Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тирә-йүнгә яратып баҡ
Бөрйән ҡыҙы һәр көнөн хәйерле эштәргә арнарға тырыша.

Һоҡланырлыҡ йәштәребеҙ бар: улар төплө белем ала, төрлө яҡлап үҫешкә, камиллыҡҡа ынтыла, шул уҡ ваҡытта йөрәктәре изгелеккә, миһырбанлыҡҡа асыҡ. Сәм дә, ғәм дә етерлек үҙҙәрендә. Донъяға яратып баҡҡан, һәр көнөн файҙалы уҙғарырға, хәйерле эштәргә арнарға тырышҡан Әлиә Әбдрәшитова ла – тап шундай һәләтле, талантлы, рухлы ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе.

Гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫә ул. Әлиәгә алты ғына йәштә яҙмыштың ҡара еле ғаиләләренә уңалмаҫ ҡайғы алып килә – атайҙары мәрхүм була. Нурикамал апай ауыр ҡайғынан бөгөлөп төшмәҫ, кешенән кәм йәшәмәҫ өсөн балаларына бауыр баҫа.
“Әсәйем Балалар сәнғәт мәктәбенә етәкләп алып барғанда, уҡырға ла төшмәгәйнем әле. Шунан алып бейеү тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде”, – ти Әлиә. Бейеү серҙәренә төшөндөргән тәүге уҡытыусылары Флүрә Батыр ҡыҙы Мырҙағолова менән Марсель Камил улы Мөхәмәтғәлиндәргә ҡарата күңелендә оло рәхмәт тойғоһо һаҡлай ул. Өлгөлө “Осҡон” һәм “Ялҡын” ансамблдәре менән ҡайҙа ғына сығыш яһарға тура килмәй, хатта Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа уңыш ҡаҙаналар.

Әлиә М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын, бер ыңғай башланғыс белем биреү бүлеген тамамлай. Уҡыу осоронда университеттың “Ҡорос” халыҡ театрында, “Һомай” дефиле-театрында ихлас шөғөлләнә. Йәш, дәртле сағының бер минутын да бушҡа үткәрмәҫкә тырыша ҡыҙ: билдәле сәсәниә Розалиә Солтангәрәева етәкселегендәге “Йәш сәсәндәр мәктәбе”нә йөрөй, “Байыҡ” телевизион конкурсында сығыш яһап, еңеү яулай, шиғырҙар ижад итә, иптәштәре менән Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, “Изгелек” хәйриә фонды уҙғарған сараларҙа теләп ҡатнаша.

Быларҙан тыш, Әлиә үҫмер сағынан үҙен төрлө гүзәллек бәйгеләрендә лә һынап ҡарай. 2011 йылда “Бөрйән һылыуҡайы” булып таныла, “Һылыуҡай-2015” республика конкурсында махсус номинацияла билдәләнә, “Урал аръяғы гүзәле” бәйгеһендә беренсе урынды яулай, ә быйыл “Топ-модель Өфө” титулына эйә була. “Бындай сараларҙа ҡатнашыу, шулай уҡ “Һомай” дефиле-театрында шөғөлләнеү үҙемә ышанысты арттыра, нәзәкәтлеккә, матурлыҡҡа, тән сәләмәтлегенә ынтылыш тәрбиәләй”, – ти Әлиә.

Бөгөн Әлиә Әбдрәшитова Республика инженер лицей-интернатында ритмика дәрестәрен алып бара, “Һомай” студия­һының филиалын булдырып, ҡыҙҙарҙы гүзәллек, нәзәкәтлек серҙәренә төшөн­дөрә. “Бала саҡтан күңелем сәнғәт тигән илаһи донъяға тартылды, әммә һөнәр һайлағанда әсәйемдең кәңәшен тоттом. Бөгөн ошо ике өлкәне берләштереүем менән бәхетлемен. Балаларҙы ныҡ яратам, улар менән эшләү оҡшай”, – ти йәш белгес.

Уҙып барған йыл Әлиәнең тормошонда айырыуса матур ваҡиға менән иҫтә ҡалмаҡсы. Күптән түгел бала саҡтан айырылмаҫ дуҫы, күршеһе булған Филүс исемле егет уға тәҡдим яһаған. Йәштәр ноябрҙә мөнәсәбәттәрен никах менән нығытырға йыйына.

