Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Банат Батырованың хеҙмәт батырлығы
Беренсе булыу уға тәбиғәттән бирелгән

Тынлыҡ. Киске сәйер тынлыҡ. Яй ғына урам буйлап барам. Ошондай мәл генә уйланырға, хис-тойғоноң ауыҙлығын ысҡындырып, хыялдарыңдың ялын тағатырға мөмкинлек бирә. Тыуған ауылым урамы. Уттарын балҡытҡан мөһабәт йорт ҡаршыһында туҡтайым да күҙҙе йомам. Ошо урында бынан быуат элек хужалары ғүмер кисергән өйҙө күҙ алдына килтерергә тырышам.

Был нигеҙ Хәйрулла Теләповтыҡы булған. Дөрөҫөрәге, атаһы Хәбибулла­ныҡы. Һуңынан ошо нигеҙҙә тыуған ҡыҙ атай-олатайының ғына түгел, тотош нәҫел-нәсәбенең, ырыуының данын бар илгә таратыр. Ергә яртылаш һеңгән өй­ҙөң ишеген асып, кескәй генә табандарын ялтлатып шишмә буйына төшөп йү­герер ҙә, ошо шишмәнән тереһыу алған шикелле, буй еткергәс, исемен халҡыбыҙ тарихына яҙып ҡуйыр Башҡорт­остан ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырова!

“Минең көслө булыуыма ирҙәр ҙә шаҡ ҡата ине...”

Банат апайҙың герой булғандан һуңғы осоро, йәғни кейәүгә сығып, Үтәгән ауылында эш башлаған, республикала шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү тәжрибәһе туплаған дәүере ярайһы уҡ киң яҡтыр­тылып, заманында ныҡлы өйрәнелде, сөнки уның исеме Башҡортостан шәкәре менән бергә үрелеп барҙы. Ә бына тыуған ауылы Иҫке Мусала буй еткереү осоро бик яҡтыртылманы. Тик Йософ Гәрәйҙең “Банат Батырова” тигән документаль повесында ғына, заман сәйәсәтенә яраҡлаштырып, бер аҙ урын бирелде. Шуға ла бөгөнгө яҙмала Банат апайҙың балалыҡ йылдарына, уның тамырҙарына ҡыҫҡаса туҡталғы килә.

Белмәйем, киләсәктә Стаханов, Батырова һымаҡ хеҙмәт батырҙарының ысын мәғәнәһендә ҡаһарманлығы күрһә­телерме, йәш быуын улар өлгөһөндә тәрбиәләнерме – уныһы илдә барған сәйәсәттән тора, әммә беҙ үҙ балала­рыбыҙға атай-олатайҙар, әбей-бабай­ҙарыбыҙ хаҡында һөйләргә бурыслы. Ысын тәрбиә төрлө каналдан өйҙәре­беҙгә бәреп ингән ялған геройҙарҙың ҡылыҡтары аша түгел, ә үҙ тупрағы­быҙҙа тыуып, фанилыҡта кешелек өсөн семтем генә булһа ла изгелек ҡылған шәхестәр аша алып барылырға тейеш.

Банат апай тураһындағы әлегә тиклем сыҡҡан, донъя күргән мәҡәләләрҙә, шул иҫәптән алда телгә алған повеста ла уның бәләкәйҙән байҙың балаһын ҡарап, ҡыйырһытылып, ас-яланғас үҫеүе хаҡында яҙылған. Ысынлап та, сағыш­тыр­маса ярлы ғаиләлә үҫә ул. Ләкин фәҡирлектәре – был ғаиләнең эшен алып бара алмауында, ғүмер буйы ата-әсәһенең ялсы булыуында түгел, ә атаһы Хәйрулланың йәшләй вафат булып ҡалыуында.
Ҡарлы-боҙло һыуға төшөп китеп, ул үпкәһенә һыуыҡ тейҙерә. Нисек кенә им-томлап, заманына күрә дауалап ҡарамаһындар, мандып китә алмай. Йәш кенә Нәҡиәне тол итеп, береһенән-береһе бәләкәй ете балаһын ҡалдырып, фанилыҡтан китеп бара. Иң ҙуры – ун дүрттә, ә кескәй Банат ике генә йәштә була.

