Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Суд приставтары ярҙам итергә әҙер

Илнур Мәхмүтов микрофинанс ойошмаларын урап үтергә кәңәш бирә.

1 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһының суд приставтары һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илнур Әнүәр улы МӘХМҮТОВ менән осрашып, ошо хеҙмәткә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Илнур Әнүәр улы, һөнәри байра­мығыҙҙы ниндәй ҡаҙаныштар менән ҡаршылайһығыҙ?

– Республика идаралығы хеҙмәт күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урында тора. Беҙ башҡарған эш һөҙөмтәләре – һалымдарҙы, бурыстарҙы түләтеүгә өлгәшеү, суд биналарын һаҡлау, суд ҡарарҙарын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итеү ҙур әһәмиәткә эйә. Ғәмәлдә, быйыл туғыҙ ай эсендә беҙҙең ҡул аша ике миллиондан ашыу башҡарыу эше үтте. Былтырғы менән сағыштыр­ғанда, 170 меңгә күберәк. Быйыл 15 миллиард һумдан ашыу бурысты йыйып алыу маҡсаты бар, әле туғыҙ ай эсендә 12 миллиард һум күләмендә бурысты йыйып алыуға өлгәштек. Бөтә күрһәткестәр буйынса Рәсәйҙә алдынғы урын биләйбеҙ, шуға күрә лә республика суд приставтары һөнәри байрамдарын лайыҡлы ҡаршы ала, тип ышаныс менән әйтә алам.

Беҙҙә 578 пристав эшләй, йыл һайын уларҙың ҡулынан ике миллиондан ашыу эш үтә. Һәр райондағы бүлектең уңыштары, хәл итәһе мәсьәләләре бар, шуға ла кемделер күтәреп маҡтап, кемделер насарларға тырышмайым.

– Әле ниндәй йүнәлештәге суд ҡарарҙары күберәк килә?

– Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандарға, эсеп тотолғандарға һалынған штрафтарҙы йыйыуға бәйле эштәр күп була торғайны. Һуңғы ике йылда улар кәмене, сөнки суд приставтары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эшләй, штраф түләүгә яуапһыҙ ҡарағандарҙың автомобил­дәрен ҡулға алабыҙ, ҡайһы берәүҙәрен 15 тәүлеккә ябабыҙ. Законға ярашлы, штраф яҙылғандан һуң 20 көн эсендә яртыһын ғына түләргә мөмкин. Бындай саралар үҙ һөҙөм­тәһен бирә. Әйткәндәй, ҡағиҙәләрҙе боҙған­дар һаны кәмемәй, шулай булһа ла халыҡта штраф түләүгә ҡарата яуаплылыҡ артты.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, торлаҡ-коммуналь түләүҙәр, һалым һәм кредит ҡайтарыу буйынса башҡарыу эштәре артты. Был идара итеүсе компанияларҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыслыларҙы шунда уҡ судҡа биреүенә бәйле.

Хәҙер һалым инспекцияһы ваҡытында түләмәгәндәрҙе шунда уҡ судҡа бирә. Был да башҡарыу эштәренең артыуына булышлыҡ итте.
Кредиттар менән хәл ауыр. Минеңсә, халыҡ күп осраҡта уйламайынса кредит ала ла аҙаҡ уны түләй алмай. Бындай бурыстар, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, 8 миллиард һумға артып китте. Әлеге көндә беҙҙә 197 мең башҡарыу эше бар. Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ тигән алтын ҡағиҙәне онотмаһын ине халыҡ.

– Коллекторҙарҙың эшмәкәрлегенә ҡарата ялыуҙар күп киләме?

– Былтырҙан башлап Рәсәйҙә коллектор ойошмалары законлы нигеҙҙә эшләй башланы, элекке баш-баштаҡлыҡтарына сик ҡуйылды. Закон боҙғандарын миллион һумға яҡын күләмдәге штрафтар һалып, урынына ултырттыҡ. Улар хәҙер бурыслыларҙы элекке кеүек туҡтауһыҙ шылтыратып борсой алмай. Әгәр ҙә вәкәләттәрен арттыралар икән, был хаҡта суд приставтары хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк. Күптәр закон боҙған коллекторҙарҙы, банк структураларын судҡа бирә башланы. Хәҙер күп кенә банктар бындай коллектор ойошмалары менән эшләмәй, бурыслы­ларҙы судҡа биреп, суд ҡарарҙарын беҙҙең аша башҡарыуҙы хуп күрә.

