Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәләтенә иҫең китерлек
Башта ошо фотоға ҡарағыҙ әле. Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Рәшиҙә апай Зыкрина ҡапҡаһының ошондай ғәжәп, әкиәттәгесә матур булыуына шатланыу менән сикләнмәй, хаҡлы рәүештә ғорурлана ла – был гүзәллекте уның ейәне үҙ ҡулдары менән булдырған бит!

Рәссам Илнар Зәйтүновҡа әле ни бары ун һигеҙ генә йәш. Белорет ҡалаһында тыуған. Рәссамлыҡ һәләте сабый саҡтан уҡ беленә башлаған уның. Шуны күреп, башланғыс класс уҡытыусыһы баланы сәнғәт мәктәбенә бирергә кәңәш иткән. Унда малай кинәнеп һүрәт төшөрөргә өйрәнгән. 2016 йылда, мәктәптә туғыҙынсы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт колледжына уҡырға ингән.

– Әле дизайн бүлегенең өсөнсө курсында уҡыйым, әммә был йүнәлеш ни тиклем ҡыҙыҡһындырмаһын, һүрәт төшөрөүҙе бер ҡасан да ташламаҫҡа ҡарар иттем, – ти һәләтле егет.

Уның ижадының бер үҙенсәлеге бар: ҡәҙимге киндер туҡымаға йәки ҡағыҙға төшөрөүҙән бигерәк, стеналарға һүрәт яһарға әүәҫләнеп алған. Был алымға осраҡлы рәүештә тотонған Илнар. Былтыр өләсәһе, ейәненең буласаҡ рәссам икәнлеген белгәс, ихата эсендәге бер стенаны нисегерәк биҙәргә, тип уның менән кәңәшләшкән. Илнар, уйлап самалағандан һуң, илһамланып ижад итергә тотонған.

Быйыл иһә Ҡобағош ауылына килеп, өләсәһе Рәшиҙә апайҙың ҡапҡаһында, башҡа туғандарының да йорт-ҡаралтыларында фотоларҙағы гүзәллекте пәйҙә иткән оҫта егет. Хәҙер, уның иҫ киткес теүәл һынландырышлы эштәрен күреп ҡалып, йорт-учреждениеларҙы биҙәргә һорап килеүселәр ҙә күбәйгән, оҫта даны тирә-йүнгә таралған.

Илнар кеүектәрҙе башҡорт халҡында “белеп тыуған” тиҙәр, ундайҙар йәш кенә көйөнсә лә күптәргә өлгө булырлыҡ. Егет менән әңгәмәләшкәндән һуң, уның гүзәл һүрәт төшөрөүенән тыш, тәрән фекер йөрөтөүенә лә хайран ҡалаһың: “Көндәлек ығы-зығы, донъя мәшәҡәттәре менән кешеләр тормош матурлығын күрмәй ҙә, күптәр аяҡ аҫтына ғына ҡарап йөрөй. Минең һүрәттәрем йәшәйеш тәмен тулыраҡ тойорға, тирә-йүндең камиллығын, нәфислеген абайларға булышлыҡ итһә, кешеләрҙе саҡ ҡына бәхетлерәк һәм шәфҡәтлерәк итә икән, бик ҡәнәғәт буласаҡмын”.

...Ҡайһы ваҡыт бәғзе күргәҙмәләрҙә йыш ҡына сәйер, төрлө төҫтәге таптар уҡмаш­ма­һын күрһәтәләр ҙә: “Был бит заман сәнғәте!” – тип һоҡланырға ҡушалар. Йәнә­һе лә, ниндәй колорит һәм композиция, иҫ киткес ижади идеялар ярылып ята. Әллә инде, ундай “юғары сәнғәт” һуҡыр тингә лә кәрәкмәй, ә бына Ҡобағош ауылындағы йорт-ҡаралтыларҙағы картиналар беҙгә ысын сәнғәт булып тойолдо – янынан битараф үтеү мөмкин түгел. Афарин!