Бына шул саҡ уларҙың күршеһе тиерлек йәшәгән Мөхәмәтдин (китапта ҡомһоҙ бай итеп күрһәтелә) бәлә менән япа-яңғыҙ ҡалған ғаиләгә ярҙам итә башлай. Нисек кенә тырышмаһын Нәҡиә, билдәле, ике улын, биш ҡыҙын ҡарарға хәле етмәй. Әйтергә кәрәк, балалары ла теремек була. Оло улы Тимербулат шунда уҡ ауыл көтөүен (байҙыҡын түгел!) көтөргә сыға, Ғарифулла әлеге Мөхәмәтдиндең аттарын ҡараша. Ҡыҙҙар иһә, ул саҡтағы иртә кейәүгә биреү йолаһы буйынса, бер-бер артлы кейәүгә сыға тора.

Заманында бит 18 йәшкә тиклем ҡыҙҙы өйҙә тотоу “ултыртып ҡалдырыу” тип иҫәпләнә. Шуға күбеһен уртаса 16 – 17 йәш тирәһендә кейәүгә биргәндәр. Банаттың “көн-төн байҙың балаһын ҡарауы”на килгәндә, атаһынан ике генә йәшлек булып ҡалған сабый нисек бишек тирбәтһен дә, үҫә төшкәс, ошо уҡ күрше “бай бисәнән семетелеп”, иҙелеп йәшәгән йомошсо ҡыҙ булһын? Банат ошо уҡ Мөхәмәтдиндең – яҡынса атаһы тиҫтере кешенең – балалары менән бергә уйнап, ҡатнашып үҫә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүҙә Герман, һуңынан Граждандар һуғышы сыға. Тимербулат менән Ғарифулла бер-бер артлы әрмегә алына. Ошо китеүҙәренән улар әйләнеп ҡайтмай. Был ҡайғы ғаилә тормошона ҡара күләгә булып ябыла, хәлдәрен тағы ауырайта. Ләкин, нисек кенә булмаһын, Нәҡиә балаларын башлы-күҙле итергә тырыша, үҫтереп еткерә. Иң мөһиме – уларға үҙе белгән һөнәрҙәрҙе өйрәтә: тегеүгә оҫта булалар, аш-һыу серҙәрен беләләр. Тағы ла йыр-моңға һөйөү ярҙам итә был ғаиләгә. Ҡыҙҙар маһирлығы менән айырылып тора. Бигерәк тә Банаттың моңло тауышы күптәрҙе әсир итә. Үҫә төшөп, һөйгәнен үҙенә арбаған әхирәте менән йырлап әйтешкәндәрен элегерәк әбей-бабайҙар һоҡланып хәтерләй торғайны. Әйткәндәй, Йософ Гәрәйҙең китабына ла бер нисә куплеты “Йыр дуэле” тигән бүлеккә ингән. Моғайын, яҙыусыға Банат апай үҙе әйтеп яҙҙырғандыр.

Тәүге һөйөү хистәре, тәүге осрашыу. Ун биш йәштә килә был тойғо Банатҡа – үҙенән дүрт йәшкә өлкән Вәлимөхә­мәткә ғашиҡ була. Егет тә битараф түгел. Тик шуныһы, Банаттың әхирәте лә Вәлмигә (исемен ҡыҫҡартып йөрөтәләр) ғишыҡ тота. Бына шулай, Банат ун биш йәшендә генә кейәүгә сыға ла, ярты йыл йәшәп тә өлгөрмәй, әхирәте араларына килеп инә – ун алтыла иренән ҡайта...

Тәҡдире шул булғандыр. Хәйер, Вәлимөхәмәт менән улар барыбер бергә оҙаҡ йәшәй алмаҫ ине. Вәлмиҙе лә, Банаттың ағалары һымаҡ уҡ, илдә ҡупҡан һуғыш аямай – яуҙа башын һала.

Банаттың тормошонда шәхси яҡтан үҙгәреш егерме йәшенән ары атлағас була. Апаһы Ғәмбәрҙең туйына Үтәгән ауылынан ҡоҙа тейешле Сәйетғәле лә саҡырыла.

