Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙҙең Әсмә апайыбыҙ”
Ете йәшем тулыр-тулмаҫтан атайһыҙ ҡалғас, йәшәү бик ауырлашҡанғалыр инде, әсәйемдән:

— Ниңә беҙ ныҡ ҡыйын йәшәйбеҙ ул? — тип һораным.

— Кеше хәлен аңларға яҡшы булһын өсөн, — тине әсәй. — Гел рәхәттә йәшәһәң, башҡалар башына төшкәнде аңлай алмаҫ инең.
Әсәй әйткәс, дөрөҫтөр, тип уйланым. Бөтә әҙәм кәңәш һорап та, ғариза яҙҙырырға ла уға килә. Уны ауылдың тәүге уҡытыусыһы тиҙәр. Уны, Әсмә Рәхмәтулла ҡыҙы Баймырҙинаны. Мәктәпкә осрашыуҙарға ла саҡыралар. Бөтәһе лә “беҙҙең Әсмә апайыбыҙ” ти.


Бала саҡ хәтере үткер

Мин бишенселә уҡыйым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Мөхәмәт ағай Рәшитов уҡыта ине. Бер ул мине уҡытыусылар бүлмәһенә саҡырҙы:
— Таңсулпан, кер әле.
Абау! Директор ҙа шунда. Ул бүлмәгә тәртип боҙғандарҙы ғына саҡыралар бит. Индем.

— Һиңә бик яуаплы эш ҡушырға торабыҙ. Беҙгә Күсей мәктәбенең тарихы кәрәк. Әсәйең һөйләгәнде матур итеп яҙып алып кил. Бына альбом. — Ул мәктәп балаларының һүрәт эшләү өсөн файҙалана торған ун ике битлек альбомға күрһәтте. — Шуны башҡарып сыға алырһыңмы?
Ҡаушай төшһәм дә, “юҡ” тимәнем.

— Тырышһа, Таңсулпан булдыра ул. Ниңә, шулай бит? — Әминә Фәтих ҡыҙы, рус теле уҡытыусыһы, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырҙы.
Бына шулай итеп мин “Күсей мәктәбенең тарихы”н яҙа башланым.

Ул ҡулъяҙма Советтар Союзы Геройы Тәфтизән Миңлеғолов исемен йөрөткән пионер дружинаһының флагы, борғоһо, барабаны һаҡланған пионерҙар бүлмә­һендә ятты. Үҙемдең хеҙмәт бит, ингән һайын күҙ һалып йөрөйөм. Биттәрен линейка менән һыҙып яҙҙым. Альбом биттәре төҫлө ҡәләмдәр менән семәрләнгән дә. Күрәм: альбом таушалғандан-таушала, иҫкерә. Әсәйемә шул хаҡта әйткәс:
— Тимәк, уҡыйҙар, — тине. — Был — яҡшы!

Етенсе класты тамамлағас, мин киттем. Һигеҙенсене — Сибай мәктәп-интернатында (ул һигеҙ йыллыҡ ине), ә 11-се класты Түбә ҡасабаһында тамамланым.

Бала саҡ хәтере үткер, бер нәмә лә онотолмай. Ул альбом өс йыл буйы бөтөн әҙәмдең күҙ алдында ятты, бер кем килеп әсәйемә:
— Ниңә улай, ниңә былай түгел? — тип әйтмәне. Әсәйем ул тарихты, хәҙерге шикелле, ауылда тотош ике-өс быуын алышынғас түгел, ә үҙенең арҡаҙаштары, фекерҙәштәре, хеҙмәттәштәре иҫән саҡта яҙҙырҙы. (Күҙе насар күреү сәбәпле, үҙ ҡулы менән яҙманы). Бына шулай.

“Әсмә Баймырҙина урамы”

Хәҙер ауылда башлыса әсәйем уҡыусыларының ейәндәре йәшәй. Шулай итеп, уҡыусым, бер аҙға ғына егерменсе, ул дауыллы-йәшенле, утлы-өйөрмәле быуат башына ҡайтып әйләнәйек. Ни өсөн Күсей халҡы элекке мәктәп урамын “Әсмә Баймырҙина урамы” тип йөрөтә? Ни өсөн мәктәптә уға бюст ҡуйылған? Ни өсөн уны ауыл халҡы “тәүге уҡытыусы” тип атай? Гәзит форматы, әлбиттә, хәл-ваҡиғаларҙы йәйелеп тасуирларға мөмкинлек бирмәй. Шулай ҙа кем булған ул Әсмә Баймырҙина? Хәтер ул яңыртҡанды ярата. Әйтергә кәрәк: беҙ — уҡытыусының дүрт балаһы (1930, 1936, 1938, 1947 йылғылар) — иҫән! Аллаға шөкөр, теребеҙ, үҙ хәтеребеҙҙәбеҙ, үҙ аяғыбыҙҙа йөрөп тә ятабыҙ. Иң кеселәренә — миңә — 71, иң олобоҙға 88 йәш! Мин иһә Әсмә Рәхмәтулла ҡыҙы менән 40 йыл бергә йәшәгәс, уның тормош юлы ла, иҫтәлек-хәтирәләре лә яҙмышыма бәйләнеп-уралып барҙы. Ҡыҫҡаһы, Әсмә Баймырҙина 1902 йылдың 20 февралендә Верхнеурал өйәҙе Балҡан ҡасабаһында (“Шағирҙың алтын приискыһында”, М. Ғафури) донъяға килә. Эйе, тап шулай. Күсей ауылына мәсет, мәҙрәсә һалдырған Рәмиевтәр приискыһында.

