Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кәйефте нимә күтәрә: яңы кейемме, әллә...”
Рүзилә Йәмилева нисек осһоҙ ял итеп булыуы хаҡында һөйләй.

– Беренсе сәйәхәтем Америка Ҡушма Штаттарына “Word in Travel” программаһына ярашлы булды, унан алда, ысынын әйткәндә, Башҡортостан, Рәсәй буйлап бөтөнләй бер ҡайҙа ла йөрөмәнем. Америкала бер юлы эшләнем дә, сәйәхәт тә иттем. Хәҙер уйлайым да, тәжрибәһе булмаған 19 йәшлек ҡыҙ өсөн был ҙур, ҡыйыу аҙым булған, нисек ҡурҡманым икән, тип ғәжәпләнәм.

Көнсығыш яғынан башҡа бөтөн Европаны гиҙеп үттем, тип әйтеп була, АҠШ-та һәм ярат­ҡан Италиямда хатта өсәр тапҡыр булдым, һуңғыһында законлы никахымды үткәрҙек. Быларҙан тыш, Һиндостанды, Төркиәне, Израилде күрҙем.

Сәйәхәт ваҡытында ҡыйыны ла, ҡыҙығы ла осрай – хәл-ваҡиғалар алдан ҡоролған план буйынса бармай. Ҡайһы саҡ көтөлмәгән ыңғай күренештәргә юлығаһың, шулай уҡ ығы-зығы, мәшәҡәттәр килеп тыуа. Был шөғөлдә иң мөһиме – бар хәлдәргә, шарттарға ҡулайлаша белеү.
Сәйәхәттәрҙең төрлөһө була: күбеһе нисек ашауға, ҡайҙа төн үткәреүгә ҡайтып ҡала. Ҡайһы берҙәре артыҡ сығым да талап итмәй, сөнки юлсы автостоп менән йөрөй, йоҡларға урын каучсерфинг (сәйәхәт иткәндә бушлай төн үткәреү урындарын эҙләү сайты – авт.) аша табыла, йәки арзан мосафирханала туҡтай. Юл хаҡтарына килгәндә лә, даими күҙәтеп, эҙләнеп торғанда, осһоҙ билеттар табырға була.

Әммә бөтәһе лә бер сыбыҡтан ҡыуылмаған бит. Шәхсән үҙемә килгәндә, элек, эйе, ябайыраҡ, әллә ни сығым талап итмәгән сәйәхәт юлын һайлай торғайным. Хәҙер ғаиләм менән сәйәхәт итеү өҫтәмә аҡса талап итә, сөнки бәләкәй бала менән йөрөгәндә уңайлылыҡ беренсе урында тора. Миңә хәҙер егерме туғыҙ йәш, өлкәнәйә барған һайын яҡшы шарттар булыуы ла мөһим.

Хәҙерге заманда ҡайһы бер кешеләр, минеңсә, бигүк кәрәкмәгән әйберҙәргә аҡса түгә: кейем өҫтөнә кейем алалар, ҡиммәтле матурлыҡ салонына йөрөйҙәр. Ҡатын-ҡыҙ булһам да, ундай нәмәләргә иҫем китеп бармай. Теге йәки был осраҡта үҙ-үҙемә иң тәүҙә “был миңә ысын кәрәкме? Ул бәхет килтерәме?” тигән һорау ҡуям. Кәйефте нимә күтәрә: яңы кейемме, әллә сәйәхәткә юлланыумы?

Шулай ҙа арзаныраҡ сәйәхәт итә лә белергә кәрәк, тигән уйҙамын. Бының өсөн тәжрибә мө­һим. Туристик агент­лыҡтарҙан күп сығым түгеп, юллама алырға ла була, шул уҡ мәлдә, ваҡытыңды йәлләмәйенсә, башҡа осһоҙораҡ юлдарҙы эҙләргә, тәжрибәле сәйәхәтселәрҙән һорашып белешергә мөмкин. Беҙ һуңғы тапҡыр бер төркөм булып Америкаға барғанда, сығым шул тиклем аҙ сыҡты, тип әйтергә була. Шул уҡ ваҡытта ике аҙналыҡ сәйәхәт, 4000 саҡрым юл – күрмәгән ер ҡалманы! Ни бары төрлө ысулдарҙы, таныштарҙы, шул урындарҙа төпләнеп йәшәгән милләттәштәребеҙҙе эҙләргә кәрәк.

