Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡустыбыҙҙы бәлә-ҡазанан ҡотҡарҙы ул.

Был хәл ҡустыларымдың өлкәненә 14 йәш тулған йылда булды... Ноябрь аҙағы, ер туң, әммә ҡар юҡ әле, шуға күрә үтә һыуыҡ. Малға төнгөлөккә ашарға һалып, бикләп ингәндән һуң, башҡаса сығып йөрөгө килмәй. Ә өлкән ҡустым өйҙә юҡ, ҡайҙа йөрөйҙөр инде бынау һыуыҡта? Имен йөрөһөн, аҡылһыҙ бала түгел, ҡайтыр, тип һеңлем менән күҙ ташлап ҡына аңлашабыҙ, ымлашабыҙ. Әсәй ишетмәһен тибеҙ, хафаландырғы килмәй. Ә әсәйем ауырый...


Бәләнән йолоп алыр көсө бар

Ҡапыл ғына атайым үлеп киткәне бирле юғары ҡан баҫымынан, йөрәк сиренән йонсой. Өҫтәүенә быйыл аяҡ-ҡулы һыҙлап ыҙалата. Бына бөгөн дә фельдшер килеп, укол ҡаҙап, дарыуҙар яҙып, кәңәштәрен биреп китте. Киске сәйҙән һуң ике бәләкәй туғаныбыҙҙы йоҡларға һалғас, һеңлем менән икәүләп әсәйебеҙ янында тыныс ҡына һөйләшеп ултырабыҙ. Әсәйҙең йоҡоһо инәле-сығалы, ойоп ҡына ята кеүек. Төндәр буйы йоҡлай алмай, иртәнсәк ике-өс сәғәт кенә серем итеп, шуға хушһынып йәшәүгә әйләнәсәк ҡалған ғүмере әсәйебеҙҙең.

Беҙ ипләп кенә мөңгөр-мөңгөр һөйләшеп ултырып, нимә булғанын абайламай ҙа ҡалдыҡ. Ҡапыл әсәй “Улым! Улым!” тип ҡысҡырып, күҙ асып йомғансы һикереп тороп, эске күлдәк­сән генә көйө өйҙән атылып сығып китте. Беҙ иҫебеҙгә килеп, өҫ, аяҡ кейеме тотоп йүгерешеп сыҡҡанда, әсәйебеҙ ишек алдында тубыҡланып, бөкләнеп ҡатып ҡалған бер кеше эргәһендә бөтөрөнә ине. Бына ул: “Улыҡайым тере, иҫән, Аллаға шөкөр!” – тип һөйләнә-һөйләнә, кәм тигәндә 70 килограмм ауырлыҡтағы ҡустымды еңел генә күтәреп, өйгә инеп китте. Ҡулын да күтәрә алмай ауырып ятҡан әсәйебеҙ быларҙы шул тиклем етеҙ эшләне, беҙ кейем кейҙереү түгел, һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәнек. Ҡустымды залдың иҙәненә индереп һалды ла: “Тиҙерәк миңә ярҙамлашығыҙ, шкафтан араҡы алып бирегеҙ ҙә, әйҙә, тәнен ыуышы­ғыҙ. Һин – ҡулдарын, һин – аяҡтарын, үҙем тәнен, башын ыуам”, – тине.

Беҙ һеңлем менән икәүләп аяҡ-ҡул ыуғансы, әсәйем уның арҡаһын, эсен, башын ҡып-ҡыҙыл итеп, ыңғайына әллә ниндәй доғаларын уҡып өшкөрә, беҙҙе етеҙерәк булырға өгөтләп тә өлгөрә ине. Беҙ уның сослоғона, оһоллоғона, оҫталығына һоҡланып, яңы ғына башын да күтәрә алмай ауырып ятҡан кеше ул инеме, тип бер-беребеҙгә ҡарап ҡуйҙыҡ. Ниһайәт, тигеҙ тын ала башлаған ҡустымды юрғанға урап, диванға һалырға булдыҡ. Ҡустым көс еткеһеҙ ауыр тойолдо беҙгә, өсәүләп беренсе ынтылыуҙа ғына күтәрә алманыҡ, саҡ мендереп һалдыҡ. Ә әсәйебеҙ уны ҡултыҡ аҫтына ғына ҡыҫтырып тигәндәй осороп алып инде бит өйгә! Ғәжәп хәл!

