Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Күңелемдең тыныслығын тоям”
Заһретдиновтар дәүләт ярҙамына таяна.

Шамил Заһретдиновтың Үрге Тәтешле ауылында төпләнеүенә уның Нәғимә өләсәһе сәбәпсе. Егет Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылында ғүмер иткән ғәзиз кешеһенә ҡунаҡҡа йыш килеп йөрөгән. Шул ваҡытта Эльза исемле һылыуҡайға күҙе төшкән. Күп тә үтмәгән, йәштәр сәстәрен сәскә бәйләгән.

– Ғаиләм – ҡәлғәм, ярты ҡараштан минең нимә әйтеремде гел һиҙеп торған кәләшем шалҡандай ике малай һәм сәскәләй бер ҡыҙ бүләк итте, – тип шатланып һөйләй Яңы Уренгой ҡалаһында вахта ысулы менән эшләгән Шамил Наил улы. – Минеңсә, үҙеңдең тыуған төйәгеңдәме йәки һөйгәнеңдең ауылындамы нигеҙ ҡороуҙа айырма юҡ, иң мөһиме – бер-береңде яҡшы аңлау. Шул саҡта ғына донъяңдың бөтөнлөгөн, күңелеңдең тыныслығын тойорһоң.

Шамил Заһретдинов – тыумышы менән Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылынан. Ғәҙәттә, бындай осраҡта әңгәмә барышында һүҙ ике төбәк араһындағы айырмалыҡ һәм оҡшаш­лыҡҡа барып тоташа. Мәҫәлән, Ҡыйғыла “ҡый” ялғауын ҡушып һөйләш­һәләр, Тәтешлелә фекереңде “иш” тип нығытып ҡуялар. Шамил тәүҙәрәк урындағы үҙенсәлекле һөйләште аңламаған, һуңынан инде өйрәнгән. “Үҙем үлсәнем иш, Үрге Ҡыйғы – Үрге Тәтешле араһы 285 саҡрым. Минең кеүек бәхетен ситтә тапҡандар күпме иш?” – тип беҙҙе көлдөрөп тә алды. Һәр ҡайҙа ла кешеләр тырыш, алсаҡ тигән фекерҙә ул.

– Ҡыйғыла йылғаларҙың күплеге оҡшай, – тип әңгәмәгә ҡушыла йәш әсәй Эльза. – Унда килеп төшкәс ағас та, таш та өҫкә ауып торған кеүек тойолдо. Их, шул байлыҡтар беҙҙә булһа, күптән әллә нимәләр төҙөп ултыртҡан булыр инек...

Эльза Камил ҡыҙының ошо һүҙҙәре үҙҙәре һалып ингән йортҡа ишара яһау ине. Заһретдиновтар заманса өй ҙә төҙөгән, ундағы ремонт эштәрен дә тулы­һынса үҙҙәре башҡарған. Ошо көндәрҙә “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһына йөрөгән Камилла өсөн айырым бүлмә йүнәт­кәндәр. III класта уҡыған Эльмир, унан ике йәшкә өлкән Илдар ҙа үҙҙәренең биләмәләрен күрһәтеп маһайып алды.

Йәш ғаилә район ғына түгел, республика кимәлендәге сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләр араһында ойошторолған Сәскә байрамында I урынды яулағандар. Заһрет­диновтар дәүләттең ярҙамын тойоп йәшәй. Икенсе бала тыуғандан һуң “Әсәлек капиталы” сертификаты алып һөйөнгәндәр, ә өсөнсө сабыйҙары өсөн ер участкаһы биргәндәр, әле унда ҡыҙыу төҙөлөш дауам итә. Йәш ғаилә булараҡ, 100 мең һумдан ашыу кредит алғандар.

