Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көҙгө муллыҡ мәле етте
Сибайҙар йыл һайын ауыл хужалығы йәрминкәләрен көтөп ала. Ике яҡ өсөн дә отошло сауҙала тауар төрлөлөгөнөң бай булыуы һөйөндөрә, ҡала халҡы экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы аҙыҡ-түлек алып ҡыуана. Күрше Силәбе өлкәһенән, Күгәрсен, Йылайыр, Ейәнсура, Баймаҡ райондарынан килгән һатыусылар халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек тауар тәҡдим итте.


Һатып алыусыларҙы бигерәк тә Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында үҫте­релгән кәбеҫтә, Темәс картуфы, Шишмә­нең көнбағыш майы, Ейәнсура балы, Азов ҡалаһынан шәрбәт, тәмлекәстәр, Силәбе өлкәһендә үҫтерелгән татлы борос, һуған үҙенең хаҡы һәм сифаты менән йәлеп итте.

Шулай ҙа халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланған ит продукцияһына хаҡтарҙың шул көйө ҡалыуы һатып алыусылар араһында бер аҙ борсолоу тыуҙырҙы. Йәрминкә булыр алдынан Үҙәк баҙарға барып иттең хаҡы менән шәхсән танышып ҡайттым. Һөйәкле урындарын – 200 һумдан, һум итте 350-нән алырға мөмкин ине. Рәт буйынса йөрөгән ҡайһы бер һатып алыусыларҙың киләһе аҙнала йәрминкә булырын, шунда ит продукцияһын һатып алырға йыйыныуы хаҡында һөйләшеүҙәренә лә шаһит булғайным. Ярай, бында урын өсөн түләргә кәрәклеген, Үҙәк баҙарҙа электән хаҡтың юғары булыуын иҫәпкә алғанда, әллә ни бәйләнергә сәбәп юҡ кеүек. Ә бына урын бушлай тәҡдим ителгән ауыл хужалығы йәрминкәләрендә хаҡтарҙы бер аҙ кәметеү хаҡында уйларға кәрәктер... Тап бындай йәрминкәләр хаҡтарҙың арзаныраҡ булыуын, халыҡҡа һайлап алыу мөмкинлеген тыуҙырыу өсөн ойошторола.

Сибай эшҡыуары Гәүһәр Йәнекәева ит һатыу менән күптән шөғөлләнә. Шуға күрә уның үҙ клиенттары бар. “Итте Темәстән килтерҙек, йәш, татлы. Халыҡ яратып һатып ала. Йылҡы итен 280-300 һумдан тәҡдим итәбеҙ, башмаҡ итен дә һораусылар бар. Йәрминкәне көтөп алабыҙ, сауҙа яҡшы үтә”, – ти.

Әбделкәримдән Рима Йәнйегетова үҫтергән кәбеҫтә тиҙ арала һатылып та бөттө. Тәмле, сифатлы, экологик яҡтан таҙа йәшелсәне эшҡыуар бөтәһе өс гектарҙа сәскән. “Быйылғы ҡоролоҡ йылында яҙ көнө 600 мең һумға һатып алынған һыу һиптергес ҡоролмаһы ныҡ ярҙам итте. Йәшелсәселек буйынса субсидия юллаһаҡ та, ни өсөндөр һәр саҡ ситтә тороп ҡалабыҙ. Ана, күрәһегеҙ бит, беҙҙең кәбеҫтәләрҙе халыҡ ни тиклем яратып һатып ала!” – ти ул.

Көҙгө йәрминкәнең биҙәге башҡорт халҡының иң шифалы ризығы – бал булды. Төрлө төбәктәрҙән килгән ҡортсолар үҙҙәренең татлы һәм шифалы продукцияһын тәҡдим итте. Күгәрсен районынан Владимир Лукьянов үҙенең умартаһын Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылы янында тота. Уның ризығына ихтыяж ҙур. Ҡатыны Анастасияға балды һауыттарға тултырып ҡына өлгөрөргә кәрәк. Күгәрсендән килгән Рифат Бикбулатов та йәрминкәнән бик ҡәнәғәт. “Ара йыраҡ тип торманыҡ, үткән аҙнала булған көҙгө йәрминкәлә лә ҡатнаштыҡ. Мин Сибайға йүкә балын килтерҙем, сөнки был төбәктә күберәк сәскә, ҡарабойҙай, донник балы тәҡдим ителә, йүкә юҡ. Тәүгеһендә 200 килограмм бал һатҡайныҡ, бөгөн нисек булыр...”

