Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмер ҡәҙерен белә ғүмәрҙәр
Төпкөлдәге тамырҙарыбыҙҙы һаҡлар көс бар.

Төбәктең Ғүмәр ауылы халҡы берҙәмлеге, дәртлелеге менән айырылып тора. Күмәкләп экологик өмәгә сыҡһындармы, байрамдар, ғәйет көндәре үткәрһендәрме, ярыш уҙғарһындармы – сараларҙың барыһында ла халыҡ ҙур теләк менән әүҙем ҡатнаша. Эйе, бер һүҙле, уртаҡ уйлы улар. Ауылда егерме йылдан ашыу клуб юҡ тип тә тормайҙар, күпселек байрамдарҙы, үҙҙәре әйтмешләй, “гәлсәр клуб”тарында – урамда үткәрәләр, ғәйеттәрҙә, һөйләшеп, йорттарҙа йыйылалар. Ғөмүмән, үҙ көнөн үҙҙәре күреп, донъяның матурлығына һоҡланып, балалар үҫтереп, күпләп мал тотоп, бынамын итеп йәшәй ҡәрҙәштәребеҙ. Ауыл халҡының ихласлығы, уңғанлығы, ныҡышмаллығы хайран ҡалмалы.


Һандар телендә

Ғүмәр Ярат ауыл биләмәһенә ҡарай, район үҙәгенән ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта ята. Ундағы 93 йортта 280 самаһы кеше йәшәй. Ауыл халҡының уртаса йәше – 53, иң өлкәндәре Зөлхизә Янтова 85-ен тултыра.

Тыуым хәленә килгәндә, алты ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән, тағы икәүгә документтар әҙерләнгән. Күптән түгел Рәлиә менән Байыҡ Үҙәнбаевтарҙың Салауат исемле улы донъяға килгән. Ауылда 18 йәшкә тиклемге 78 бала иҫәпләнһә, мәктәпкәсә йәштәгеләр – 50-нән ашыу. Был күрһәткестең тағы ла артырына ышандырҙы ғүмәрҙәр.

Ауылда мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡалдырыу өсөн иҫәпләнгән “Алтынай” төркөмө һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй.

Уҡыусылар күрше Яратҡа йөрөп уҡый. Иҡтисади хәлгә килгәндә, Айгиз Йәрмөхәмәтовтың крәҫтиән (фермер) хужалығы, таҡта ярыу цехы бар. Ир-егеттең күбеһе вахта ысулы менән ситтә йөрөп аҡса таба, ҡайһы берҙәре ауыл янындағы карьерҙа шәхси эшҡыуарҙарға таш сығара.

Ауыл халҡы күпләп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай, төп килем ит, һөт продукцияларынан, картуфтан алына. Ҡатын-ҡыҙ емеш-еләк, бәшмәк йыйып һата.

Тарих ни һөйләй?

Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, Ғүмәр 1816 йылда ауыл булараҡ телгә алына. Уның башлығы һәм сотнигы була. Төйәккә нигеҙҙе Ҡарағужа, Мырҙабай ауылы кешеләре һала. Тәүгеләрҙән булып Дәүләтбай, Үлмәҫбай, Юлғотло Юлым­бәтовтар, Йомағол Байғазин, Абдулкәрим Өмөтбаев, Аҡбирҙе Күрмәкәев, Ишсура, Таңатар Дәүләтсуриндар күсеп ултыра. Мәмбәт ауылынан 60 йәшлек Мостафа менән Хәмзә Ғүмәровтар ҙа бында килеп нигеҙ ҡора. Ир-уҙамандар араһынан Миңлебай Хоҙайғолов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашһа, Йосоп Юл­бирҙиндың 1806 – 1807 йылдарҙа Рә­сәйҙең Францияға ҡаршы яуында башҡорт полкы составында ҡатнашҡаны билдәле.