Ни өсөн тигәндә, Рәхмәтулла Бай­мырҙин, әсәйҙең атаһы, етем ҡалғас, Садиҡ бай уны үҙ тәрбиәһенә ала, уҡыта, утыҙға еткәс, 16 йәшлек Ғәйниямал Әмироваға өйләндерә һәм үҙендә приказчик, управляющий сифатында тота. Юлыҡта йәшәгән саҡтарында өй һалып, башҡа сығара.
Аҙаҡ, Садиҡ уҙаман донъя ҡуйғас, Баймырҙиндар уның улдары Шакир менән Закир Рәмиевтәр ҡайҙа ебәрә, шунда йәшәйҙәр. Һәр хәлдә, әсәйем уларҙың Фирҙәүес, Диләфрүз тигән ҡыҙҙары менән бергә уйнай, бергә уҡый. (Улар хаҡындағы күп иҫтәлектәр миндә һаҡлана, яҙғаным да бар).
Бына шул Балҡан приискыһында Әсмә Баймырҙина башланғыс белем ала. Дини тәғлимәт менән бергә рус теле, география, математика кеүек фәндәрҙе лә үҙләштерә. Ә атаһы, Рәхмәтулла олатай, уҡытыусылар яллап, балаларын өҫтәүенә төрлө һөнәргә өйрәтә. Беренсенән, рус балалары менән аралашып йәшәү, икенсенән, йәшләй рус телен өйрәнеү — бөтәһе лә буласаҡ уҡытыусы өсөн бик кәрәкле һабаҡ булып сыға.

1912 йылда Шакир Рәмиев ауырып китә. Кеше танымай, алышына. Олатай, илдә сыпсыҡ үлмәй, тип ғаиләһе менән Темәскә күсеп килә. Ҡатыны оҫта тегеүсе, аш-һыуға маһир Ғәйниямал, шунда уҡ Темәс халҡының яратҡан, ихтирам иткән үҙ кешеһенә әйләнә. Әле мин 80-се йылдар аҙағында йәмәғәт эштәре менән Темәскә килгәндә: “Һин Ғәйниямал портнойҙың ейәнсәреме ни?” — тип һырып алдылар. Шунда ишеттем уның Өфөлә үткән тәүге Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары конференцияһына Темәстән делегат итеп һайланғанын. Рәхмәтулла олатай бында ла юғалып ҡалмаған: тәү сиратта балаларын уҡырға урынлаштырыу сараһын күргән. Баш балаһын, әсәйемде, Әбүбәкер Хөсәйенов асҡан мәҙрәсәгә илтә (Әбүбәкер олатай үҙе Ғабдулла Саидиҙың шәкерте).

“Әсмә, миңә ясин сыҡ”

— Ҡөрьәнде ете ҡат сыҡтым, — тип һөйләгәне хәтеремдә әсәйемдең. Ғәрәп грамматикаһын да яҡшы белде, ғәрәп телендә һөйләшә лә ала ине. (Үҙем университетта ғәрәп телен өйрәнгәнгә, ғәрәп графикаһының “Әлифба”һын төҙөгәнгә лә быларҙы яҡшы беләм). Һәр хәлдә, революцияны ул ҡәҙимге ныҡлы белемле, буй еткергән һылыу бер ҡыҙ бала сифатында ҡаршылай. Шуға күрә лә Зәки Вәлиди хөкүмәтендә уның эште алып барыусы (ул үҙе делопроизводитель тиер ине) вазифаһын башҡарыуы һис тә ғәжәп түгел. 19-сы йыл. Уға — 17 йәш. Граждандар һуғышы, йот йылдары хаҡында ла күп һөйләне ул миңә. Һәр хәлдә олатайҙың туғыҙ балаһынан өсәү генә иҫән ҡала: Әсмә, Гөлнур, Рәйес. Олатай үҙе лә үлә. Әсәйҙең бер туған ҡустыһы, Барый Баймырҙин, Күгәрсен районының комсомол комитеты секретары, бик тә һөнәрле (рәссам), уҡымышлы кеше була. Барый ағайҙы Темәскә пар аттарҙа арбаға тейәп килтерәләр. Үпкәһе шешкән була. “Әсмә, миңә ясин сыҡ”, — тип үтенә. “Тәҙрәләрҙең ҡорғанын тартып, ишекте бикләп уҡыһам да, кемдер саҡҡан. Йыйылыш йыйып, мине комсомолдан сығарыу мәсьәләһен ҡуйҙылар, нисектер Мортазин ағай ишетеп ҡалып, килеп ҡыҫылды, комсомолда ҡалдырҙы”, — тип һөйләне ул миңә (Мортазин тигәне, ахыры, Муса Мортазин булған)...

