Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағиҙел аръяғында ла тормош бар…
…9-сы ҡала дауаханаһының баш табибы Марсель Зарипов: “Әллә ялыу-маҙар бармы? Журналистар юҡҡа йөрөмәҫ”, – тип ҡаршыланы беҙҙе уйынлы-ысынлы. “Затон биҫтәһе халҡы сабыр бит ул, ваҡытлы уңайһыҙлыҡтарҙы кисерә лә, аңлай ҙа белә. Бөгөн дә һеҙҙең поликлиникаға һыу буйындай сират икән…”

“Боҙ” ҡуҙғалды булһа кәрәк…

– Эйе, бөгөн халыҡты сифатлы медицина ярҙамы менән тулыһынса тәьмин итә алабыҙ тип әйтеп булмай, сөнки майҙан етешмәй. Биҫ­тәлә беҙ хеҙмәтләндергән өлкән кешеләр һаны ғына ла 22 меңгә яҡын. Киләсәктә уларҙың һаны арта ғына ба­расаҡ. Һеҙҙең дауаха­наның тарихи юлын тулыһынса бел­мәүегеҙ ҙә ихтимал. Ҡасан­дыр ул федераль милек һаналды, аҙаҡ ҡала һаулыҡ һаҡлау тармағына, 2015 йылда Баш­ҡорт­остан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡара­мағына күсерелде. Хужа­ларҙың алмашыныуынан ғына хәл яҡ­шырманы. Шулай ҙа дауаха­на­ның федераль милектән му­ниципаль ми­леккә күсе­релеүен ҙур еңеү тип иҫәп­ләйем, ошо ва­ҡиғанан һуң биҫтәлә бөтә уңайлыҡтары булған заманса поликлиника буласағына өмөт уянды. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, был – һирәк күренеш. Маҡсатлы програм­маларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге тыуҙы, туҙып, әҙәм ҡарамаҫлыҡ хәлгә төшә барған учреждениены ремонтлау өсөн аҡса бүленде. Был эште тиҙ арала баш­ҡа­рып та сыҡтыҡ. Былтыр ай үҫәһен көн үҫә барған биҫтә өсөн поликлиника төҙөү­ҙең хыял ғына түгел­леген, оҙаҡ­ламай ысын­барлыҡҡа әүере­леүен белеп, һөйөнөүебеҙҙең сиге булманы. Төҙөлөш Республика адреслы инвес­тиция­лар проектына индерелде.

Беҙҙең биҫтәлә демографик күрһәт­кестәр һәр кемде һөйөндөрөрлөк, тыуым йыл да арта, йәш ғаиләләр күбәйә. Шуға күрә поликлиниканың проект буйынса өлкәндәр өсөн генә түгел, ә балалар өсөн дә тәғәйенләнеүен хуплап ҡаршы алдыҡ. Заказсыһы ла билдәле – “Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы”. “Юл картаһы” әҙерләнгән. Күҙ алдына килтерәһегеҙме? 1200 квадрат метр тәшкил иткән биләмәлә (урыны билдәләнгән) көнөнә 900 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән алты ҡатлы, лифттар йөрөп торған поликлиника буласаҡ! Майҙаны 13 мең квадрат метр тәшкил итәсәк учреждениела бөтә тейешле хеҙмәттәр эшләйәсәк. Кеше иртән килеп, анализдар биреп бөткәс, буфетҡа инеп тамаҡ ялғап алырға ла, табипҡа күре­нергә лә өлгөрһөн тибеҙ, – тине Марсель Кинйә улы. – Шуныһына ҡыуанам: беҙҙә кадрҙар ҡытлығы юҡ, төрлө сәбәптәр арҡаһында белгестең эштән китеүен белеү менән алмаш таба һалабыҙ. Йәштәрҙе ошо учреждениеға еректереү, ҡыҙыҡһын­дырыу өсөн төрлө юлдарҙы эҙләйбеҙ. Балалар баҡсаларына сабыйҙарын сиратһыҙ урынлаштырыу, ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләрен закон менән нығытҡанда бик яҡшы булыр ине.

Биҫтә үҙгәрештәр көтә

Һуңғы йылдарҙа Затонда торлаҡ төҙөү әүҙем бара. Биләмәне үҫтереүҙең генераль планы 2006 йылда уҡ эшләнгәйне. Ул саҡтағы етәкселәрҙең әйтеүенсә, биҫтә төҙөлөш өсөн иң перспективалы, өҫтөнлөклө райондарҙың береһенә әүерелергә тейеш ине. Тәүге сиратта күп ҡатлы йорттар менән бергә социаль объекттар барлыҡҡа килеүе шарт булды.

