Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош ҡәҙерен белер саҡ
Ололарға күпме һөйөү, күпме наҙ кәрәк!

Тик бәхеттән генә тормай тормош. Әсеһен дә, сөсөһөн дә ауыҙ иттерә ул, ыжғыр елдәре, үҙәккә үткес дауылдары менән йәнгә тейә, өҫтәүенә ғүмер юлыңды ашыҡтырған аяныслы ҡартлығы ла бар уның.

Күмертау психоневрология интернатының Көйөргәҙе районындағы стационар хеҙмәтләндереү бүлегенә аяҡ баҫыу менән әйләнә-тирәбеҙҙәге донъяның ниндәй сыбар, күп төрлө төҫтәрҙән тороуына тағы бер ҡат инанаһың. Хроник психик сирҙәр менән яфаланған, үҙ-үҙен тәрбиәләй алмаған, сит кеше ярҙамына мохтаждар, инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән интернат был.

“Ай, былбылым...”

Халыҡ телендә уны “ҡарттар йорто” тип кенә йөрөтәләр. Бында эләгеү ҙә анһат түгел, социаль хеҙмәттәр алыуға мохтаж­лығыңды иҫбатлаған документтар, медицина белешмәләре, күсемһеҙ милегең булыу-булмауы, пенсия алыу-алмауың тура­һында мәғлүмәт һәм башҡа төр­лө рәсми ҡағыҙҙар талап ителә. Урынлашыу өсөн Баш­ҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан юллама бирелә.
Күмертау психоневрология интернаты — республикалағы иң ҙур, 572 урынлыҡ медик-социаль учреждение, 1972 йылдан алып халыҡҡа социаль хеҙмәт­тәр күрһәтә. Аҙаҡ Мәләүез, Федоровка, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарында уның бүлек­сә­ләре асыла. Бәлиғ булмаған балаларға, ғәҙәттән тыш хәлдәр, ҡораллы бәрелештәр һөҙөмтә­һендә бәләгә тарығандарға социаль хеҙмәттәр бушлай күрһә­телә, башҡаларға айлыҡ түләү­ҙәр социаль хеҙмәттәргә бил­дәләнгән тарифтар нигеҙендә иҫәпләнә. Әммә күләме йән башына тура килгән уртаса килемдең 75 процентынан артыҡ була алмай.

Көйөргәҙе районының Свобода ауылындағы ҡарттар йортонда бөгөн 54 йәштән 90 йәшкә тиклемге 29 кеше тәрбиәләнә. Интернат етәксеһе Әхсән Ҡаҙаҡбаев әйтеүенсә, коллектив тулыһынса кадрҙар менән тәьмин ителгән. Бында бер йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, өлкәндәрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарырға өлгөргән.

— Бетон иҙәндәрҙе кафель менән ҡапланыҡ, түшәмдәрҙе ти­геҙләнек, янғын сигнали­за­ция­һын, йылытыу торбаларын алмаш­тырҙыҡ. Ҡаҙанлыҡтарҙың береһе эшләмәй ине — яңыны алдыҡ, һыу счетчиктарын, розетка, яҡтыртҡыстарҙы алмаш­тырҙыҡ. Бағыусыларҙың булыуы ла эште тиҙләтте, — ти Әхсән Ғай­са улы. — Кер киптереү май­ҙансығын эшләнек, йорт тирә-яғын тәртипкә килтерҙек. Бына иҫке ҡапҡаны яңыртаһы ҡалды...

Әхсән Ҡаҙаҡбаев Башҡортос­тан дәүләт аграр университетын тамамлағас, төрлө етәксе вазифаларҙа, бизнес өлкәһендә үҙен һынап, ҙур тәжрибә туплаған. Халыҡ менән аралаша, уртаҡ тел таба белеү оҫталығы яңы вазифала айырыуса ярап ҡалған. “Ололарға йылы аш, йомшаҡ түшәктән тыш, күпме һөйөү, күпме наҙ кәрәк!” — ти етәксе. Йәшерен-батырын түгел, бер ғаилә булып йәшәгән йортта төрлө холоҡ-фиғелле, юҡтан ғына тауыш күтәрергә маташыу­сылар ҙа булғылай. Өлкән­дәрҙең психологияһын яҡшы белгән Әхсән Ғайса улы бындай осраҡтарҙа ла юғалып ҡала торғандарҙан түгел, йәһәт кенә яраштырыу сараһын таба, тиҙәр.