...“Ватыҡ тәҙрә” теорияһы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Былайыраҡ ул: бинала берәй генә быяла ватылып, тиҙ арала яңыһы ҡуйылмай икән, күпмелер ваҡыттан бер генә теүәл тәҙрә лә ҡалмаясаҡ, сөнки кешеләр ҡул һелтәй, беҙҙә йүнле бер ни булмай ул, тип төшөнкөлөккә бирелә. Ә беҙ килтергән миҫалда ҡаршы осраҡ һүрәтләнә: ауылда берәйһе матурлыҡ булдыра икән, ҡалғандар ҙа унан ҡалышмаҫҡа тырыша башлай, сәмләнеп йорт-ҡаралтыһын матурлай. Яҡшы ҡылыҡтар ҙа йоғошло бит ул, йәмәғәт!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Беҙ – хәүефһеҙ республика

Беҙ – хәүефһеҙ республика 17.11.2018 // Йәмғиәт

Республика халҡы менән тиҙ генә кире бәйләнеш булдырыу өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр...

Тотош уҡырға 18

Әллә ҡыш, әллә йәй...

Әллә ҡыш, әллә йәй... 17.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфөлә урыны-урыны менән боҙло ямғыр яуып үтте....

Тотош уҡырға 29

Юлсылар эште туҡтатты

Юлсылар эште туҡтатты 17.11.2018 // Йәмғиәт

«Приуралье” юл идаралығы Өфө – Ырымбур юлын ремонтлауҙы туҡтатырға булды. Был ҡарарҙы ул үҙе...

Тотош уҡырға 34

Кокорин урамында ҡурҡыныс

Кокорин урамында ҡурҡыныс 17.11.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа Кокорин урамында “ПАЗ” маркалы автобус янып киткән. Янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенең диспетчер...

Тотош уҡырға 46

Эсәр һыу таҙа булһын!

Эсәр һыу таҙа булһын! 17.11.2018 // Йәмғиәт

Ҡариҙел ауылында һыу үткәргестәрҙе йүнәтеү, яңыларын төҙөү йәһәтенән район хакимиәте махсус ҡарар...

Тотош уҡырға 30

Подъезына ҡарап йортон ярат

Подъезына ҡарап йортон ярат 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандағы күп ҡатлы йорттарҙың байтағында подъездар насар хәлдә. Уларҙың күпселеге капиталь...

Тотош уҡырға 51

Парктар төҙөкләндереләсәк

Парктар төҙөкләндереләсәк 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда парктарҙы төҙөкләндереү буйынса төбәк программаһы әҙерләнәсәк һәм ҡабул ителәсәк....

Тотош уҡырға 30

Радий Хәбиров: «Беҙ һеҙгә эш хаҡын арттырасаҡбыҙ»

Радий Хәбиров: «Беҙ һеҙгә эш хаҡын арттырасаҡбыҙ» 17.11.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында төбәк етәксеһе Күп функциялы үҙәк эше менән танышты....

Тотош уҡырға 41

Радий Хәбиров: «Ауылдыҡы менән бергә ҡала медицинаһы ла иғтибар талап итә»

Радий Хәбиров: «Ауылдыҡы менән бергә ҡала медицинаһы ла иғтибар талап итә» 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡараусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәрен...

Тотош уҡырға 34

448 кеше һәләк булған

448 кеше һәләк булған 17.11.2018 // Йәмғиәт

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын хәтергә алыу...

Тотош уҡырға 42

Дауаханала шартлау

Дауаханала шартлау 17.11.2018 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә Өфөләге 21-се ҡала дауаханаһында шартлау тауышы яңғырауы хаҡында...

Тотош уҡырға 27

Күп балалы ғаиләләрҙе транспорт һалымынан азат итәләр

Күп балалы ғаиләләрҙе транспорт һалымынан азат итәләр 16.11.2018 // Йәмғиәт

Күмәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙә ата-әсәнең (уллыҡҡа алыусының) йәки опекундың берәүһен транспорт...

Тотош уҡырға 81