Барый ағай, Хөкүмәт кешеһе булғас, ерләүҙе тантаналы шарттарҙа башҡаралар. Өфө комвузынан өс студент практикаға килгән була. Шуның береһенең — Абдрахман Мортазиндың — әсәйемә күҙе төшә. Өйләнә. Уҡыуын бөткәс, үҙе менән Ҡаҙағстанға Аҡтүбәгә алып китә. Әсәйем унда мәктәптә эшләй. Июлә исемле ҡыҙҙары тыуа, ләкин оҙаҡ йәшәмәй.

Шулай бер көн Абдрахман Мортазин:
— Әсмә, миңә лә, һиңә лә уҡырға кәрәк әле. Мин Мәскәүгә “Ҡыҙыл профессура”ға китәм, ә һин Өфөләге рабфакка ин (хәҙерге БДУ-ның башы). Шулай итеп, Әсмә Баймырҙина рабфак студенткаһы булып китә. Әсәйемдең ул заманғы Өфө тормошо хаҡында һөйләгәндәре лә иҫемдә. Әсәй спектаклдәрҙә уйнай, ҡайнап торған баш ҡала тормошо менән йәшәй. Мещандарҙы фашлаған “Синеблузники” хәрәкәтендә ҡатнаша.

Өфөнөң йорттары зәңгәр —
Нисек зәңгәрләгәндәр.
Мещанкалар — биҙәнгәндәр —
Пудра йәлләмәгәндәр, —
тип йырлап урамдарҙан үтә торған булғандар. Йәй көндәре каникулға Абдрахман ағай Мортазин менән (ул Ырымбур өлкәһе Йөҙәй ауылынан) Темәскә ҡайталар. Әйткәндәй, уларҙың туйҙары Темәстә үткән тәүге комсомол туйы була. Икенсегә ҡыҙҙары тыуа — Венера. Әммә ҡәһәрле 30-сы йыл. Мәскәүҙә “Ҡыҙыл профессура” эше” атамаһы аҫтында аҫтыртын репрессия башлана. Абдрахман Мортазин — шул репрессияның тәүге ҡорбандарының береһе. Әсәй бер бала менән тол ҡала.

Ошо ерҙә Әсмә Баймырҙина биография­һының миңә һәм яҡындарына ғына билдәле өлөшө тамам. Ә хәҙер теге “Күсей мәктәбе тарихы”нда үҙе мәктәп өсөн яҙҙырып ҡалдырған ваҡиғаларға күсәйек.

“Мин Күсей ауылына беренсе тапҡыр 1924 йылда шәхси (частный) уҡытыусы сифатында килдем. Мине остазым Әбүбәкир хәҙрәт алып килде. Күсейҙә мәктәп йәки мәҙрәсә ул йылдарҙа юҡ ине, сөнки 1918 йылда асылған совет мәктәбе (совет мәктәбе тип аталһа ла, унда дини тәғлимәт тә уҡытылған) өс-дүрт йыл эшләп ябылған була. 1921 йыл — йот йылы. Икенсенән, шул осорҙа Башҡортостанда “дини-схоластик йүнәлештәге мәҙрәсәләр” тип, бик күп белем усаҡтары ябыла. Байҙар, үҙҙәре түләп, мине балаларын уҡытырға ялланы. Риза булдым. Әсәйем яңғыҙы. Атайым 1921 йылғы йотта туғандар ҡәбере ҡаҙып торған ерендә үлде. 21-се йылда тыуған ҡустым Рәйес бар ҙа йәнә һеңлем Гөлнур. Баймөхәмәтов Мөхәмәтғәленең атайҙа­рында ла, башҡа байҙарҙа ла йәшәнем. Кистәрен, бушағас, хәреф өйрәнергә те­лә­гән башҡа балаларға ла һабаҡ бирҙем. Әммә мине эшкә саҡыр­ҙылар – 25-се йылда Түбә мәктәбендә уҡыта инем инде”.

Ғәрәпсә лә, русса ла белгән мөғәллимә

Әйткәндәй, Әсмә Баймырҙинаның шәхси мөғәллимә сифатында Күсей ауылына килеүе хаҡында Күсей ауылы Мотаһар ағайҙың ҡатыны Нажиә Барый ҡыҙының да һөйләгәне бар...

Әсмә Баймырҙинаны яҡшы белгәс (бер яҡтан шәкерте, икенсе яҡтан Хөкүмәт йортонда эшләп алған кеше), Күсей байҙарының үтенесен шул рәүешле ғәрәпсә лә, русса ла яҡшы белгән мөғәллимәне килтереп ҡәнәғәтләндергән буғай Әбүбәкир олатай. Бәндә теләй — Хоҙай бойора, тиҙәр бит: урау-урау юлдар үтеп, Өфөлә рабфак бөтөп, эш һәм тормош тәжрибәһе туплап өлгөргән, ҡайғы-хәсрәтте лә күп күргән ҡатын 1932/33 уҡыу йылдарында йәнә Күсейгә килә. Ни өсөн? Саҡырылып. Эйе, теге 24-се йыл килгәнендә уны оҡшатып, үҙен тотошона, белеменә, иплелегенә һоҡланып ҡалған күсейҙәр РОНО-ға мөрәжәғәт итеп, уны Совет уҡытыусыһы сифатында Күсей ауылына ҡайтарыуҙы һорайҙар. Теге “Күсей мәктәбе тарихы” альбомында тап шулай яҙылғайны.

