Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бай мираҫ ҡалдырҙы
Башҡортостан гербы авторы Фазлетдин Ислахов ябайлығы, эшһөйәрлеге менән хөрмәт ҡаҙана.

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгәндән һуң “Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символдары тураһында” яңы законға ярашлы, герб һәм гимнға конкурс иғлан ителә. Гербҡа бәйле ижади бәйге өс йыл дауам итә. Унда Башҡортостандан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә рәссамдар ҡатнаша. Барлығы 45 проект тәҡдим ителә. Ҡоролтай депутаттары тауыш биреү юлы менән иң яҡшы эште билдәләй һәм 1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостан Республикаһының яңы дәүләт символикаһы – гербы барлыҡҡа килә. Еңеүсе проекттың авторы ижади йәмәғәтселек араһында ябайлығы, эшһөйәрлеге менән билдәле булған, әммә бер ниндәй ҙә яңғырауыҡлы исемдәр яуламаған Фазлетдин Ислахов була. Кем һуң ул шундай мәртәбәле конкурста еңеп сығыусы рәссам?

Фазлетдин Фәррәх улы Ислахов 1944 йылда Балаҡатай районының Монас ауылында тыуып үҫә. Атаһы рус-япон, Граждандар һуғышында ҡатнаша, әсәһе – ябай колхозсы. Ғаиләлә туғыҙ бала була, әммә шул замандың төрлө ауырлыҡтары, сир-сырхауы арҡаһында өсәүһенең ғүмере сабый саҡта уҡ өҙөлә.

Фазлетдиндең ата-әсәһенең көнкүреше башҡа ауылдашта­рыныҡынан бер яғы менән дә айырылмай: шул уҡ етешмәгән тормош, ризыҡ, кейем-һалым наҡыҫлығы... Әммә малайҙың уҡырға теләге көслө була: башланғыс мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, күрше Яңыбай урта мәктәбенә йөрөп белем эстәй. Йәй буйы колхозда эшләй, бесән әҙерләүгә йөрөй, һыйыр көтә. Уҡыуҙы тамамлағас, һүрәт төшөрөү оҫталығы менән танылған егетте мәктәп директоры саҡырта һәм рәсем, һыҙма дәрестәре уҡытыусы­һы, бер үк ваҡытта лаборант булып эшләргә тәҡдим итә. Фазлетдин, әлбиттә, уйлап та тормай ризалаша. Бер йыл эшләгәс, артабан белем алыу теләге уны Өфө сәнғәт учи­лищеһының һынлы сәнғәт факультетына алып килә. Бер йылдан әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Унда ла ярат­ҡан шөғөлөн ташламай: хәрби бу­рыстарҙан буш ваҡыттарында Ленин бүлмәһен биҙәй, әҙерлек май­ҙансығында бөйөк полководец­тарҙың портреттары серияһын эшләп ҡуя.

Әрменән һуң уҡыуын дауам итеп, ҡулына диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Баймаҡ халыҡ театрына рәссам булып бара. Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы алдынан бөтә ойошмаларға күпләп плакаттар, лозунгтар эшләргә ҡушыла. Йәш белгес Фазлетдин Ислаховтың тырыш­лығы менән бурыс ваҡытында еренә еткереп үтәлә, ә рәссам бөтә Баймаҡ төбәгендә билдәлелек яулай. Уны 39-сы дәүләт һөнәри-техник учили­ще­һына уҡытырға саҡы­ралар, өс бүлмәле фатир бирәләр, Горький (хәҙерге – Түбәнге Новгород) ҡала­һындағы Бөтә союз инс­титутына белемен камиллаш­тырырға йүнәл­тәләр.

Әммә йәш ижадсының күңеле юғары мәҙәниәт, таланттар үҙәге булған Өфөгә тартыла, һәм ул баш ҡалаға күсергә ҡарар итә. Башта Шакшалағы протез һәм керамика за­водтарында эшләп ала. Артабан 13 йыл ғүмерен кино сәнғәтенә арнай: “Родина” һәм “Искра” кино­театр­ҙарында афишалар яһау оҫтаһы булып таныла. Эш ҡат­мар­лы, һәр ваҡыт ашығыс. Артистарҙың портреттарын тормоштағына оҡшатып төшөрөргә, яңы шрифттар уйлап табырға тырыша, сөнки уның эштәрен ябай тамашасы ғына түгел, юғары мәҙәни кимәлгә эйә рәссам­дар, сәнғәт әһелдәре, етәкселәр ҙә баһалай бит. Өфө халҡы “Родина” кинотеатрына ингән ерҙәге 3,5-кә 3,5 метр ҙурлыҡтағы ике реклама щитын әле лә хәтерләйҙер, моғайын. Фильм алмашынһа, элекке афишаны йыуып, аҡбур һәм елем ярҙамында нигеҙ әҙерләп, тиҙ арала яңыһын эшләү бурысы ҡуйыла Фазлетдингә. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем буяуҙарына, аҡбурға мансы­лып бөтә. Бынан тыш кинотеатрҙың үҙендә фотокүргәҙ­мәне даими яңыртыу, 10-15 дана бәләкәй афиша эшләп, ҡала буйынса таратыу, бер нисә урында 6-12 метрлы аншлагтар яҙыу ҙа – рәссам Ислахов иңендә.

Эшһөйәрлеге, хеҙмәтен яратып башҡарыуы, оҫталығы менән хөрмәт ҡаҙана барған Фазлетдинде “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире Абдулла Исмәғилев биҙәлеш мөхәррире итеп саҡыра. Бындағы эш ювелирҙарҙыҡына тиң: бәләкәй генә шрифттар, һүрәттәр ярҙамында баҫманың биттәрен биҙәй, байрам һандарына плакаттар яҙа.