Халыҡтың төп шөғөлө малсылыҡ була. Ғүмәр 1816 йылғы иҫәп алыуҙа 14 ғаиләле ауыл тип теркәлә. Унда Шаһмөхәмәт Юлбирҙин, Юлдашбай Аҡбирҙин, Таңатар Дәүләтсурин, Усман Рәжәпов, Йомағол Байғазин, Әбделкәрим Өмөтбаев, Дәүләтбай Юлымбәтов һәм башҡа ир-егеттең йәшәүе асыҡлана. 1833 йылғы иҫәп алыуҙағы документтарға ҡарағанда, йорт старшинаһы тип Байыш ауылынан күсеп килгән Килмөхәмәт Юлыев менән Йосоп Юлбирҙин атала. Был осорҙа Ғүмәрҙә 56 хужалыҡ, 166 ир-ат, 147 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. Йәрмөхәмәт Юлыев атлы уҙаман 1834 йылда Ҡабыҡҡыуыш утарына старшина итеп күсерелә һәм әлеге Йәрмөхәмәт ауылына нигеҙ һала.

1920 йылда Ғүмәрҙә 52 йорт булғаны, 277 кеше йәшәгәне яҙып ҡалдырылған. Батҡаҡлы һәм Тирмеш йылғалары ҡушылған урында Василий исемле кешенең тирмән быуаһы була. 1921 йылғы аслыҡта халыҡ күпләп ҡырыла, шунлыҡтан ауыл бәләкәйләнә. Колхозлашыу йылдарында кешеләр “Урал” колхозына инә. 1935 йылда Ишмөхәмәт Күскилдин, Динислам Үҙәнбаев, Һибәт Баймөхәмәтов, Ғәйникамал Заманова, Байыш ауылындағы тракторсылар курсын тамамлап, төйәкте заманса үҫтереү маҡсатында ҡайта.

Бөйөк Ватан һуғышына Ғүмәрҙән 60-тан ашыу ир-егет оҙатыла, шуларҙың күбеһе яуҙа батырҙарса һәләк була.

Аҙандан һыҙылыр таңдар

Ғүмәргә килеп кергәс тә, ауыл уртаһындағы иман йорто янында эшләп йөрөгән ир-ат иғтибарҙы йәлеп итте. Араларында өлкән йәштәгеләр ҙә бар. Яҡындан танышҡас, ауыл халҡының үҙ көсө менән мәсет төҙөгәненә төшөндөк. Бесән ташылып, картуф алынғас, бер төркөм ир-егет иман йортондағы эске эштәрҙе башҡарырға тотонған. Урындағы имам-хатип Йосоп Үҙәнбаев әйтеүенсә, 2016 йылда халыҡ мәсет төҙөү мәсьәләһен күтәргән. Барыһы ла риза булғас, һәр кем мөмкинлегенә ҡарап аҡса биргән, ҡырҙа эшләгән һәм йәшәгәндәр ҙә изге эштән ситтә ҡалмаған. Әйткәндәй, Ғүмәрҙә элек таш мәсет булған, тик ул совет осоронда емерелгән.

Халыҡтың әүҙемлеге һәм берҙәмлеге эште тиҙ арала башҡарыуға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Әҡсән Үҙәнбаев атлы уҙаман мәсет өсөн ҙур бура биргән, уға янлап төкәтмә ултыртылған. Хәмзә Үҙәнбаев иман йортоноң манараһын эшләргә ярҙам итһә, айҙы мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың кәңәше буйынса яһатып алғандар. Һиҙиәтулла Үҙәнбаев төкәтмә төкөтөүҙең бар сығымын үҙе ҡаплаған. Ауыл аҡһаҡалы Йосоп Үҙәнбаев, депутаттар Әҙеһәм Әхмәтйәнов, Айгиз Йәр­мөхәмәтов даими рәүештә төҙөүселәргә үҙ кәңәшен бирә, бар хәленсә ярҙам итә. Әйткәндәй, ауылдағы берҙән-бер эшҡыуар Айгиз Йәрмөхәмәтов иман йортон һалыуға аҡсаһын да, ваҡытын да, транспортын да йәлләмәй, төп бағыусыларҙың береһе булып тора.