Әсәһе – Иҫке Мусанан. Ғөмүмән, Мең ырыуына ҡараған Муса халҡы менән Табын ырыуының Үтәгән, Ҡарлыман, Йомран (Ибраһим) ауылдары кешеләре гелән ҡыҙ бирешеп-алышып йәшәгән. Ана шул туйҙа таныша ла йәштәр. Күп тә үтмәй, никах уҡытып, Банатты Сә­йетғәле Үтәгәнгә алып ҡайтып китә. Был 1921 йылғы ҡыш була. Аслыҡтың ишек ҡағыуы сәбәптерме, апаһының туйымы, үҙҙәре туй-фәлән үткәрмәй. Моғайын, сә­бәп башҡала булалыр. Банат бит Вәл­мигә лә Сания апаһының туй көнөндә кейәүгә сыға. Был юлы ла шулай тура килә.

Тамырҙар тәрән...

Яңы ғаиләнең артабанғы яҙмышы Үтәгән ауылына бәйле. Ә Мусала ҡалған Нәҡиә апайҙың, Банаттың апаларының яҙмышы тураһында, йылдар үткәс, Герой үҙе бына ни тиер:

“ – Рәҡиә бәхетһеҙ булды. Ҡартҡа бирҙеләр. Егермелә үлеп китте. Баланан. Балалары ла үлде...

– Сания бик йор булды. Ауыҙы менән ҡош тота ине. Яҙғы ҡырау бөргән кеүек, йәшләй китте. Улы Ҡыҙыл Армияла үлде. Ә йырлауы! Беҙ уға оҡша­маған­быҙ. Тауышы аҡҡош тауышы ине. Шул хәтлем моңло йырлар икән кеше!

– Хәнифәне ире туҡмап үлтерҙе. Балалары ла үлде. Былай ҙа сирләшкә ине. Үтә ҡыҙғаныс булды.

– Һай, уҫал да, эскесе лә ине Ғәмбәр апайҙың ире. Ире менән биш кенә йыл торҙо. Хур ҡыҙылай хәтерҙә ҡалды. Ҡорошоп бөтөп үлде. Улы ла үлде.

– Ағайҙар бик йәшләй юғалды. Беҙгә бәхет юллап, ҡорбан булдылар. Ҡыҙыл Армия сафында Колчакка ҡаршы һуғышта үлделәр.
– Атай бахыр әжәле етмәй үлгән.

– Әсәй бисара бер оя етем үҫтерҙе. Гел ҡайғы менән йәшәне. Бер мәртәбә лә көлөүе хәтергә килмәй. Илауы гел күҙ алдымда. Алты балаһы үлгәс, бигерәк тә ҡыйын булды уға.

– Минең тәҡдирҙе ҡарсыҡтар дөрөҫ юллаған. Мин бер үҙем бәхетле булдым. Сәүит власына йәшләй барып сыҡтым шул. Моңая белмәнем. Күкрә­ге­мә ҡайғы йыйманым. Әҙ генә йәнем үртәлә башлаһа, яҙғы сыйырсыҡтай һайрай башлай инем. Мотлаҡ шуға иҫән булғанмындыр. Унан, бик таҙа булдым. Емереп эшләнем. Минең көскә ирҙәр ҙә шаҡ ҡата ине...” (Йософ Гәрәй, “Банат Батырова”, Башҡортостан китап нәшриәте, Өфө, 1966 йыл).
Банат Батырованың тыуған ауылында тамыры тәрән. Уның ата-бабалары – аҫа­ба башҡорттар, Мең ырыуына ҡара­ған Муса аҫабалары үҙ ерҙәрен һатҡан­дағы, ҡуртымға биргәндәге килешеүҙәр­ҙә тамғаларын мотлаҡ һуҡҡан. Шуға ла был нәҫелде хеҙмәтсе, байға ялсы итеп күрһәтеү төптө дөрөҫ түгел. Алда телгә алғанса, бар бәләләре – ғаилә башлы­ғының бик йәшләй донъя ҡуйыуында. Ошонан килгән михнәттәр бер булһа, икен­сеһе – илдәге боларыштарҙа ғаилә терәге булырҙай ағалары баштарын һала. Етмәһә, ауыл Өфөгә яҡын. Уның аша әле ҡыҙылдар, әле аҡтар үтә. Бер-бер артлы аслыҡ йылдары теҙмәһе лә үҙ эшен атҡара.

