Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәббәт йәшәтә лә, йәшәртә лә...
Ишмаевтар бөгөнгәсә тойғоларын һаҡлап ҡалған.

Ғаилә – йәшәү башланғысы, мөхәббәт һәм ихтирам сығанағы, йәшәү көсө бирер йылы усаҡ. Ул матур икән – ил күркәм. Шөкөр, уңған, тырыш һәм күптәргә өлгө булырҙай ғаиләләр бөгөн бихисап. Шишмә районының Дурас ауылынан Фәһимә менән Илгиз Ишмаевтар – ана шундайҙар иҫәбендә.

– Бына 30 йылға яҡын ҡулға-ҡул тотоношоп татыу ғүмер итәбеҙ. Әлбиттә, яҙмыштан уҙмыш юҡ тигәндәй, уның төрлө сағын кисер­ҙек, шулай ҙа шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк иткән мәлдәр күп булды. Үкенерлек түгел үткәндәр, – ти ғаилә башлығы Илгиз Рәдиф улы.

Ул – Бүләкбаш егете. Ауылында өсөнсө класты тамамлағас, артабан уҡыуын дүрт километр алыҫлыҡта ятҡан Сыуалкип мәктәбендә дауам итә. “Көн һайын ошо араны йәйәү, ҡыш саңғыла үтеп дәрескә йөрөнөм”, – тип хәтерләй Илгиз мәктәп йылдарын.

Фәһимә Мәхмүт ҡыҙы иһә күрше Тәпәреш мәктәбендә белем ала. Йыр-бейеүгә маһир була, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ихлас шөғөлләнә, ә Илгиз саңғы ярыштарында мәктәп, район, хатта республика кимәлендә мәктәп данын яҡлай.

Өлгөргәнлек аттестаты алғас, егет документтарын Өфө автотранспорт техникумына тапшыра. Уны икенсе курста уҡыған сағында хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Спорт менән дуҫ егеткә әрме хеҙмәте ауырға тура килмәй. Ике йылдан һуң ир ҡорона етеп, тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм уҡыуын дауам итә. Үҙен һәр яҡтан өлгөлө, эш һөйөүсән итеп таныта, курсташтары араһында абруй ҡаҙана. “Спортҡа булған һөйөүем студент саҡта ла кәмемәне, уҡыу йорто намыҫын яҡлап төрлө ярыштарҙа ҡатнаштым”, – ти Илгиз Ишмаев, ул осорҙо иҫкә алып.

1989 йылда диплом алғас, Илгиз бер ниндәй икеләнеүһеҙ тыуған ауылына ҡайтып, Чапаев исемендәге колхозға автомеханик булып урынлаша. Әлбиттә, уны Өфөлә ҡа­лырға өгөтләйҙәр, әммә атаһы менән әсәһе лә ғүмер буйы ошо хужалыҡта механизатор, һауынсы хеҙмәтен атҡарғас, ауылын шаулы ҡала тормошона алмаштырырға теләмәй егет. Хужалыҡ етәкселеге лә уны ҡуш ҡуллап ҡабул итеп, “Ишмаевтарҙан эш ҡурҡып тора, ата-әсәһенә оҡшаһа, был егет һынатмаҫ, бәл­ки, берәй ваҡыт үҙе лә етәксе булып китер әле” тип хуплап, киләсәген күҙаллап ҡуя.

Тырыша Илгиз, ғәзиздәренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә ынтыла. Эштән һуң Бүләкбаш ауылы клубында ойошторолған байрам кисәләрендә әүҙем ҡатнаша, иптәштәре менән күрше ауылдарға концерт менән сыға. Спорт ярыштарына ла уны йыш саҡыралар. Шулай бер көн Сыуалкип ауылы мәҙәниәт йортона киске уйынға барғанда, ул күрше Тәпәреш ҡыҙы Фәһимәне осрата. Бер аҙҙан йәштәр матур итеп туй үткәреп, оло тормош юлына аяҡ баҫа. Колхоз етәкселеге йәш ғаиләне йорт менән тәьмин итә.

