Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алыҫтағы утрауҙың йөрәккә яҡынлығы

Көньяҡ Кореяға сәйәхәт донъя именлеген хәстәрләүҙең уртаҡ маҡсат икәненә йәнә бер ҡат инандырҙы.

Быйыл 26 – 30 августа Көньяҡ Кореяла Бөтә донъя дөйөм тыныслыҡ өсөн федерацияһы тарафынан үткәрелгән “Хәҙерге замандың мөһим мәсьәләләрен хәл итеү: парламентарийҙарҙың һәм дин әһелдәренең яуаплылығы” тип исемләнгән 32-се халыҡ-ара лидерлыҡ конференцияһында ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Ҡайһы яғы менән асылыр?

Көньяҡ Корея хаҡында нәфис фильм­дарҙан, дорамаларҙан белә инем. Ниндәй ул? Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында тауарҙары менән тотош Рәсәй баҙарын биләп алған, эшсән халҡы менән танылған алыҫ утрауҙағы ил миңә ниндәй яғы менән асылыр?

Был сәфәргә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе Рәшиҙә Солтано­ваның һәм федерацияның Өфөләге вәкиле Ольга Кимдың фатихаһын алып сыҡтым. Ҡулымда – Бөтә донъя тыныслыҡ өсөн федерацияһы рәйесе, доктор Томас Г. Уолш ҡул ҡуйған саҡырыу ҡағыҙы. Унда ер йөҙөнөң юғары дәрәжәләге етәкселәре, закон сығарыусылары, дин әһелдәре, йәмәғәт ойошмалары лидерҙары ҡатнаш­лығында урындағы, милли, төбәк һәм глобаль кимәлдәге мөһим мәсьәләләрҙең, шул иҫәптән климат шарттарының үҙгәреү, экстремистик идеология­лар­ҙың таралыу, гуманитар фажиғә һәм низағ күренеш­тәренең инновацион сиселеше ҡарала­сағы, ҡунаҡтарҙы федерацияны ойоштороу­сыларҙың береһе, доктор Мун Хан Хак Джа никахҡа ингәндәрҙе фатиха биреү сараһына йыясағы хаҡында хәбәр ителә.

Туғыҙ сәғәт буйы осҡан аэробуста пасса­жирҙар күп. Креслолар уңайлы, борт компьютеры – үҙе мауыҡтырғыс нәмә. Бер бәләкәй бала көйһөҙләнә башлағайны, уны йәтеш итеп урынлаштырылған сәңгелдәктә бәүеттеләр, экран аша әкиәт менән әүрәттеләр, китап күрһәттеләр, унан да ялҡҡас, юрғанға төрөп, йоҡлатырға алып киттеләр.

Самолетта уҡ сит даирәгә барып эләккәнемде тойҙом. Кореялар бит, төҫ-һыҙаты менән дә айырылыбыраҡ торалар: ҡуңыр йөҙ, ҡыҫығыраҡ күҙҙәр, шырт ҡара сәстәр. Сеулдан 70 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан иҫ киткес мөһабәт Инчхон аэропортына килеп төшкәс, багажды алып сығыр яҡҡа йүнәлдем. Унда “UPF” (“Бөтә донъя тыныслыҡ өсөн федерацияһы”) яҙыулы ҡатырға тотҡан ҡаршы алыусылар көтөргә тейеш. Улар күренгәс, йылмайып ебәрҙем. Үҙҙәре лә, мине танып, ҡул болғаны. Фамилиямды асыҡлағас, бер рейста килгән мәскәүҙәр менән дә таныштыҡ: ирле-ҡатынлы Разбегиндар икән. Виктор Николаевич – грунттар һәм төҙөлөш механикаһы буйынса ғалим, эшҡыуар. Ул Рәсәйҙә сыҡҡан һәм сит илдәрҙә инглиз телендә таралған “Основания, фундаменты и механика грунтов” тип аталған фәнни баҫманың баш мөхәррире булып сыҡты.