2013 йылдың йәйендә үткәрелгән матбуғат конференцияһында Өфө ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығы етәксеһе Илдар Ибраһимов белде­реүенсә, Ағиҙел аръяғы биләмәһендәге төҙөлөш майҙаны яҡынса 177 квадрат километр, ә генераль планға ярашлы, яңы торлаҡ төҙөлөшө күләме 4,49 миллион квадрат метрға етәсәге күҙалланды. Биҫтәнең үҫеш перспективаһы 2025 йылға тиклем ентекле һүрәтләнгән, тип билдәләнгәйне. Хәтерҙә, ошондай вәғәҙәләрҙән һуң матбуғат биттәрендә “Өфө Затонға өҫтөнлөк бирә” тигән баш аҫтында мәҡәләләр ҙә күренгеләне. Ленин районы хакимиәте етәкселәре лә, күптәрҙе ҡыуандырып, бында өр-яңы торлаҡ төҙөлөшө менән бер рәттән, заманса поликлиника һалынасағын да хәбәр итте.

Өҫтәүенә экологик яҡтан иң таҙа райондарҙың береһе һаналған Затонда ҡала һәм республика өсөн бик кәрәкле объекттың – ТЭЦ-тың сафҡа инеүе электр энергияһы һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү мөмкинлектәрен киңәйтте. Биҫтә менән ҡаланы тоташтырған яңы күперҙең күптән түгел һалынып бөтөүе, транспорт ағымының артыуы халыҡтың күпләп был төбәктә төпләнеүенә, фатирҙарҙы тап ошонда һайлауына булышлыҡ итә. Бер яҡтан, әлегә фатир­ҙар хаҡы сағыштырмаса арзаныраҡ, биҫтә ҡаланан ни бары 9,6 км алыҫлыҡта ята, водителдәр әйтеүенсә, хәҙер юлда тығындар булмағас, автомобилдә Октябрь проспектына тиклем 13 минутта елдереп барып етергә мөмкин. Әммә халыҡҡа, уңайлы фатирҙарҙан тыш, яҡын-тирәлә көндәлек тормош өсөн социаль объекттарҙың булыуы ла мөһим бит.

Үкенескә ҡаршы, биҫтә ул йәһәттән һис кенә маҡтана алмай. Элек балалар шау-гөр килеп йөрөгән Ғөбәйҙуллин исемендәге кинотеатрҙы емерҙеләр, йәмәғәт мунсаһын яптылар. Биҫтәлә хатта эре сауҙа үҙәге лә юҡ, донъя кәрәк-яраҡтарын, кейем-һалым алыу өсөн ҡалаға юл тоторға кәрәк. Үҫмерҙәрҙең өйөр менән подъездар төбөн һағалап, буш ваҡыттарын файҙаһыҙға үткәреүенә йән көйә, әлегә уларҙы әүрәтерлек, ҡыҙыҡтырырлыҡ мәҙәниәт усаҡтары юҡ.

Затонды халыҡтың “үгәйһетелгән” биҫтә тип атарға ла хаҡы бар, киске сәғәт 8-ҙән һуң йәмәғәт транспортының булмауын, хатта “маршрутка”ларҙың да һирәкләүен белгәс, театр-киноларға йөрөргә атлығып тормайһың, сөнки һуңынан ҡайтыуыңды уйларға ла кәрәк. Ҡала маршруттарында “ГАЗел”дәрҙә юл йөрөү хаҡы 20 һум булғанда, Затонда ул 30-ға етте. Хәҙер инде водителдәрҙең “аппетиты” тағы ла арта төштө, Михайловканан ҡалаға тиклем 35-40 һум түләүҙе талап итәләр. Хәйер, иртәле-кисле ҡиммәт хаҡҡа ла коммерция нигеҙендәге транспортҡа эләгеп китеүең икеле әле, салон халыҡ менән шыплап тулған була.

Шулай ҙа, үрҙә әйтеүебеҙсә, иң ныҡ бәкәлгә һуҡҡаны – 9-сы ҡала дауахана ҡарамағындағы поликлиниканың ҡыҫын­ҡылығы, халыҡты сифатлы хеҙмәт­ләндереү өсөн мөмкинлектең сикләнгәне. Регистратураға ла, анализ бирергә лә, табипҡа инергә лә әлегә сират. Биҫтә халҡы ла, поликлиника коллективы ла, хәлде яҡшы аңлап, һуңғы ваҡыттағы булдырылған уңайлыҡтарҙы ыңғай баһалап, ҡасан да булһа тормош сифатының яҡшырасағына өмөтләнә.

