеләр, ҡәбер ҡаҙыусыларға “йылыныр өсөн” тип ҡойоп бирҙеләр. Хәҙер хәлдәр үҙгәрҙе – айыҡ туйҙар үткәрәбеҙ, мәрхүмдәрҙе айыҡ аҡыл менән һуңғы юлға оҙатабыҙ”.

Ирек Юдаевтың уңышлы башланғысы тураһындағы хәбәр Алтай крайына уҡ барып еткән – ауыл хакимиәте башлығын үҙҙәренә тәжрибә уртаҡлашырға саҡыралар, ти. Ауылға ингән ерҙәге теге билдә тураһында иһә хәҙер бөтөн ил белә, сөнки уны Иван Ургант “Киске Ургант” тапшырыуында күрһәткән.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ”

“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ” 18.12.2018 // Йәмғиәт

Өлфәт МОСТАФИН, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы: [quote]– Бөгөн беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының...

Тотош уҡырға 81

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙҙең күршеләр һәм дуҫтар “Беҙ булдырабыҙ” тип бик дөрөҫ әйтә. Ә мин бында йыйылғандарға: “Беҙ...

Тотош уҡырға 119

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла 18.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Мөрәжәғәтнамә тыңларға килгән Мәсетле районының Түбәнге Бобин...

Тотош уҡырға 79

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ 18.12.2018 // Йәмғиәт

– Балалар менән эшләгән кеше булараҡ миңә ябай, аңлайышлы телмәр яҡын. Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә тере...

Тотош уҡырға 95

Төп капитал – кеше

Төп капитал – кеше 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостан Башлығы...

Тотош уҡырға 64

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш”

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш” 18.12.2018 // Йәмғиәт

[quote]– Сүп-сар сығарыуға үтә ҙур тарифтар билдәләүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Был мәсьәләгә тулыһынса...

Тотош уҡырға 83

Ҡунаҡҡа киләм!

Ҡунаҡҡа киләм! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 106

Аяғүрә баҫып алҡышланылар

Аяғүрә баҫып алҡышланылар 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 343

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа 18.12.2018 // Йәмғиәт

2019 йылда Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк....

Тотош уҡырға 64

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ!

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙ пассажирҙар ташыу тармағында тәртип булдырасаҡбыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 66

Тау башында балҡыһын баш ҡала

Тау башында балҡыһын баш ҡала 18.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 79

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика депутаттарына...

Тотош уҡырға 207