– Микрофинанс ойошмаларынан аҡса алып, аҙаҡ түләй алмағандар ҙа күп бит...

– Халыҡҡа микрофинанс, микрокредит учреждениеларынан бер ваҡытта ла кредит алмаҫҡа кәңәш итер инем, сөнки уларҙың проценттары ҡот осҡос ҙур, хатта 500-700 процентҡа барып баҫа. Кеше ун мең һум алып, ике-өс ай түләмәһә, ул йөҙ мең һумға тиклем барып етә. Шул арҡала ҡайһы берәүҙәр мөлкәтенән дә тороп ҡала. Әгәр ҙә банк аҡса бирмәй икән, тимәк, был кешегә ышанып булмай тигәнде аңлата. Банкты беренсе сиратта үҙенең хәүефһеҙлеге ҡыҙыҡһындыра, кредит биреү-бирмәү мәсьәләһен дә ошо күҙлектән сығып баһалай. Микрофинанс учреждениелары халыҡҡа аҡсаны бәләкәй күләмдә бирә, әммә аҙаҡ уның яртыһы ғына ҡайтарылһа ла, ҙур килем алыуға өлгәшәләр, сығымдары ла тулыһынса ҡаплана. Шуға ла улар эш хаҡы, хеҙмәт урыны, мөлкәте тураһында ла белешмә талап итмәй. Халыҡ микрофинанс учреждениеларына барып та йөрөмәһен ине.

– Бәләгә тарығандарға мәсьәләне нисек хәл итергә?

– Кеше бурысын ҡайтармаған осраҡта, микрофинанс ойошмалары судҡа мөрәжәғәт итә. Улар менән төҙөлгән килешеүҙә шундай шарт та бар: эште суд­та бурыслынан тыш та ҡарай алалар. Был осраҡта клиентын иҫкәртмәйенсә судҡа бирәләр һәм үҙҙәре штраф, пеня күләмен иҫәпләп сығаралар. Ҡайһы саҡта сумманы арттырып та яҙалар. Ошо документтарға ҡарап, суд ҡарар сығара. Әгәр ҙә бурыслы уға ялыу биреп, ғәмәлдән сығарыуға өлгәшмәһә, башҡарыу эше суд приставтарына тапшырыла. Шуға ла суд­тан ҡағыҙ килһә, мәсьәләне асыҡлап, бәхәсләшеп, ултырышта ҡатнашып, хоҡуҡтарыңды яҡларға кәрәк. Күпме түләнгән һәм ҡалғанын иҫбатлаған документтарҙы күрһәтеп эш иткәндә, бурыс кәмейәсәк. Кеше был тәртипте белеп етмәй, суд приставы килеп ишек шаҡыһа, ҡарап та, һанап та тормайынса түләй башлай.

Микрокредит ойошмаларының күпселеге килешеү документында бәхәс тыуған осраҡта эште сит өлкәләге судтарҙа ҡарарға тырыша. Һөҙөмтәлә кредит алған кеше унда барып йөрөмәй, ә суд ҡарары микрофинанс учреждениеһы файҙаһына була. Шуға ла үҙ хоҡуғыңды яҡлау өсөн һәр саҡ судҡа йөрөргә кәрәк.

– Һәр эштең уңышы хеҙмәткәрҙәргә бәйле. Был осраҡта һеҙ кемде айырым билдәләр инегеҙ?