Заһретдиновтар Бәрмеш йылғаһы буйында ғүмер кисерә. Мул һыулы, балыҡтарға бай, ҡоштар оя ҡора унда. Шуның шикелле, Эльза менән Шамил да матур донъя көтә. Күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ҡар ныҡлап ятыу менән ҡаҙ өмәһе үткәрергә уйлайҙар. Бынан тыш, баҡсалары бар, өҫтәлдәре һый-ниғ­мәттән һығылып тора, барыһын да үҙҙәре үҫтергән. Шундай өлгөлө ғаиләләр өлгөһөнә бүтәндәр ҙә эйәрә лә инде.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






"Аҡса" аяҡ аҫтында ята

"Аҡса" аяҡ аҫтында ята 17.12.2018 // Йәмғиәт

Эйе-эйе, ҡайһы берәүҙәргә аҡса аяҡ аҫтында ята. Үрелеп алырға ғына йыбанма. Баш ҡалала йәшәгән 33...

Тотош уҡырға 13

Урманда аҡса тапҡан

Урманда аҡса тапҡан 17.12.2018 // Йәмғиәт

Буш ваҡыттарҙа әҙәм балаһы ял итергә тәбиғәт ҡосағына ашҡына. Унда һәр саҡ күңелле: ҡоштар һайрай,...

Тотош уҡырға 34

15 йәшлек әсәне кем ала?

15 йәшлек әсәне кем ала? 17.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһынан 15 йәшлек Карина (исеме үҙгәртелде) бер нисә йыл балалар йортонда тәрбиәләнә....

Тотош уҡырға 24

Зыяратҡа барыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырған

Зыяратҡа барыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырған 17.12.2018 // Йәмғиәт

Һамар ауылын ҡап икегә бүлеп аҡҡан Таналыҡ йылғаһы йыл һайын яҙ көнө ярҙарынан ташып, ауылды икегә...

Тотош уҡырға 42

Яҙыусы... дауаханала эшләй

Яҙыусы... дауаханала эшләй 17.12.2018 // Йәмғиәт

"Уның романдары башҡорт әҙәбиәтендә һиҙелерлек күренеш булды. „Таня—Таңһылыу“, „Оҙонтал“, „Сабыр...

Тотош уҡырға 62

Бесәйеңә лә, этеңә лә тамға һаласаҡтар

Бесәйеңә лә, этеңә лә тамға һаласаҡтар 17.12.2018 // Йәмғиәт

Киләһе йылдан бөтә йорт хайуандарына тамға һаласаҡтар....

Тотош уҡырға 48

Иң һылыу ҡыҙ кем?

Иң һылыу ҡыҙ кем? 17.12.2018 // Йәмғиәт

Мәләүез районының Ергән күп функциялы ауыл клубында “Ауыл һылыуы-2018” матурлыҡ конкурсы...

Тотош уҡырға 35

Ҡыш бабайҙар яуы килә...

Ҡыш бабайҙар яуы килә... 17.12.2018 // Йәмғиәт

25 декабрҙә Өфө ҡалаһының Ленин исемендәге майҙанында Ҡыш бабайҙар парады уҙа. Улар 400-ләп йыйылыр...

Тотош уҡырға 32

Йырсы Сәйет Билаловтың бүләген алды

Йырсы Сәйет Билаловтың бүләген алды 17.12.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәгән Венера Айытҡолова – бөтә ғүмерен йәш быуынға белем һәм...

Тотош уҡырға 49

Өс бала һәләк булған

Өс бала һәләк булған 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазыла фажиғә: бөгөн төндә Ҡандра ауылында өс кескәй бала янғында һәләк булған....

Тотош уҡырға 179

Әсәләре күңел асҡан

Әсәләре күңел асҡан 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазы районының Ҡандра ауылындағы янғында дүрт һәм ике йәштәрҙәге өс баланың ғүмере ҡыйылған....

Тотош уҡырға 267

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр 16.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъяны ап-аҡҡа күмеп ҡар яуа, тауҙар өйөлә... Үкенескә ҡаршы, әлегә был турала хыялланырға...

Тотош уҡырға 100