“Мин килгәндә мәктәп юҡ ине, – тиелә унда. – Уҡытыу эшен Әбүбәкирова Фати­ханың (Күсей ауылы ҡыҙы. Ленин ордены кавалеры ине) атаһы өйөндә башланым. Парталар юҡ – эскәмйәләр табып кил­тер­ҙек. Дәфтәр юҡ – китап араларын­дағы юлдарҙа яҙабыҙ”.

Эйе, 1974 йылға тиклем мәктәп сифатында файҙаланылған Фазулла хәлфә Рәсүлев йортон беләм. Мин дә, туғандарым да шунда етешәр йыл уҡыныҡ. Мин хатта күберәк тә беләмдер, сөнки, алып ҡалыр кеше булмағас, аяҡҡа баҫҡандан алып шул мәктәптең парталарында көн үткәрҙем. Арыһам, йоҡлап та киттем — табып алып ҡайта торғайнылар. Ләкин 1932/33 уҡыу йылдарында ни өсөн ул мәктәп сифатында файҙаланылмаған? Уныһы миңә ҡараңғы. Артабан альбомда шундай юлдар бар ине: “Район хужаларына яҙып, бина юллай башланыҡ. Ул саҡтағы ауыл Советы бик ярҙам итте. Ауыл халҡы кеме нимә менән булһа ла булышырға тырышты.

Мин көндөҙ балаларҙы (улар ҙа төрлө йәштә ине), кис ололарҙы уҡыттым. Кистәрен спектаклдәр ҡуйҙыҡ. Темәстә, Өфөлә күргән спектаклдәрҙе, үҙем ул ваҡытта уйнағандарҙы хәтеремә төшөр­ҙөм. Ул арала Хизбулла Мөхәмәтҡолов армиянан ҡайтты. Теге саҡ, 24-се йылда, иҙәнгә тире тунын түшәп минән һабаҡ алған үҫмер түгел ине инде ул. Утыҡҡан. Урта Азияла хәрби хеҙмәттә булғас, граждандар һуғышы һурпаһын эскән, сыныҡҡан, партияға ла ингән. 1933 йылдың көҙөндә беҙ өйләнештек. Ләкин бөтәһе лә шыма барманы. Раскулачиваниеларҙың шаңдауы көслө әле, ә мин – совет уҡытыусыһы. Ғариза булһын, “опись имущества” булһын – бөтә ҡағыҙҙы минән яҙҙыралар. Русса ла беләм, ә ауылда минән башҡа русса белгән кеше юҡ”.

Эйе, аңлайым мин әсәйемде. Бик тә кеше йәнле ине ул. Ике ут араһында йәшә­гән инде. Кулак тип Себергә ебәрелгәндәр араһында заманының белемле кешеләре Фазулла хәлфә, Хөснөтдин хәҙрәт кеүек­тәре лә булған бит. Әсәй тормошҡа сыҡҡансы, мәктәп өйөндә йәшәгән. Бер төндө тәҙрәһен алып бысаҡ тотоп һуйырға ла килгәндәр. Бик һуңлап ауыл Советынан ҡайтып килгән кешеләр, һөрәнде ишетеп, ҡотҡарып ҡалғандар. Яңғыҙ йәшәү ҡурҡы­ныс та булғас, артымдан ҡалмай алам тип йөрөгәс тә сыҡтым инде атаңа, үҙемдән йәш булһа ла, тигәне булды әсәйемдең.

Күсей халҡы арбаға күстәнәс тейәп оҙатты

Тотош яҙмыштар ҡыйралған, өмөт-хыялдар сайралған саҡ. Атай менән сәстәрен сәскә бәйләгәнгә тиклем, әсәй каникулдарында Темәскә ҡайтып йөрөй. “Мине ат егеп Темәскә илтеп ҡуйырҙар ине. Күсей халҡы арбаға күстәнәс тейәп оҙатыр булды, ә уҡыусыларым Ирәндекте менгәнсе (10 – 12 саҡрым ер), арба артынан ҡалмай оҙата килер ине”, — тип һөйләгәне иҫтә. Теге “Тарих”ҡа ла ингәйне ул юлдар. 1932 йылда килгәндән һуң ул ҡабат ауылдан китмәй. Киләһе йыл көҙ Хизбулла Мөхәмәтҡоловҡа — беҙҙең атайға — сыҡҡас, 1934 йылда уларҙың Рауил исемле улдары (өс йәшендә ҡыҙылсанан гүр эйәһе була), 1936 йылда Фирҙәүес исемле ҡыҙҙары, йәнә ике йылдан Илдар исемле улдары тыуа. Атай ул саҡта колхоз төҙөү менән мәшғүл. Әсәй бер арала Тоҡтағол ауылы (Күсей ауыл Советына ҡараған, Күсейгә өс саҡрым ғына алыҫлыҡта ятҡан ауыл) мәҙрәсәһе — элекке мәсет — бинаһында ла эшләп ала. Уның Тоҡтағолда эшләгән ваҡытын 1930 йылғы Венера апайым яҡшы хәтерләй. “Беренсе класта Тоҡтағолда уҡыным. Өйөбөҙ Ласынов Әнүәр ағайҙар янында ине. Байрамға концерт ҡуйҙыҡ. Шунан 1 Май байрамына әсәй беҙҙе теҙеп Күсейгә алып китте. Йырҙар йырлап, флаг тотоп барҙыҡ. Минең башымда өләсәй тегеп биргән панама ине.