Киң, уңайлы автобусҡа инеп ултырып, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктергәс, тип-тигеҙ асфальт йәйелгән төҙөк юл буйлап теҙелгән ҡупшы йорттарға, ят ағастарға ҡарап бара башланыҡ. Инчхон – Һары диңгеҙҙәге утрау. Уға самолетта килеп төшкәс, Сеулға һуҙылған күпер буйлап елдерәбеҙ икән. Юлдаштарыма күҙ һалам: уларҙы тигеҙ юлдан ойотоп бәүелеүме, әллә һауа сәйәхәтенән арыумы ипләп кенә әүен баҙарына алып киткән.


Һаумы, Сеул!

Сеулға аяҡ баҫҡас, ҡараһаң, кәпәс төшөп китерлек быяла бинаға арбалып текәләбеҙ. Виктор Николаевич шунда йәшәйәсәге­беҙҙе хәбәр итә. Был донъяла бейеклеге (554,5 м) буйынса өсөнсө урында торған 123 ҡатлы Lotte World Tower башняһы булып сыҡты. Уның иң өҫкө ҡатынан Сеулды күҙәтеү ҙә насип буласаҡ әле. Әммә был хаҡта һуңғараҡ.

Башта “Lotte hotel world” тип аталған биш йондоҙло ҡунаҡханаға урынлашабыҙ. Башня уға текәлеп тора, бында башлыса офистар урынлашҡан. Киске 7-лә конференция асыласаҡ. Уға хәтлем йоҡлап алырға, хамам, сауна, бассейнға барып килергә мөмкинлек бар, тинеләр. Баҡынан килгән яңы танышым Азер Мурсалов, магазиндарға йөрөп килә алаһың, тип сауҙа майҙанын табырға өйрәтте. Уныһына өлгөрөрмөн, башта һыу ҡойонһам, хәл дә инер тип, бассейнға ыңғайланым. Көн йылы торһа ла (+30), ямғыр быҫҡаҡлай. Һауа дымлы булғанлыҡтанмы, тирегә килеште, бит матурайып киткәндәй. Ҡараңғы төшөүгә Сеул да үҙгәрҙе, сөм-ҡыҙыл уттарын балҡытҡан, башы болоттарға тейгән башня, әйтерһең, ебәк вәл менән ҡапланды. Ул беҙ урынлашҡан ҡунаҡханаға ҡаршы булып сыҡты.

Бында русса аңламайҙар, инглизсә белгәндәр ҙә һирәк. Ым-ишараға мөрхәт­һенмәһәң, рәхәтләнеп башҡортса өндәш. Шуны тойоп ҡалдым: башҡортса менән корейса араһында бер ни ҡәҙәрем ауаздашлыҡ бар, ахыры: һаумыһығыҙ – омйо хосео, һау булығыҙ – омйоһихосео, ҡамсаһиһамида – рәхмәт! Хәс тә беҙҙеңсә, “ҡамса” тигәнен әйтәм.

Джакузи ҙа, төрөк хамамы ла оҡшаны. Саунала ҡатын-ҡыҙҙың телевизор ҡарап ятыуы мәҙәк тойолдо. Гүзәл зат вәкилдәре үҙенә күп ваҡыт бүлә. Көҙгө алдында лосьон, майҙарҙың ниндәйе генә юҡ! Шампунь да, һабын да иҫ киткес сифатлы, хуш еҫле. Бассейнда ҡолас ташлап йөҙгәс, бүлмәгә ҡайттым. Биш тәүлекте бергә үткәрәсәк танышым – “Владивосток” телевидение һәм радио тапшырыуҙары компания­һының ижтимағи-сәйәси бүлеге мөхәррире Галина Медведева менән бик йылы таныштыҡ.

