Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Килгәндәр кире китмәй
Оло юлдың, Иҫәнғол һәм Троицк баҙарҙарының яҡынлығы, ерҙәрҙең уңдырышлылығы һәм ул ваҡытта мул һыулы, балыҡҡа бай Үрген йылғаһы ауылдың тиҙ арала ҙурайып китеүенә булышлыҡ итә.

Халҡының абсолют күпселеген крәҫтиәндәр тәшкил иткән батша Рәсәйендә крепостной хоҡуҡ шарттарында күп быуаттар буйы кешеләрҙең күсенеп йөрөүе юҡ иҫәбендә була. Тик 1861 йылдағы реформаларҙан һуң ғына илдең Үҙәк райондарынан Уралға һәм Себергә ерһеҙ ҡалған крәҫтиәндәр араһынан күсенеүселәр һаны ҡырҡа арта. Хөкүмәт үҙе был хәрәкәтте хуплай һәм булышлыҡ итә, сөнки ул илдең иҡтисадын үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһай.


Үргендәрҙең ер мәсьәләһен хәл иткәне

Ошо процестың ХIХ быуат аҙағы, ХХ быуат баштарында 50 йыл самаһы дәүер осорондағы ғына барышын бер башҡорт ауылы — хәҙерге Ейәнсура райо­нының Үрген ауылы миҫалында ҡарап китергә мөмкин. Октябрь революцияһына тиклем ул Ырымбур губернаһының Орск өйәҙенә ингән һәм тирә-йүндә иң ҙур ауылдарҙың береһе булған.

1871 йылда ауылға Вятка губерна­һынан (хәҙерге Киров өлкәһе) бер төркөм урыҫ килеп ер һорай. Төп кәсептәре – малсылыҡ, ә игенселек ярҙамсы шөғөл генә булған үргендәрҙең буш ятҡан ерҙәре күп була. Шуның 900 дисәтинәһен (1 ди­сәтина — 1, 09 гектар) өйәҙҙән килгән землемер үлсәп бүлә, ул майҙан урыҫтарға 40 йылға ҡуртымға бирелә, хаҡы килешелә. Күсеп килеүселәр Үрген утарына нигеҙ һала. Оло юлдың, Иҫәнғол һәм Троицк баҙарҙарының яҡынлығы, ерҙәрҙең уңдырыш­лылығы һәм ул ваҡытта мул һыулы, балыҡҡа бай Үрген йылғаһы ауылдың тиҙ арала ҙурайып китеүенә булышлыҡ итә. Күпселек башҡорт ауылдарының халҡы 200 – 300 тирәһе булһа, 30 йылда ғына утарҙа 90 ихатала йәшәүселәр һаны 429 кешегә етә.

1911 йылда 40 йылға иҫәп­ләнгән ҡуртым ваҡыты сыға. Утарҙыҡылар бында оҙаҡ йәшәү­ҙәренә нигеҙләнеп, губерна судында ошо ер майҙанын үҙҙәренә мәңгелеккә хосуси милек итеп ҡалдырыуҙы юллап эш ҡуҙғата. Судтың ҡарары аҫаба үргендәр файҙаһына була. Хәҙер инде улар ерҙе ҡуртымға бер йылға ғына биреп, килешеүҙе даими яңыртып торорға хәл итә. Октябрь айында өйәҙҙән суд вәкиле менән землемер килә. Улар аңлатыу эше алып бара, ерҙе яңыса ҡуртымға биреү мәсьәләһен хәл итә башлай. Ерҙе үлсәү һөҙөмтәһендә 40 йыл элек башҡорттарҙың ныҡ алданыуы асыҡлана, бүленгән майҙан 1 520 дисәтинә булып сыға. Шул ваҡыттағы землемерға ришүәт биреү һөҙөмтәһендә утарҙыҡылар оҙайлы ваҡыт 620 дисәтинә ерҙән бушлай фай­ҙалана. Килешеү яңынан төҙөлһә лә, ике аралағы мөнәсәбәттәр ныҡ ҡырҡыулаша. Үргендәрҙе ҡайҙа тура килә шунда тотоп алып туҡмау осраҡтары йышая, улар Иҫәнғол баҙарына яңғыҙ йөрөй ҙә алмай башлай, Троицк баҙары тураһында әйтергә лә түгел. Тура килгәндә башҡорттар ҙа ҡоро ҡалмай, эш ике утар кешеһен үлтереүгә һәм байтаҡ Үрген ирҙәренең ошо сәбәпле һөргөнгә хөкөм ителеүенә барып етә. Был инде – үҙе бер айырым тарих, ул турала әлегә туҡтап торайыҡ.