Ә икенсе класта мин Күсейҙә Зөбәйерова Рәйсә апайҙа уҡыным. 37 бала ине, Венера 38-сеһе булды”, — тигәнен иҫләйем. Уныһы 38-се йыл була инде... Ә бына 94 йәшлек Хәбибә апай Ишморатова (Ласынова): “Мин уҡыуға Тоҡтағолда барҙым. 9 йәш ине миңә. Әсмә апай уҡытты. Сәстәре оҙон, матур ҡатын ине. Башта ул Күсейҙән йөрөп уҡытты. Ул килеп урамдан үттеме — мәктәпкә йүгерәбеҙ. Мин отличница инем”, — тип һөйләй.

Ә Күсей мәктәбе раскулаченный Фазулла хәлфә (уға хөкөм ҡарары 29-сы йылда еренә еткерелә) йортона Иҫәнбәт ауылынан шундай уҡ раскулаченныйҙың өйөн күсереп килтереп, төкәтмә итеп эшләү иҫәбенә төҙөлә. Быны әсәйем әлеге “Тарих”ҡа айырым-асыҡ яҙҙырҙы. “Әсфәндиәр ағай Байрамғолов парталар, таҡта эшләне. Мөхәмәҙиә Юлмөхәмәтов бик әүҙем ярҙам итте. Мәктәптең тәүге техничкаһы Хәбибә апай Игебаева булды. Яңы уҡытыусылар килде. Улар: (һүрәттә) Мостафа Зәйнәғәбдинов, Дауыт Имелбаев, Дамулла Игебаевтар, ә үҙемдең уҡыусыларым Сәкинә Исламғолова менән һеңлем Гөлнур Баймырҙинаны Ырымбурға педтехникумға урынлаштырҙым. Уҡы­тыусы дипломы булған кадрҙар бик тә кәрәк ине”, – ошо юлдар ҙа ап-асыҡ иҫемдә ҡалған. Тағы шул яҙылған ине: “Мәктәпкә күскәс, иҫтәлек булһын тип, тәүге уҡыусыларым менән таш ҡойма менән уратылған баҡсаға ҡарағастар алып килеп ултырт­тыҡ”. Ул ҡарағастар Күсей мәктәбендә уҡығандарҙың ҡайһыһының иҫендә түгел икән? Абдрахман Ғәлләмов, Сәлих Әх­мәтов, Закир Игебаев, Әсмә Игебаева, Бибинур Диярова, Фәйрүзә Игебаева... бик күптәрҙе хәтергә төшөрөр ине әсәй. Тәфтизан Миңлеғоловтың малай сағында уҡ бик теремек, шуҡ, сая булыуы хаҡында һөйләр ине. Атта аяғөҫтө баҫып сабыр ине, тигәне хәтеремдә. Абдулхаҡ Игебаевты һәм уның ағаларын гел йәлләп телгә алды... Ә шағир, фронтовик Батыр Вәлидте әсәй “минең уҡыусым” тине:
— Нисек инде? Һин 1902 йылғы, ә ул — 1905...
— Етем ине ул. Көтөү көттө. Мин уны Тоҡтағолда уҡыттым, — тине.

Дәһшәтле көндәр, ҡараңғы төндәр

“Мәктәп ете йыллыҡҡа әйләнгәс, завлыҡтан (директорлыҡтан) баш тарттым. Мәктәптә балалар һаны күбәйҙе, үҙемдең дә ғаиләм ишле: атайың, әсәйем, өс бала...”

Әммә тормош яйға һалынды, уҡыу-уҡытыу эштәре көйләнде тигәндә, ҡәһәрле һуғыш башлана. Әсәйемдең ире лә, ҡәйнештәре лә, күҙ нурылай күргән уҡыусылары ла (1923 йылда тыуғандарҙың 85 проценты һуғыштан ҡайтмай, ә әсәйҙең уҡыусылары башлыса шулар була бит) яуға китә.