– Быйылға, әлбиттә, мәсетте өлгөртөп булмаҫ, шулай ҙа, иншаллаһ, киләһе йылда асырбыҙ тигән өмөт бар, – ти имам-хатип. – Барыбыҙ ҙа ул ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, дини байрамдарҙы бергәләшеп үткәрер, йома намаҙҙарына күмәкләп йөрөр инек тип хыялланабыҙ. Аллаға шөкөр, халҡыбыҙ иманлы, хаҡ юлға ынтыла. Йәш быуын да шундай тәрбиә алып үҫә.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти халыҡ. Ғүмәрҙәрҙең изге эште атҡарып сығырына ышаныс ҙур. Киләсәктә, ауылды нурға күмеп, иман нурҙары таралыр, таңдарҙы аҙан тауышы биҙәр.

“Алтынай”ҙың алтындары

Бында тәрбиәләнгән кескәйҙәрҙе ауыл халҡы “беҙҙең алтындарыбыҙ”, “ауылдың киләсәге” тип яратып тора. Балалар баҡсаһының хәл-торошона ҡарап, алдағыны аныҡ билдәләргә мөмкин. Был йәһәттән ғүмәрҙәргә борсолорға урын юҡ. Йәштәрҙең байтағы ауылда төпләнергә тырыша, сабыйҙар үҫтерә.

Баҡса мөдире Миңзәлә Үҙәнбаева әйтеүенсә, әле бында 16 ҡыҙ һәм малай тәрбиәләнә. Улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Был йәһәттән Миңзәлә Мират ҡыҙының тырыш хеҙмәтен баһаларға кәрәк. Тәрбиәсе Йәмилә Үҙәнбаева менән икәүләп улар йәш быуынға яҡшы тәрбиә биреү өсөн күп көс һала. Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй, бинаны төҙөкләндереүҙә, таҙартыуҙа ла һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙалар.

– Балаларҙы мәктәпкә әҙерләү, һәләттәрен асыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып барабыҙ, – ти мөдир. – Алдынғылар иҫәбенән төшкәнебеҙ юҡ.
Быға үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ. Кескәйҙәр беҙҙе йыр-моң менән ҡаршы алды, ҡобайыр әйтте, бейеп тә алды. Бигерәк тә ҡыҙҙарҙың “Кемдең ҡурсағы матурыраҡ?” тигән уйыны һоҡландырҙы.

Бындағы “Башҡорт өйө” мөйөшө зауыҡ менән йыһазландырылған: ата-бабабыҙ­ҙың кәсептәрен, өләсәй-инәйҙәрҙең ҡул эшенә маһирлығын, халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен сағылдырған әйберҙәр, милли кейем, һауыт-һаба... Улар йәш быуын күңелендә тарихыбыҙға, мәҙәниәте­беҙгә һөйөү тәрбиәләй, илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғоларын нығыта. Айырыу­са балаларҙың барыһының да милли кейемдә булыуы һоҡландырҙы.
Йылылыҡ, ихласлыҡ хөкөм һөрә бында. Балаларҙың шат тауыштары тынмай. Баҡсаның биләмәһендә төрлө сәскәләр үҫә, уйын майҙансығы булдырылған. Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһына ярашлы, ауылда балалар майҙансығы төҙөү ҡаралған. Әле урыны әҙерләнгән.

Ағинәйҙәр һабағы

Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа ағинәйҙәр ҡоро әүҙем эшләй. Уларҙың башланғысы менән тәрбиәүи саралар ойошторола, онотола барған йолалар тергеҙелә, дини байрамдар үткәрелә. Ҡор ағзалары халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлауҙы, йәш быуынға еткереүҙе маҡсат итеп алған. Үҙҙәре өлгө, үрнәк күрһәтеп йәшәгән ағинәйҙәрҙең һүҙе, кәңәштәре, өгөт-нәсихәттәре, башҡарған изге ғәмәлдәре ифрат әһәмиәтле.