1870 йыл тағы ла бер ҙур төркөм урыҫтар, Иҫәнғол баш­ҡорттарынан ер алып тороп, Суҡтал ауылына нигеҙ һала. Халыҡ күпләп күсеп килеп, ауыл ҙурайып китә, ер етмәй башлағас инде, Үргенгә өҫтәмә ер һорап киләләр, улар ҙа өлөшһөҙ ҡалдырылмай. Һуңғараҡ ауыл исемен үҙгәртеп, Яңы Петровка тип йөрөтөлә башлай. 1917 йылдағы Октябрь революция­һынан һуң ерҙәргә дәүләт милке урынлаштырылыуы һәм бөтә халыҡтар өсөн ҡулайлы милли сәйәсәт был өс ауыл араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалып, халыҡ оҙаҡ йылдар инде тығыҙ аралашып, бер-береһенән күп нәмәгә өйрәнеп татыу йәшәй. Бынан теүәл 60 йыл элек, 1958 йылда, бер “Заветы Ильича” колхозына берләшеп, республикала иң алдынғы хужалыҡтар иҫәбендә булдылар. Ҡыҙғаныс, был турала хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды.

Ауыл халҡының көнкүреше

1901 йылда шул уҡ ер мәсьә­ләһе буйынса беҙҙең яҡтарға Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Суйынсы ауылынан (хәҙерге Дәү­ләкән районы) ерһеҙ мишәрҙәр килеп сыға. Тәүҙә Кесе Һүрәм буйы ауылдарында булалар, әммә килешеү килеп сыҡмай. Шунан былар әлеге лә баяғы Үргенгә килә. Ауылдың бер өлөшө Супан тип йөрөтөлгән, һәм уларҙың йәйләүҙәре Ҡара Тәкә һыртында булған. Супандар ошо ерҙәрен алып барып күрһәтә, күсенеү­селәргә ул оҡшай. Дисәтинә хаҡы 5 һум һәм иң мөһиме — көтәсәккә түләү шарты ла ҡәнәғәт­ләндерә.

Буласаҡ ауылдың исеме тураһында һүҙ сыҡҡас, ике ауылдыҡын алып Суйынсы-Супан тип атарға килешәләр. Ауыл бөгөн дә шул исем менән йөрөй һәм Йылайыр районына инә. Ошо ваҡыттарҙан Үргенгә төрлө тарафтан айырым ғаиләләр ҙә күсеп килеп урынлаша башлай.

Ҡазан ҡалаһы янында Юлдаш Мәжитов тигән кешенең ғаиләһе көн күргән, уларҙың ете улы булған. Юлдаш бик оҫта һөнәрсе була, итек тегә, мискә, батман, көбө, тәпән кеүек ағас һауыт-һаба ла эшләй. Һөнәрселек күп ваҡыт талап иткән ауыр эш булһа ла, ҙур килем бирмәгән. Ғаилә игенселек менән дә шөғөлләнгән, ләкин сәсеүлек майҙандары аҙ булған.

Һөҙөмтәлә эшсән, тырыш ҙур ғаилә мандып китә алмаған. 1880 йылдарҙа Юлдашҡа күрше Ырымбур губернаһында ерҙәрҙең иркенлеге тураһында хәбәр килеп етә, һәм ул, бер нисә ауылдашын алып, аттарын егеп шул та­рафтарға юллана. Атай кеше иптәш тә, ярҙамсы ла булыр тип, үҙе менән кесе улы ун йәштәге Хәйрулланы ла ала. Ырымбур баҙарында ул Үрген ауылының бер кешеһе менән таныша, уныһы үҙҙәренең яғын маҡтай-маҡтай һөйләй: ерҙәр иркен һәм күпселеге буш ята, урман өҫкә ауып тора, ҡырағай йәнлектәр күп, йылғалар ҙа балыҡҡа бай. Юлаусыны әүрәтеп, үҙе менән алып китә был. Әгәр яңы ер оҡшаһа, ҡайтып ғаиләмде алып килермен, оҡшамаһа, ары китермен, тип уйлай Юлдаш, ләкин уға уй-хыялдарын тормошҡа ашырырға насип булмай.