Матур яҙыу оҫтаһы булып таныл­ған Фазлетдин Ислаховҡа партия­ның Өлкә Комитеты, Хөкүмәт, Яҙыу­сылар союзы төрлө эштәр ҡушып ҡына тора: бланктар, танытмалар, маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тултыра. Компьютер техни­ка­һы төшкә лә инмәгән, бөтә нәмә ҡул менән эшләнгән заман була ул. Фазлетдин Фәррәх улы – депутаттар, фән һәм техника буйынса дәүләт премияһы лауреаты, Баш­ҡортостан халыҡ мәғарифының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡорт­остан Респуб­лика­һының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәт­кәре кеүек маҡтаулы исемдәрҙең түшкә таға торған билдәһе, миҙалы авторы.

1992 йылда Фазлетдин Ислахов “Китап” нәшриәтенә баш рәссам булып эшкә күсә. Ҡул аҫтындағы өс хеҙмәткәре менән бихисап китап­тарҙы, уҡыу әсбаптарын биҙәй. Мәғариф министрлығының һорауы буйынса рәссам 56 яҙыусының, 14 халыҡ шағирының, 20-ләп тел ғали­мының портретын яҙа. Был ижад өлгөләре республиканың барлыҡ мәктәптәренә таратыла.

2007 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайынан “Башҡорт­ос­тан Республикаһының тарихи-мәҙәни энциклопедик атласы” нәшер итеүгә әҙерләнә. Фазлетдин Фәррәх улына Аҡ батшаға илсе булып барған ырыу башлыҡтарының, шулай уҡ башҡорт ихтилалдары етәксе­ләренең, халҡыбыҙҙың билдәле хандарының, бейҙәренең портреттарын тергеҙеү бурысы ҡуйыла. Был эштең ни тиклем яуаплы һәм изге булыуын аңлау өсөн ҡайһы бер исемдәрҙе атау ҙа етә: юрматы ырыуы башлығы Тәтегәс бей, меңле­ләр­ҙең Ҡәнзәфәр бейе, үҫәргән­дәрҙең Бикбау бейе, тамъян­дарҙың Шәғәле Шаҡманы, ихтилал баш­лыҡтары – Һары Мәргән, Сәйет, Килмәк Нурушев, Ҡараһаҡал, Батырша һәм башҡалар. Әлбиттә, уларҙың береһенең дә тарихи портреты билдәле булмай. Рәссам Ислахов ырыуҙарҙы антропологик йәһәттән өйрәнергә тотона, Баш­ҡортостан Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары менән берлектә байтаҡ тикшеренеүҙәр уҙғара. Ошо нигеҙҙә XI быуат мәғрифәтсеһе Ҡол Ғәлиҙең, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың портреттарын эшләй.

Үкенескә ҡаршы, Фазлетдин Фәррәх улының ғүмере иртәрәк өҙөлдө: 2016 йылдың апрелендә, 71 йәшендә, ул беҙҙең аранан китте. Әммә халыҡсан рәссам, Башҡорт­остан гербы авторы Фазлетдин Ислахов туған халҡына баһалап бөткөһөҙ бай мираҫ, рухи йәдкәр ҡалдырҙы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар

Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар 23.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, һис шикһеҙ, көслө һәм ижади шәхес. Уның “Яҡтыға” трилогияһы...

Тотош уҡырға 25

Шишмә кеүек

Шишмә кеүек 23.10.2018 // Йәмғиәт

Моңо бар кеше илһамланмай сыҙай алмаҫ. Ғәли Ильясов – шишмә кеүек ҡыҫҡа, ләкин яҡты, сағыу тормош...

Тотош уҡырға 31

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Аталы кеше – арҡалы” тигән әйтемде күп тапҡыр ишеткәнегеҙ барҙыр. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын...

Тотош уҡырға 35

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Кисермәҫлек хата яһағанымды аңланым...” Ауылда тыныс ҡына, үҙ яйы менән һәүетемсә донъя көткән...

Тотош уҡырға 47

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…”

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…” 23.10.2018 // Йәмғиәт

Ололарҙың фатихаһын алыуға ни етә?! Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре тураһында ниндәй генә әҫәрҙәр...

Тотош уҡырға 38

Һалдатҡа китә егеттәр...

Һалдатҡа китә егеттәр... 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Республика хәрби комиссариаттарында иҫәптә торған дүрт хеҙмәткә саҡырылыусы олимпия спорт төрө...

Тотош уҡырға 29

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?”

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?” 22.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров пассажирҙар ташыуҙың хәүефһеҙлеге...

Тотош уҡырға 59

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы 22.10.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡтағы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә быйыл тыуған 500-сө сабыйға тыуыу тураһында...

Тотош уҡырға 43

Йәштәр был программаны беләме?

Йәштәр был программаны беләме? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләү алыуға сертификат...

Тотош уҡырға 134

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы?

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡаланың Үҙәк мәҙәниәт һарайы янындағы сквер халыҡтың иң яратҡан урынына әйләнгән. “Заманса ҡала...

Тотош уҡырға 62

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк?

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк? 19.10.2018 // Йәмғиәт

2018 – 2019 йылдарға “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә....

Тотош уҡырға 22

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ!

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ! 19.10.2018 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә булған Керчь фажиғәһе йәмәғәтселекте тетрәткән иң аяныслы хәлдәрҙең береһе булып...

Тотош уҡырға 22