– Коллективта йәштәр ҙә бар, 25–30 йыл эшләгәндәр ҙә байтаҡ. Былтыр беҙҙең ике хеҙмәткәр Рәсәй Президентының Рәхмәт хатын алды. Быйыл да 38 йылдан ашыу эшләгән ике кешене тәҡдим иттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғышта ҡатнашҡан ветерандарыбыҙ ҡалманы. Йыл һайын 100-гә яҡын суд приставы рәхмәт хаты, маҡтау ҡағыҙы, миҙалдар менән бүләкләнә, конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай.
– Һеҙ Удмурт Республикаһынан эшкә килдегеҙ. Ике республиканы сағыштыр­ғанда, ниндәй айырма бар?

– Башҡортостан – бай төбәк, бында кешеләр ҙә яҡшыраҡ йәшәй, эшҡыуарҙар күп. Мин килгәндә республикала түләү буйынса ҡайһы бер мәсьәләләрҙә көсөргәнешлектәр булды, сөнки халыҡ етерлек кимәлдә мәғлүмәт менән тәьмин ителмәгәйне. Ике йыл эсендә был эште тәртипкә һалып барабыҙ. Киң мәғлүмәт саралары аша халыҡҡа аңлатыу эшен йәйелдерҙек. Ошоға бәйле түләү тәртибе яҡшырҙы. Мәҫәлән, 900 мең башҡарыу эшен яптыҡ, шуның өстән бер өлөшө – мәғлүмәт таратыу эшмәкәрлегенең емеше. Кешеләр, суд приставының мөлкәткә арест һалғанын күреп, ошо хәлгә ҡалмау өсөн бурыстарын түләү сараһын күрә. Халыҡтың был йәһәттән мәҙәниәт кимәле күтәрелде.

– Бурыс барлығын белеү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

– Әгәр ҙә уның күләме ҙур булһа, кешене мотлаҡ судҡа саҡыралар. Бурыс хаҡында “Берҙәм дәүләт хеҙмәте” порталы аша белергә мөмкин. Сайтта шәхси кабинеты булғандарға башҡарыу эштәре тураһында мәғлүмәт килә, белешмәләр өсөн телефондар ҙа күрһәтелә. Интернет селтәре аша “Башҡарыу эштәре мәғлүмәте банкы” хеҙмәтенән мәғлүмәт алырға мөмкин.

Яңыраҡ беҙҙең идаралыҡ Рәсәй почтаһы менән килешеү төҙөнө. Хәҙер башҡарыу эштәрен улар аша ебәрәбеҙ. Почтальон килтергән хатты шунда уҡ асып уҡып, урында түләү мөмкинлеге бар. Бының өсөн почта хеҙмәткәрҙәренә түләү терминалы бирелгән. Аҡсалата ла, банк картаһы аша ла иҫәп­ләшергә мөмкин. Был граждандарҙы суд приставтарына барып, сиратта тороуҙан азат итә. Ундай хеҙмәт башҡа төбәктәрҙә юҡ.

– Тартып алынған милек нисек һатыла?

– Статистикаға ҡарағанда, йыл башынан беҙ 12 миллиард һумға яҡын мөлкәткә арест һалдыҡ. Уларҙың яртыһы һатыуға ҡуйылды. Был осраҡта күптәр бутап, был мөлкәтте приставтар һатып ебәрә, тип уйлай. Законға ярашлы, суд приставтары баһалаусыларҙы саҡырып, был мөлкәткә хаҡ ҡуйҙырта ала. Һуңынан Дәүләт мөлкәтенә идара итеү буйынса федераль агентлыҡҡа һатыуға тапшырыла. Әгәр ҙә мөлкәттең хаҡы 30 мең һумдан кәм булһа, суд приставы уны бурыслы кешенең үҙендә ҡалдырып һатырға тәҡдим итә. Хужа һата алмаһа, бурыс түләттереүсегә бирә ала. Мөлкәттең хаҡы 30 мең һумдан юғары булғанда, уны Дәүләт мөлкәтенә идара итеү буйынса федераль агентлыҡ һатыуға ҡуя.

