Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә
Һәр кемгә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ғәйеп тойғоһон кисерергә тура килгәне барҙыр. Әммә “ғәйепле булыу” һәм “үҙеңде ғәйепле тойоу” төшөнсәләре араһында бик ҙур айырма ята, сөнки һуңғыһы күпселек осраҡта кешенең иркенән тыш барлыҡҡа килә һәм ысынбарлыҡта бөтөнләй булмаған ғәйепкә нигеҙләнеүе лә ихтимал. Был тойғо нимәнән һәм нисек тыуа һуң?

Күренештең тамырҙарын бала саҡтан, ғаиләнән эҙләргә кәрәк. Күп кенә ата-әсәләр балаларына ҡарата билдәле бер тәртип ҡалыбын ҡулланыусан. Бәғзеләр улын йә ҡыҙын һәр ваҡыт әрләп, башҡа уңышлыраҡ тиҫтерҙәре менән сағыштырып, уның етешһеҙлектәренә төртөп күрһәтеп кенә тора. “Рәт сыҡмаҫ бынан, тормошта бер нәмәгә лә өлгәшә алмаҫ”, – тигән һүҙҙәрҙе ишетеп үҫкән бала ата-әсәһе алдында үҙен ғәйепле тоя башлай, был тойғо уны ғүмере буйына оҙата барыуы мөмкин. Хатта ул кешегә үҙенең урынын табыу, үҫешеү өсөн кәртә булыуы ла ихтимал.

Икенсе ата-әсә, киреһенсә, сабыйына маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәй, уңайы тура килһә лә, килмәһә лә уны күккә күтәрә, балаларының башҡаларҙа булмаған ниндәйҙер таланты, һәләте барлығына үҙҙәре лә ысын күңелдән ышана. Әммә бүтәндәрҙән бер ере менән дә айырылмаған ҡәҙимге балала, үҫеп еткәс, ата-әсә өмөтөн аҡлай алмағаны өсөн ғәйеп тойғоһо уяныу ҡурҡынысы ла бар.

Күңелде һәр саҡ өйкәп торған, эстән ашаған был тойғоноң оҙайлы депрессияға, неврозға һәм башҡа төр ауырыуҙарға килтереүе лә ихтимал. Бындай насар эҙемтәләргә барып етмәҫ өсөн унан арыныу өҫтөндә эшләргә кәрәк, ҡайһы бер осраҡтарҙа психолог ярҙамы ла артыҡ булмаҫ.

30 йәште үткән, район үҙәгендә йәшәгән ҡатын тиҫтә йылдан ашыу никахта, ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Был ханымды психологка ғәйеп тойғоһо алып килгән булып сыҡты. “Иптәшемдең эсеүенән, бер ҡайҙа ла эшләмәүенән, етмәһә, миңә һәм балаларға ҡул күтәреүенән арып, биҙеп, балаларымды алдым да өйҙән сыҡтым да киттем. Минең нисек йәшәүемде яҡшы белгән ҡустым буш торған фатирына индерҙе. Һәүетемсә йәшәп киттек, мин эшләйем, балалар уҡый. “Ҡайҙа йөрөнөң быға тиклем, һин эштән биш минут элек үк ҡайтырға тейеш инең!” – тип йөрәк итемде ашап ултырған ир булмағас, өйгә йүгереп, ашҡынып ҡайтам. Балаларым моңайып ултырмаһын тип, уларға тәмле ризыҡтар бешерәм, кистәрен бергәләшеп уйындар уйнайбыҙ, шаярабыҙ-көләбеҙ. “Шауламағыҙ, өнөгөҙ сыҡмаһын!” – тип ҡысҡырып ултырған иҫерек атай булмағас, улар ҙа нисектер күңелләнеп, йөҙҙәре асылып киткәндәй. Әммә: “Балаларымды атайҙарынан айырып дөрөҫ эшләнемме? Уларҙы күрәләтә етем иттем түгелме? Әллә кире ҡайтырғамы икән?” – тип икеләнә башланым. Ошо турала үҫмерлек осорона аяҡ баҫҡан өлкән улыма әйткәйнем, ҡырҡа ҡаршы төштө, “Юҡ, әсәй, ҡайтмайбыҙ”, – тип мине бөтөнләй аптырауға һалды. Үҙемдең дә тормош иптәшемә шул тиклем хәтерем ҡалған, әммә был аҙымды яһап дөрөҫ эшләнемме, тигән икеләнеү, балаларым алдында үҙемде ғәйепле тойоу күңелемә һис тынғылыҡ бирмәй…”
Күңелде ауыр уйҙарға дусар иткән ғәйеп тойғоһонан арыныу өсөн психологтар түбәндәгеләрҙе тәҡдим итә.