Беҙ барғанда, Ғүмәр ағинәйҙәре һарыҡ йөнөнән төрлө әйберҙәр эшләү серҙәре менән уртаҡлашыу маҡсатында йыйылғай­ны. Ауылда һарыҡ ҡырҡыу өмәләре үткән, егәрле килендәр йөндө тетеп тә өлгөргән. Малдың был төрөн шәхси хужалыҡтарҙың һәр береһендә тиерлек аҫрайҙар. Әйт­кәндәй, һарыҡ йөнөнөң сифаты уны нисек ҡарауҙан, тәрбиәләүҙән килә икән. Малды йылы ҡурала тотоу, һолоно йышыраҡ ашатыу ҙа яҡшы һөҙөмтәгә килтерә, ти хужабикәләр.

Ғүмәр ауылы ағинәйҙәре айырыуса кейеҙ баҫыуға оҫта. Олораҡтар үҙенең белгәндәрен ҡыҙ-килендәренә өйрәтергә тырыша. Йәшерәктәр йөн иләп, уны орсоҡта сиратып, ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләһә, бәғзеләре баҡта йөнөнән ҡыҙҙарына бирнәлек йылы, йомшаҡ юрғандар, диван түшәктәре әҙерләй. Быйма хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.

Ағинәйҙәр һарыҡ йөнөнөң файҙаһы хаҡында ла бәйән итте. Мәҫәлән, ул сайырлы икән, быуындар һыҙлағанда, тире ауырыуҙары яфалағанда бәйләгәндәр, ябынып та ятҡандар. Әйткәндәй, элек кейәүгә оҙатылған ҡыҙҙың бирнәһендә һарыҡ йөнөнән һуғылған балаҫ, баҡтанан һырылған юрған булыуы мотлаҡ һаналған. Заман башҡа – заң башҡа, тип әйтергә күнекһәк тә, бөгөн дә ҡайһы бер йәш килендәрҙең бирнәһендә һарыҡ йөнөнән эшләнгән ҡорама юрғандар осрап ҡуя. Тимәк, йола дауам итә.

Һарыҡ йөнөнөң файҙаһы, шифаһы хаҡында Зөбәйҙә Үҙәнбаева, Хивизә Тләүсина, Нурзиә Юлыева инәйҙәр сәғәттәр буйы һөйләй ала. Улар, һораусы булғанда, үҙҙәре бәйләгән бейәләй-ойоҡбаштарын һатып та ебәрә. Аҡ йөн ныҡлы, йылы булыуы менән айырыла, шуға ошо төҫтәге ойоҡбаштар тиҙ үтә, ти инәйҙәр.

Йола тотҡан хур булмаҫ, ти халыҡ. Ысынлап та, милләтебеҙҙең рухи хазинаһын тәшкил иткән, онотола барған йолаларҙы тергеҙеү, йәш быуынға күрһәтеү, иң мөһиме, дөрөҫ атҡарып сығыу – Ғүмәр ағинәйҙәренең төп маҡсаты. Шуныһы ла ҡыуаныслы: улар менән берлектә урта йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған “Ҡыҙҙар-йондоҙҙар” клубы ла уңышлы эшләй. Ауылда үткән барлыҡ сараларҙың башында тора улар, халыҡты әйҙәгән, ойошторған көс булып торалар.

Ижади ғаилә

Әсәле-ҡыҙлы Әлфиә һәм Мәүлиҙә Йомағужиналар икеһе лә ижад менән шөғөлләнә. Әлфиә Фәрит ҡыҙы шиғырҙар, хикәйәләр яҙһа, Мәүлиҙә һынлы сәнғәтте үҙ иткән – һүрәтте оҫта төшөрә.

