Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фән – ул тотош йыһан

Ғилми асыштар тормошто уңайлыраҡ итә.

Өфөлә Бөтә Рәсәй фән фестивале үтте. Сараның төп маҡсаты халыҡты, тәү сиратта йәштәрҙе һәм балаларҙы аңлайышлы, ябай телдә ғилми донъя яңылыҡтары, был өлкәләге ҡаҙаныштар менән таныштырыу, йәш быуынды фәнгә ылыҡтырыу тип билдәләнде. Фестиваль бер нисә майҙансыҡта – Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендә, Башҡортостан Фәндәр академияһында, “Мотор эшләүселәр” мәҙәниәт һарайында, баш ҡалалағы юғары уҡыу йорттарында барҙы.


Фестиваль хаҡында

Рәсәйҙә Фән фестивале тәүге тапҡыр 2006 йылда Мәскәү дәүләт университетында уҡыу йорто етәкселегенең башланғысы менән ойошторола. Өс көн дауам иткән сараны тамаша ҡылырға 20 меңдән ашыу кеше килә. Киләһе йылына фестиваль Мәскәү ҡалаһы кимәленә сыға, ә 2011 йылдан Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағына алынып, Бөтә Рәсәй статусына эйә була.

Өфөлә ул 2013 йылдан үткәрелеп килә һәм йыл һайын сағыу байрам төҫөн ала. Дөйөм алғанда, бөгөн Фән фестивале илебеҙҙең 70 төбәгендә ойошто­ролған, меңәрләп кешене үҙенә йәлеп иткән үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы сараға әйләнде.

Өфөләге быйылғы фестиваль 10 мең­дән ашыу кешене йәлеп итте. Уның барышында мәктәп уҡыусыларына, студенттарға һәм башҡаларға ҡыҙыҡлы лекциялар, экскурсиялар, тәжрибә майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителде. Мәҫәлән, кешенең ДНК-һын тикшереү, йыһан ҡоролошо, шоколад, самолеттар тураһында лекциялар күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Балалар робот эшләү, генетик тәжрибәләр уҙғарыу мөмкинлегенә эйә булды, фәнни-популяр фильмдар ҡарап, улар хаҡында ғалимдар менән берлектә фекер алышты.

Фән – ул тотош йыһан

Ғилемдә 0+ билдәһе

Фән фестивале киң аудиторияға иҫәпләнгән, шуға күрә йәш буйынса сикләү юҡ, йәғни барлыҡ саралар – лекция, күргәҙмә һәм тәжрибәләр — 0+ йәш билдәһе менән ойошторола.

– XXI быуатта йәшәп, фәнни белем­дән һәм ҡаҙаныштарҙан ситтә ҡалыу мөмкин түгел. Фән – бөтә ергә, барлыҡ тормошобоҙға үтеп ингән үҙенсәлекле күренеш. Ул һәр кемгә нимәлер биреүгә һәләтле, ә кешенең был хаҡта уйламауы ла, белмәүе лә ихтимал. Беҙ фәндең һәр йортҡа инеүе яҡлы. Ғилми асыштар тормошто уңайлыраҡ, аңлайышлыраҡ һәм файҙалыраҡ итергә тейеш. Кешене һөнәри йәһәттән үҫтерергә, яңы маҡсаттарға илһамландырырға йәки тотош ғаилә өсөн ял көндәренә мауыҡтырғыс шөғөл бүләк итергә һәләтле ул фән. Уның көндәлек йәшәйешкә үтеп инеүе – заман кешеһе өсөн тәбиғи күренеш, хатта был йән эйәһенең буйы әлегә бер метрға етмәһә лә. Фән менән танышыу, бәлки, мауығыу, ни тиклем иртәрәк башланһа, уңышҡа өлгәшеү ҙә шул тиклем тиҙерәк буласаҡ һәм яңы асыштар яһаласаҡ, – тип билдәләне фес­тивалде ойоштороусылар.


ДНК, шыйыҡ азот һәм микробтар донъяһы

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Фән фестивалендә тәү башлап 2014 йылда ҡатнаша. Әммә төрлө сәбәп менән был матур башланғыс туҡтап ҡала.