1816 йылғы ревизия документтарына ҡарағанда, шул саҡта Теләп Тойғоновҡа – 60 йәш. Уның ике ҡатыны Үлмәҫбикә Көҙәшева (50) менән Шәһәрбаныу Арыҡбаева (40) була. Өлкән улы Ҡот­лоюл (26) – йортауай йөҙ башы-сотник. Мөхәмәтрәхимгә – 18 йәш. Хәбибулла менән Рәхимғол исемле 13-әр йәшлек игеҙәк улдары була.

Шуныһына иғтибар итергә кәрәк: Ҡот­лоюл – сотник. Ул заманда ҙур, яуап­лы вазифа. Әйткәндәй, 1850 йыл­дағы ревизия иҫәбенең башына “...ведомства 8-го башкирского кантона в сос­таве команды старшины Кусяпкула Туйгунова” тип яҙылған. Тойғондоң икенсе улы Көҫәпҡол – старшина! Быларҙың бары­һы ла үҙ бурысын ил, батша алдында үтәй торған нәҫел тураһында һөйләй.

Ил батырҙарын баһалай белә

1850 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп, игеҙәктәр Хәбибулла менән Рәхимғолға ғына туҡталып үтәм. Документтарҙан Хәбибулла Теләповтың 1848 йылда үлеп ҡалыуы (1803 – 1848) тураһында белдерелеп, 11 йәшлек Хәйрулла улы теркәлә. Хәйрулла – Банаттың атаһы. Уның игеҙәге Рәхимғол Теләповтың (47) Мөхәмәтхәсән (20), Мөхәмәтвәли (11), Мөхәмәтрәхим (8), Сөләймән (5) исемле улдары булған.
Хәйрулланың улдары үлеү, ҡалғаны ҡыҙҙар ғына булыу сәбәпле, бөгөн ауылда Теләповтар ҙа, Хәбибуллиндар ҙа (бәлки, олатайҙарының исемен фамилия итерҙәр ине) юҡ. Әммә Теләп ҡарттың улдары Рәхимғолдан Рәхимғоловтар киткән. Шулай уҡ Теләптең Мө­хәмәтрәхим (ҡатыны Ғәйшә Ҡабаева) исемле улынан Юнысовтар башланған: Теләп – Мөхәмәтрәхим – Юныс – Хөсәйен һәм Мөхәррәм...

...Үтәгән ауылы – Башҡортостан шәкәр сөгөлдөрөнөң бишеге. 1932 йылда бында Банат апайҙың әхирәттәренән торған звено ике гектар ерҙә тәүге тапҡыр сөгөлдөр эшләргә сыға. Ерҙе һөрөү, махсус сәскес менән орлоҡто сәсеүҙән башҡа бар эш тә – рәт араларын эшкәртеү, утау, ҡаҙып алыу – ябай тәпке, көрәк менән башҡарыла. Быларҙан тыш, халыҡтан көл йыйыу, ҡош тиҙәге, тиреҫ ташыу ойошторола. Бер нисә йылдан инде Ҡырмыҫҡалы районы сөгөлдөр үҫтереү тәжрибәһе үҙәгенә әйләнә. Яңы культураны ра­йондың барлыҡ хужалыҡтарына сәсергә ҡушыла, башҡа район биләмәләренә таратыла.

1941 йылда Банат апай һөйгән ире Сәйетғәлене һуғышҡа оҙата, 1943 йылда уның батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәр килә. Ҡатын өс бала менән тороп ҡала. Звено, фашистарға үс итеп, Еңеүҙе яҡынлаштырыу өсөн оло йөкләмә ала – сәсеү майҙанын һәм гектар көсөн арттырырға! Былар хәҙер генә яңғырауыҡлы һүҙҙәр һымаҡ ҡабул ителә. Әммә һуғыш, унан һуңғы осорҙа был аҙымға барыу бушҡа боғаҙ йыртыу булмай. Бөйөк Еңеү йылында звено һәр гектарҙан 407 центнер уңыш алһа, унан һуң күп тә үтмәй 502-гә еткерәләр. Иң юғары уңышҡа 1947 йылда өлгәшәләр – 611,5 центнер!