Дәһшәтле көндәр, ҡараңғы төндәр килә ауыл өҫтөнә. Балаларҙың саҡ ҡына үҫкәне — бауыр ҡалҡытҡаны, билен биштән быуып колхозға эшкә сыға. 1937 йыл ете йыллыҡҡа әйләнгән мәктәп йәнә башланғыс булып ҡала. Унда техникум бөтөп ҡайтҡан ауыл ҡыҙы Сәкинә Исламғолова һәм Әсмә Баймырҙина ҡала. Һеңлеһе Гөлнур Баймырҙина был осорҙа Басай ауылында уҡыта. Өлкән класс уҡыусыларының (ул саҡта 5—7-се кластар) хәллерәктәре ете саҡрымда ятҡан Ишбирҙе ауылы (ул саҡта — руднигы) мәктәбенә йөрөп уҡый башлай. Ул саҡта Ишбирҙегә минең өлкән апай Венера ла йөрөп уҡый. “Хәлил Асҡаров, Рәшит Үтәгәнов, Өммөкамал Сәфәрғәлина, Мөбәрәк Исламғолов, Рафиҡ Рәсүлев, Ғәйнетдин Исламғоловтар менән бергә йөрөнөм”, — ти ул. Нисек итһәк иттек, ете йыллыҡ мәктәпте бөткәнгә ҡулға документ алдыҡ. (Аҙаҡ, һуғыш бөткәс, Венера апай шул документ менән Темәс педучилище­һына инә, Ким Әхмәтйәнов, Сәлимә Өмөтбаевалар менән бер төркөмдә уҡый).

Ауыр көндәр килә. Мәктәптә улар өс кенә бөртөк: Сәкинә Исламғолова (уҡытыусы), Хәбибә Игебаева (техничка) һәм Әсмә Баймырҙина (мөдир). Агитация һәм пропаганда эше әле лә, нигеҙҙә, ауылдарҙа уҡытыусы иңендә. Ә ул саҡта төп көс — уҡытыусы. Ауыл Советы йә иһә колхоз идараһы ни ҡыбырлатһа ла — мәктәп кәрәк. Һуғыш йылдарында, фронтовиктарға ойоҡбаш, бейәләй бәйләтеү ҙә, посылка ебәреү ҙә, фронтҡа хат яҙыу ҙа — һәммәһе уҡытыусы елкәһендә булған. Әсәйем һөйләй ине: “Утынды үгеҙ егеп урмандан үҙебеҙ ташыныҡ, үҙебеҙ ҡырҡтыҡ. Өйҙә һыуыҡ, түҙәбеҙ, ә мәктәпкә яғабыҙ. Йәшелсә үҫтерҙек, балаларҙы йылы аш менән тәьмин итергә тырыштыҡ. Байрамдарға концерттар ҙа әҙерләнек. Октябрь, Май байрамдарына докладтар яһаным. Агитация эштәре менән фермаға ла, ырҙынға ла йөрөнөк. Ҡыҫҡаһы, өйгә төнләтмәй ҡайтып инеп булманы. Етмәһә, әле бер, әле икенсе өйгә “ҡара ҡағыҙ” килә. Ҡайҙа ҡайғы, шунда йүгерәһең. Хәлеңсә йыуатаһың...”

Ҡайтып йығылған өйөндә лә хәл шәп булмай әсәйҙең: ирең недоимкаһын түләмәгән тип, яңғыҙ һыйырын алып сығып китәләр. Эшләгән аҡсаһы заем һатып алыуға китә. Алырға мәжбүр итәләр. Балалар асыға. Бары Венера апайым ғына ҡул араһына инерлек була. Атайҙан ҡалған толопто ла, әсәйҙең күн портфелен дә бешереп ашайҙар.

Әсәй атайҙың һалымды түләмәй ҡал­дырған сағы булмауы хаҡында Сталинға хат яҙа. 1943 йылда атай, ҡаты яраланып госпиталдә ятҡандан һуң, бер аҙнаға ялға ҡайта. Бәлки, ҡайтмаған да булыр ине, күрәһең, теге хат кәрәкле еренә барып етә. Шул: уның хөкүмәткә бер тин дә түләүе булмай сыға. Һыйыр бирәләр. Йәйгә быҙаулай, балаларҙың ауыҙы, ниһайәт, һөт-ҡатыҡҡа тейенә (майы — дәүләткә!) Әммә... үрешкә сыҡҡан еренән һыйыр ҡайтмай, уны һуйып, ике тәгәрмәсле ҡул арбаһына тейәп, алып китәләр. Әсәй бурҙарҙы ҡыуып Йылайырға тиклем юл үтә. Теге мосалдәрҙең юлы шунда юғала...

“Иң ҡыйыны дәрескә ас балалар янына барып инеү булды, — тип хәтерләр ине әсәйем. – Саҡ ҡына бойҙай йә арыш булһа, һәр береһенең усына ҡалаҡлап бүлеп һалам. Эстәренә ризыҡ төшһә, күҙҙәренә нур инә балаҡайҙарҙың. Өйҙә шаршау, тауар аталған нәмә ҡалманы — салбарһыҙ йә күлдәкһеҙ уҡыусыларға тегеп бирәм”.

“Эштән кеше үлмәй”

Һуғыш тамамлана. Атай ҡайта. Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиренең миҙал­дары, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены бар ине. Һуғышҡа тиклем ул колхоздың йылҡы­сылыҡ тармағын етәкләй, ике айғыр менән Мәскәүгә ВДНХ-ға барып ҡайта. Һуғыштан һуң бөлгөнлөккә төшкән һыйыр фермаһын етәкләй (сусҡа ла бар ине). Фермаға тәүге типовой мал аҙбары төҙөгәндә, Сәксәй урманында имгәнеп, 1954 йылдың 29 авгусында гүр эйәһе булды атайым. Уның ҡарауы, ике ауылдашын ағас баҫыуҙан ҡотҡарып ҡалды. Йырҙарын, тарихтары менән бергә, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров ағайҙарға яҙҙырып, өйрәтеп өлгөрҙө. “Мин уларға йөҙ йыр яҙҙырҙым!” — тип һөйләр ине атай.