Ниндәй сара тиһегеҙме? Коллегалары әйтеүенсә, нимәлер бүлешә алмай ғауғалашҡан ҡыҙ-ҡырҡын етәксенең көр тауыш менән коридор яңғыратып “Ай, былбылым” йә “Гори, гори, моя звезда”ны һуҙып ебәреүе менән берәүҙәре, ауыҙҙарына һыу уртлағандай, шымып ҡалһа, икенселәре йырҙы күтәреп ала икән...

“Йәшлектә атаман инем...”

Шәфҡәт туташы Гөлсөм Иш­мөхәмәтова интернат асылған­дан алып эшләй. “15 йыл эсендә 140-ҡа яҡын кеше ҡулдан үтте. Күбеһенә һүҙ ярҙамынан тыш, яҡшы тәрбиә кәрәк. Түшәктә ятып ауырығандар ҙа, үҙаллы хәрәкәтләнә алмағандар ҙа бар. Ҡартлыҡҡа хас аҡыл зәғиф­легенә дусар булғандар менән эшләү бурысыбыҙҙы ҡатмар­лаштыра. Һәр кемдең хәленә инеү кәрәк, бала-сағаһынан ала алмаған күңел йылыһын, рәхимлекте улар беҙҙән көтә”, — ти ул.

Палата шәфҡәт туташы Әлфиә Абдуллованың Таймаҫ­тан йөрөп эшләүенә бер йыл үткән. Эшенең үҙенсәлекле яҡта­рына, ололар менән мөнәсә­бәттәрҙе ҡороу оҫталығына күнегелһә лә, уны ҡарттарҙың, балалар баҡсаһындағы кескәй­ҙәр кеүек, тәҙрәнән күҙен алмай ғәзиз ул һәм ҡыҙҙарын өмөт­ләнеп көтөүенә битараф ҡарай алмауын белдерҙе.

– Йорт эргәһенә машина килеп туҡтау менән барыһы ла “мине­келәр түгелме икән” тип тәҙрәгә ябырыла. Бик йәл, ҡыҙғаныс кү­ренеш, — ти Әлфиә Зиннур ҡы­ҙы. — Тәрбиәлә­неүселәр ара­һында тыныс холоҡло, аҡылы камил өлкәндәр ҙә етерлек, тик уларҙың балалары ғаиләһенә һыймауы, йәштәрҙең “ваҡыт юҡ”, “ҡарай алмайбыҙ” тип сәбәп табыуы ғәжәпкә ҡалдыра.

Ололар ике, өс, дүрт урынлыҡ бүлмәләрҙә йәшәй. Һәр кемдең холоҡ-фиғеленә, үҙен тотошона, уртаҡ тел табыу һәләтенә ҡарап урынлаштыралар. Мунсалары ла, кер йыуыу блогы ла, туҡ­ланыу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. “Ҡулъяулыҡҡа тиклем йыуып, үтекләп бирәләр”, — ти инәй­ҙәр, ҡәнәғәтлек белдереп. Йәй етеү менән өлкәндәргә лә мәшәҡәт етерлек, баҡса үҫтереү менән шөғөлләнеүселәр табыла.

— Зиннур ағай ашхана өсөн йыл да тәмләткестәр әҙерләй, Василий Шарабаров һыу һи­бергә, ә Валерий Степанов сәскә үҫтерергә ярата, — ти тәрбиә­селәр. — Ә Ишбикә инәйебеҙ, туҡһан йәшкә етеп килеүенә ҡарамаҫтан, 14 йыл буйына ойоҡбаштар бәйләүен ташламай, ноҡот һала, йырҙы күп белә.

— Йәш сағымда атаман булдым үҙем. Телемдән дә, ҡулым­дан да килде. Һеҙ мине “был ҡарсыҡ “Башмағым”, “Ҡыҙ урлау” спектаклдәрендә уйнап, тамашасы һөйөүен яулаған”, тип күҙ алдына ла килтерә алмай­һығыҙҙыр, — тип көлә Ишбикә Ғәббәсова инәй танышҡандан һуң. — Ғүмер буйы үҙемә үҙем хужа булдым. Ауырлыҡтарҙан һығылып төшмәнек. Ике ағайым да һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Йөкмәп бесән ташып, алабута ашап, сабата кейеп аяҡҡа баҫтыҡ. 16 йәштән Күмертауҙан Мәләүезгә тиклем тимер юл һалыуҙа эшләнем. Ирҙәр менән бер рәттән урман ҡырҡтыҡ. Хәҙерге быуын үтә йомшаҡ, көсһөҙ, беҙ күргән нужаларҙы уларға үткәрергә яҙмаһын, рәхәт йәшәһендәр тип доға ҡылып ултырам.