Ил дә батырҙарын баһалай белә – Банат Батыроваға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, Ленин ордены тапшырыла, звено ағзалары Ғәзизә Байгилдина, Әсҡәпъямал Хөсәйенова, Фатима һәм Хәнифә Хәсәновалар Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Иң мөһиме – Украина тарафтарында ғына үҫтерелгән культура Башҡортостан баҫыуҙарында ла ерегә. Белмәйем, пропаганда шундай булғандырмы, уныһы мөһим түгел, нәҡ БАССР Юғары Советы депутаты Банат апай Батырова республикала шәкәр заводы төҙөү тура­һында һүҙ ҡуҙғата. Шулай итеп, Ағиҙел йылғаһы менән Еҙем ҡушылған урында, Һарт-Шишмә һәм Һарт-Наурыҙ тигән башҡорт ауылдары араһында завод төҙөү өсөн ер бүленеп, эш башлана. Бөгөнгө Ҡарлыман шәкәр заводы, Прибельский ҡасабаһы барлыҡҡа килә.

Банат Батырова һымаҡ хеҙмәт батыр­ҙарының эштәре, үҙҙәре фанилыҡтан китһә лә, мәңге йәшәй. Күпләп “татлы тамыр” үҫтерелеүенән, эшкәртелеүенән тыш, йәш быуындың тәрбиәүи яғын күҙ уңында тотам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тотош быуын башҡа идеология, сит-ят пропаганда йоғонтоһонда үҫә. Иманым камил, киләсәктә быны аңларбыҙ ҙа үҙ асылыбыҙға – рухыбыҙҙы һуғарған инешебеҙгә ҡайтырбыҙ, тим..



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Санала  елеп кенә!

Санала елеп кенә! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта Белорет районы яҡтарына юл йышайып китте. Бирҙеғол ауылына етәрәк ат менән бесән алып...

Тотош уҡырға 75

Иң оҙондар ҡайһы ауылда?

Иң оҙондар ҡайһы ауылда? 09.12.2018 // Йәмғиәт

Район үҙәгендәге спорт-һауыҡтырыу комплексында төбәктәге ауыл биләмәләренең йыйылма командалары...

Тотош уҡырға 50

Урлашҡан... төрмә начальнигы!

Урлашҡан... төрмә начальнигы! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Билдәле: төрмәлә тәртип боҙғандар ултыра. Ә бына уларҙы тәрбиәләү менән мәшғүл булырға тейешле...

Тотош уҡырға 69

Уңайлы булһын өсөн

Уңайлы булһын өсөн 09.12.2018 // Йәмғиәт

11 декабрҙән Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Күп функциялы үҙәк “бер тәҙрә” принцибы буйынса...

Тотош уҡырға 38

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар 08.12.2018 // Йәмғиәт

Күгәрсен районындағы “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре 25 мал ҡарау майҙансығы...

Тотош уҡырға 65

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй 08.12.2018 // Йәмғиәт

Илештәр эштә, спортта ғына түгел, ә ял итеүҙә лә ал бирмәй. Райондың ауыл биләмәләре араһында...

Тотош уҡырға 40

Офис өй туйланы

Офис өй туйланы 08.12.2018 // Йәмғиәт

Электр энергияһы ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндергән Бүздәк клиент офисы өр-яңы бинаға күсте. Элек ул...

Тотош уҡырға 44

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр 08.12.2018 // Йәмғиәт

Баҡалы районының хакимиәт башлығы Александр Андреев Туҡбирҙе ауылындағы социаль учреждениеларҙың...

Тотош уҡырға 37

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул"

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул" 07.12.2018 // Йәмғиәт

Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы яңылыҡты мәғлүмәт киңлегендә бик күптән көтәләр ине, тигән...

Тотош уҡырға 46

Ҙур баһа

Ҙур баһа 07.12.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән районы хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы уҙғарылды. Унда...

Тотош уҡырға 76

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ 07.12.2018 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта сода етештереү маҡсатында Ҡуштауҙы эшкәртеү киләһе 30 йылда ошо тауҙағы туристик...

Тотош уҡырға 42

Вәғәҙә үтәлде

Вәғәҙә үтәлде 07.12.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында эш сәфәре ваҡытында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 97