Атай ысын коммунист ине. Үҙе өсөн бер ни һораманы. Әсәй ҙә шулай булды: ире колхоз производствоһында имгәнеп үлһә лә (өс кенә көн ятты), хөкүмәттән пособие юлламаны. Хәтеремдә, уҡытыусы-фронтовик Зәки Ишморатов бер әсәйемдән: “Әсмә апай, ниңә балаларыңа пособие юлламайһың ул?” — тигәс:
— Хөкүмәт һауын һыйыр түгел. Һуғыш бөттө — йәшәрбеҙ, — тине.

Колхоздан да, райондан да һоранып, бит һыуын түгеп йөрөмәне әсәй. Бер ваҡытта ла алдашманы, хәйлә белмәне, ғәйбәт һөйләмәне. Икмәк һалһа (ә ул аш-һыуға ифрат оҫта ине), бөтә күрше-тирәләге ҡарт-ҡороға минән хәйер илттерҙе:
— Йылы икмәктең сауабы ҙур, эҫеләй алып бар, — тиер ине.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, әсәйемдең уҡыусыһы Абдулхаҡ Игебаев радиолағы бер сығышында: “Әсмә Бай­мырҙина бөйөк педагог ине”, — тине. Абдулхаҡ ағай әсәйҙә башланғыс клас­тарҙа, Темәс балалар йортона киткәненсә тиклем уҡыған. Мин әсәйҙә уҡыманым. Әммә әсәйҙең: “Кеше һиңә таш менән атһа, һин аш менән”, “Бала үҙе белеп эшләһен”, “Эштән кеше үлмәй”, – тип әйткәндәре һәр саҡ иҫтә. Ошоно ул беҙгә ныҡ һеңдерҙе. Миңә уның уҡыусыһы, “Әлифба”ның авторы, Ушинский миҙалы кавалеры Абдрахман ағай Ғәлләмовта уҡырға насип итте. Хатта ул беҙҙең төркөмдөң кураторы булды. Үҙенең дәрестәрендә ул Әсмә Баймырҙинаның дәрес биреү методикаһын бик йыш телгә алды. Әсәйемә ҡарата уның ихтирамы бик ҙур ине.

“Был мәктәп ниндәй шарттарҙа ла йәшәргә тейеш!”

Үтә лә баҫалҡы, йыуаш әсәйемдең халыҡ күңеленә юл һалыу сәбәптәрен мин әле лә төшөнөп бөтмәйем. “Әсәй, үҙең әйтә­һең, һин Күсейгә килгәнсе лә уҡы­тыусылар булған, тиһең. Ә ни өсөн һине беренсе уҡытыусы тип йөрөтәләр”, — тип һорағаным да булды. “Әллә инде, — тине, — улар килә-китә торған. Белемдәре лә шул сама булғандыр. Мин китмәнем. Китә алманым. Хатта атайыңды бер түгел, ике мәртәбә Өфө филармонияһына саҡырһа­лар ҙа: “Китһәң, үҙең китәһең, мин бынан бер ҡайҙа ла китмәйем”, — тинем”, тине. Әммә барыбер бер саҡ китеп торҙо ул: мин 1968 йылда БДУ-ға ингәс, Илдар ағайым уны Сибайға үҙенә алып ҡайтты. Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел шул инде. Мин уҡыуҙы бөтөү менән беҙ тағы бергә йәшәй башланыҡ. Башта — Өфөлә, унан — Баймаҡ ҡалаһында, һуңынан — Учалыла. 84 йәшендә, үлем түшәгендә ятҡан сағында, төндә мине үҙ янына саҡырып алды. Кейәүҙе лә торғоҙ, тине. Хәйҙәр өйҙә булмаһа ла:
— Ул эргәлә тора, тыңлай, — тинем.

— Алтын ғына һүҙем бар — әйтеп өлгөрәйем. Мине Күсейгә алып ҡайтығыҙ, атайың ҡашына ерләгеҙ, — тине. Васыятын үтәнек. Улар бергә ята. Әсәйем 1986 йылдың 1 июнендә, Халыҡ-ара балаларҙы ҡурсыу көнөндә, ғәйет һәм оло йома көнөндә иртәнге һигеҙҙә фани донъя менән хушлашты. Үкенесем дә бар. 1983 йылда буғай Күсей ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Хәйҙәр, ике улым, үҙем килдек, һикһәнде үткән әсәйҙе ҡуҙғатманыҡ (машина ла юҡ ине бит!). Шунда килгән халыҡ, баҡһаң, уны көткән.

— Ҡайҙа беҙҙең Әсмә апайыбыҙ?
— Һөйәп ултыртып ҡына булһа ла бер күрер инек.
— Шундай кешене ҡалдырып китерең бармы?

Күп үпкә һүҙҙәре ишеттем халыҡтан. Уға самауыр бүләк иттеләр. Ҡайтҡас, балконда ҡайнатып, шул самауыр сәйен эсер­ҙем уға. Колхоздан да, ауыл Советынан да бер ҡасан, бер тинлек тә ярҙам күрмәһә лә, ул бер кемгә рәнйемәне, бер кем ха­ҡында насар уйламаны.