– Үҙәк рәйесе вазифаһына күптән түгел тәғәйенләнгән етәксебеҙ Рөстәм Ахунов был йүнәлештәге эштәрҙе йән­ләндереү бурысын ҡуйҙы. Быйылғы сарала Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге ҡарамағындағы барлыҡ институттар әүҙем ҡатнашты. Мәктәп уҡыусы­ларының һәм студенттарҙың көн дауа­мын­дағы ағымынан, лекцияларҙа, тәжрибә майҙан­сыҡтарындағы әүҙемле­генән, ҡыҙыҡһы­ныуынан үҙебеҙ ҙә дәртләндек, артабан­ғы эшмәкәрлегебеҙ өсөн илһам алдыҡ, – тип һөйләне үҙәктең проекттарҙы теркәү бүлеге начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Рузил Сәлимйәнов.

Балаларға айырыуса Биохимия һәм генетика институты ойошторған экскурсиялар һәм тәжрибәләр оҡшаны. Мәҫәлән, кешенең ауыҙ ҡыуышлығынан, банан, киви кеүек емештәрҙән ДНК бүлеп алыу тәжрибәһен ҡатнашыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Шыйыҡ азот ҡатнашлығындағы һынауҙарҙа үҙҙәре лә ҡатнашып ҡараны. Әйтәйек, кукуруз таяҡсаһын 196 градус һалҡын шыйыҡса ярҙамында туңдырып, тәмләп ҡарау көн һайын татый торған ниғмәт түгел.

“Беҙ микробтар донъяһында йәшәй­беҙ”, “Бал ҡорттарының феромондары”, “Ҡояш нисек эшләй?” һәм башҡа сығыштарҙы мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа ҡыҙыҡһынып тыңланы.


Йыһан, физика һәм 3D-моделләү

Черниковка биҫтәһендәге “Мотор эшләүселәр” мәҙәниәт һарайында ойошторолған сараларҙа уҡыусыларҙы һәм йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған төп темалар авиация, айырыуса уның пилотһыҙ төрө, физика һәм йыһан булды. Мәскәү политехник музейының математика лабораторияһы етәксеһе Евгений Ширяев тәҡдим иткән лекция күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Ул ниндәй көстөң самолеттарҙы осорға мәжбүр итеүе, алыҫ араларҙы үтергә мөмкинлек биреүе хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне һәм ҡатмарлы физика закондарын ҡул аҫтындағы ябай ғына әйберҙәр, мәҫәлән, ҡағыҙ бите ярҙамында аңлатып бирҙе.

Фестиваль күргәҙмә материалда­рының байлығы менән әсир итте. Мәҫә­лән, Петрозаводскиҙағы мауыҡтырғыс фәндәр музейы үҙенсәлекле ҡорамалдар алып килгәйне. Балалар йәшен уҡтары сығарыусы Тесла трансформаторына һоҡланды, ҡылһыҙ лазер арфала уйнап ҡараны, Кундт торбаһындағы тауыш тулҡындарын “күреү” мөмкинлегенә эйә булды.

Мәктәп уҡыусыларына айырыуса 3D-моделләү майҙансығы оҡшаны. Бында теләге булған һәр кем үҙенең сканер­ланған күсермәһен эшләп, уны 3D-принтерҙа сығарып ҡараны. Бөгөн был фән ҡаҙанышы машиналар эшләү сәнәғәтендә, медицинала, шулай уҡ башҡа тармаҡтарҙа киң ҡулланыла. Уның ярҙамында дизайнерҙар һәм ювелирҙар ҡатмарлы деталдәрҙе тиҙ һәм еңел юл менән эшләү мөмкинлегенә эйә. Хаҡының ярайһы уҡ ҡиммәт һәм файҙаланыуҙа ябай кеше өсөн ҡатмарлы булыуы арҡаһында әлегә был заманса ҡорамал беҙҙең көндәлек тормошҡа үтеп инеп етмәй. Әммә ҡулланыусылар 3D-принтерҙың бихисап ыңғай яҡтарын, киң мөмкинлектәрен билдәләй. Мәҫәлән, уның ярҙамында йорт йыһазының етешмәгән детален эшләргә, берәй әйберҙең биҙәлешен үҙгәртергә, бала­ларға ҡыҙыҡлы уйынсыҡ сығарырға мөмкин.


