Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Айыҡ туйҙар гөрләй...
Байрамдарҙы иҫерткес эсемлекһеҙ үткәреү матур йолаға әйләнә бара.

Айыҡ туй. Тормошобоҙға был төшөнсә күптән түгел килеп инде, әммә матур күренештең йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала барыуы – шатлыҡлы күренеш. Элегерәк туйҙан берәйһенең айныҡ ҡайтыуын ҡоҙаларҙың насар һыйлауына япһарып ҡалдырһалар, һуңғы йылдарҙа өҫтәл тулы спиртлы эсемлек торһа ла, күптәр уны сама менән ҡулланыу йәки бөтөнләй эсмәү яҡлы. Шундай лаҡап та бар бит: “Эй туйҙары күңелһеҙ үтте, берәү ҙә эсеп һуғышманы”, – тип һөйләгән, ти, бер әҙәм. Ә бөгөн заман да, йәштәр ҙә үҙгәрә. Күптәр икәүләшеп уҙасаҡ тормош юлын саф хистәр, изге ниәт, айыҡ аҡыл менән башлау яҡлы. Шулай ҙа совет осоронан ҡалған “туй эскеһеҙ булмай” тигән ҡарашты башына һеңдергән бәғзе бер ата-әсә, туғандар йәштәрҙең матур теләген аңлап, хуплап ҡаршы алмай. Ә бына бер нимәгә ҡарамай, уртаҡ тормоштарының иҫтәлекле тантанаһын иҫерткес эсемлекһеҙ билдәләгән йәштәр үҙҙәре был турала ни әйтер? Ни өсөн улар тап шундай ҡарарға килгән? Оҡшағанмы уларға һәм туғандарына айыҡ туй?


Альбина һәм Айнур ИСХАҠОВТАР:
– Динебеҙ тәғлимәттәре буйынса йәшәгән кешеләр булараҡ, туйыбыҙҙы айыҡ итеп үткәрергә булдыҡ. Шундай матур, иң бәхетле көнөңдә араҡы эсеп, ғаилә тормошон харамдан башлау килешкән эш түгел тип һанайбыҙ. Йәштәштәребеҙҙе лә шуға өндәйбеҙ: бергә үтәсәк ғүмер юлығыҙҙы айыҡ туйҙан башлаһағыҙ, тормошоғоҙҙа хәмер-харамға урын булмаҫ. Милли стилдәге матур күлдәк, костюм кейһәгеҙ, күңелле башҡорт көйҙәренә бейеһәгеҙ, халҡыбыҙҙың быуаттар буйы һаҡланып килгән йолаларын үтәһәгеҙ, әҙәпле уйындар уйнаһағыҙ, әлбиттә, иҫтә ҡалырлыҡ байрам буласаҡ. Заманса туйҙарҙың ҡайһы берҙәрендә бигерәк халҡыбыҙға хас булмағанса ҡыланалар. Ҡот осҡос костюмдар кейеп йөрөгән иҫерек кешеләр, ҡатын булып кейенгән ир-егет бөтә байрамдың йәмен ебәрә, беҙҙеңсә. Ғүмереңдә бер генә тапҡыр була торған тантананы күркәм, әҙәпле итеп үткәреүгә бер нимә лә етмәй.

Илһөйәр һәм Алим ЗӘЙНУЛЛИНДАР:
– Айыҡ туй үткәреү икебеҙҙең дә теләгебеҙ ине. Эскелек менән бөтөнләй дуҫ түгелбеҙ, шуға ошондай ҡарарға килдек. Былтыр, бар тәбиғәт алтынға мансылған сентябрь айында, Баймаҡ ҡалаһында гөрләп туй тантанабыҙ үтте. Үҙебеҙ ҙә, туғандар ҙа бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ.
Күңел асыуҙы эскелеккә генә бәйләгән кешеләргә йәлләп ҡарайбыҙ. Ғөмүмән, ғаилә байрамдарын иҫереп билдәләүгә ҡаршыбыҙ. “Ғаилә тормошон араҡынан башлау – Рәсәйҙә айырылышыуҙар һаны артыуының тәүге сәбәбе” тигән фекерҙе уҡырға тура килгәйне. Беҙ ошоноң менән тулыһынса килешәбеҙ.

Ғәлиә һәм Ильяс БАЙЕГЕТОВТАР:
– Айыҡ туй үткәрергә бөтә ғаиләбеҙ менән ҡарар иттек, сөнки туғандарыбыҙ араһында дин юлындағы кешеләр байтаҡ. Үҙебеҙ ҙә эскелеккә ҡаршыбыҙ.

Аллаға шөкөр, туйыбыҙ бик күңелле, матур уҙҙы, бөтәбеҙ ҙә ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Байрамдың нисек булыуы, әлбиттә, алып барыусынан да тора. Әгәр ул ҡунаҡтарҙы берләштереп, уйындарға йәлеп итһә, ике яҡтан йыйылған туғандар үҙҙәре лә йыр-бейеүгә әүәҫ, ихлас икән, күңелһеҙләнергә урын ҡалмай.