Бында ла үҙебеҙҙекеләр икән

Рәсәйҙән йәнә ҡалмыҡтар Саглар ханым һәм уның ире, лама дәрәжәһен алған Санал Санжиевтар менән дә еңел аралашып киттек. Конференцияла Рәсәй делегацияһы вәкилдәре бер өҫтәл артына ултырҙыҡ. Бөтә донъя тыныслыҡ өсөн федерацияһы рәйесе Томас Г. Уолш, берләшмәнең Евразия буйынса генераль секретары Константин Крылов, Мәскәүҙә теркәлгән Рәсәй йәмәғәт төбәк ойошмаһы рәйесе Дмитрий Самко, генераль секретарь Мария Назарова (Башҡортостан килене, ире – Салауат ҡалаһынан) менән дә ошонда күрештек. Рәсәйҙән йәмғеһе һигеҙ делегатбыҙ икән.

Сығыштар ете телгә тәржемә ителде. Русса каналға баҫһаң, ап-асыҡ ишетелеп, аңлашылып тора. Халыҡ күп, 120 ил вәкиле ҡатнашҡан сара бит, бигерәк тә Африканан килгәндәрҙең күплеге күҙгә салына. Әле Көньяҡ Кореяның Асан ҡалаһында урын­лашҡан Сан Мун университетында фото, видеомонтаж, реклама һәм пиар белгесе һөнәрен үҙләштергән Христина Паличева – Екатеринбург ҡалаһынан. Конфе­ренцияға тәржемәсе сифатында саҡырылған. Әсәһе Рәйсә Шәмсетдинованың башҡорт ҡыҙы булыуын, Өфөлә тыуып, аҙаҡ ғаиләһе менән Благовар районының Таң ҡасабаһында йәшәүен, БДПИ-ның сит телдәр факультетын тамамлауын ғорурлыҡ менән һөйләне. Мин дә яҡташ ҡыҙыбыҙға сикһеҙ һоҡланыуымды белдерҙем. Ни өсөн тигәндә, сит илдә белем алыуы ғына түгел, ошондай конференцияларға эшләргә саҡырылыуы ла күпте һөйләй.

Корей телен белгәс, Христина беҙҙе магазиндар буйлап та йөрөтөп, кәрәкле бүләктәр алырға ярҙам итте. Үҙебеҙ ҙә уғаса ниҙәрҙер һатып алырға өлгөргәйнек. Ым-ишара, онлайн һүҙлек ярҙамында аралаштыҡ. Христина төбөнә төшөп белеште, иң яҡшыһын, сифатлыһын һайлап алышырға тырышты. Косметика, кремдар буйынса Көньяҡ Корея тауарҙары маҡтаулы, данлы тип әйтһәң, арттырыу булмаҫ. Әммә әйберҙәр бик ҡыйбат. Шуға ла артыҡ мауыҡманыҡ.

Именлек нигеҙе – мөхәббәтле ғаилә

Бөтә донъя тыныслыҡ өсөн федерацияһы – бик абруйлы ойошма. Уның ғәйәт ҙур эштәр башҡарғанын, хеҙмәтенең күп яҡлылығын тормошҡа ашырған проекттарынан да күрергә мөмкин: “Донъя шоссеһы”, “Байкал”, “Ауыл ҡалаға ярҙам итә”, “Мистер һәм Мисс Университет”, “Йәш тыныслыҡ илселәре”, “Спорт тыныслыҡ яҡлы!” программалары таныулы. Федерация кешелектең бер илаһи инештән яралып, аһәңдең һәм бергәлектең тотҡаһы булыуын таныуға нигеҙләнеп, бөтә диндәрҙе лә ерҙәге тыныслыҡ өсөн берләшеүгә, хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Проекттары глобаль селтәр аша тормошҡа ашырыла. Маҡсат – кешеләрҙең тыныс йәшәү рәүешен, киләсәкте ҡайғыртыу, ара­ларҙағы дуҫлыҡ күперен нығытыу. Федерация бар халыҡты бер бөтөн ғаилә итеп күрергә теләй.