Беренсенән, ошо һорауға яуап бирегеҙ: килеп тыуған хәлдә, ысынлап та, һеҙҙең ғәйеп бармы, әллә был һеҙгә шулай тойола ғынамы? Булып үткән хәл-ваҡиғаны айыҡ ҡараш менән анализлағандан һуң, күптәр шуны аңлай: уның менән бәйле ауыр уй-кисерештәребеҙ күпселек осраҡта нигеҙле түгел. Ошоно аңлағанда, иллюзияға ҡоролған ғәйеп тойғоһонан ҡотолоу еңелгә тура киләсәк. Әгәр ғәйебегеҙ бар икән, үҙегеҙҙе кемдер алдында ғәйепле тойһағыҙ, ғәфү үтенергә була. Аңлашҡандан һуң, был хәлгә кире әйләнеп ҡайтмаҫҡа тырышығыҙ, ошо хаҡта ҡат-ҡат уйлап, үҙеңде эстән битәрләү төптө хата.

Икенсенән, килеп тыуған, башығыҙҙан үткән хәлдәрҙән дөрөҫ һығымталар яһарға өйрәнегеҙ. Үткәндәргә кире ҡайтып, инде булған ваҡиғаларға һеҙ бер нисек тә йоғонто яһай алмайһығыҙ, әммә бөгөнгөгөҙ һәм киләсәгегеҙ тик һеҙҙең ҡулда.

Өҫтә миҫал итеп килтерелгән ҡатындың осрағында шуны әйтергә була: эйе, һеҙ балаларығыҙҙы тулы ғаиләлә тәрбиәләргә теләйһегеҙ, был ниәтегеҙ һәм ынтылышығыҙ маҡтауға лайыҡ. Әммә ғаилә тулы булыу менән бергә татыу ҙа булырға, һәр кем унда үҙен яҡлаулы, ҡурсаулы тойорға, ир ҙә, ҡатын да, балалар ҙа өйгә ҡайтырға, бер-береһен күрергә ашҡынып торорға тейеш. Ә бында әсә лә, балалар ҙа бәхетһеҙ, атай тарафынан яҡлау, ғаиләне ҡарау һәм ҡурсалау түгел, хатта йылы һүҙ ҙә юҡ. Иҫерек, тупаҫ атай янында ҡурҡыштан һәр саҡ дер ҡалтырап тороуға ҡарағанда, бәлки, тыныс күңел менән йәшәү күпкә яҡшыраҡтыр. Болалы ғаилә тормошо был ханымға ла, уның балаларына ла һаулыҡ өҫтәмәй, бәхетле итмәй.

Өсөнсөнән, барлыҡ хәл-ваҡиғалар өсөн бөтөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алырға ашыҡмағыҙ. Ҡайһы бер осраҡтар кешенең ихтыярынан тыш, тышҡы факторҙар йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Хәл-ваҡиғаны үҙгәртә алмаһағыҙ, уға ҡарата ҡарашыңды үҙгәртергә мөмкин бит. Иртәгәһе көндә нимә буласағын алдан берәү ҙә белмәй, әммә еңеүҙәре менән тыуһа ла, уңышһыҙлыҡтарға дусар итһә лә, был – беҙҙең тормош тәжрибәбеҙ. Иң мөһиме – ошо тәжрибә беҙҙе бөгөнгө көнөбөҙҙә нимәнелер аңларға ярҙам итһен, яҡты, бәхетле киләсәк ҡорорға ынтылыш бирһен.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 51

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 36

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 39

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 39

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 99

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 79

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 43

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 45

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 155

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 33

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 36

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 34