– Мин дә күп йылдар ошо хыялымдың тормошҡа ашасағына ышанып йәшәйем. Ниһайәт, “боҙ ҡуҙғалды”, сабыр итергә кәрәк, – тине баш табип Марсель Зарипов хушлашҡанда.

Радий ХӘБИРОВ,
Башҡортостан Башлығы вазифаһын
ваҡытлыса башҡарыусы:

“Өс йылда 1,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Быныһы яҡшы. Тик ҡайҙа поликлиникалар? Торлаҡ майҙандарының бөтә нормативтары буйынса алты поликлиника төҙөү ҡаралырға тейеш ине. Ни өсөн инвесторҙар һәм төҙөүселәр менән эшләмәнегеҙ? Ул инвесторҙар ни өсөн социаль объекттар менән тәьмин итмәне, иғтибар менән тикшерергә кәрәк. Һәм беҙгә генә түгел, шулай уҡ Эске эштәр министр­лығына ла”.


Асия ХӘЙБУЛЛИНА:
– Поликлиникаға барырға булһам, ҡурҡып торам: күпме ваҡытты сарыф итермен дә тейешле ярҙамды ала алырмынмы? Октябрь башында йөрәк бимазалап торғас, терапевҡа барҙым. “Ғәфү итегеҙ, ЭКГ эшләмәй, ялда”, тиҙәр. “Улайһа, УЗИ-ға йүнәлтмә бирегеҙ”, – тип үтенеүем дә файҙаға булманы, “белгес юҡ”, тинеләр. Шулай ҙа маммография үтеү өсөн йүнәлтмә бирҙеләр. Уныһы йәһәннәм төбөндә, Черниковканың Пинский урамында булып сыҡты, өҫтәүенә унда эләгеү өсөн тағы ла телефон аша яҙылырға кәрәк, харап бит! Флюорография үтер өсөн дә ҡалаға ебәрәләр.

Вәлит МӨҘӘРИСОВ:
– Яҡшы, кешелекле табиптар эшләй беҙҙең поликлиникала. Тик системаның дөрөҫ ойошторолмауы, эш шарттарының яйһыҙлығы йәнгә тейә. Ауырыуҙар өсөн генә түгел, табиптар өсөн дә яңы заманса, иркен поликлиника кәрәк! Әле коридорҙа оҙағыраҡ ултырһаң да, һуларға һауа етешмәй башлай, тын тарыға, ә медицина хеҙмәткәрҙәренә көнө буйы ошондай шарттарҙа эшләргә тура килә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк 16.12.2018 // Йәмғиәт

- Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы эшләй...

Тотош уҡырға 8

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында "Сапсан-Арена" асыҡ боҙ һарайын асыуҙа ҡатнашты....

Тотош уҡырға 76

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы 15.12.2018 // Йәмғиәт

Петровский балалар йортонда Радий Хәбиров менән осрашыу бында тәрбиәләнеүселәр өсөн ҙур байрамға...

Тотош уҡырға 66

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай районындағы Петровский балалар йортонан сығыуға Радий Хәбировты урындағы халыҡ ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 113

Ярай әле кешеләр булмаған

Ярай әле кешеләр булмаған 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы ауылында йөк машинаһы кәртәне емереп үтеп, йортҡа барып бәрелгән....

Тотош уҡырға 147

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Юрматы-2" биҫтәһе менән танышып, урындағы халыҡ менән осрашты....

Тотош уҡырға 63

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин телемде яратам”...

Тотош уҡырға 76

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала ҡояш энергияһында...

Тотош уҡырға 51

"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ"

"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ" 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Инман"...

Тотош уҡырға 85

Туған мәктәптәге осрашыу

Туған мәктәптәге осрашыу 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай ҡалаһының 11-се мәктәбе үҙенең элекке уҡыусыһы Радий Хәбиров менән хаҡлы рәүештә ғорурлана....

Тотош уҡырға 82

"Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ"

"Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ" 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай бала табыу йортоноң элекке бинаһы 1951 йылда төҙөлә һәм әле заман талаптарына яуап бирмәй....

Тотош уҡырға 47

Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ!

Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ! 15.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай Ҡышҡы уйындары асыла. Ярыштар хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, саңғы,...

Тотош уҡырға 52