Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рөстәм Хәмитов: “Тыуған ер яҙмышы өсөн беҙ яуаплы”
Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов яҡташтарыбыҙҙы оло байрам менән ҡотланы.

Электән килгән матур йола буйынса, күренекле ваҡиға алдынан башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, республика хеҙмәтсәндәренең ҡаҙаныштары билдә­ләнде. Ил яҙмышын күп яҡлап хәл иткән быйылғы йылда республика иҡтиса­дының тотороҡло үҫешен күҙәттек. Хәҙер тулайым төбәк продукты 1,5 триллион һум тәшкил итә. Бюджет системаһының тотороҡлоғо, һалым сәйәсәтенең тәьҫирлеге буйынса ла алдынғылар рәтендәбеҙ.

– Тупланған бюджет килеме һигеҙ айҙа 160 миллиард һумға тиерлек етте, был үткән йылдағы кимәлдән 30 про­центҡа юғары, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бындай ыңғай үҫеш бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәргә, иҡтисад тармаҡ­тарын субсидиялар менән тулы кимәлдә тәьмин итергә, муниципалитеттарға таяныс булырға мөмкинлек бирә.

Республика Башлығы әйтеүенсә, һигеҙ ай эсендә төбәк ойошмаларының тауар һәм хеҙмәттәр күләме 12 процентҡа тиерлек артҡан, транспорттағы йөк әйләнеше яҡшырған. Инвестиция сәйәсәтенең уңышлы алып барылыуы һуңғы ике йылда моноҡалалар иҡтиса­дына 27 миллиард һум аҡса йәлеп итергә мөмкинлек биргән, өҫтәүенә 10 меңдән ашыу яңы эш урындары барлыҡҡа килгән. Әле “Газпром нефтехим Салауат” майҙансыҡтарында миллиардтарса һумдарға төшкән проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. Бөтәһен дә телгә алып тормайынса, бары киләһе йылда илдә тәүге суперабсорбент производ­ствоһының тап ошонда төҙөләсәген әйтеп китеү ҙә урынлы булыр.

Йылдан-йыл агросәнәғәт комплек­сының аҙымдары баҙыҡлана, уңыштары тосораҡ була бара. Быйыл иген уңышының өс миллион тоннанан артыуы ватандаштарыбыҙҙы һөйөндөрҙө. Эре проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы, мәҫәлән, Ауырғазы районында өс миллиард һумлыҡ һөтсөлөк комплексының төҙөлөүе, киләсәккә ышанысты арт­тыра.

Торлаҡ төҙөү күләме буйынса Башҡортостан һуңғы биш йылда иң алдынғы төбәктәр рәтендә. Бюджеттың 80 процентҡа яҡын өлөшө йыл һайын социаль мәсьәләләрҙе үтәүгә йүнәлтелә. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәй Президентының бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға ҡағылған “май” указдары тулыһынса үтәлгән. Бөгөн республикала уртаса айлыҡ эш хаҡының 32 мең һумдан ашыуы, ә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме йәшәү минимумы менән тиңләшеүе тормош сифатының яҡшыра барыуына ишаралай.

– Былтыр республиканың социаль өлкәһенә 43,5 миллиард һум һалынды. Уның күләме буйынса беҙ илдә – һигеҙенсе һәм Волга буйы федераль округында – беренсе, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов яҡташтарыбыҙҙы оло байрам менән ҡотланы.

Электән килгән матур йола буйынса күренекле ваҡиға алдынан башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, республика хеҙмәтсәндәренең ҡаҙаныштары билдәләнде. Ил яҙмышын күп яҡлап хәл иткән быйылғы йылда республика иҡтисадының тотороҡло үҫешен күҙәттек. Хәҙер тулайым төбәк продукты 1,5 триллион һум тәшкил итә. Бюджет системаһының тотороҡлоғо, һалым сәйәсәтенең тәьҫирлеге буйынса ла алдынғылар рәтендәбеҙ.

— Тупланған бюджет килеме һигеҙ айҙа 160 миллиард һумға тиерлек етте, был үткән йылдағы кимәлдән 30 процентҡа юғары, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бындай ыңғай үҫеш бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәргә, иҡтисад тармаҡтарын субсидиялар менән тулы кимәлдә тәьмин итергә, муниципалитеттарға таяныс булырға мөмкинлек бирә.

Республика Башлығы әйтеүенсә, һигеҙ ай эсендә төбәк ойошмаларының тауар һәм хеҙмәттәр күләме 12 процентҡа тиерлек артҡан, транспорттағы йөк әйләнеше яҡшырған. Инвестиция сәйәсәтенең уңышлы алып барылыуы һуңғы ике йылда моноҡалалар иҡтисадына 27 миллиард һум аҡса йәлеп итергә мөмкинлек биргән, өҫтәүенә 10 меңдән ашыу яңы эш урындары барлыҡҡа килгән. Әле “Газпром нефтехим Салауат” майҙансыҡтарында миллиардтарса һумдарға төшкән проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. Бөтәһен дә телгә алып тормайынса, бары киләһе йылда илдә тәүге суперабсорбент производствоһының тап ошонда төҙөләсәген әйтеп китеү ҙә урынлы булыр.

Йылдан-йыл агросәнәғәт комплексының аҙымдары баҙыҡлана, уңыштары тосораҡ була бара. Быйыл иген уңышының өс миллион тоннанан артыуы ватандаштарыбыҙҙы һөйөндөрҙө, эре проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы, мәҫәлән, Ауырғазы районында өс миллиард һумлыҡ һөтсөлөк комплексының төҙөлөүе, киләсәккә ышанысты арттыра.