– Бергә уйнап үҫтек, бер ансамблдә бейенек. Һәр саҡ бер-беребеҙҙе яҡшы дуҫтар тип һананыҡ, был дуҫлыҡтың мөхәббәткә әйләнеүен әле килеп таныныҡ. Беҙҙең мөхәббәт тарихы үҙе бер китап яҙырлыҡ, – тип көлә Әлиә, күҙҙәрендә бәхет осҡондары балҡытып.

“Ир бала – илгә терәк, ҡыҙ бала – илгә биҙәк”, – ти халҡыбыҙҙың аҫыл әйтеме. Әлиә кеүек ил биҙәге булыр ҡыҙҙарыбыҙ барҙа милләтебеҙҙең иртәгәһе көнөнә өмөт-ышаныс арта.

Әлиәнән кәңәштәр

* Бер ҡасан да битемде һабын менән йыумайым. Бының өсөн төрлө тониктар, битте таҙалау өсөн тәғәйен һөттәр ҡулланырға кәңәш итәм.
* Һәр иртәне бүлмә температура­һындағы бер стакан һыу эсеүҙән башлайым.
* Тән һығылмалылығын, буй-һын матурлығын һаҡлау өсөн үҙегеҙгә ҡулай физик күнекмәләр эшләгеҙ. Мин әлеге ваҡытта “вакуум” техникаһы буйынса шөғөлләнәм.
* Йоҡлар алдынан аяҡтарҙы йылы (хатта бер аҙ эҫерәк) һыуҙа тотһағыҙ, барлыҡ арыуығыҙ юҡҡа сығыр, тәнегеҙҙең ауыр эш көнөнән һуң рәхәт иҙрәүен тойорһоғоҙ. Һуңынан крем һөртөп ҡуйығыҙ.
* Йылмайығыҙ! Йылмайған кеше һәр саҡ матур, һөйкөмлө күренә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 0

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 2

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 44

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 54

Йомшаҡ ҡуллы,  тәмле телле “фәрештә”

Йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле “фәрештә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ул 40 йылға яҡын сәләмәтлекте хәстәрләй. Йыш ҡына мәрхәмәтле, йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле табиптарҙы...

Тотош уҡырға 43

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһының исеме мәңгеләштерелде

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһының исеме мәңгеләштерелде 11.12.2018 // Йәмғиәт

Сирек быуаттан ашыу бай тарихы булған Сибай педагогия колледжы – төбәктә генә түгел, бөтә...

Тотош уҡырға 36

Мәктәп белем биреп еткермәйме?

Мәктәп белем биреп еткермәйме? 11.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин мәктәптәрҙә репетиторлыҡ...

Тотош уҡырға 63

Юлдар киңәйһә, фажиғәләр кәмер ине

Юлдар киңәйһә, фажиғәләр кәмер ине 11.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда федераль юлдарҙың ҡайһы бер участкаларын киңәйтеү проектын әҙерләйҙәр. Һүҙ М5, М7...

Тотош уҡырға 59

Бер атыуҙа – ике ҡуян

Бер атыуҙа – ике ҡуян 11.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр һәм...

Тотош уҡырға 61

Боҙ юлдары асыла

Боҙ юлдары асыла 11.12.2018 // Йәмғиәт

10 декабрҙә Ҡариҙел ауылында Өфө йылғаһы аша автомобилдәр өсөн бер һыҙатлы боҙ өҫтөнән сығыу юлы...

Тотош уҡырға 47

Яңы йылды — яңы өйҙә!

Яңы йылды — яңы өйҙә! 11.12.2018 // Йәмғиәт

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Төҙөлөш...

Тотош уҡырға 67

Сит яҡта ла илеңде онотма...

Сит яҡта ла илеңде онотма... 11.12.2018 // Йәмғиәт

[i]Бына инде нисәмә йыл гимназиямда белем алам һәм көн һайын төрлө, береһенән-береһе һәләтлерәк...

Тотош уҡырға 76