Был хәл булыр алдынан беҙ төпкө йоҡо бүлмәһендә инек, ә ул бүлмәгә бер тауыш та барып етмәй. Иҫе инәле-сығалы ойоп ятҡан әсәйебеҙ нисек ишеткән улының ишек алдына килеп ауғанын? Ниндәй ҡөҙрәтле көс уға балаһы бәләгә осрауын аңғартҡан? Иҫең китер һиҙгер, көслө әсә йөрәгенә!

Иртәгәһенә ҡустым һап-һау уянды, хатта сөскөрмәй ҙә ине. Ә бит ул һыуыҡтан ҡатҡан ине, аҙ ғына һуңлаһаң... уйлауы ла ҡурҡыныс! Нимә булғанын һөйләп тормай, әсәйҙән, беҙҙән ғәфү үтенде лә, башҡа ундай хәл ҡабатланмаҫ, тип һүҙ бирҙе.

...Әсәйебеҙ һәр беребеҙҙе гелән ҡотҡарып өлгөрөр, көтөлмәгән бәләнән йолоп алыр, әллә ниндәй медицина профессорҙарынан да артығыраҡ ярҙам күрһәтер һәм шәбәйтеп алыр ине.

Шул уҡ ҡустым икенсе йыл инде әрмелә хеҙмәт итә, ул Германияға эләккәйне. Өлкән сержант икән, хәрби часында маҡтайҙар, әсәйемә командирҙарынан рәхмәт хаттары килеп тора. Әммә тормош бит гел беҙ уйлағанса ғына бармай.

Әсәйемдең аяғы һыҙлауы көсәйеп, ҡустым әрмегә киткәне бирле атлай алмай диванда ултыра. Уны оҙатҡанда ауырһынып булһа ла йөрөй ине әле. Ә хәҙер ике таяҡҡа таянып, тышҡа йомошона саҡ сығып инә. Шул бәләләр етмәгән, бер көн иртәнсәк һау кешене лә аяҡтан йығырлыҡ хәбәр килде: “Улығыҙ армияла ҡазаға тарыған, тикшереү, яҙмышын хәл итеү маҡсатында Мәскәүгә алып килгәндәр. Туғандарының килеүе һорала”, – тигәндәр. Был хәбәрҙән бөтәбеҙ ҙә шаҡ ҡаттыҡ. Ә әсәйем, биш минут та үтмәне, еңел генә урынынан ҡуҙғалып, ҡайҙалыр йыйына башланы. “Мин хәҙер ауыл хакимиәтенә, мәктәпкә барып киләм, ә һеҙ мунса яғып ҡуйығыҙ. Иртәгә район үҙәгенә барып документтар йүнәтеп ҡайтам да Мәскәүгә ҡуҙғалырбыҙ. Кем минең менән бара, кем донъя көтөп ҡала, ҡайтҡас һөйләшербеҙ”, – тине лә елпелдәп сығып та китте.
Беҙ бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәнек, ғәжәпләнеүебеҙҙең сиге юҡ ине. Йыл буйы атлай алмай ултырған әсәйебеҙ елдереп сығып китһен әле!

Йүгереп йөрөп мунса яғып ебәрҙек. Бына әсәй ҡайтты, аҡһабыраҡ атлай, һыҙланыуы йөҙөнә сыҡҡан, ләкин ул быны абайламай ҙа, һиҙмәй ҙә ине. Ауыл хакимиәтенән, мәктәптән, ҡустымдың армияға тиклем эшләп киткән урынынан характеристикалар, әллә ниндәй белешмәләр алған.

Иртәгәһенә район үҙәгенә лә барып, үҙе кәрәк һанаған документтарҙы йүнәтте. Юлдан ҡайтҡас, йәне көйөп һөйләгәнен иҫләйем: “Район хакимиәтенә барып, йәштәр, ветерандар, юридик бүлектәргә инеп сыҡтым. Шунда бер түрә йораты: “Һин – наҙан ауыл бисәһе, Мәскәүгә барып нимә ҡыйрата алаһың инде. Илап өйөңдә генә ултыр, башҡа кешең юҡмы ни унда ебәрергә?” – тип тора битһеҙ”.

“Башымды киҫергә бирәм...”