Үргендә урынлашҡас, ул урманға ағасҡа барып килергә була — утын да, ишек сөйөнә имән дә кәрәк бит инде. Урындағы берәү уға ауыл ҡаршыһындағы Ҡушай исемле тауға барырға кәңәш итә — яҡын да, имәне лә һәйбәт, тик тауы текә, төшкәндә тышарһың тип тә өйрәтә. Юлдаш ағасты әҙерләп, арбаны тултырып тейәй, һәйбәтләп бәйләй. Ҡуҙғалырға кәрәк, ә тау, ысынлап та, текә, төшөүе ҡурҡыныс. Шунда тышап төшөү тураһын­да кәңәш иҫенә төшә. Башҡорттоң кәңәше арбаның тәгәрмәстәрен тышау, халыҡ телендә — матау тураһында була. Ә далала, тигеҙ ерҙә тыуып үҫеп, быға тиклем тауҙарҙа йөрөмәгән кеше быны белмәй ҙә, аңламай ҙа һәм аттың алғы ике аяғын тышай. Йөк өҫтөнә менеп ултырып атты ҡыуа башлай, уныһы бер-ике тапҡыр ырғый ҙа ҡолай, арба ла түңкәрелә, Юлдаш аҫта ҡалып һәләк була, уны ауылда ерләйҙәр.

Сит ерҙә бер кемһеҙ һәм бер нәмәһеҙ ҡалған Хәйрулла кире ҡайтып китә алмай Үргендә ҡалырға мәжбүр була. Татар малайын бөтә ауыл менән ҡарап үҫтереп, егет ҡорона еткерәләр, ер бүлеп бирәләр, яйлап ул үҙ хужалығын булдыра. Ауылдан башҡорт ҡыҙына өйләнеп, ғаиләлә өс ҡыҙ һәм ике малай үҫтерәләр.

Өлкән ҡыҙ Сәхипъямал Аҫҡар ауылына тормошҡа сыға. Улы Хәлил Байтимеров Ейәнсура районының тәүге юғары белемле уҡытыусыһы була. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында әсәһенең ауылы Үргендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

Уртансы ҡыҙ Әсҡәпъямал хәҙерге Һарыҡташ районының Ҡарағужа ауылы егете Сәғит Тажетдинов менән ғаилә ҡора. Сәғит Граждандар һуғышында ҡатнаша, унан һуң Урта Азияла баҫма­сыларға ҡаршы көрәшә, сик буйын һаҡлай, хәрби мәктәпте тамамлай һәм яҙмышын армия менән бәйләй. 1939 йылда Мәскәүҙә М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлап, шунда уҡ уҡытырға ҡалдырыла.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, күп тапҡырҙар ныҡышып һорай торғас, подполковник булараҡ, пехота полкы командиры итеп тәғәйенләнеп, фронтҡа китә. Һатлыҡйән генерал Власов армияһы составында полкы менән ҡамауҙа ҡалып һуғыша-һуғыша үҙебеҙҙекеләр яғына сығырға тырышалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көстәр тигеҙ булмау сәбәпле, бөтә полк­тан ни бары 23 кеше ҡалып, күптәре ауыр яралы хәлдә әсирлеккә төшөргә мәжбүр була. Сәғит Абдулла улы тотҡонлоҡта бер нисә фашист концлагерын үтеп, аҙаҡтан Дахауға килеп эләгә һәм ундағы совет подполье ойошмаһы­ның әүҙем етәкселәренең береһе була. Был турала яҡташыбыҙ Вәли Бик­ташевтың “Беҙ үҙебеҙҙең үлемебеҙҙән өлкәнерәк” тигән документаль повесында бәйән ителә.

