Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормошобоҙ үҙебеҙгә бәйле
Урындағы үҙидараның территориаль органдары (ТОС-тар) – әлеге ваҡытта ауыл биләмәһе хакимиәттәренең һәр эштә лә уң ҡулы, ауылдаштары менән бәйләнеш булдырып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Сағыштырмаса яңыраҡ ойошторолоуҙарына ҡарамаҫтан, улар халыҡ араһында ҙур ышаныс яуланы.

Быны Баҡалы районының Урманай ауыл биләмәһе һәм уның биш торағындағы ТОС-тарҙың ҡулға-ҡул тотоношоп, кәңәшләшеп эшләү миҫалынан да сығып әйтә алабыҙ.

– Хәҙерге заманда күп нәмә ауыл халҡының үҙенән тора. Төҙөк, күркәм ерҙә йәшәгең киләме, ҡайһы социаль-мәҙәниәт сараларында ҡатнашырға теләгең бар, ниндәй етешһеҙлектәрҙе тәү сиратта бөтөрөргә кәрәк тип уйлайһың – үҙеңде борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә, хәл итергә форсат бар, – ти Урманай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөмәрә Хәлисова. – Халыҡтың теләктәрен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ауыл биләмәһе өс йыл рәттән республикала урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында еңеүсе булды.

Кешеләрҙең ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашырға, аныҡ эштәргә үҙ өлөшөн индерергә ынтылыуы ғәжәп тә түгел, сөнки йәшәү шарттарының яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә, йәнде көйҙөргән күренештәрҙең юҡҡа сыға барыуына, йәшәйештең төрлө күңелле ваҡиғаларға байыуына кем ҡаршы төшһөн? Зөмәрә Зөбәйер ҡыҙы әйтеүенсә, бынан ике йыл элек халыҡ үҙ теләге менән янғын һүндереү машинаһы өсөн йылытылған бина төҙөү идеяһын күтәреп сыҡҡан.

– Ташландыҡ гаражды сүп-сарҙан таҙартып, йыуып алдыҡ. Халыҡтың хәүефһеҙлекте тәүге сиратҡа ҡуйыуы менән килешмәй булмай, – ти ауыл хакимиәте башлығы. – Урманайҙағы урта мәктәптең иҫкергән тәҙрә блоктарын һәм ишектәрен алмаштырыу ҙа халыҡ тәҡдиме менән башҡарылды. Беҙҙә кешеләр элек-электән өмәләр үткәреп, оло эштәрҙе бергәләп атҡарырға күнеккән.

Урманай ауыл биләмәһе хакимиәте урындағы башланғыстарҙы хуплаған грантлы программаларҙа йыш ҡатнашып килә. Һуңғы йылдарҙа ғына биш миллион һумлыҡ проект тормошҡа ашырылған. Һөҙөмтәлә ауылдарҙа балалар өсөн уңайлы уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа килә, юлдар төҙөкләндерелә. Эш башлар алдынан мотлаҡ смета төҙөлә, йәше-ҡарты үҙе лә аҡса йыйып, дөйөм фондҡа өлөш индерә. Таллы-Һыҙа ауылында баскетбол, волейбол һәм футбол уйындары өсөн стадион төҙөү 600 мең һумға төшкән, халыҡ та мөһим эштән ситтә ҡалмай, 63 мең һум аҡса йыйып тапшырған.

Ошо уҡ ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм тыл эшсәндәренә иҫтәлекле стела ҡуйыу идеяһын әүҙем кешеләр күтәреп сыҡҡан. Ауыл хакимиәтенә, башланғысты хуплап, “Беҙҙең ауыл” программаһы һөҙөмтәһендә тормошҡа ашыраһы ғына ҡалған. Халыҡтан 70 мең һум аҡса йыйылған. Эште ойоштороуға, һуғыш һәм тыл ветерандары исемлеген ентекләп, иғтибар менән төҙөүгә күп көс йәлеп ителгән. Ташҡа уйып яҙылған исемдәр араһында 109 яугир һәм 199 тыл ветеранының исем-шәрифе урын алған.