Шулай итеп, Мәскәүгә юлландыҡ. Поезға билеттар плацкарт вагондың өҫкө урындарына ғына булды. Һыҙланған әсәйем өсөн хафаланып, мин аҫҡы урынға алмаштырырға тырышып ҡараным, килеп сыҡманы. Ә ул бер өн дә сығармай, ыңғырашмай, һуҡранмай менеп-төшөп йөрөнө. Ниһайәт, барыр еребеҙгә барып еттек. Иң беренсе ҡустым янына барҙыҡ. Уны бикләмәгәндәр, шунда бер хәрби часта булып сыҡты. Әзмәүерҙәй туғанымдан ярты бит һәм ике күҙ генә ҡалған. “Эй балаҡайым, ниңә ул тиклем бөтөрөнгәнһең? Ғәйеплеһеңме әллә?” – тип һорай әсәй. “Юҡ, ғәйепле түгел­мен дә ул, барыбер көйәм”, – тине ҡустым. Беҙ килгәнгә ныҡ ҡыуанды, хатта йөҙө асылып китте: “Әсәй килгәс бирешмәйем инде”, – тине.

Бер аҙҙан өсәүебеҙҙе бергә часть командирына саҡырҙылар. Уның кабинетына инеп, ҡустым беҙҙең килеүебеҙ хаҡында доклад биреп тә өлгөрмәне, командиры уны аҡырып әрләй башланы: “Һиңә оят түгелме? Етмәһә, йылмайып тора...” Әммә ул хәбәрен һөйләп бөтөрә алманы. “Хәҙер үк туҡтатығыҙ! Һеҙгә тыуған ил һаҡсыһын уның әсәһе алдында кәмһетергә кем хоҡуҡ бирҙе? Мин быны былай ғына ҡалдырмайым, судҡа ялыу яҙам!” – әсәйемдең күкле-йәшелле тауышынан кабинеттағы тәҙрәләр зыңлап, командирҙың ҡулындағы ручкаһы төшөп китте, сиртһәң, ҡаны сығырға торған ҡып-ҡыҙыл йөҙө буҙға әйләнде.

Беҙ ҙә тертләп ҡуйҙыҡ. “Шуның сама ер үтеп килеп, улым тураһында әр-битәр, мыҫҡыллы һүҙҙәр тыңларға йыйынмайым. Мин уны яҡлар, ғәйепһеҙ булыуын раҫлар, ярҙам итер өсөн килдем һәм быны эшләйәсәкмен! Башымды киҫергә бирәм, әммә улымдың ғәйепле булыуына ышанмайым. Ул 12 йәшендә, атаһы үлгәс, күп балалы ҙур ғаиләне үҙ иңенә алды. Улым енәйәтсе түгел! Шуға күрә уға ла, миңә лә хөрмәт менән ҡарарға тейешһегеҙ!” – әсәйем быларҙың бөтәһен дә бер тында һөйләп бөттө лә тишерҙәй итеп командирға ҡараны. Уның күҙ ҡарашынан тегенеһе яурынын йыйырҙы ла үҙ алдына һөйләнгәндәй: “Беҙҙең часть янында ҡунаҡхана бар, шунда урынлаша алаһығыҙ...” – тине. Әммә командирҙың һүҙҙәре был юлы ла ҡырҡа кире ҡағылды: “Юҡ, мин ҡунаҡханала йәшәй алмайым. Миңә улымды ҡотҡарыу өсөн адвокат ялларға тура киләсәк.
Ошо мәсьәләләр хәл ителгәнсә беҙҙе урынлаштырып торорға тейешһегеҙ. Әгәр ярҙам итмәһәгеҙ, бына ошонда, һеҙҙең ишек янына, урынлашам да эше ыңғай хәл ителгәнсә шунда көтәсәкмен”, – тип ингән ерҙәге ултырғысҡа барып ҡунаҡланы. Был командирҙы әсәйем ғүмерҙә онота алмаҫлыҡ итеп шаҡ ҡатырғандыр тип уйлайым, сөнки ул башҡа бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

15 минуттан казарманың бер бүлмәһен бушатып, өс карауат ҡуйып, беҙҙе шунда урынлаш­тырҙылар. Һалдаттар сәйнүк, һауыт-һаба, бер аҡ, бер ҡара икмәк килтерҙе. “Эй, балаҡайҙар, йүгереп торалар бит әле, өйҙәрен, әсәйҙәрен, туғандарын һағынғандарҙыр инде”, – тип әсәйем күҙҙәренә йәш алып, һалдаттарҙы йәлләп бошоноп алды. Артабан ҡустым аша иптәштәренә кәнфит, ирис кеүек тәм-том, тәмәке ебәреп торҙоҡ. Армияла егеттәргә тәмле-татлы етмәй икән ул. “Беҙ ҡалаға барабыҙ, һеҙгә нимә алып ҡайтайыҡ?” тиһәк, улар: “Что-нибудь сладкое”, – тип яуаплай.