Шулай уҡ йәнең теләгән һөт ризыҡтарын, ҡомалаҡ икмәген, ҡаҙ түшкәләрен, бройлер тауығы ботон, шифалы үләндәрҙе һатып алырға мөмкин ине. Баҡсасылар киләһе йыл уңышын алдан хәстәрләп, төрлө емеш ағастарын алып һөйөндө, үҙҙәренә оҡшаған сәскә үҫентеләрен һайланы.
Был көндә берәүҙәрҙең уңышын һатып, икенселәрҙең ҡышҡылыҡҡа етерлек йәшелсә һәм башҡа төр ризыҡтар туплап ҡалыуын иҫәпкә алғанда, ысынлап та, көҙгө йәрминкәләрҙең отошло, табышлы һәм файҙалы икәнлеген аңлатыу кәрәкмәй.


Картуфтың килограмы – ете һум

...Быйылғы йыл баҡсасылар өсөн бигерәк тә уңышлы булды. Кишере лә, һуғаны ла, сөгөлдөрө лә өлгөрҙө. Шәхси хужалыҡтар ҙа, фермерҙар ҙа бигерәк тә картуфтың мул булыуын билдәләй.

Республикала гөрләгән көҙгө йәрминкәләр был йәһәттән һатыусыға ла, һатып алыусыға ла ҡулай. Улар хаҡтар буйынса аралашсыһыҙ ғына, үҙ-ара килешә бит. Шуға күп йәшелсәне осһоҙ хаҡҡа алырға мөмкин.

Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған һәр шәмбелә үткән сараларҙа продукция тонналап-тонналап һатыла. Бигерәк тә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә һәм Республика көнөнә арналғандарына халыҡ күпләп килде. Әйтәйек, тәүге байрамға арналған йәрминкәлә 88 тонна картуф, алты тонна ит, 10 тонна бал һатылды. Картуфтың килограмы 13-20 һум булһа, иттеке – 270-330 һум (һыйыр ите), 280-350 (йылҡы), 180-320 (сусҡа), 350-400 (ҡаҙ), 280-300 (өйрәк), 250-260 (тауыҡ), балдыҡы 220-450 һум тәшкил итте. Әйткәндәй, үткән шәмбеләге йәрминкәлә картуфты килограмын хатта ете һум менән һаттылар.

Ҡалала йәрминкәләрҙә аҙна һайын инвалидтар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн “социаль такси” эшләй. Был такси хужаны продукцияһы менән өйөнә тиклем бушлай илтеп ҡуя.

Рәмил МАНСУРОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ”

“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ” 18.12.2018 // Йәмғиәт

Өлфәт МОСТАФИН, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы: [quote]– Бөгөн беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының...

Тотош уҡырға 81

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙҙең күршеләр һәм дуҫтар “Беҙ булдырабыҙ” тип бик дөрөҫ әйтә. Ә мин бында йыйылғандарға: “Беҙ...

Тотош уҡырға 120

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла 18.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Мөрәжәғәтнамә тыңларға килгән Мәсетле районының Түбәнге Бобин...

Тотош уҡырға 83

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ 18.12.2018 // Йәмғиәт

– Балалар менән эшләгән кеше булараҡ миңә ябай, аңлайышлы телмәр яҡын. Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә тере...

Тотош уҡырға 95

Төп капитал – кеше

Төп капитал – кеше 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостан Башлығы...

Тотош уҡырға 64

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш”

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш” 18.12.2018 // Йәмғиәт

[quote]– Сүп-сар сығарыуға үтә ҙур тарифтар билдәләүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Был мәсьәләгә тулыһынса...

Тотош уҡырға 83

Ҡунаҡҡа киләм!

Ҡунаҡҡа киләм! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 106

Аяғүрә баҫып алҡышланылар

Аяғүрә баҫып алҡышланылар 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 343

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа 18.12.2018 // Йәмғиәт

2019 йылда Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк....

Тотош уҡырға 64

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ!

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙ пассажирҙар ташыу тармағында тәртип булдырасаҡбыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 66

Тау башында балҡыһын баш ҡала

Тау башында балҡыһын баш ҡала 18.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 79

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика депутаттарына...

Тотош уҡырға 208