Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя тотҡаһы – ҡатын-ҡыҙҙа
Эргәңдә яҡын кешең булһа, ҡайҙа ла йәшәүе еңел.

Бөгөн ауыл тормошоноң тотҡаһы башлыса ҡатын-ҡыҙ ҡулында, тип ҡыйыу әйтергә була. Бының менән ир-егеттәребеҙҙең әһәмиәтен һис кенә лә кәмһетке килмәй, уларһыҙ донъя, һис шикһеҙ, алға бармаҫ ине. Ә шулай ҙа һуңғы ваҡыт ҡайһы ғына өлкәне алма, унда күпселек ҡатын-ҡыҙ әүҙемлек күрһәтә.

Ағинәйҙәр мәктәбе гөрләй

Ауылда йәшәү – үҙе бер батырлыҡ. Донъяла бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙың дүрттән бер өлөшөнән ашыуы ауыл ерҙәрендә ғүмер итә. Ҡала халҡын аҙыҡ-түлек, йәшелсә, еләк-емеш менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә улар ҡулына ҡалдырылған. Улар етештергән ит, һөт, икмәк һәм башҡа төр аҙыҡ-түлек менән баҙар кәштәләре көн дә тулып тора. Ошо ысынбарлыҡ ҡына ла ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының хеҙмәт ҡаһарманлығы тураһында һөйләй. Бынан тыш, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йорт хужалығы мәшәҡәттәре, ғаилә ҡарау хәстәрлектәре менән дә мәшғүлдәр. Әсәлек наҙы, ҡатын-ҡыҙҙың йылы ҡулдары ғына ҡот бирә һәр йортҡа.

Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары йәки ағинәйҙәр әүҙем эшмәкәрлек алып барған урындарҙа, хатта иң төпкөл ауыл ерендә лә тормош ҡайнай. Ниндәй генә саралар, байрамдар уҙғармай улар, бер генә мөһим ваҡиға, дата ла билдәләнмәй ҡалмай. Онотолоп барған йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, милли традицияларыбыҙға таянып, йәш быуынды тәрбиәләүгә һалған өлөштәре баһалап бөткөһөҙ.

Бөгөн ғаилә институтының нигеҙҙәрен нығытыу фарыз. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгән йәш ғаиләләргә ауырға тура килә – эш, торлаҡ булмауы, матди ауырлыҡ арҡаһында күп парҙар тарҡала. Һәм бында ла абруйлы ағинәй һүҙе, кәңәше кәрәк. Имен булмаған ғаиләләр, эскән кешеләр менән эшләүҙә, ауыл проблемаларын хәл итеүҙә уларҙың тырышлығы бик ҙур.

Заман технологияларын үҙләштереп, интернет селтәрендә лә ҡыйыу гиҙә ауыл ҡатындары. Социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәре­нең тәжрибәләре менән уртаҡлаша, бәхәс ҡора, яңы һөнәр үҙләштерә. Әйткәндәй, спорт менән дә дуҫ улар: күп урындарҙа ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре секциялар асып, әхирәттәре менән күнекмәләр уҙғара. Бынан тыш, һуңғы ваҡытта олоһо ла, кесеһе лә скандинав йөрөшө менән мауыға башлаған.

Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та бала саҡ

Учалы районының Сораман ауылында йәшәгән Зөбәйҙә Ҡәләмова – тап шундай замандаштарыбыҙҙың береһе. Лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, өс баһадир тәрбиәләп үҫтереп, хаҡлы ялда булһа ла, бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырмай ул. Ауыл, район, хатта республика кимәлендәге төрлө сараларҙа даими ҡатнашып, тулы ҡанлы тормошта йәшәй.

Зөбәйҙә Ҡәләмова Иҫтамғол ауылында биш балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһы Ғилметдин Шакир улы тирә-яҡта алтын ҡуллы оҫта булараҡ танылыу таба. Насар күрһә лә, ат санаһы, эш ҡоралдары, өҫтәл, ултырғыс кеүек йорт йыһазы эшләп, халыҡты ҡыуандыра ул.

– Атайым тирәһенә олораҡ бабайҙар йыйылып, тарих, ауылыбыҙ шәжәрәһе тураһында әңгәмә ҡора ине, мин шуларҙың бәхәсләшә-бәхәсләшә һөйләш­кәнен тыңларға ярата торғайным. Һәр мәғлүмәтте иҫемдә ҡалдырырға тырыштым, – тип иҫләй бала сағын Зөбәйҙә Ҡәләмова.