Роботтар һәм дрондар

Өфө дәүләт нефть техник университе­тының технологик эшҡыуарлыҡ үҙәге кеше менән аралашыусы робот алып килгән. Студенттар тарафынан уйлап табылған фән ҡаҙанышы фестивалдә ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләп, һәр кемдең кәйефен күтәрҙе. Роботтар йыйыу буйынса оҫталыҡ дәресендә теләге булған һәр кем үҙенең роботын эшләне.

Ҡатнашыусыларға, айырыуса малай­ҙарға дрондар уҙышы онотолмаҫ тәьҫо­раттар бүләк итте. Уларға пилотһыҙ осоусы бәләкәй генә ҡорамал менән идара итеп, уны киң коридорҙың бер осонан икенсеһенәсә еткереү бурысы ҡуйылды. Әммә был эш күптәр өсөн ҡатмарлы булып сыҡты: етеҙ дрондар тигеҙ генә осорға теләмәй, түбәгә бәрелеп, ҡолап төшөп аптыратты.


Барыһы ла шоколад хаҡында

Мәскәү физиологы Антон Захаровтың шоколад хаҡындағы лекцияһы фестивал­дең иң “тәмле” өлөшө булғандыр. Ул сығышында шоколадтың барлыҡҡа килеү тарихы, уның төрҙәре, кеше организмына тәьҫире, файҙаһы һәм зыяны хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.

Шоколадтың составындағы иң төп матдә – какао майы. Уны шоколад ағасының емештәре эсендәге орлоҡтан эшләйҙәр. Был орлоҡтарҙа ҙур күләмдә кофеин һәм теобромин (әсе матдә) тупланған, шуға күрә шоколадтың тәбиғи тәме һис тә татлы түгел, ә әскелтем һәм ҡырҡыу.

Уны тәү башлап күп быуаттар элек майя индеецтары ҡуллана башлаған. Шоколад ағасының орлоғон ҡыҙҙырып, махсус һауытта төйөп, үҙенсәлекле әскелтем тәмле эсемлек яһағандар. Ваҡыт һәр нәмәгә үҙ эҙен һала: шоколад та быуаттар дауамында әллә күпме үҙгәреш кисереп, төрлө ҡушылма ярҙамында бөгөн беҙгә киң билдәле тәмлекәскә әйләнгән.

Шоколад – бик туҡлыҡлы ризыҡ. Уның составында кеше организмы өсөн көндәлек кәрәкле В2, В12 витаминдары, марганец, фосфор, цинк, кальций, магний һәм тимер миҡдары 19 процентҡаса етә. Әммә һәр нәмәлә сама белергә кәрәк. Мәҫәлән, шоколадтың әсе төрөн яратҡандар организмда ҡурғаш миҡдары артыуҙан ағыуланыуы ихтимал.

Был татлы ризыҡ ҡан баҫымын күтәреүгә, арығанда хәл өҫтәүгә, иммунитетты нығытыуға, хәтерҙе яҡшыртыуға һәләтле. Шуға күрә элек уны дарыуханала ғына һатҡандар.

Зыянлы яҡтарына килгәндә инде, кешелә шоколадҡа бәйлелек барлыҡҡа килеү ихтималлығы ҙур. Уны самаһыҙ ашау кәүҙә ауырлығының артыуына, бөйөрҙә таш барлыҡҡа килеүгә, тиренең боҙолоуына килтереүе бар.

Лекция барышында балалар бына ошондай файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлү­мәттәр менән танышты. Үҙенсәлекле, төплө һорау биреүселәр лектор ҡулынан бүләккә китаптар алып ҡыуанды.

Ильяс МУЛЛАҒӘЛИН, Өфө фәнни-техник үҙәге директоры:

– Фәнде халыҡ араһында таныт­маһаҡ, уға йәш быуынды йәлеп итмәһәк, яҡын киләсәктә беҙ ошо йәһәттән алдынғы дәүләттәрҙән артта ҡаласаҡбыҙ. Бөгөн математика, физика, химия, программалау кеүек теүәл фәндәр, бер ҡасан булмағанса, юғары квалификациялы кадрҙарға мохтажлыҡ кисерә, сөнки тап улар киләсәк технологияһын тыуҙыра. Талантлы йәштәрҙе ғилми эшмәкәрлеккә йәлеп итеү – беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 57

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 40

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 43

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 43

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 105

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 93

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 44

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 46

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 157

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 36

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 39

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 36