Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сағыу яҙмышлы уҙаман

Һуғыш һәм мәғариф ветераны оло байрамын билдәләне.

Ошо көндәрҙә Мораҡ ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Барлыбай улы Мәжитов оло юбилейын – 95 йәшен билдәләне. Дәһшәтле йылдарҙың тере шаһиты булған, күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ фиҙакәр тормош юлы үткән аҡһаҡалды район хакимиәте етәкселеге, урындағы ветерандар советы вәкилдәре ҡотланы.

– Һеҙ – еңеүселәр быуынынан, тыуған еребеҙҙең батыры. Ауыр йылдарҙы үткәреп, һуғыштан һуң илде емерек­лектәрҙән күтәреүҙә ҡатнашҡанһығыҙ, ғүмерегеҙҙе лайыҡлы йәш быуын тәрбиәләүгә арнағанһығыҙ. Һеҙҙең менән һәр аралашыу мөмкинлеге – беҙҙең өсөн оло шатлыҡ. Батырлыҡ­тарығыҙ, фиҙакәр эшмәкәрлегегеҙ, йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тип ҡотлаусылар Хәсән Барлыбай улына иң йылы һүҙҙәрен еткерҙе, оҙон ғүмер һәм һаулыҡ теләне.

Әйткәндәй, ветеранға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан һәм Башҡортостандың тәүге Президенты, “Урал” хәйриә фонды Советы рәйесе Мортаза Рәхимовтан тәбрикләү хаттары килгән.

Хәсән Мәжитов 1923 йылдың 18 октябрендә Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1941 йылда ошо ауыл мәктәбендә уҡытыусы булараҡ башлаған. 18 генә йәшендә фронтҡа киткән. Бөйөк Ватан һуғы­шындағы батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, ике тапҡыр “Почет Билдәһе” ордены, бихисап хәрби миҙалдар менән бүләкләнгән. 1947 йылда Мораҡ педагогия училищеһын, 1960 йылда Башҡорт дәүләт универси­те­тының тарих факультетын тамамлаған.

Ветеран бөтә ғүмерен халыҡ мәғарифына бағышлаған шәхес. Ул 20 йыл Мәҡсүт, Сәйетҡол ауылдарындағы балалар йортонда һәм мәктәптә директор булып эшләгән. Унан һуң тағы ике тиҫтә йыл район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә етәкселек иткән. Тап ошо осорҙа районда мәктәптәр төҙөү, уҡытыусы­ларҙың квалификацияһын камиллаштырыу, дөйөм урта белем биреүгә күсеү, белем биреү системаһын камиллаштырыу буйынса ҙур эштәр атҡарылған. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Х. Б. Мәжитовҡа РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелгән. Ул – Мораҡ ауылының почетлы гражданы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре.

Хәсән Барлыбай улының ғаиләһе лә күптәргә өлгө. Шулай уҡ уҡытыусы һөнәрен һайлаған ҡатыны Әлфиә Бәҙретдин ҡыҙы менән улар 70 йыл татыу ғүмер иткән, ете бала тәрбиәләп үҫтергән, һәр береһенә белем биреп, оло тормош юлына сығарған. Әйткәндәй, уларҙың да күбеһе бар ғүмерен бала­ларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән түгел Әлфиә Бәҙретдин ҡыҙы вафат булған.

Тормошто яратҡан ветеран, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ижтимағи яңы­лыҡтар менән даими танышып бара, республика, район баҫмаларын алдыра. “Бер быуатҡа яҡын ғүмер эсендә шанлы һәм данлы йылдар үттем – яҙмышымдан ҡәнәғәтмен”, – ти ул.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 0

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 2

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 44

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 54

Йомшаҡ ҡуллы,  тәмле телле “фәрештә”

Йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле “фәрештә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ул 40 йылға яҡын сәләмәтлекте хәстәрләй. Йыш ҡына мәрхәмәтле, йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле табиптарҙы...

Тотош уҡырға 43

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһының исеме мәңгеләштерелде

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһының исеме мәңгеләштерелде 11.12.2018 // Йәмғиәт

Сирек быуаттан ашыу бай тарихы булған Сибай педагогия колледжы – төбәктә генә түгел, бөтә...

Тотош уҡырға 36

Мәктәп белем биреп еткермәйме?

Мәктәп белем биреп еткермәйме? 11.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин мәктәптәрҙә репетиторлыҡ...

Тотош уҡырға 63

Юлдар киңәйһә, фажиғәләр кәмер ине

Юлдар киңәйһә, фажиғәләр кәмер ине 11.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда федераль юлдарҙың ҡайһы бер участкаларын киңәйтеү проектын әҙерләйҙәр. Һүҙ М5, М7...

Тотош уҡырға 59

Бер атыуҙа – ике ҡуян

Бер атыуҙа – ике ҡуян 11.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр һәм...

Тотош уҡырға 61

Боҙ юлдары асыла

Боҙ юлдары асыла 11.12.2018 // Йәмғиәт

10 декабрҙә Ҡариҙел ауылында Өфө йылғаһы аша автомобилдәр өсөн бер һыҙатлы боҙ өҫтөнән сығыу юлы...

Тотош уҡырға 47

Яңы йылды — яңы өйҙә!

Яңы йылды — яңы өйҙә! 11.12.2018 // Йәмғиәт

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Төҙөлөш...

Тотош уҡырға 67

Сит яҡта ла илеңде онотма...

Сит яҡта ла илеңде онотма... 11.12.2018 // Йәмғиәт

[i]Бына инде нисәмә йыл гимназиямда белем алам һәм көн һайын төрлө, береһенән-береһе һәләтлерәк...

Тотош уҡырға 76