Әсәһе Хәдижә Ибраһим ҡыҙы колхозда миҙгелле эштәрҙә йөрөй, өҫтәүенә бәйләү-сигеү оҫтаһы ла була. Ғаиләләге биш бала кесе йәштән ата-әсәһенә оҡшап эшкә өйрәнеп, егәрле булып үҫә, уҡыуҙа ла һынатмай.

Һәүетемсә генә йәшәп ятҡандарында оло ҡайғы килә – ҡаты ауырып, 49 йәшендә генә әсә кеше гүр эйәһе була.

Мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ Сибай педучилищеһына уҡырға инә. Үҙенән кесе ике туғанын да үҙе менән алып китеп, интернатҡа урынлаштыра. Баҫалҡы, әммә тырыш ҡыҙ, теүәл фәндәр ауырыраҡ бирелһә лә, һынатмай – яҡшы өлгәшә, училище тормошонда әүҙем ҡатнаша, туғандарын да гел хәстәрләп тора.

Маҡсаттар бер булһа, тормош та алға бара

Уҡыу йортон тамамлағас, дипломлы белгесте Сораман ауылына эшкә йүнәлтәләр. Ошонда тап итә лә инде ул ғүмерлек мөхәббәте Зиннурҙы. Армиянан ҡайтып, хужалыҡта эшләп йөрөгән егет үҙенең мәҙәнилеге, гармунда уйнап, матур йырлауы менән әсир итә йәш уҡытыусыны. Егет тә һылыу ҡыҙҙы бер күреүҙә оҡшата. Бер-ике ай дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр яҙмыштарын бәйләй.

– Зиннур миңә эшемдә ҙур ярҙам күрһәтә ине, кластан тыш сараларҙы, концерт-байрамдарҙы музыкаль яҡтан биҙәште. Балалар менән тиҙ уртаҡ тел таба белгән кеше мотлаҡ уҡытыусы булып эшләргә тейеш, тип мин уны артабан уҡырға өгөтләнем. Ул да күңеле төпкөлөндә күптән шул хыял менән янған икән, шул уҡ йылда Белорет педагогия училищеһына уҡырға инде, мин дә юғары белем алыу ниәтенән ситтән тороп БДУ-ның филология факультетына документтарымды тапшырҙым, – тип иҫләй йәш сағын әңгәмәсем.

Тырышҡан маҡсатына ирешә инде, икеһе лә бер нимәгә ҡарамай, уңышлы уҡып бөтә, йәш йөрәктәрҙең хистәрен араларҙың алыҫлығы ла, ял көндәрендә генә бер-береңде күреү ҙә һыуытмай. Ғаиләгә йәм өҫтәп, тәүге улдары Замир донъяға килә.

Ҡәләмовтар йүнәлтмә буйынса Һәйтәк, Ахун мәктәптәрендә уҡытып ала, унда ла үҙҙәрен тырыш, грамоталы белгестәр итеп таныта.

– Тыуған тупраҡ үҙенә тарта инде. Ҡәйнәм мәрхүм булғас, ҡайным яңғыҙ интекмәһен тип, 1984 йылда Сораманға ҡайтып, мәктәптә эш башланыҡ, – тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем.

Ағаларына иш булып тағы ике баһадир – Илнур менән Илгизәр донъяға килә. Ғаилә тәүҙә мәктәп йортонда йәшәй, һуңғараҡ үҙҙәре кирбестән күркәм йорт һалып сыға.

Хаҡлы ялда йәшәү башлана ғына

Хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡәләмовтар мәктәптә эшләй. Зөбәйҙә Ғилметдин ҡыҙы – башҡорт теле, тарих фәндәренән, Зиннур Шөғәйеп улы тәүҙә башланғыс кластарҙа уҡыта, һуңынан музыка белгесе, директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары була, хаҡлы ялға мәктәп директоры вазифаһынан сыға. Икеһе лә “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән бүләкләнгән, Зөбәйҙә Ҡәләмова – Марат Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты ла.

Бөгөн Ҡәләмовтар ишле мал, ҡош-ҡорт аҫрап, мул баҡса үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә. Улдарының уңыштарына шатланып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, ҡыуаныс кисерә улар.

Әйткәндәй, Ҡәләмовтарҙың өс улы ла бер йылда өйләнә.