Бәләбәй педагогия училищеһын тамам­лаған Фәһимәгә лә ауылда эш табыла: ул мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып урынлаша. Аҙаҡ йәштәрҙең бер-бер артлы ике ҡыҙы донъяға ауаз һала.

Туғыҙ йыл автомеханик йөгөн тартҡандан һуң, етәкселек Илгиздең эшен күреп, баһалап, хужалыҡҡа баш инженер итеп үрләтә.
– Һәр саҡ халыҡ менән уртаҡ тел табырға тырыштым, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалдым, бер ғаиләләй йәшәнек, – ти Илгиз. – Шөкөр, юлымда гел яҡшы кешеләр осраны, эшмәкәрлегемде лә баһалай белделәр.

Бөгөн Илгиз Рәдиф улы – “Үҙәк” МТС-ы Ҡырмыҫҡалы филиалының Шишмә бүлексәһе идарасыһы. Утыҙ йылға яҡын ғүмерен ауыл хужалығы тармағына арнаған уҙаман район хакимиәтенең, республика Ауыл хужалығы министрлығының төрлө Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ.
– Бәхетлемен. Илгиз – хәстәрлекле ир, ике ҡыҙына һөйөклө атай. Бөтә ҡыуаныс-шатлыҡтарҙы, ҡайғыларҙы бергә кисереп, иңгә-иң терәшеп йәшәйбеҙ, – ти ғаиләһе тураһында Фәһимә Мәхмүт ҡыҙы.

Эйе, яҙмыш һынауҙары Ишмаевтарҙы ла урап үтмәй. Фәһимә бер нисә йыл элек, сәләмәтлеге ҡаҡшап, дауаханаға эләгә. Ире Илгиздең, яратҡан ҡыҙҙарының хәстәрлеге, ярҙамы, табиптарҙың алтын ҡулдарының шифаһы арҡаһында һауығып сыға ул. Әле арымай-талмай, егелеп район мәғарифын үҫтереү маҡсатында тырышып эшләй. Әйткәндәй, бөгөн Ишмаевтар Фәһимәнең түшәктә ятҡан әсәһен дә тәрбиәләй.

Алдынғы ҡарашлы, гелән камиллыҡҡа ынтылған, эшенә бөтә йөрәге менән бирелгән уҡытыусы Фәһимә Мәхмүт ҡыҙының 32 йыллыҡ педагогик стажы бар. Һаман да Дурас ауылы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы ул. Юғары белем алыу маҡсатында ситтән тороп Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһын тамамлаған.

Фәһимә менән Илгиз ауылда ғына түгел, районда ла билдәле һәм абруйлы ғаиләләрҙән һанала. Төбәктә үткәрелгән байрам сараларынан ситтә ҡалмайҙар, бергәләп спорт ярыштарында ла әүҙемлек күрһәтәләр.

Өлкән ҡыҙҙары Регина Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап, әле баш ҡаланың 21-се дауаханаһында эшләй. Ә кеселәре Эльвира – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты. “Атай-әсәйебеҙҙе сикһеҙ яратабыҙ. Уларҙың һаман да бер-береһенә ҡарата мөхәббәтле, иғтибарлы булыуына һоҡланабыҙ. Гелән әлегеләй һау, матур булһындар, уларһыҙ донъя йәмһеҙ”, – ти Ишмаевтарҙың мөхәббәт емештәре.

Эйе, татыулыҡта ғүмер иткән, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған, балаларын үҙ өлгөһөндә илһөйәр, эшһөйәр, тәүфиҡлы, тәрбиәле итеп үҫтергән ғаиләләр һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо уята.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 51

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 36

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 39

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 39

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 99

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 79

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 43

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 45

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 155

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 33

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 36

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 34