Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы депо асылды
Йылайыр районы үҙәгендә яңы янғын депоһы асылды. Уны төҙөү “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы тормошҡа ашырылды.

Уны асыу тантанаһында республика Хөкүмәте вице-премьеры Марат Мәһәҙиев юбилей объекттары исемлегенә дүрт янғын депоһы инеүен билдәләп үтте. Уларҙың тәүгеһе тап Йылайыр ауылында сафҡа инде. Йыл аҙағына тиклем Белорет районында – ике, Баймаҡта бер депо төҙөләсәк. Был башланғыс урындағы халыҡты янғын хәүефенән аралау, авария-ҡотҡарыу эштәренең ойошҡанлығын тәьмин итеү маҡсатында ғәмәлгә ашырыла.
Йылайырҙағы иҫке янғын депоһы бынан 90 йыл элек төҙөлгән. Ул атлы янғын командаһы өсөн тәғәйенләнгән була. Шуға күрә заманса янғын техникаһын урынлаштырыу, тейешенсә һаҡлау ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырған.

Яңы янғын депоһы – төбәк Хөкүмәте тарафынан раҫланған оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән Янғын-ҡотҡарыу көстәре үҫеше стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән тәүге объект. Йылайыр районы биләмәһенең 58 проценты урманлы төбәк булыуын, бында йорттарҙың башлыса ағастан һалыныуын иҫәпкә алһаҡ, депоның әһәмиәте бермә-бер арта.

Автор: Г. ВАРИСОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ғаилә бәхете – ил бәхете

Ғаилә бәхете – ил бәхете 16.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемдең үҙ маҡсаты, шөғөлө, эше бар. Әсәйем Рима һәм атайым Мирхәт Сәғитовтар икеһе лә...

Тотош уҡырға 17

Һәләтенә иҫең китерлек

Һәләтенә иҫең китерлек 16.10.2018 // Йәмғиәт

Башта ошо фотоға ҡарағыҙ әле. Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Рәшиҙә апай Зыкрина...

Тотош уҡырға 14

Килгәндәр кире китмәй

Килгәндәр кире китмәй 16.10.2018 // Йәмғиәт

Оло юлдың, Иҫәнғол һәм Троицк баҙарҙарының яҡынлығы, ерҙәрҙең уңдырышлылығы һәм ул ваҡытта мул...

Тотош уҡырға 24

Ағасҡа йән өрә

Ағасҡа йән өрә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Күңел йылыһы һалынған әйберҙәр күҙ яуын ала. Өфө оҫтабикәһе Ирина Коробейникованың ҡулдарында ағас...

Тотош уҡырға 20

Ауыл йәме

Ауыл йәме 16.10.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла уңғандарының баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелә. Уларҙың ихатаһына ингәндән алып үҙеңде гөлдәр...

Тотош уҡырға 19

“Беҙҙең Әсмә апайыбыҙ”

“Беҙҙең Әсмә апайыбыҙ” 16.10.2018 // Йәмғиәт

Ете йәшем тулыр-тулмаҫтан атайһыҙ ҡалғас, йәшәү бик ауырлашҡанғалыр инде, әсәйемдән: — Ниңә беҙ ныҡ...

Тотош уҡырға 30

Тәүҙә биҙәгес кенә булған

Тәүҙә биҙәгес кенә булған 16.10.2018 // Йәмғиәт

1697 йылда Голландияның Амстердам ҡалаһында караптар төҙөүгә уҡып, өйрәнеп йөрөгән сағында Петр I...

Тотош уҡырға 24

Сифатлы ризыҡ арзан булмай

Сифатлы ризыҡ арзан булмай 16.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда экологик йәһәттән таҙа аҙыҡтар үҫтерелә башлаясаҡ. Был эште республиканың...

Тотош уҡырға 24

Аэропортҡа – яңы исем

Аэропортҡа – яңы исем 15.10.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Рус географик йәмғиәте Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте менән...

Тотош уҡырға 23

Әруахтар йорто кәртәләнде

Әруахтар йорто кәртәләнде 15.10.2018 // Йәмғиәт

Стәрлебаш районы Түбәнге Ибрай ауылы халҡы дөйөм көс менән яҙ көнө зыяратта өмә ойоштороп, уның...

Тотош уҡырға 25

Һыуытты...

Һыуытты... 15.10.2018 // Йәмғиәт

Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итеүенсә, был аҙна башында республикала һалҡын һауа торошо...

Тотош уҡырға 40

Пассажирҙар мәнфәғәте көнүҙәк

Пассажирҙар мәнфәғәте көнүҙәк 15.10.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 44