Ә ҡустым беҙ ҡайтып киткәнсә яныбыҙҙа булды, иртәнге, төшкө, киске ашты бергә ашаныҡ. Төрлән­дереп, тәмле ризыҡтар бешереп һыйларға тырыштыҡ уны. Әсәйем көн һайын массаж эшләп, доғаларын уҡып, тик яҡшы хәбәрҙәре менән ҡустымдың рухын күтәрергә, күңе­лендә ышаныс тыуҙырырға тырышты. “Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, балам, тик һин ышан ғына. Ышаныс ҙур көскә эйә”, – тип тамамланы ул һәр һүҙен.

Шулай булды ла: әсәйем Мәскәү һынлы Мәскәүҙә үҙебеҙҙең башҡорт, мосолман адвокаттарын табып, хоҡуҡ машинаһын ҡуҙғатып ебәрҙе. Ниндәйҙер юл менән түләүһеҙ хеҙмәт күрһәткән дәүләт адвокаттары менән һөйләшеп килешә алды ул.

Әсәйемдең юрист, тәфтишсе, адвокаттан һәм ниндәйҙер йәмәғәт яҡлаусыһынан торған төркөмө бик тиҙ һәм һөҙөмтәле эшләне. Баяғы хәлдә ҡатнашҡан туғыҙ һалдатты ла табып, һорау алып, дөрөҫлөктө иҫбат итеп, ҡустымдың ғәйебе юҡ икәнен асыҡланылар. Шулай ғәҙеллек тантана итте! Тыныс күңел менән ауылға юлландыҡ, оҙаҡламай хеҙмәтен тултырып ҡустым да ҡайтып төштө. Әлбиттә, бөтәһенең дә хәрби исемдәрен, дәрәжәләрен ғәмәлгә яраҡһыҙ тип иғлан иткәндәр. Әммә был беҙҙең өсөн мөһим дә түгел ине, үҙе иҫән-һау, намыҫы таҙа, йәне тыныс, киләсәге яҡты, күңеле көр ине ҡустыбыҙҙың.

Әле бында әсәйемдең балалары хаҡына утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер, ҡаһарман рухлы, ҡыйыу йөрәкле ҡатын булыуын дәлилләгән ике генә ваҡиға тураһында яҙып үттем. Ә ундай хәлдәр тормошобоҙҙа осрап ҡына торҙо. Ауыр саҡта иң беренсе ярҙам ҡулын әсәйебеҙ һуҙыр ине. Уның мәрхәмәт менән тулы оло йөрәгенә барыбыҙ ҙа һыйҙыҡ. Бына шундай ине беҙҙең әсәй!..



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк 16.12.2018 // Йәмғиәт

- Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы эшләй...

Тотош уҡырға 8

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында "Сапсан-Арена" асыҡ боҙ һарайын асыуҙа ҡатнашты....

Тотош уҡырға 76

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы 15.12.2018 // Йәмғиәт

Петровский балалар йортонда Радий Хәбиров менән осрашыу бында тәрбиәләнеүселәр өсөн ҙур байрамға...

Тотош уҡырға 66

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай районындағы Петровский балалар йортонан сығыуға Радий Хәбировты урындағы халыҡ ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 113

Ярай әле кешеләр булмаған

Ярай әле кешеләр булмаған 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы ауылында йөк машинаһы кәртәне емереп үтеп, йортҡа барып бәрелгән....

Тотош уҡырға 147

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Юрматы-2" биҫтәһе менән танышып, урындағы халыҡ менән осрашты....

Тотош уҡырға 63

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин телемде яратам”...

Тотош уҡырға 76

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала ҡояш энергияһында...

Тотош уҡырға 51

"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ"

"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ" 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Инман"...

Тотош уҡырға 85

Туған мәктәптәге осрашыу

Туған мәктәптәге осрашыу 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай ҡалаһының 11-се мәктәбе үҙенең элекке уҡыусыһы Радий Хәбиров менән хаҡлы рәүештә ғорурлана....

Тотош уҡырға 82

"Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ"

"Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ" 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай бала табыу йортоноң элекке бинаһы 1951 йылда төҙөлә һәм әле заман талаптарына яуап бирмәй....

Тотош уҡырға 47

Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ!

Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ! 15.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай Ҡышҡы уйындары асыла. Ярыштар хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, саңғы,...

Тотош уҡырға 52