“Аныҡ эштәр” программаһында ҡатнашыу ҙа ауыл хакимиәте өсөн отошло булған. Мәҫәлән, Урманайҙа ауыл мәҙәниәт йортоноң түбәһен, ә Таллы-Һыҙала һыу үткәргесте ремонтлау эштәре тап ошо программаға таянып тормошҡа ашырылған. “Тере шишмәләр” конкурсы Камай һәм Һөйөндөк ауылдарында өр-яңынан төҙөкләндерелгән, үҙенең матурлығы менән юлсыларҙың иғтибарын үҙенә тартҡан ике шишмәне бүләк иткән.
Урманай ауыл биләмәһенә ҡараған биш ауылда ла халыҡ зыяраттарҙы тәртиптә тота, ситтән ҡунаҡҡа ҡайтыусылар ҙа өмәгә килеп, үҙ ҡорамалдары, техникаһы менән ярҙам итә. Урындағы үҙидараның территориаль органдары ҡатнашмаған бер генә мәсьәлә лә юҡ: мәҙәниәт, экология, социаль ярҙам, юлдарҙы ремонтлау, халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү…

– Ауылда хәҙер йәшәп була, – ти Зөмәрә Зөбәйер ҡыҙы. – Һәр яҡлап та ярҙам бар. Федераль программа буйынса өс ауылда үҙәкләштерелгән һыу үткәргес һалынды. Биш ауылға ла газ ингән. Йәйен һыуҙа ҡойонам тиһәң – йылғаһы, бәшмәккә йөрөйөм тиһәң – урманы, ҡунаҡҡа барғың килһә – Ыҡ аръяғында ғына күрше Татарстан… Халыҡ эшһеҙлектән яфаланмай, Туймазы, Октябрьский ҡалаларына йөрөп эшләгәндәр ҙә бар, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр ҙә артҡандан-арта.

Зөмәрә Хәлисованың 27 йыл буйы китапханасы, аҙаҡ идарасы булып эшләүе, халыҡ менән аралашыуҙа ҙур тәжрибә туплауы, һис шикһеҙ, яңы вазифаны уңышлы башҡарыуға йоғонто яһамай ҡалмаған. Уның тырышлығы, өлгөрлөгө менән былтыр республикала беренсе урынды яулағандан һуң, Урманай ауыл биләмәһе хакимиәте “Иң яҡшы муниципаль практика” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға батырсылыҡ итеп, Мәскәүгә заявка ебәрә. Сентябрь аҙағында урманайҙар үҙҙәренең грант отҡанлыҡтарын белә. Халыҡ менән етәкселек араһындағы тығыҙ бәйләнеш, эшлекле диалог, берлектәге планлы эш үҙ емештәрен бирә, тимәк. Әлегә гранттың суммаһы билдәһеҙ, әммә урманайҙарҙың көтөлмәгән бүләкте халыҡ файҙаһына, биләмәнең социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтәсәге шик тыуҙырмай.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 0

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 0

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 0

Пенсионер таштарҙы “терелтә”

Пенсионер таштарҙы “терелтә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран...

Тотош уҡырға 0

Шығайға Ҡыш бабай килгән...

Шығайға Ҡыш бабай килгән... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм...

Тотош уҡырға 0

Өмәләр — ауыл йәме

Өмәләр — ауыл йәме 12.12.2018 // Йәмғиәт

Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән...

Тотош уҡырға 0

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды....

Тотош уҡырға 0

Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 0

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 2

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 44

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 54

Йомшаҡ ҡуллы,  тәмле телле “фәрештә”

Йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле “фәрештә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ул 40 йылға яҡын сәләмәтлекте хәстәрләй. Йыш ҡына мәрхәмәтле, йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле табиптарҙы...

Тотош уҡырға 43