Торлаҡ төҙөү күләме буйынса Башҡортостан һуңғы биш йылда иң алдынғы төбәктәр рәтендә. Бюджеттың 80 процентҡа яҡын өлөшө йыл һайын социаль мәсьәләләрҙе үтәүгә йүнәлтелә. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәй Президентының бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға ҡағылған “май” указдары тулыһынса үтәлгән. Бөгөн республикала уртаса айлыҡ эш хаҡының 32 мең һумдан ашыуы, ә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме йәшәү минимумы менән тиңләшеүе тормош сифатының яҡшыра барыуына ишаралай.

— Былтыр республиканың социаль өлкәһенә 43,5 миллиард һум һалынды. Уның күләме буйынса беҙ илдә — һигеҙенсе һәм Волга буйы федераль округында — беренсе, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү стратегик бурыстар рәтендә. Уның матди-техник базаһын нығытыу өҙлөкһөҙ дауам итеүенә ҡарамаҫтан, был тәңгәлдә тормошҡа ашыраһы эштәр ҙә байтаҡ. Демографик хәлдең тотороҡланыуы, ҡайһы бер социаль әһәмиәтле сирҙәр буйынса үлем осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. Көтөлгән ғүмер оҙайлылығы 72 йыл тәшкил итте.

Төбәк Башлығы мәҙәниәт, туризм һәм спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы, яҡшы башланғыстарҙы барлағандан һуң йыйылышта ҡатнашыусыларҙың иғтибарын алдағы йылда билдәләнәсәк тарихи ваҡиғаға йүнәлтте.

— Киләһе йыл беҙҙең өсөн тарихи ваҡиға — республика төҙөлөүенең 100 йыллығы билдәләнә. Был дата бөтәбеҙгә ҡәҙерле. Уның беҙҙең йәмғиәтебеҙҙе тағы ла нығыраҡ тупларына, бай традицияларыбыҙға таянып, яңы офоҡтарға ҡыйыуыраҡ йүнәлергә ярҙам итеренә ышанам, — тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.

Эйе, 2019 йыл иҫтәлекле ваҡиғалары, күркәм юбилейҙары, матур саралары менән халҡыбыҙҙы ҡыуандырасаҡ әле: Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бер быуатлыҡ юбилейҙары, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 80 йыллығы һәм башҡа мөһим байрамдар тарихта яңы биттәр ҡалдырасаҡ.

— Беҙҙең дөйөм маҡсатыбыҙ бер: Башҡортостандың һәм уның күп милләтле халҡының сәскә атыуы. Республикала йәшәгән һәр кем — уның өмөтө һәм терәге. Беҙгә бергә ныҡлы заманса иҡтисад төҙөүҙе, ҡала һәм ауылдарҙа тормош сифатын күтәреүҙе, талантлы йәштәрҙе үҫтереүҙе, яҡшы традицияларҙы, тыныслыҡты һәм халыҡтар араһындағы татыулыҡты һаҡлауҙы дауам итергә кәрәк, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар

Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар 23.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, һис шикһеҙ, көслө һәм ижади шәхес. Уның “Яҡтыға” трилогияһы...

Тотош уҡырға 25

Шишмә кеүек

Шишмә кеүек 23.10.2018 // Йәмғиәт

Моңо бар кеше илһамланмай сыҙай алмаҫ. Ғәли Ильясов – шишмә кеүек ҡыҫҡа, ләкин яҡты, сағыу тормош...

Тотош уҡырға 31

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Аталы кеше – арҡалы” тигән әйтемде күп тапҡыр ишеткәнегеҙ барҙыр. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын...

Тотош уҡырға 34

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Кисермәҫлек хата яһағанымды аңланым...” Ауылда тыныс ҡына, үҙ яйы менән һәүетемсә донъя көткән...

Тотош уҡырға 44

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…”

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…” 23.10.2018 // Йәмғиәт

Ололарҙың фатихаһын алыуға ни етә?! Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре тураһында ниндәй генә әҫәрҙәр...

Тотош уҡырға 38

Һалдатҡа китә егеттәр...

Һалдатҡа китә егеттәр... 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Республика хәрби комиссариаттарында иҫәптә торған дүрт хеҙмәткә саҡырылыусы олимпия спорт төрө...

Тотош уҡырға 29

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?”

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?” 22.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров пассажирҙар ташыуҙың хәүефһеҙлеге...

Тотош уҡырға 58

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы 22.10.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡтағы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә быйыл тыуған 500-сө сабыйға тыуыу тураһында...

Тотош уҡырға 43

Йәштәр был программаны беләме?

Йәштәр был программаны беләме? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләү алыуға сертификат...

Тотош уҡырға 133

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы?

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡаланың Үҙәк мәҙәниәт һарайы янындағы сквер халыҡтың иң яратҡан урынына әйләнгән. “Заманса ҡала...

Тотош уҡырға 62

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк?

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк? 19.10.2018 // Йәмғиәт

2018 – 2019 йылдарға “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә....

Тотош уҡырға 20

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ!

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ! 19.10.2018 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә булған Керчь фажиғәһе йәмәғәтселекте тетрәткән иң аяныслы хәлдәрҙең береһе булып...

Тотош уҡырға 22