Ғүмерлеккә төпләнгән ғаиләләр

Әсҡәпъямал менән Сәғиттең 1921 йылда тыуған улдары Сәмиғулла Мәскәү пехота училищеһын тамамлай, һуғыштың башынан аҙағына тиклем ҡатнаша. Капитан Тажетдинов ҡаһарманлығы өсөн Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм күп миҙалдар менән наградлана. Һуғыштан һуң Ырымбур педагогия институтын тамамлап, 40 йылға яҡын рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Кинйә ҡыҙ Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан Миңлебикә Үрген ауылы егете Сәхиулла Аҡсуринға кейәүгә сыға. Ғаиләлә биш бала үҫә. Өлкән улдары Лотфулла ағай әсәһенең ҡартатаһы Юлдаш Мәжитовтың ете малайы булыуын белдеме-юҡмы инде, үҙҙәре ҡатыны Флүрә апай менән алты малайға ғүмер бирҙе.
Ғаиләләге ир балалар Ғөбәйҙулла менән Рәхмәтулла ҡартатайҙарына оҡшап оҫта була. Ғөбәйҙулла итек, ҡата тегә, ямай, быйма төпләй, уның ҡулынан энә менән беҙ төшмәй. Рәхмәтул­ланың ҙур теген машинаһы була, ағаһына итек ҡуныстары әҙерләп биреп тора. Һуңынан магазинда һатыусы булып эшләй. Үкенескә ҡаршы, йәшләй генә вафат була.

1921 йылда бығаса күрелмәгән ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә аслыҡ башланғас, үрҙә яҙылған Суйынсы-Супан ауылынан беҙҙең яҡтарға мишәр Хисмәтуллиндар ғаиләһе күсенә. Атайҙары Хә­бибулла – уртансы улы Хәлиулла менән – Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында, ә өлкәне Фәхрулла менән кеселәре Шәрифулла Үргендә төпләнә.

Әсәйем Зәйтүнә Мөхәммәт ҡыҙы хәтирәләренән: “Фәхрулла ағай оҙон буйлы, мөһабәт кәүҙәле, һары мыйыҡлы, ә ҡатыны Шәмсурый апай бәләкәй буйлы, аҡ йөҙлө, икеһе лә алсаҡ, бик кешелекле ине. Ағай ҡатынын ныҡ яратып, хөрмәт итеп, ҡурсалап ҡына торҙо, хатта усаҡҡа яғырға ла унан бер ағас утын индертмәҫ ине.

Фәхрулла ағай ғүмере буйы тимерсе булып эшләне. Үрген йылғаһы буйында күпер төбөндә тимерлеге булды. Колхозға тиклем ауыл халҡын һуҡа, тырма, һәнәк, көрәк эшләп ҡыуандырҙы, самауыр, күнәк, тас, ҡомған һәм башҡаларҙы яманы. Ә үҙе бер ваҡытта ла хаҡ һораманы. Бирһәләр, алды, бирмәһәләр, өндәшмәҫ ине. Колхоз булғас, ул бөтә ауыл хужалығы техникаһын ремонтланы, ауыл халҡы өсөн дә ваҡытын тапты. Тимерлеге бер ваҡытта ла кешенән өҙөлмәне, сөнки Фәхрулла янында күңелле. Уның нәҫеленән бөгөн Үргендә һәм унан ситтә Хисмәтуллиндар һәм Мәсә­ғүтовтар фамилиялары вәкилдәре йәшәй”.

Ошо уҡ 1921 йылда аслыҡ янай башлағас, Һарыҡташ районының Сәңкем ауылынан 16 йәштәге татар егете Хөснөлхаҡ Фәхретдинов октябрь айында йәйәүләп, юлда ике тәүлек булып, Үргенгә килә. Уның бер туған апаһы Хәмдиә, Үҫәргән кантонының хәрби комиссары Мөхәммәт Абдуллинға тормошҡа сығып, бында йәшәгән була. Улар туғандарына Үргенгә күсергә тәҡдим итә. Әсәләре менән дүрт бала (кесеһенә биш йәш кенә була) еҙнәй һәм апай янына килеп һыйына. Улар бында үҫеп башлы-күҙле була, күп балалар үҫтерәләр.

Артиллерист Хөснөлхаҡ Бөйөк Ватан һуғышында “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены менән наградлана. Ҡустыһы Йәләлетдин ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Һу­ғышҡа Үргендә колхоз рәйесе вазифа­һынан китә һәм батырҙарса һәләк була.

