Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…”

Ололарҙың фатихаһын алыуға ни етә?!

Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре тураһында ниндәй генә әҫәрҙәр тыумаған да ниндәй генә фильмдар ижад ителмәгән! Йор һүҙлеләр тарафынан сығарылған көләмәстәр, шаян, төртмә телле шиғыр юлдары ла, халыҡ ижадында һаҡланған мәҡәл-әйтемдәр ҙә был теманы урап үтмәгән.

“Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай” тип бер йортта ике хужа­бикәнең һыйыша алмауына ишара­лаһалар, “Килен кеше – кәм кеше” йәки “Иң яҡшы ҡәйнәнән дә ҡандала еҫе килә” тип ғаилә мөнәсәбәттәрен ҡыр­ҡыу­лаштырыуға, көнсөллөк, низағ тыуҙы­рыуға йүнәлтелгән, күңелде киткән әйтемдәр, тормош ысынбар­лы­ғынан сығып, ауыҙ-тел ижадында үҙ урынын алған. Әммә йылы ғаилә усаҡтары, йорттоң йәме, йәне булған әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр, татыулыҡта һәм берҙәмлектә донъя көткән килен һәм ҡәйнәләр, бәхеткә күрә, эргә-тирәбеҙ тулы.

Шуның бер өлгөһөн – Зәйтүнә менән Мансур Усмановтар ғаиләһен – Көйөргәҙе районының Зәк-Ишмәт ауылында тап иттек. 88 йәшлек парҙың әле лә йәш саҡтарындағы кеүек дәрт­ле, тормоштан йәм табып, балаларына терәк, кәңәшсе булып йәшәүҙәре һоҡланыу уята.
Зәйтүнә инәйҙең һөйләгән һәр һүҙе тарих.

– Мансур ағайығыҙ йәш сағында тракторсы булып эшләне, мине уға прицепщик, йәғни тағылмала эшләүсе итеп тәғәйенләнеләр. Йәшләй генә өйләнештек. Ҡәйнәм-ҡайным йортона килен булып төшөүем булды, иремде өс йылға Сахалинға хеҙмәткә алдылар. Утыҙ йыл буйы бейем менән бер һүҙгә килешмәй йәшәнек, – тип хәтерләй ул алыҫта ҡалған ғүмер юлдарын. – Ас та булдыҡ, яланғас та, әммә ауыр һүҙҙәр әйтеп, бер-беребеҙҙе битәрләмәнек. Аяҡта сабата, өҫтә йүнле кейеме лә юҡ, ҡайҙан көс табып, ирҙәр менән бер рәттән урман ҡырҡҡанбыҙҙыр. Бөтә ауыл халҡы менән, ҡыуышта йәшәп, тимер юл һалыуҙа, аҙаҡ “Ҡыҙыл шар” колхозында эшләнек. Беҙҙең быуын күмәс күрмәй үҫте.

Усмановтар ике ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, барыһын да аяҡҡа баҫтырған. Хәҙерге көндә һигеҙ ейән-ейәнсәре, 14 бүлә-бүләсәренең шатлыҡтарын уртаҡлашып йәшәйҙәр. Донъя – ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа, тигәндәй, ололар үҙҙәре хәҙер килендәре Әлмира, улдары Юныс тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. “Килен – ҡәйнә тупрағынан” тигән кинәйәле һүҙҙәрҙең юҡтан ғына барлыҡҡа килмәүенә, яҡшылыҡтан бары яҡшылыҡ тыуыуына ғына инандыра был ғаилә миҫалы.

“Ятҡан түшәгебеҙ йылы, аш-һыуыбыҙ тәмле. Балаларҙың йөҙө яҡты булғас, беҙгә тағы ни кәрәк? Татыулыҡта йәшәүгә ни етә?!” – ти хеҙмәт ветерандары Зәйтүнә менән Мансур Усмановтар.

Улдары Юныс, башҡа бик күп Башҡортостан егеттәре кеүек, Себергә эшкә киткәс, тиҫтәнән ашыу һыйыр малын тәрбиәләү, утыҙлап тауыҡ, һикһәнгә яҡын ҡаҙ-өйрәк аҫрау мәшәҡәте килендәре Әлмира иңенә ятҡан. Ҡәйнә фатихаһының уны ла һаҡларына, ҡотло, иманлы йортта ғаилә традицияларының артабан да дауам итеренә ҙур ышаныс бар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 0

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 2

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 44

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 54

Йомшаҡ ҡуллы,  тәмле телле “фәрештә”

Йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле “фәрештә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ул 40 йылға яҡын сәләмәтлекте хәстәрләй. Йыш ҡына мәрхәмәтле, йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле табиптарҙы...

Тотош уҡырға 43

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһының исеме мәңгеләштерелде

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһының исеме мәңгеләштерелде 11.12.2018 // Йәмғиәт

Сирек быуаттан ашыу бай тарихы булған Сибай педагогия колледжы – төбәктә генә түгел, бөтә...

Тотош уҡырға 36

Мәктәп белем биреп еткермәйме?

Мәктәп белем биреп еткермәйме? 11.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин мәктәптәрҙә репетиторлыҡ...

Тотош уҡырға 63

Юлдар киңәйһә, фажиғәләр кәмер ине

Юлдар киңәйһә, фажиғәләр кәмер ине 11.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда федераль юлдарҙың ҡайһы бер участкаларын киңәйтеү проектын әҙерләйҙәр. Һүҙ М5, М7...

Тотош уҡырға 59

Бер атыуҙа – ике ҡуян

Бер атыуҙа – ике ҡуян 11.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр һәм...

Тотош уҡырға 61

Боҙ юлдары асыла

Боҙ юлдары асыла 11.12.2018 // Йәмғиәт

10 декабрҙә Ҡариҙел ауылында Өфө йылғаһы аша автомобилдәр өсөн бер һыҙатлы боҙ өҫтөнән сығыу юлы...

Тотош уҡырға 47

Яңы йылды — яңы өйҙә!

Яңы йылды — яңы өйҙә! 11.12.2018 // Йәмғиәт

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Төҙөлөш...

Тотош уҡырға 67

Сит яҡта ла илеңде онотма...

Сит яҡта ла илеңде онотма... 11.12.2018 // Йәмғиәт

[i]Бына инде нисәмә йыл гимназиямда белем алам һәм көн һайын төрлө, береһенән-береһе һәләтлерәк...

Тотош уҡырға 76