Сәйәхәт итеү өсөн бер ваҡытта ла махсус уңайлы мәл тыумаясаҡ: йә аҡса, йә ваҡыт юҡ, йә һауа торошо ҡамасаулай, йә ғаилә, йә эш, йә һин артыҡ йәшһең йәки артыҡ ҡартһың... Эске күңел талабыңа ҡолаҡ һалып, үҙ-үҙеңдә, тормошоңда үҙгәрештәр көҫәйһең, насар, кире күренештәрҙән ял итергә теләйһең икән, сәйәхәт ҡылыу өсөн иң ҡулайлы ысул. “Ял итеү” тигәс тә, Төркиә ҡунаҡханаларында тик ятыуҙы аңлатмай был, әлбиттә. Ҡайҙалыр юлланыу өсөн нимәнелер көтөп ятырға кәрәкмәй: ауылыңда йәки ҡалаңда һауа етмәгән һымаҡ булһа, күңелең ашҡынһа, план ҡор, билет ал да – алға. Өс көнгәме, биш көнгәме, бер айғамы, бер йылғамы...

Рүзиләгә сәйәхәт итергә күптән түгел әсәй булыуы ла ҡамасау түгел. Йөклө сағының бишенсе айында ул ире менән Йосемити пар­кындағы тауҙарға менеп, 25 саҡрым юл үтһә, етенсе айҙа иһә бөтөн Корфу утрауын гиҙеп сығалар, йыш тауҙарға менәләр. Бәпестәре донъяға килеп, уға туғыҙ ай тулғас, Башҡорт­остан буйлап сәйәхәткә сығып китәләр.

“Республикабыҙ бик ҙур! Бер иҫтәлекле урындан икенсеһенә барып етеү өсөн генә әллә күпме юл үтер кәрәк, етмәһә, улары ла яҡшы торошта түгел. Шуға ла кескәй баланы машинала китеп барғанда әүрәтеүе әҙерәк ҡыйынға төштө, әммә сәйәхәт үҙе бик оҡшаны”, – ти ҡыйыу әсәй.

Теләгән – сара, теләмәгән һылтау таба, тиҙәрме әле? Миңә ҡалһа, Рүзиләнең был ҡыйыу аҙымы күп ҡатын-ҡыҙға үрнәк булып торалыр, сөнки ҡайһы берәүҙәр ғаиләне, баланы һылтап, дүрт диуарҙа бикләнеп ултыра, үҙен ер-һыу күреү мөмкинлегенән генә түгел, бар хыялдарынан мәхрүм итә...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар

Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар 23.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, һис шикһеҙ, көслө һәм ижади шәхес. Уның “Яҡтыға” трилогияһы...

Тотош уҡырға 0

Шишмә кеүек

Шишмә кеүек 23.10.2018 // Йәмғиәт

Моңо бар кеше илһамланмай сыҙай алмаҫ. Ғәли Ильясов – шишмә кеүек ҡыҫҡа, ләкин яҡты, сағыу тормош...

Тотош уҡырға 0

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Аталы кеше – арҡалы” тигән әйтемде күп тапҡыр ишеткәнегеҙ барҙыр. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын...

Тотош уҡырға 12

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Кисермәҫлек хата яһағанымды аңланым...” Ауылда тыныс ҡына, үҙ яйы менән һәүетемсә донъя көткән...

Тотош уҡырға 13

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…”

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…” 23.10.2018 // Йәмғиәт

Ололарҙың фатихаһын алыуға ни етә?! Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре тураһында ниндәй генә әҫәрҙәр...

Тотош уҡырға 19

Һалдатҡа китә егеттәр...

Һалдатҡа китә егеттәр... 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Республика хәрби комиссариаттарында иҫәптә торған дүрт хеҙмәткә саҡырылыусы олимпия спорт төрө...

Тотош уҡырға 23

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?”

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?” 22.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров пассажирҙар ташыуҙың хәүефһеҙлеге...

Тотош уҡырға 54

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы 22.10.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡтағы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә быйыл тыуған 500-сө сабыйға тыуыу тураһында...

Тотош уҡырға 39

Йәштәр был программаны беләме?

Йәштәр был программаны беләме? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләү алыуға сертификат...

Тотош уҡырға 129

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы?

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡаланың Үҙәк мәҙәниәт һарайы янындағы сквер халыҡтың иң яратҡан урынына әйләнгән. “Заманса ҡала...

Тотош уҡырға 59

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк?

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк? 19.10.2018 // Йәмғиәт

2018 – 2019 йылдарға “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә....

Тотош уҡырға 18

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ!

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ! 19.10.2018 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә булған Керчь фажиғәһе йәмәғәтселекте тетрәткән иң аяныслы хәлдәрҙең береһе булып...

Тотош уҡырға 21