Бер туған һеңлеһе Гөлнур Баймырҙина Сибай ҡала­һында эшләне, “РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы” тигән маҡтаулы исеме лә булды.

1921 йылғы йотта тыуған Рәйес Бай­мырҙин Баймаҡ Сиҙәм ерҙәр театрының тәүге музыканты була, егерме йәшендә һуғышҡа китеп, иҫән ҡайта, ләкин аҡһай ине. Ул ғүмере буйы Белорет ҡалаһында һуҡырҙарҙы музыкаға өйрәтте. Баймыр­ҙиндар нәҫеле әле лә унда дауам итә.

Былтыр көҙ Күсей ауылының мәҙәниәт йортонда “Күсей феномены” тигән конференция үтте. Уның эшендә ауыл, район хакимиәтендә эшләгәндәрҙән тыш, Өфөнән килеүселәр ҙә ҡатнашты.

Ҡунаҡтар, Күсей мәктәбенә инеп, уның бай тарихын, сағыу шәхестәре хаҡындағы стендтарҙы, иҫтәлекле таҡтаташтарҙы ҡарағандан һуң: “Был мәктәп ниндәй шарттарҙа ла йәшәргә тейеш”, — тине. Һуңғы егерме йылда мәктәпте күрше Хәлил ауылынан (Әбйәлил районы) килгән Ҡунаҡбай Шәриф улы Уйылданов етәкләй. Аллаға шөкөр, эште яҡшы алып бара. Мәктәбебеҙҙе кемгә, хатта абруйлы баш ҡала ҡунаҡтарына күрһәткәндә лә йөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел. Ауылдың төҙөклөгө, сәләмәт рухы өсөн ауыл хакимиәте етәксеһе Сәриә Рәшит ҡыҙы Йыһаншина тырыша. Ҡулынан килгәнде был етәкселәр эшләй, ә юл юҡлығы яндырһа ла, көйҙөрһә лә, улар вәкәләтендә түгел.

Һүҙемде йомғаҡлап, шуны ғына әйтәм: мәктәпте кем булһа ла, ҡасан, нисек булһа ла асҡан. Унда эшләгәндәр бөтәһе лә хәленән килгән тиклем мәғарифты күтәреүгә үҙ өлөшөн индергән. Совет осоронда Фитрат Абдуллинды (ауыр тупрағы еңел булһын) ни өсөн беренсе уҡытыусы тип атамауҙары ла аңлашыла, сөнки, белеүебеҙсә, совет идеологияһы динде инҡар итеүгә ҡоролғайны. Хәҙер, сәйәсәт үҙгәргәс, әлбиттә, ҡараш та, мөнәсәбәт тә үҙгәрҙе. Фитрат апа, һис шикһеҙ, ҡатмарлы юл үткән. Әсәйҙең: “Уның дини тәғлимәте ҙур ул”, — тигәне хәтеремдә.

Бөгөн иң мөһиме — мәктәп ябылмаһын! Районыбыҙҙа ла, ауылыбыҙҙа ла мәктәп йәшәһен, сәскә атһын, ә баҡыйлыҡҡа киткәндәрҙең гүрҙәре яҡты булһын, уҡыған доғаларыбыҙ баш остарына нур булып, аяҡ остарына гөл булып яуһын, күгебеҙ яҡты, тормошобоҙ тыныс булһын.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ”

“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ” 18.12.2018 // Йәмғиәт

Өлфәт МОСТАФИН, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы: [quote]– Бөгөн беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының...

Тотош уҡырға 6

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙҙең күршеләр һәм дуҫтар “Беҙ булдырабыҙ” тип бик дөрөҫ әйтә. Ә мин бында йыйылғандарға: “Беҙ...

Тотош уҡырға 42

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла 18.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Мөрәжәғәтнамә тыңларға килгән Мәсетле районының Түбәнге Бобин...

Тотош уҡырға 34

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ 18.12.2018 // Йәмғиәт

– Балалар менән эшләгән кеше булараҡ миңә ябай, аңлайышлы телмәр яҡын. Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә тере...

Тотош уҡырға 36

Төп капитал – кеше

Төп капитал – кеше 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостан Башлығы...

Тотош уҡырға 25

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш”

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш” 18.12.2018 // Йәмғиәт

[quote]– Сүп-сар сығарыуға үтә ҙур тарифтар билдәләүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Был мәсьәләгә тулыһынса...

Тотош уҡырға 54

Ҡунаҡҡа киләм!

Ҡунаҡҡа киләм! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 66

Аяғүрә баҫып алҡышланылар

Аяғүрә баҫып алҡышланылар 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 189

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа 18.12.2018 // Йәмғиәт

2019 йылда Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк....

Тотош уҡырға 43

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ!

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙ пассажирҙар ташыу тармағында тәртип булдырасаҡбыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 47

Тау башында балҡыһын баш ҡала

Тау башында балҡыһын баш ҡала 18.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 52

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика депутаттарына...

Тотош уҡырға 95