– 2006 йылда өс туй үткәрҙек. Бер ҙә аптырап ҡалманыҡ, баҡса тулы емеш-еләк, мал-тыуар, ҡош-ҡорт күп булғас, туйҙарҙы уҙғарыуы әллә ни ауыр булманы. Үҙебеҙҙән артып ҡалған продукцияны Белорет баҙарына алып барып һатып, өҫтәмә килем дә ала инек. Бер осор 300 баш кәбеҫтә ултыртып, тирә-яҡ ауылдарға ла һаттыҡ, – тип йылмая әңгәмәсем.

Зөбәйҙә Ғилметдин ҡыҙы менән Зиннур Шөғәйеп улы әле лә бер ҙә бирешмәй. Бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап, һәр эште кәңәшләшеп, аңлашып йәшәү һөҙөмтәһелер был, тип уйлап ҡуйҙым, уларға ҡарап.

Оҫта ҡуллы ғаилә башлығын “Водоканал” ойошмаһы һыу үткәргестәрҙе хеҙмәтләндереүен һорап эшкә саҡырған, бөгөн ул ауылда һыу тәьминәте өсөн дә яуаплы.

Ә Зөбәйҙә Ғилметдин ҡыҙы бала саҡтан килгән ҡомары – тарих менән ҡыҙыҡһыныуын дауам итә. Ауыл тарихы, аймаҡтарҙың шәжәрәһен өйрәнә ул. Ауылда Тиләү ырыуы музейы ла уның башланғысы менән асыла.

– Тәүҙә мәктәбебеҙҙә тарихи мөйөш кенә бар ине. Уҡыусылар, уҡытыусылар тарафынан йыйылған экспонаттар унда һыймай башлағас, махсус урын кәрәклеге асыҡланды. Коллектив менән ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе профессор Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновҡа мөрәжәғәт иттек. Халҡым, яҡташтарым тип янып йәшәгән кеше күп уйлап торманы – буш торған тыуған йортон музей өсөн файҙаланыуға тапшырҙы, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты әңгәмәсем.

Музейҙы тулыландырыу маҡсатында Зөбәйҙә Ҡәләмова ҙур эш алып бара, республика архивында ла эҙләнә.

– Ауыл, нәҫел-нәсәп, аймаҡ атамалары сығышын төптән өйрәнеү бурысын ҡуйҙыҡ ауылдаштар менән. Ошо маҡсатта, тәүҙә аймаҡ йыйындары, быуындар осрашыуы кеүек йәнле саралар үткәреү традицияға инде, – ти әңгәмәсем.

Эҙәрмән тапҡандарын дәфтәргә теркәп бара, улар йыйылып китә. Күп тә үтмәй, Учалы яҙыусылар ойошмаһы ярҙамында үҙнәшер юлы менән беренсе китабын баҫтыра. Яҙмалары район гәзитендә лә күренә башлай. “Яйыҡ” гәзите ойошторған Хөснә Юлдыбаева премияһына лайыҡ була.
Бөгөн Зөбәйҙә Ғилметдин ҡыҙы – һигеҙ әҙәби-публицистик китап авторы, Учалы Яҙыусылар ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе. Ул әле лә ижади эҙләнеү юлында. Әммә хәҙер элекке кеүек ҡағыҙға яҙмай, компьютерҙа йыя. Хаҡлы ялға сыҡҡас та Зиннур Шөғәйеп улы менән бергәләп заман техникаһын “йүгәнләп”, интернет селтәрендә иркен “йөҙәләр”. Әйткәндәй, Ҡәләмовтар 2016 йылда “Әүҙем быуын” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, махсус грантҡа лайыҡ була һәм ноутбук менән бүләкләнә.

Мәҡәләм геройы сирек быуат йыл элек намаҙға баҫа, ураҙа тота. Уның артынса тормош иптәше лә дингә килә. Икеһе лә спорт менән шөғөлләнә, халыҡ меди­цинаһы менән ҡыҙыҡһына.

Һуңғы ваҡытта Зөбәйҙә Ғилметдин ҡыҙы мөнәжәт ижад итеү менән мауыға. Быйыл Троицк, Сибай ҡалаларында мөнәжәт башҡарыусылар конкурстарында уға етеүсе булмай.

Ауылда абруйлы ханымды күптән түгел ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Республика кимәлендә тәбиғәткә бәйле сара – “Йолоҡ туйы” йолаһын үткәреп, барыһын да хайран итә Сораман ҡатын-ҡыҙҙары. Һәр байрамды, иҫтәлекле ваҡиғаны матур итеп билдәләй улар.
– Берәй ҡасан ауылдан күсеп китеү теләге тыуманымы, ауылда бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға тормош көтөүе ауырға тура килә бит? – тип һорайым әңгәмәсемдән.