Эш хаҡын түләмәгән ойошмаларҙың мөлкәтен тартып алып, һатыуға ҡуябыҙ. Мәҫәлән, ошо рәүешле Нефтекама ҡалаһындағы “Интеграл” йәмғиәтенең 12 миллион һум күләмендәге эш хаҡы бурысын ҡайтарҙыҡ. Белорет районында “Бельсталь” предприятиеһының мөлкәтен ике тапҡыр һатып ҡараныҡ, алыусы булманы. Шуға күрә лә закон буйынса ул бинаны хеҙмәт хаҡы иҫәбенә эшселәргә бирергә тейешбеҙ. Ә улар алырға ҡыймай, ҡайҙа ҡуябыҙ, тип уйлана. Эшселәрҙең бинаны алып, мөлкәтте үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыу мөмкинлеге бар: офистар йә берәй предприятие асалармы – үҙ-ара килешеп хәл итәләр. Шуға ла мин уларға был бинанан баш тартмаҫҡа кәңәш итер инем. Әгәр ул һатылмаһа, хужаһына кире ҡайтарып бирергә мәжбүр буласаҡбыҙ. Аҙаҡ предприятиела банкрот­лыҡ процесы башланһа, уны ҡайтарыу бик ҡыйын буласаҡ.

– Һатыуға ҡуйылған фатирҙар ҙа байтаҡ...

– Кешенең бер генә торлағы булһа, ҡануниәткә ярашлы, уны суд ҡарары менән дә тартып алыу мөмкин түгел. Ипотекаға алынған фатир өсөн кредиты түләнмәһә, уны банк файҙаһына тартып алыу, һатыу ҡаралған. Күп осраҡта ундайҙарҙың хаҡы баҙарҙыҡынан күпкә түбән була. Шуға күрә лә беҙ һәр бурыслыға, фатирҙы һатыуға ҡуйғанда, судҡа ғариза яҙып, мөлкәттең хаҡын күтәрергә тырышығыҙ, тип кәңәш бирәбеҙ. Фатир оҙаҡ һатылмай торһа, уның хаҡын тағы ла төшөрәләр. Быға юл ҡуймаҫ өсөн үҙебеҙ ҙә ғариза яҙабыҙ. Ул саҡта фатир һатылғас, хужаға ла өлөш ҡаласаҡ, бурыстарын да түләйәсәк. Ә мөлкәт түбән хаҡҡа һатылһа, күп мөмкинлекте юғалтасаҡ.

– Бурысын түләмәгәндәр көтөлмәгән хәлдәргә йыш тарыймы?

– Ундай хәлдәр булып тора. Закондар ҡаты. Мәҫәлән, алимент түләмәгәндәр сит илгә сыға алмай. Яңыраҡ ял итергә китеп барған берәүҙе аэропорттан кире борҙолар, ул шунда уҡ 200 мең һум бурысын ҡайтарҙы. Ошондай уҡ бер әҙәмдең автомобилдә йөрөү хоҡуғы сикләнгән, сөнки алимент буйынса 9 миллион һум бурысы бар. Бер мәл уны юлда тотоп, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә тапшырҙыҡ, 15 тәүлеккә ябып ҡуйҙылар.

– Элегерәк кадрҙар ағымы көслө ине. Әле был хәл нисек тора?

– Беҙҙә эш хаҡын юғары тип әйтеп булмай. Әгәр ҙә хеҙмәт күләме, көсөргәнеше күпкә кәм булһа, кадрҙарҙың йыш алмашыныуы күҙәтелмәҫ ине. Беҙҙең эш һәр саҡ конфликт менән бәйле. Суд приставтары кешегә бер ваҡытта ла яҡшы хәбәр менән йөрөмәй, һәр осраҡта ниндәйҙер мәсьәләгә бәйле киләбеҙ. Хеҙмәт министрлығы иҫәпләп сығарған йөкләмә буйынса, бер суд приставына айына уртаса 22 эш булырға тейеш, ә беҙҙә ул 1–1,5 меңдән ашып китә.

Кадрҙар тотороҡлолоғон тәьмин итеү маҡсатында һайлап алыу талаптары көсәй­телде. Эште яратҡандарҙы алырға тыры­шабыҙ. Элекке кеүек килеп-китеп йөрөү мөмкинлеге бөттө, бер киткәндәрҙе кире алмайбыҙ.