2015 йылдың февралендә Ғүмәр балалары күрше Яратҡа йөрөп уҡый башлағас, ғүмерен уҡытыусылыҡҡа арнаған Әлфиә Йомағужинаға ла ошондай хеҙмәт рәүешенә өйрәнергә тура килә. “Беҙҙе автобус көн һайын килеп ала һәм аҙаҡ кире илтеп ҡуя. Әммә балаларыбыҙ дәрестән һуң үткәрелгән түңәрәктәргә йөрөй алмай, – ти педагог. – Шулай ҙа аптырап ҡалманыҡ: ҡыҙымдың һүрәт төшөрөүгә һәләте барлығын белгәс, уны II кластан уҡ аҙнаһына өс мәртәбә Баймаҡ ҡалаһындағы Ғата Сөләймәнов исемендәге Башҡорт сәнғәт мәктәбенә йөрөтә башланыҡ. Уны тамамлап, танытма алды”.

Мәүлиҙә уҡыуҙа ла һынатмай, тик “бишле” билдәләренә өлгәшә. Ул төшөргән картиналар төрлө күргәҙмәләргә ҡуйыла, ярыштарҙа һәр саҡ призлы урын яулай. Һынлы сәнғәтте бала саҡтан үҙ иткән ҡыҙ айырыуса хайуандарҙы ярата, уларға һүрәттәрендә ҙур урын бирә. “Киләсәктә мал табибы булырға хыялланам. Бесәй яратам, ҡайһы бер кешеләрҙең уларға ҡарата ҡаты мөнәсәбәтен аңлай алмайым”, – ти Мәүлиҙә.
Әсәһе Әлфиә Йомағужина иһә буш ваҡытында күңелендә урғылған хистәрҙе шиғри юлдарға һала, тормошсан хикәйәләр ижад итә. Уның әҫәрҙәре гәзит-журнал биттәрендә баҫылып тора, китаптары үҙнәшер юлы менән донъя күргән. Үҙе — Рәйес Түләков исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби берекмәһенең иң әүҙем ағзаһы.

“Үҙебеҙҙең доктор ул!”

Шулай тип йөрөтә Динә Ҡунысбаеваны ауыл халҡы. Яраттан көн һайын эшкә килгән фельдшер күптән инде ғүмәрҙәрҙең “үҙ докторы”на әйләнгән.

Ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пункты бәләкәй генә ағас йортта урынлашҡан, ҡыш утын менән йылытыла. “Ауырып киткәндә яныбыҙҙа фельдшер булыуы – үҙе бәхет”, — ти ғүмәрҙәр. Көнмө, төнмө, ҡармы, буранмы – ниндәй генә ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ эш өҫтөндә Динә Ҡунысбаева. Күрше ауылдан йөрөп эшләргә тура килһә лә, был һөнәрҙе һайлағанына бер ваҡытта ла үкенгәне юҡ, киреһенсә, кешеләргә ярҙам күрһәтә алыуы менән бәхетле ул.

– Ауыл халҡы үҙ сәләмәтлегенә ныҡлы иғтибар итә тип әйтмәҫ инем, – ти Динә ханым. – Күпселек осраҡта хәле бөтөп, тән температураһы юғары күтәрелгәс генә мөрәжәғәт итәләр. Йорт мәшәҡәттәренән бушамай, сирҙе аҙҙырып ебәргәндәр ҙә бар. Ә былай, дөйөм алғанда, араларында сәләмәт тормошҡа ынтылғандар, спортты яратҡандар бихисап. Ауылдың матур ерҙә урынлашыуы ла һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай. Ҡан баҫымының юға­рылығына, йөрәк сирҙәренә зарлан­ғандарҙың күбеһе – өлкән йәштәгеләр. Ғәҙәттә, көнөнә унға яҡын кешене ҡабул итергә тура килә. Сабыйҙарҙы, мөмкин­лектәре сикләнгәндәрҙе өйҙәренә барып ҡарайым.

