Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Сәйәхәт күңел асыу ғына түгел”
Фатима Янбаева, 15 илде урап сығып та,
Башҡортостанға еткән ерҙе тапманым, ти.

– Ысынлап әйткәндә, беренсе сәйәхәтемде иҫләмәйем. Әсәйем журналист булғас, ул мине бәләкәй сағым­дан Башҡортостандың төрлө райондарына үҙе менән командировка­ларға ала торғайны. Шуға ла бала саҡтан республикабыҙҙың төрлө ерҙәренең хозурлығын күреп үҫтем, һәр райондың үҙенсәлектәре хаҡында яҡшы хәбәр­ҙармын.

Сит илдәргә Мәскәүҙә университетта уҡығанда сәфәр ҡыла башланым. Күңелемдә сәйәхәткә ҙур ҡыҙыҡ­һыныуҙы бер туған апайым һәм еҙнәйем уятты. Саҡ ҡына ял көндәре булһа, теге йәки был ергә билет алып, юлға сыға торғайным.

Күптәр сәйәхәт ҡыуаныс, ләззәт кеүек тойғолар ғына килтерә, тип уйлай. Ә ысынында, шатлыҡҡа өҫтәп, үҙенә күрә көсөргәнеш тә бит ул. Шуға сәйә­хәтсе гелән барыһын да алдан планлаштырып йөрөргә бурыслы. Юлда ғәҙәттән тыш хәлдәр ҙә килеп сыҡҡы­лай: поезға һуңлайһың, кем өсөндөр сит илдә аралашыу ҡыйын бирелә. Сәйәхәт итергә теләгән кеше ныҡ булырға, бирешә һалып бармаҫҡа тейеш. Барыһын да лайыҡлы кисерә белһәң, ләззәт алыуға өлгәшәсәкһең.

Ирем Тәлғәт менән автобусҡа, поезға һуңлаған осраҡтарыбыҙ булды. Был хәл, әйткәндәй, парҙар өсөн үҙ-ара мөнәсәбәт ныҡлығын тикшереү өсөн уңайлы ысул. Ошондай осраҡ­тарҙа бер-береңде тынысландыра белеү мөһим. Үҙенә күрә бер һынау был.

Бөтәһе 15 илде күрергә насип булды. Иң күңелгә ятҡаны – тыуған Башҡортостаным, сөнки күп ерҙәр араһында иң хозур тәбиғәт бары беҙҙә генә. Артабан Американың тәбиғәте күңелгә ятты. Америка тигәс тә, иң тәүҙә бейек-бейек йорттар күҙ алдына баҫа. Ысынында был илдә ҙур, матур милли парктар бик күп. Шуларҙың араһынан Йосемити паркы оҡшаны, ул күләме менән хайран ҡалдыра, ҡаялары бейек, шарлауыҡтары ҙур. Был урын хеҙмәтләндереүҙең яҡшы­лығы йәһәтенән алдыра. Барыһы ла еренә еткереп эшләнгән, бөтә ер ҙә ҡараулы, бөхтә, хатта сүп-сар ташлау оят.

Беҙ бер нисә саҡрым юл үттек. Шарлауыҡтар янындағы баҫҡыстарҙы таштан юнып, ҡалаларҙағы һымаҡ итеп эшләүҙәре таң ҡалдырҙы. Ҡырағай тәбиғәт менән кеше килешеп йәшәй унда. Милли паркта тейендәр күренеп ҡала, боландар рәхәтләнеп йөрөй – кешеләргә өйрәнеп бөткәндәр. Йосемити паркына штаттарҙың үҙенән генә түгел, сит илдәрҙән дә йыш киләләр.

Фатима ире менән был йәйҙә 17 көн эсендә Голландия, Франция, Кипрға сәйәхәт ҡылған, уларҙың маршруты Кельн, Амстердам, Париж, Брюссель, Ларнака ҡалалары аша үткән. Һәр илдә аҙнаға яҡын ваҡыт үткәргән йәш ғаилә! Сәйәхәттең өстән бер өлөшөндә йылға каналындағы карапта йәшәһә­ләр, ҡалғанын улар каучсерфинг ярҙамында бушлай төн үткәр­гәндәр. Бар сәйәхәт дауамында өс тапҡыр ғына ҡунаҡханала булғандар. Быларҙың барыһы ла Фатима менән Тәлғәт өсөн 100 мең һумға төшкән.

Әйткәндәй, күптән түгел берен­сегә әсәй-атай булған йәштәр өсөн сиктәр юҡ, әле улар бәпес менән Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына әүҙем сәфәр ҡыла, хатта бейек тауҙарға күтәрелә. “Афа­рин”дан башҡа ни әйтәһең инде тағы?!.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар

Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар 23.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, һис шикһеҙ, көслө һәм ижади шәхес. Уның “Яҡтыға” трилогияһы...

Тотош уҡырға 25

Шишмә кеүек

Шишмә кеүек 23.10.2018 // Йәмғиәт

Моңо бар кеше илһамланмай сыҙай алмаҫ. Ғәли Ильясов – шишмә кеүек ҡыҫҡа, ләкин яҡты, сағыу тормош...

Тотош уҡырға 31

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Аталы кеше – арҡалы” тигән әйтемде күп тапҡыр ишеткәнегеҙ барҙыр. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын...

Тотош уҡырға 35

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Кисермәҫлек хата яһағанымды аңланым...” Ауылда тыныс ҡына, үҙ яйы менән һәүетемсә донъя көткән...

Тотош уҡырға 47

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…”

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…” 23.10.2018 // Йәмғиәт

Ололарҙың фатихаһын алыуға ни етә?! Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре тураһында ниндәй генә әҫәрҙәр...

Тотош уҡырға 38

Һалдатҡа китә егеттәр...

Һалдатҡа китә егеттәр... 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Республика хәрби комиссариаттарында иҫәптә торған дүрт хеҙмәткә саҡырылыусы олимпия спорт төрө...

Тотош уҡырға 29

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?”

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?” 22.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров пассажирҙар ташыуҙың хәүефһеҙлеге...

Тотош уҡырға 59

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы 22.10.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡтағы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә быйыл тыуған 500-сө сабыйға тыуыу тураһында...

Тотош уҡырға 43

Йәштәр был программаны беләме?

Йәштәр был программаны беләме? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләү алыуға сертификат...

Тотош уҡырға 134

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы?

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡаланың Үҙәк мәҙәниәт һарайы янындағы сквер халыҡтың иң яратҡан урынына әйләнгән. “Заманса ҡала...

Тотош уҡырға 62

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк?

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк? 19.10.2018 // Йәмғиәт

2018 – 2019 йылдарға “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә....

Тотош уҡырға 22

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ!

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ! 19.10.2018 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә булған Керчь фажиғәһе йәмәғәтселекте тетрәткән иң аяныслы хәлдәрҙең береһе булып...

Тотош уҡырға 22