Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атай йорто – тормош ҡото

Бала ҡыуанысынан да оло бәхет юҡ, ти Шәмсетдиновтар.

Ҡамышлытамаҡ – районда төҙөк, күркәм ауылдарҙың береһе. Тау башында үҙенсәлекле архитектураһы менән тораҡты йәмләп ултырған мәсете, урта мәктәбе, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты – барыһы ла халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итә. Тик әлегә ФАП-тың ишеге йоҙаҡлы, сөнки фельдшер Себер тарафтарына эшкә киткән, алмашҡа кем килере әлегә билдәһеҙ, тиҙәр.

Ҡамышлытамаҡтың иркен, тып-тын, кеше әҫәре күренмәгән урамдарынан Шәмсетдиновтар йортон эҙләп табыу еңел булманы. Халыҡ йорттарҙы ҙур итеп, заманса уңайлыҡтар менән һа­лырға тырыша. Ҡапҡа-ҡоймалар береһенән-береһе матурыраҡ, һәр ҡайһыһы сәнғәт өлгөһө тиерлек. Бер уңайҙан, ҡамышлы­тамаҡтарҙың тормош шарттарын, көҙгө моңһоу, бушап ҡалған баҡсаларын, таҙа юлдары һәм ихаталарын күҙ уңынан үткәреп, һығымта яһайбыҙ: баҡалылар – егәрле, сәмле халыҡ, колхоз­дарҙың юҡҡа сығыуына ҡарамаҫ­тан, ойошоп йәшәй белә, күрәһең.

Беҙҙе Шәмсетдиновтарҙың оло быуын вәкиле Хәтимә инәй барыһынан да алда әйҙүкләп ҡаршы алды. Күрешеп һөйләшкән арала уның ҡырҡ йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйәлеген, заманында, ғаилә подрядтары “модала” саҡта, комбайнер ярҙамсыһы булғанын, аҙаҡ медпунктта эшләгәнен белдек. Улы Зәлир ҙә механизатор атаһына ярҙамға йыш йөрөгән. Хәҙер инде йорт хужаһының хеҙмәт урыны Себер тарафтарында. “Бына ун йыл инде Нефтеюганск ҡалаһына вахта менән йөрөп эшләй, – ти ҡатыны Гөлшат. – Унда һәйбәт түләнгәс, үҙебеҙҙә эш урыны таба алмағас, ир-аттың яртыһы шулай аҡса таба”.

Баҡһаң, Шәмсетдиновтарҙың яҡын туған-тыумасаһы араһынан ғына ла алты кеше хәҙер Себерҙә. Гөлшат хужалыҡ мәшәҡәттәрен, мал-тыуар тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә алған. Хәтимә инәй әйтмешләй, хәҙер ҡосаҡлап утын ташыу, мейес яғып өй йылытыу эштәре юҡ инде, һыу ҙа йорт эсендә, теләгәнсә тотон.

Бынан дүрт йыл элек Зәлир менән Гөлшат, үҙ-ара кәңәшләш­кәндән һуң, приюттан берәй ҡыҙ баланы тәрбиәгә алмаҡ була. Оло йортто йәмләп, күңелле тауыш­тарға күмеп, бала-саға йүгерешеп уйнаһа, татыу ғаиләнең бәхете лә артыр һымаҡ тойола. Тик хыялланған ҡыҙсыҡ урынына Шәмсетдиновтарға Никита һәм Женя исемле малайҙарға атай-әсәй булырға тура килә.

– Тәүҙә балалар менән та­нышырға барҙыҡ. Бәләкәйенә биш кенә йәш ине. Ҡунаҡҡа алып ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Иртә­гәһенә йәнә приютҡа илтергә тейеш инек. Женя “өйгә ҡайтҡым килә” тип, тәрбиәселәрҙе аптыратып бөткән. Машина ялланым да приютҡа, балалар эргәһенә киттем, – тип хәтерләй ул көсөр­гәнешле көндәрҙе Гөлшат. – Документ әҙерләү оҙаҡҡараҡ һу­ҙылды, әммә барыһын да түҙемлек менән йырып сыҡтыҡ.

Өҫтәл өҫтө малайҙарҙың яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе өсөн бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары, ата-әсәгә тапшырылған Почет грамоталары менән тулған. Балалар­ҙың үтенесе буйынса өйҙә йәнә бер йән эйәһе артҡан. Һиҙеп тораһығыҙҙыр: һәр кемде әүрә­тер­лек йомшаҡ, иркә бесәй балаһы.

Шәмсетдиновтар малайҙарҙы хеҙмәткә күнектереп, йорт эштәренә өйрәтеп үҫтереү яҡлы. “Келәмдәрҙе саң һурҙырғыс менән таҙартырға, һауыт-һаба йыуырға, туҙан һөртөргә өйрәнеү ҙә тормошта кәрәк булыуы бар”, – ти Гөлшат. Ул әле лә күңелендә йөрөткән хыялының ҡасан да булһа тормошҡа ашасағына ышана, юҡҡа ғына малайҙары “әсәй, ниңә беҙҙең һеңлебеҙ юҡ?” тип йыш һорамай бит.

Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ”

“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ” 18.12.2018 // Йәмғиәт

Өлфәт МОСТАФИН, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы: [quote]– Бөгөн беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының...

Тотош уҡырға 81

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙҙең күршеләр һәм дуҫтар “Беҙ булдырабыҙ” тип бик дөрөҫ әйтә. Ә мин бында йыйылғандарға: “Беҙ...

Тотош уҡырға 119

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла 18.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Мөрәжәғәтнамә тыңларға килгән Мәсетле районының Түбәнге Бобин...

Тотош уҡырға 79

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ 18.12.2018 // Йәмғиәт

– Балалар менән эшләгән кеше булараҡ миңә ябай, аңлайышлы телмәр яҡын. Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә тере...

Тотош уҡырға 95

Төп капитал – кеше

Төп капитал – кеше 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостан Башлығы...

Тотош уҡырға 64

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш”

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш” 18.12.2018 // Йәмғиәт

[quote]– Сүп-сар сығарыуға үтә ҙур тарифтар билдәләүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Был мәсьәләгә тулыһынса...

Тотош уҡырға 83

Ҡунаҡҡа киләм!

Ҡунаҡҡа киләм! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 106

Аяғүрә баҫып алҡышланылар

Аяғүрә баҫып алҡышланылар 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 343

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа 18.12.2018 // Йәмғиәт

2019 йылда Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк....

Тотош уҡырға 64

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ!

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙ пассажирҙар ташыу тармағында тәртип булдырасаҡбыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 66

Тау башында балҡыһын баш ҡала

Тау башында балҡыһын баш ҡала 18.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 79

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика депутаттарына...

Тотош уҡырға 207