— Йортло-ерле булып, матур ғүмер итеп, ни сәбәпле ҡарттар йортона килеп эләктегеҙ һуң, Ишбикә инәй?

— Эй, һәйбәт йәшәлде ҡар­тым менән. Бала-сағам ғына булманы. Шәлен дә бәйләнем, икмәген дә һалдым. Ҡустымдың улы йортомда янғын сығарҙы, бөтә мөлкәт ут-күмергә ҡалды, барыһына ла шул эскелек ғәйепле инде. Бына 14 йыл инде тәрбиәселәр ҡулында йәшәйем, шөкөр. Бер туғанымдың ҡыҙҙары килеп, хәлемде белешеп тора, ҡунаҡҡа ла алып ҡайталар. Хәйер килтереүселәр ҙә бар, барыһына ла рәхмәт. Пенсиямдан йыйылған аҡсаны, үҙем иҫән саҡта тип, туғандарға биреп ҡуйҙым. Әжәл көтөп ятыу хурлыҡ һаналһа ла, донъяның ҡанун­дары үҙгәрмәй бит. Инәйегеҙҙе һуңғы юлға һәйбәт итеп оҙатығыҙ, йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын, тип киҫәттем үҙҙәрен, — тип өҫтәне уйынлы-ысынлы йор һүҙле Ишбикә инәйебеҙ.

Бишектәге бала бишкә төрләнә

Яңғыҙ кәкүк кеүек аҙашып, ошо йортҡа йәшәргә килгән кешеләр араһында зиһенле, яҡшы холоҡло, ҡасандыр ғаилә­ле булып, балалар тәрбиәләп үҫтергән уҙамандар ҙа бар.

Зиннур ағай Ҡаҙағстанда тыуып үҫкән, 1993 йылда, үгәй әсәһенә ғаиләһе менән эйәреп, Башҡортостанға ҡайта­лар. Ҡатыны вафат булғас, ғаилә мөнәсәбәттәрендә аңлашыл­маусанлыҡтар, ҡытыршылыҡтар башлана. Бер улы эскелеккә һа­бышып, ҡайҙалыр китеп юғала. Әлеге көндә иҫән-һау булып, донъя ҡороп йәшәгән улдарына ла һүҙ тейҙермәй инвалид ағай. “Берәүһе ҡалала бер бүлмәле фатирҙа ғаиләһе менән йәшәй. Үҙҙәренә лә бик ҡыҫынҡылыр әле, нисек мин уларға һыяйым? Икенсеһе Йомағужала ҙур йорт һалып инде, үҙем дә төҙөлөш мәлендә ярҙам итешкәйнем-итеүлеккә...” — ағайҙың әйтеп бөтөлмәгән, күңел төбөндә ятҡан әрнеүен, атай үпкәһен аңламау мөмкин түгел ине. Өйөң ҙур булыу менәнме ни, күңелең тар булғас...

Шулай ҙа ағайыбыҙ оптимист булып сыҡты. Ғүмер булһа, улдарының үҙен килеп алып, бергә йәшәй башлауҙарын, донъяларын тәрбиәләшеп, ҡош-ҡорт ҡарарға булышасағын да күҙ алдына килтереп, үҙен дә, беҙҙе лә йыуатты. Типһә тимер өҙөрҙәй сағы булмаһа ла, Зиннур ағайҙың хужалыҡ эштәрендә алмаштырғыһыҙ ярҙамсы булырына шик юҡ. Яңғыҙлыҡ йөгө ауыр, әммә өмөт юлдашың булғанда бөгөлөп төшмәҫлек көс табылырына ышаныс бар әле. Аҡыл эйәһенең: “Алтындан баһа­лы, ожмах ниғмәттәренән ҡәҙер­ле тәрбиәле балалар”, — тигән һүҙ­ҙәренең тапҡырлығына, төр­лө замандарҙа ла һис иҫкермә­үенә нисек инанмайһың инде.

Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 57

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 40

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 43

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 43

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 105

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 93

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 44

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 46

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 157

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 36

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 39

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 36