Әсәләре Сәхипъямал, ҡыҙҙары Мөсәүәрә менән Мәүжиҙә шәл оҫталары була һәм Үрген ҡатын-ҡыҙҙарына шәл сире йоҡтора.
Шулай уҡ Үргенгә һәр береһе төрлө сәбәптәр менән 30-сы йылдарҙа Ирғә­линдәр менән Айҙағоловтар, һуңғараҡ Ғиззәтуллиндар, йәнә бер нисә ғаилә күсеп килеп, ғүмерлеккә бында төпләнгән. Уҡытыусылар Ғәйшә һәм Вәли Хәми­товтар ҙа ауылда 40 йылдан ашыу йәшәне. Киң күңелле, кешелекле үрген­дәр һәммәһен дә ихлас ҡабул иткән. Ситтән килеүселәрҙең Үргендә ерегеп китеүенә һәм үҫешенә шул ваҡыттарҙа уҡ бындағы йәшәү рәүеше ныҡ булышлыҡ итә.

Ауылда 1770 йылда уҡ асылған тәүге мәсет, унан һуң төҙөлгән икенсеһе һәм мәҙрәсә уңышлы эшләйҙәр. Совет осоронда районда беренсе башҡорт урта мәктәбе лә 1947 йылда Үргендә асыла. Ауыл элек-электән күренекле шәхестәре менән дә дан тота. Шулай итеп, күсенеп килеүселәр бындағы ҡулайлы мөхиткә килеп эләгеү бәхетенә эйә була. Улар үҙҙәре лә тырышлығы, егәрлелеге, эшсәнлеге һәм башҡа күркәм сифаттары менән ауылдаштарының ихтирамын яулаған. Уларҙың тамырҙары ситтән булыуын бөгөн белеүселәр ҙә һирәк, бөтәһе лә күптән Үргендә үҙ кешеләр булып киткән инде.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Санала  елеп кенә!

Санала елеп кенә! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта Белорет районы яҡтарына юл йышайып китте. Бирҙеғол ауылына етәрәк ат менән бесән алып...

Тотош уҡырға 63

Иң оҙондар ҡайһы ауылда?

Иң оҙондар ҡайһы ауылда? 09.12.2018 // Йәмғиәт

Район үҙәгендәге спорт-һауыҡтырыу комплексында төбәктәге ауыл биләмәләренең йыйылма командалары...

Тотош уҡырға 40

Урлашҡан... төрмә начальнигы!

Урлашҡан... төрмә начальнигы! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Билдәле: төрмәлә тәртип боҙғандар ултыра. Ә бына уларҙы тәрбиәләү менән мәшғүл булырға тейешле...

Тотош уҡырға 60

Уңайлы булһын өсөн

Уңайлы булһын өсөн 09.12.2018 // Йәмғиәт

11 декабрҙән Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Күп функциялы үҙәк “бер тәҙрә” принцибы буйынса...

Тотош уҡырға 31

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар 08.12.2018 // Йәмғиәт

Күгәрсен районындағы “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре 25 мал ҡарау майҙансығы...

Тотош уҡырға 55

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй 08.12.2018 // Йәмғиәт

Илештәр эштә, спортта ғына түгел, ә ял итеүҙә лә ал бирмәй. Райондың ауыл биләмәләре араһында...

Тотош уҡырға 38

Офис өй туйланы

Офис өй туйланы 08.12.2018 // Йәмғиәт

Электр энергияһы ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндергән Бүздәк клиент офисы өр-яңы бинаға күсте. Элек ул...

Тотош уҡырға 40

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр 08.12.2018 // Йәмғиәт

Баҡалы районының хакимиәт башлығы Александр Андреев Туҡбирҙе ауылындағы социаль учреждениеларҙың...

Тотош уҡырға 36

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул"

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул" 07.12.2018 // Йәмғиәт

Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы яңылыҡты мәғлүмәт киңлегендә бик күптән көтәләр ине, тигән...

Тотош уҡырға 43

Ҙур баһа

Ҙур баһа 07.12.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән районы хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы уҙғарылды. Унда...

Тотош уҡырға 75

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ 07.12.2018 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта сода етештереү маҡсатында Ҡуштауҙы эшкәртеү киләһе 30 йылда ошо тауҙағы туристик...

Тотош уҡырға 40

Вәғәҙә үтәлде

Вәғәҙә үтәлде 07.12.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында эш сәфәре ваҡытында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 95