– 1996 йылда Учалы ҡалаһында башҡорт лицейы асылғас, икебеҙҙе лә эшкә саҡырғайнылар, тыуған ауылыңды, үҙ ҡулың менән һалған йортоңдо нисек ташлап китәһең – баш тарттыҡ, егәрле кешегә ҡайҙа ла йәшәүе ҡатмарлы түгел, эргәңдә һине аңлап, һәр башланғысыңды хуплап, ярҙам итергә әҙер торған кешең булһа, – тип яуап бирҙе Зөбәйҙә Ғилметдин ҡыҙы.

Илдар КИЛМӨХӘМӘТОВ, Учалы районының Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
– Бөгөн ауыл тормошоноң тотҡаһы, ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ ҡулында, тип әйтер инем. Тормошобоҙ гөрләп торһон өсөн улар көсөн дә, дәртен дә йәлләмәй, әсә лә, ҡатын да, етештереүсе лә, аҡса табыусы ла, йәмәғәт эшмәкәре лә, кәрәк икән – артист та хатта. Мин үҙемдең эшемдә фәҡәт ошондай әүҙем гүзәл зат ярҙамына таянам.

Беҙҙең биләмәлә ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр бөтә йәмәғәт эштәрен ойоштора, теге йәки был сараларҙы үткәрешә, донъяларын да гөлдәй матур тота, экологик өмәләргә сыға, ауыр хәлдәге ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙа, айыҡлыҡ өсөн көрәштә алғы сафта бара. Үҙебеҙҙең “Әхирәттәр” фольклор ансамбле сығыш яһағанда артистарың ары торһон! Ә бит ауыл ерендә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, гел йырлап-бейеп кенә йәшәп тә булмай: донъя көтөргә, мал-тыуар аҫрарға, ғаиләңде тәрбиәләргә кәрәк.

Ауылда астан үлмәйем, етеш йәшәйем тиһәң, барыһын да үҙеңә хәстәрләргә тура килә. Ә бында инде елкә кәрәк. Иртә тороп, һуң ятмаһаң, бөтмөр, тик тормаҫ, өлгөр булмаһаң, ас та тороп ҡалыуың бар. Бәхеткә күрә, ауылдаштарым мул, матур йәшәй.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар

Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар 23.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, һис шикһеҙ, көслө һәм ижади шәхес. Уның “Яҡтыға” трилогияһы...

Тотош уҡырға 25

Шишмә кеүек

Шишмә кеүек 23.10.2018 // Йәмғиәт

Моңо бар кеше илһамланмай сыҙай алмаҫ. Ғәли Ильясов – шишмә кеүек ҡыҫҡа, ләкин яҡты, сағыу тормош...

Тотош уҡырға 31

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Аталы кеше – арҡалы” тигән әйтемде күп тапҡыр ишеткәнегеҙ барҙыр. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын...

Тотош уҡырға 34

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Кисермәҫлек хата яһағанымды аңланым...” Ауылда тыныс ҡына, үҙ яйы менән һәүетемсә донъя көткән...

Тотош уҡырға 44

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…”

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…” 23.10.2018 // Йәмғиәт

Ололарҙың фатихаһын алыуға ни етә?! Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре тураһында ниндәй генә әҫәрҙәр...

Тотош уҡырға 38

Һалдатҡа китә егеттәр...

Һалдатҡа китә егеттәр... 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Республика хәрби комиссариаттарында иҫәптә торған дүрт хеҙмәткә саҡырылыусы олимпия спорт төрө...

Тотош уҡырға 29

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?”

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?” 22.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров пассажирҙар ташыуҙың хәүефһеҙлеге...

Тотош уҡырға 58

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы 22.10.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡтағы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә быйыл тыуған 500-сө сабыйға тыуыу тураһында...

Тотош уҡырға 43

Йәштәр был программаны беләме?

Йәштәр был программаны беләме? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләү алыуға сертификат...

Тотош уҡырға 133

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы?

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡаланың Үҙәк мәҙәниәт һарайы янындағы сквер халыҡтың иң яратҡан урынына әйләнгән. “Заманса ҡала...

Тотош уҡырға 62

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк?

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк? 19.10.2018 // Йәмғиәт

2018 – 2019 йылдарға “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә....

Тотош уҡырға 20

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ!

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ! 19.10.2018 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә булған Керчь фажиғәһе йәмәғәтселекте тетрәткән иң аяныслы хәлдәрҙең береһе булып...

Тотош уҡырға 22