– Ришүәтселеккә ҡаршы ниндәй саралар күрелә?

– Структурала коррупцияны бөтөрөү мөмкин, әммә 100 процентҡа тиклем түгел, сөнки кешенең башында нимә барлығын белеп бөтөп булмай. Ҡайһы бер осраҡта яуыз уйлы кешеләр килеп сыға, быйыл, мәҫәлән, алты хеҙмәткәрҙе, ышаныс юғалтыу сәбәпле, вазифаһынан бушаттыҡ. Уларҙың эшендә ришүәтселек элементтары юҡ, әммә яуапһыҙлыҡ күрһәттеләр. Бындай хеҙмәткәр­ҙәрҙең исеме махсус реестрға индерелә, артабан уларға яҡшы эш урыны табыуы ауырға тура килә.

Суд приставы ришүәт тәҡдим итеүҙәре хаҡында еткерә икән, уға дәртләндереү сараһы ҡаралған. Һуңғы ваҡытта ошондай осраҡтар һөҙөмтәһендә алты кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Шул уҡ ваҡытта бер суд приставы ришүәт менән тотолдо.

– Һорауҙар килеп тыуғанда ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

– Кешеләр сиратта тороп йонсомаһын өсөн Өфөлә, Стәрлетамаҡта ҡабул итеү кабинеттары астыҡ. Бәләкәй ҡалаларҙа бындай ихтыяж юҡ, сөнки уларҙа халыҡ ағымы ҙур түгел. Ай һайын график буйынса райондарға сығып, ҡабул итеүҙәр ойошторабыҙ, шулай уҡ халыҡтың ни өсөн урындағы етәксегә мөрәжәғәт итмәүен дә асыҡлайбыҙ.

Һүҙемде йомғаҡлап, гәзит уҡыусыларға теләктәремде еткерер инем: бурыс бар тип төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, сөнки хәлде көйләү мөмкинлеге һәр саҡ була. Йәнә бер кәңәш: бурыслылар беҙҙән ҡасып йөрөмәһен ине. Суд приставтары халыҡҡа дошман түгел, һәр кемгә ярҙам итергә әҙербеҙ.

– Илнур Әнүәр улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һөнәри байрамығыҙ менән тәбрикләп, эшегеҙҙә уңыштар, халыҡҡа иһә бурысһыҙ йәшәүен теләйбеҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ”

“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ” 18.12.2018 // Йәмғиәт

Өлфәт МОСТАФИН, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы: [quote]– Бөгөн беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының...

Тотош уҡырға 81

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙҙең күршеләр һәм дуҫтар “Беҙ булдырабыҙ” тип бик дөрөҫ әйтә. Ә мин бында йыйылғандарға: “Беҙ...

Тотош уҡырға 119

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла 18.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Мөрәжәғәтнамә тыңларға килгән Мәсетле районының Түбәнге Бобин...

Тотош уҡырға 79

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ 18.12.2018 // Йәмғиәт

– Балалар менән эшләгән кеше булараҡ миңә ябай, аңлайышлы телмәр яҡын. Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә тере...

Тотош уҡырға 95

Төп капитал – кеше

Төп капитал – кеше 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостан Башлығы...

Тотош уҡырға 64

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш”

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш” 18.12.2018 // Йәмғиәт

[quote]– Сүп-сар сығарыуға үтә ҙур тарифтар билдәләүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Был мәсьәләгә тулыһынса...

Тотош уҡырға 83

Ҡунаҡҡа киләм!

Ҡунаҡҡа киләм! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 106

Аяғүрә баҫып алҡышланылар

Аяғүрә баҫып алҡышланылар 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 343

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа 18.12.2018 // Йәмғиәт

2019 йылда Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк....

Тотош уҡырға 64

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ!

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙ пассажирҙар ташыу тармағында тәртип булдырасаҡбыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 66

Тау башында балҡыһын баш ҡала

Тау башында балҡыһын баш ҡала 18.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 79

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика депутаттарына...

Тотош уҡырға 207