Динә Ҡунысбаева 2011 йылда Сибай медицина колледжын тамамлағас, Баймаҡ үҙәк дауаханаһында эшләгән. Быйыл март айында ғаилә Яратҡа күсеп ҡайтҡан. Ире Марсель менән Тимур исемле малай, Дилә һәм Мәҙинә исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр.

Ишле ғаиләнең мәшәҡәте лә, шатлығы ла күп

Ғүмәрҙә тыуып үҫкән һәм ошонда уҡ төпләнеп, ете балаға ғүмер биргән, үҙ көсө менән күркәм йорт һалып сыҡҡан Эльвира менән Радик Үҙәнбаевтар – ауылда иң өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Йорт хужабикәһенә 2013 йылда “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылған.

– Күмәк бала тәрбиәләүе һис тә ҡыйын түгел, – ти ул, йылмайып. – Өлкәнерәктәре бәләкәйҙәрен ҡарарға ярҙамлаша, бер-береһен ҡәҙерләп үҫәләр. Ишле ғаиләнең көсө шунда бит: балалар үҙ-ара татыу, улар араһында туғанлыҡ хисе көслө була. Барлыҡ эштәрҙе бергәләшеп башҡарабыҙ, ул-ҡыҙҙарыбыҙҙың һәр ҡайһыһының яратҡан шөғөлө бар.

Хәҙер инде балаларҙың иң өлкәне Нурзилә Сибай педагогия колледжын тамамлап, ҡаланың “Ҡурай” балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй. Миңзирә лә, апаһы кеүек, ошо уҡ уҡыу йортонда белем ала, музыка бүлегенең беренсе курс студенты. Миңзилә, Нургизә һәм Рәсүл иһә – Ярат урта мәктәбе уҡыусылары, тик яҡшы билдәләргә өлгәшәләр. Рәдиф менән Рәдим әле бәләкәй. Ғаиләлә ҡыҙҙарҙың барыһы ла йыр-бейеүгә маһир. Рәсүл иһә бәләкәйҙән шахмат уйнарға ярата. Ауылда, мәктәптә, районда ойошторолған ярыштарҙа һәр саҡ еңеү яулай.

Ғаилә башлығы эштә булғанлыҡтан, йорт мәшәҡәттәре күпселек осраҡта Эльвира Әхтәм ҡыҙының иңенә төшә. Күпләп мал тоталар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Хужа, йорт янында үҙ ҡоҙоҡтары булһа ла, баҡсаға һыуҙы һәр иртә эргәләге Батҡаҡлы йылғаһынан ташырға ғәҙәтләнгән. Тәбиғи һыуҙың көсө шул тиклем көслө, күрәһең: йыл һайын мул уңыш алалар.

Хужабикә ҡул эштәренә лә оҫта. Заманында тегенсе һөнәренә уҡыған ҡатынға был белеме донъя көткәндә ныҡ ярҙам итә. Ул балаларына мәктәп формаһы, алъяпҡыс, шулай уҡ һораған кешеләргә милли кейем дә тегеп бирә. Бәйләү оҫталығы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел: ҡул йылыһы, күҙ нурҙары һалынған әйберҙәре – йорттоң бер йәме. Уларҙы бүләк итеп биреп, туғандарын, әхирәттәрен дә һөйөндөрә.

Күмәк балалы ғаиләләр осто-осҡа ялғап йәшәй, тип уйлағандар бар. Һис тә дөрөҫ түгел. Киреһенсә, улар матур, етеш донъя көтә, балалары тәүфиҡлы, эш һөйөүсән булып үҫә. Бындай ғаиләләрҙә эскелек кеүек насар күренештәр юҡ, барыһы ла балалар мәнфәғәтендә башҡарыла, уларҙы уҡытыу, республикабыҙға, илебеҙгә кәрәкле кеше, һөнәр эйәһе итеп үҫтереү бурысы алға ҡуйыла. Ғаилә ҡиммәттәренә ныҡлы иғтибар бүленә. Үҙ сиратында балалар ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй.

