Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һалдатҡа китә егеттәр...
Һалдатҡа китә егеттәр...“Республика хәрби комиссариаттарында иҫәптә торған дүрт хеҙмәткә саҡырылыусы олимпия спорт төрө буйынса Рәсәй йыйылма командалары составына индерелде. Улар илдең “Армия үҙәк спорт клубы”ның роталарында хеҙмәт итәсәк. Был егеттәр – беҙҙең ғорурлығыбыҙ”, – тине “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республиканың хәрби комиссары Игорь Харченко.

Мәғлүм булыуынса, армияла ғәскәри бурысын үтәмәгәндәр тәртип һаҡлау ведомстволарына, дәүләт хеҙмәтенә эшкә урынлаша алмай. Тап шуға ла күпселек егеттәр ил һаҡларға теләп китә. Шул уҡ ваҡытта ғәскәри бурысынан баш тартырға теләгәндәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, әлеге көнгә 50 кеше ҡасып йөрөй, алты егет бер сәбәпһеҙ йыйылыу пунктына килмәгән. Әле һалдатҡа барыуҙан баш тартҡан 52 егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хәрби комиссариаттың хәрби-табип комиссияһы рәйесе Борис Усатов хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың һаулыҡ торошо әллә ни шәптән булмауы хаҡында һөйләне. Республикала хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ 71,6 процент тәшкил итә. Ә бына Рәсәйҙең көньяҡ төбәктәрендә был күрһәткес 80 проценттан ашып китә. “Күрәһең, йомшаҡ климат, экология, туҡланыу шарттары ла тәьҫир итәлер”, – тип быға үҙ ҡарашын белдерҙе хәрби табип.

Әлбиттә, ҡулына ҡорал аласаҡ егеттәр бөтә яҡлап та сәләмәт булырға тейеш. Тап шуға ла һәр кемдең физик һаулығы ғына түгел, психологик торошо ла, ят мөхиткә яраҡлашыу үҙенсәлеге лә ныҡлы тикшерелә, район һәм үҙәк йыйылыу пунктында ике тапҡыр махсус тест үтәләр. “Был йәһәттән ауылдарҙан, республиканың башҡа ҡалаларынан килгән егеттәр психикаһының ныҡлығы менән айырылып тора. Ә өфөләрҙең психологик яҡтан әҙерлеге насар. Шул сәбәпле яҙын 65 егетте кире ҡайтарырға мәжбүр булдыҡ. Ҡайһылары килеү менән илай башлай, әсәһе янына ебәреүҙе һорай, тәртипте үтәүҙән, ашауҙан баш тарта. Улар бөтәһе лә ҡабаттан тикшереүгә ебәрелде”, – ти Борис Усатов.
Был саралар хеҙмәт барышында үлем осраҡтарын кәметергә тейеш. Һуңғы өс йылда һалдат бурысын үтәгәндә һәләк булыусылар һаны һиҙелерлек кәмегән.

Быйыл тәү тапҡыр 17 йәштән хәрби иҫәпкә ҡуйылған үҫмерҙәрҙең ни бары 64 проценты һаулығы йәһәтенән ҡәнәғәтләнерлек тип билдәләнгән. 15 –16 йәшлектәрҙе диспансерлаштырыу был нисбәт 60 процент булыуын күрһәткән.

“Призывниктарҙы борсоған төп проблема – яҫы табанлылыҡ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының белгестәре 12 йәштән үткән малайҙарҙың сәләмәтлек торошон тикшерҙе. Улар асыҡлауынса, 10 йәштән яҫы табанлылыҡ барлыҡҡа килә, һәм ул армия йәшенә еткәнсе өсөнсө дәрәжәгә етә”, – тине Борис Усатов.

Ә бына сколиоз буйынса закон йәһә­тенән критерийҙар һиҙелерлек кәмегән. Элек умыртҡаның 12 градусҡа кәкерәйеүе хеҙмәткә яраҡлылыҡ сикләнгән тип билдәләнһә, хәҙер 17 градус кимәлендә лә бер сама сикләнгән булараҡ тип иҫәпләнә.

Көҙгө саҡырылышта республиканан 4500 егет һалдат хеҙмәтенә оҙатыласаҡ. Хәрби частарға тәүге партия 24 октябрҙә юллана.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ”

“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ” 18.12.2018 // Йәмғиәт

Өлфәт МОСТАФИН, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы: [quote]– Бөгөн беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының...

Тотош уҡырға 6

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙҙең күршеләр һәм дуҫтар “Беҙ булдырабыҙ” тип бик дөрөҫ әйтә. Ә мин бында йыйылғандарға: “Беҙ...

Тотош уҡырға 42

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла 18.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Мөрәжәғәтнамә тыңларға килгән Мәсетле районының Түбәнге Бобин...

Тотош уҡырға 34

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ 18.12.2018 // Йәмғиәт

– Балалар менән эшләгән кеше булараҡ миңә ябай, аңлайышлы телмәр яҡын. Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә тере...

Тотош уҡырға 36

Төп капитал – кеше

Төп капитал – кеше 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостан Башлығы...

Тотош уҡырға 25

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш”

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш” 18.12.2018 // Йәмғиәт

[quote]– Сүп-сар сығарыуға үтә ҙур тарифтар билдәләүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Был мәсьәләгә тулыһынса...

Тотош уҡырға 54

Ҡунаҡҡа киләм!

Ҡунаҡҡа киләм! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 66

Аяғүрә баҫып алҡышланылар

Аяғүрә баҫып алҡышланылар 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 189

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа 18.12.2018 // Йәмғиәт

2019 йылда Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк....

Тотош уҡырға 43

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ!

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙ пассажирҙар ташыу тармағында тәртип булдырасаҡбыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 47

Тау башында балҡыһын баш ҡала

Тау башында балҡыһын баш ҡала 18.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 52

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика депутаттарына...

Тотош уҡырға 95