Йәштәр, айыҡ туйҙы күңелле үткәреү алып барыусыға ла бәйле, тине. Ә бына тамадалар бындай тантаналарҙы үткәреүгә нисек ҡарай икән? Айыҡ туй үткәреү ғәҙәтиҙән ауырыраҡ түгелме? Ошо һорауҙар менән алып барыусы Инвир Хисаметдиновҡа мөрәжәғәт иттек.

– Шөкөр, иҫтәлекле ғүмер байрамын айыҡ туй рәүешендә билдәләргә теләгәндәр йылдан-йыл арта бара. Шуныһы шатландыра: был теләкте ата-әсә түгел, ә тап йәштәр үҙҙәре белдерә. Ҡайһы бер осраҡта кейәү менән кәләштең матур ниәтен туғандары аңламай, ҡабул итмәй маташа. Әммә мин айыҡ туй күңелһеҙ үтә тигән фекер менән бөтөнләй килешмәйем. Бына тигән итеп күңел асып, ихлас бейеп-йырлап, аралашып ҡайтырға була ундай тантананан!

Быйылғы йәй миҙгелен алып ҡарағанда, һәр айҙа дүртәр туй үткәрергә тура килде, шуларҙың берәре айыҡ байрам булды. Тимәк, һандар теле менән әйткәндә – 25 проценты. Тағы бер-ике йылдан был күрһәткес яртылаш, йәғни 50 процент булыр, тип ышанам. Изге Ураҙа байрамынан һуң билдәле йәш йырсы Зилиә Бәхтиеваның туйын үткәрҙек. Бер ниндәй иҫерткес эсемлекһеҙ ҙә шундай матур, иҫтә ҡалырлыҡ байрам булды ул.
Тағы ла бер нәмә хаҡында әйтер инем: айыҡ туй сығым йәһәтенән дә отошло, сөнки байрам табынына киткән аҡсаның яҡынса 40 проценты эсемлектәр өлөшөнә тура килә. Кешеләр ошо йәһәттән дә аңлабыраҡ эш итергә өйрәнә, минеңсә.

Киләсәктә айыҡ туйҙар матур йолаға әйләнһен, йәштәр парлы тормошон изге ниәт менән башлап, ныҡлы, татыу ғаиләләр ҡорһон тигән теләктәмен.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мостай Кәрим алда бара

Мостай Кәрим алда бара 17.11.2018 // Йәмғиәт

Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда...

Тотош уҡырға 0

Беҙ – хәүефһеҙ республика

Беҙ – хәүефһеҙ республика 17.11.2018 // Йәмғиәт

Республика халҡы менән тиҙ генә кире бәйләнеш булдырыу өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр...

Тотош уҡырға 18

Әллә ҡыш, әллә йәй...

Әллә ҡыш, әллә йәй... 17.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфөлә урыны-урыны менән боҙло ямғыр яуып үтте....

Тотош уҡырға 29

Юлсылар эште туҡтатты

Юлсылар эште туҡтатты 17.11.2018 // Йәмғиәт

«Приуралье” юл идаралығы Өфө – Ырымбур юлын ремонтлауҙы туҡтатырға булды. Был ҡарарҙы ул үҙе...

Тотош уҡырға 34

Кокорин урамында ҡурҡыныс

Кокорин урамында ҡурҡыныс 17.11.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа Кокорин урамында “ПАЗ” маркалы автобус янып киткән. Янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенең диспетчер...

Тотош уҡырға 46

Эсәр һыу таҙа булһын!

Эсәр һыу таҙа булһын! 17.11.2018 // Йәмғиәт

Ҡариҙел ауылында һыу үткәргестәрҙе йүнәтеү, яңыларын төҙөү йәһәтенән район хакимиәте махсус ҡарар...

Тотош уҡырға 30

Подъезына ҡарап йортон ярат

Подъезына ҡарап йортон ярат 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандағы күп ҡатлы йорттарҙың байтағында подъездар насар хәлдә. Уларҙың күпселеге капиталь...

Тотош уҡырға 51

Парктар төҙөкләндереләсәк

Парктар төҙөкләндереләсәк 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда парктарҙы төҙөкләндереү буйынса төбәк программаһы әҙерләнәсәк һәм ҡабул ителәсәк....

Тотош уҡырға 30

Радий Хәбиров: «Беҙ һеҙгә эш хаҡын арттырасаҡбыҙ»

Радий Хәбиров: «Беҙ һеҙгә эш хаҡын арттырасаҡбыҙ» 17.11.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында төбәк етәксеһе Күп функциялы үҙәк эше менән танышты....

Тотош уҡырға 41

Радий Хәбиров: «Ауылдыҡы менән бергә ҡала медицинаһы ла иғтибар талап итә»

Радий Хәбиров: «Ауылдыҡы менән бергә ҡала медицинаһы ла иғтибар талап итә» 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡараусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәрен...

Тотош уҡырға 34

448 кеше һәләк булған

448 кеше һәләк булған 17.11.2018 // Йәмғиәт

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын хәтергә алыу...

Тотош уҡырға 42

Дауаханала шартлау

Дауаханала шартлау 17.11.2018 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә Өфөләге 21-се ҡала дауаханаһында шартлау тауышы яңғырауы хаҡында...

Тотош уҡырға 27