Йәшлек мөхәббәтенә тоғро ҡалған, тормошта үҙ урынын тапҡан, тыуған ерендә төпләнеп, ете балаға ғүмер биргән, сәләмәт тормош алып барған, донъяһын матур, нурлы иткән, үҙ көсөнә, хеҙмәткә таянып йәшәгән Эльвира менән Радик Үҙәнбаевтарға нисек һоҡланмайһың да уларҙы нисек башҡаларға өлгө итеп ҡуймайһың инде?! Тап улар кеүек илһөйәр, рухлы ғаиләләр – милләтебеҙҙең, дәүләтебеҙҙең ныҡлы нигеҙе, ышаныслы терәге.

“Ҡотло булһын туйығыҙ!”

Көҙ – муллыҡ айы ғына түгел, туйҙар осоро ла. Ошондай күркәм ғүмер байрамын билдәләгән йәштәр менән яҡындан танышырға булдыҡ.
Ғүмәр ауылы ҡыҙы Гөлназ менән Йылайыр районы егете Тимур Ислам­ғоловтарҙың туйына ике яҡтан да ҡунаҡтар күп йыйылған.
– Өфөлә “Ете ҡыҙ” фонтаны янында осрашып таныштыҡ, – ти бәхетле йәштәр. – Икебеҙҙең дә эшебеҙ бар, тик әлегә йәшәү урыныбыҙ юҡ. Киләсәктә үҙ йортобоҙҙо төҙөп, күмәк бала үҫтерергә теләйбеҙ.

Башҡорт туйы йолаларһыҙ үтәме ни?! Ауылдың ағинәйҙәре милли кейем кейеп, таҡмаҡ әйтеп, йыр-моң менән ҡаршылаған йылайырҙарҙы. Урамды йәмләп ҡоролған аҡ тирмәлә мәжлес уҙған, йәштәргә изге теләктәр еткерелгән.

Сыуаҡ көҙгә йәм өҫтәп, машиналарға төрлө шарҙар тағып, урам буйлап үткән йәштәрҙең туй тантанаһы ғүмәрҙәрҙең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Иң мөһиме – йәштәр бәхетле, ҡорған нигеҙҙәре ныҡлы булһын.

* * *

Ғүмәрҙәр күптән түгел уҙған һайлау сараһын ойошҡанлыҡ менән үткәргән. Тауышыбыҙҙы биргән депутат киләсәктә ауыл халҡы күтәргән проблемаларҙы хәл итеүҙә ышаныслы терәк булыр, тип өмөтләнә улар.

Алдан әйтелгәнсә, ауылда ике социаль объект бар, унда өс кеше эшләй. Уҡытыусыларҙың бер нисәүһе Ярат мәктәбенә йөрөп белем бирә. Ситтән килгән хужаларға ялланып, карьерҙа таш сығарғандарҙы иҫәпкә алмағанда, башҡа эш урыны юҡ, шулай ҙа шәхси магазин тотҡандар бар. Йәштәр араһында үҙ кәсебенә тотонғандар артһын ине тигән теләктә өлкәндәр.

Ауылда, алда әйтелгәнсә, клуб, китапхана юҡ. Аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла күсмә китапхана ойошторолһон ине тигән теләктә ғүмәрҙәр. Халыҡ уҡырға ярата, әммә һәр китап артынан Яратҡа йөрөп булмай бит. Таш сығарғандарҙың артынан соҡорҙар, карьерҙар ҡалыуы ла борсой ғүмәрҙәрҙе – был ауыл тәбиғәтенә ҙур зыян килтерә.

Нисек кенә булмаһын, тыуған яғының, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй бында халыҡ. Тырыш, уңған, дәртле, йыр-моңға маһир улар. Шуға ла ғаиләләр үҙ-ара татыу, ныҡлы, балалар ишле, ашлы. Әйткәндәй, дәртле, сәмле ғүмәрҙәр быйыл районда ойошторолған “Сәләмәт ауыл” конкурсында ҡатнаша, еңеүгә ҙур өмөт бағлай. Бындағы бар саралар ҙа айыҡ йәшәү рәүешен, спортты пропагандалауға ҡорола. Яраттар менән бергә футбол уйыны үткәрһендәрме, сәкән һуҡһындармы, балыҡ ҡармаҡлаһындармы, велосипедта йөрөһөндәрме – барыһы ла сәләмәт тормошҡа бер аҙым булып тора. Ауылдың дәртле ойоштороусыһы, әйҙәүсеһе Миңзәлә Үҙәнбаева етәкселегендә үткән һәр сара, уларҙа ауыл халҡының ихлас ҡатнашыуы хуплауға, маҡтауға лайыҡ.

Бына, яҙғандарыбыҙға ҡеүәт өҫтәп, урам буйлап бер төркөм малайҙар велосипедта уҙҙы... Улар артынан өлкән йәштәге Рәхимйән Тләүсин дә шәп-шәп үтеп китте... Эйе, бер тапҡыр бирелгән ғүмерҙе һәр кем ғүмәрҙәр кеүек баһалай белһә, лайыҡлы йәшәргә тырышһа, тормош ни тиклем матур, мәғәнәле, бәхетле булыр ине!

Голландский дворик



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Шишмә кеүек

Шишмә кеүек 23.10.2018 // Йәмғиәт

Моңо бар кеше илһамланмай сыҙай алмаҫ. Ғәли Ильясов – шишмә кеүек ҡыҫҡа, ләкин яҡты, сағыу тормош...

Тотош уҡырға 0

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Аталы кеше – арҡалы” тигән әйтемде күп тапҡыр ишеткәнегеҙ барҙыр. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын...

Тотош уҡырға 12

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Кисермәҫлек хата яһағанымды аңланым...” Ауылда тыныс ҡына, үҙ яйы менән һәүетемсә донъя көткән...

Тотош уҡырға 13

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…”

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…” 23.10.2018 // Йәмғиәт

Ололарҙың фатихаһын алыуға ни етә?! Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре тураһында ниндәй генә әҫәрҙәр...

Тотош уҡырға 19

Һалдатҡа китә егеттәр...

Һалдатҡа китә егеттәр... 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Республика хәрби комиссариаттарында иҫәптә торған дүрт хеҙмәткә саҡырылыусы олимпия спорт төрө...

Тотош уҡырға 23

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?”

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?” 22.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров пассажирҙар ташыуҙың хәүефһеҙлеге...

Тотош уҡырға 54

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы 22.10.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡтағы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә быйыл тыуған 500-сө сабыйға тыуыу тураһында...

Тотош уҡырға 39

Йәштәр был программаны беләме?

Йәштәр был программаны беләме? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләү алыуға сертификат...

Тотош уҡырға 129

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы?

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡаланың Үҙәк мәҙәниәт һарайы янындағы сквер халыҡтың иң яратҡан урынына әйләнгән. “Заманса ҡала...

Тотош уҡырға 59

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк?

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк? 19.10.2018 // Йәмғиәт

2018 – 2019 йылдарға “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә....

Тотош уҡырға 18

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ!

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ! 19.10.2018 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә булған Керчь фажиғәһе йәмәғәтселекте тетрәткән иң аяныслы хәлдәрҙең береһе булып...

Тотош уҡырға 21

Барҙа башҡорттары – Өфөлә

Барҙа башҡорттары – Өфөлә 19.10.2018 // Йәмғиәт

Пермь крайының Барҙа районы башҡорттары Өфөгә экскурсияға килеп ҡайтты. Урындағы ҡоролтай етәксеһе...

Тотош уҡырға 47