Үҙе иҫән саҡта доктор Мундың “Человек планеты, любящий мир” китабының исем туйына бөтә донъянан ағылалар. Йыйынтыҡ Көньяҡ Кореяла бестселлерға әйләнә. Рәсәйҙә лә уны уҡыусылар артҡандан-арта. 1960 йылдың апрелендә доктор Мун Сон Мён менән Хан Хак Джа өйләнешкән. Шул ваҡыттан алып улар ысын атай-әсәй, остаз, лидер өлгөһөн күрһәтеп, йәмәғәтселектә һәм рухи тормошта әүҙем ҡатнаша. Заман заңы менән ауаздаш саралар үткәреп, бөтөн донъяла кешелектең юғарылығын билдәләгән тыныс тормош төҙөү хәстәрен күрә улар. Ирле-ҡатынлы Мундарҙың ошо маҡсатта 120 илде урап сыҡҡаны билдәле. Уларҙың мөхәббәткә, үҙ-ара килешеп йәшәүгә нигеҙләнгән йәмғиәт төҙөүгә ынтылыуы донъялағы бихисап проект аша тормошҡа ашырыла. Яҡын Көнсы­ғыштағы дини-ара татыулыҡ һәм килешеүсәнлек, тәбиғи ресурстарҙы, технологияларҙы үҙ-ара тигеҙ бүлешеү идеяларын яҡлаған бизнес-проекттар, донъялағы процестарҙы глобаль күҙаллаған кадрҙар тәрбиәләүсе мәғариф усаҡтары, журналист этикаһын билдәләгән медиа ойошмалар булдырыу – шулар иҫәбендә.

1960 йылдан башлап милләткә, расаға, дингә ҡарамай, мөхәббәткә нигеҙләнгән ғаиләгә фатиха биреү йолаға әйләнде­релгән. Доктор Мун донъялыҡта юҡ инде, алты йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән. Әммә уның рухы иҫән булыуына, баҡыйлыҡтан да фатиха биреүенә ихлас ышанып башҡарыла һаман да был йола. Был юлы уның тол ҡатыны Хан Хак Джа дүрт мең парға фатиха бирҙе, ә 200 мең пар фатиханы интернет аша алды. Донъялағы тыныслыҡ хаҡына һөйөүгә нигеҙләнеп, килешеп йәшәүгә ант итеп, никах балдаҡтары алмашты йәштәр. Ғаилә институтына тарҡалыу хәүефе янаған хәҙерге заманда мөхәббәтле нигеҙ ҡороп, бер-береһенә тоғро булырға бөтә ғаләм алдында ант биргән йәш йөрәктәрҙең саф ниәттәре ҡыйралмаһын, йылы тойғолары һүрелмәһен, парһыҙҙар табышып ҡауышһын, тормош юлын етәкләшеп үтеүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡ тигән идея менән һуғарылғайны сәхнәлә барған театрлаштырылған тамаша һәм сығыштар.

Илаһи күренештең шаһиты булырға стадионға 20 мең кеше килгәйне. Конференцияла ҡат­наш­ҡан 300 делегат улар араһында юғалып ҡал­маны, сабырлыҡ һаҡлап, бер-береһенә ихти­рам менән автобустарға тейәлешеп таралышты.

Ярты быуатҡа ергә күмелгән йылға

Сеул – мегаполис. Һәр ҡайҙа бейек йорттар, халыҡ күп, урамдар шаулап тора. Бөтә ерҙә тәртип. Һөйләүҙәренсә, ҡаланы ике ярға бүлеп аҡҡан Чхонгечхон йылғаһын күмеп, алты километрға һуҙылған трасса төҙөп ҡуйғандан һуң экология насарлана, ҡала халҡы тын юлдары ауырыуҙары менән интегә. Һөҙөмтәлә мэр йылғаны кире ҡаҙҙырырға хәл итә. Ҡаршы төшөүселәр ҙә була. Транспорт йөрөшө насараясаҡ, ҡайһы бер маршруттарҙы үҙгәртергә тура киләсәк һәм башҡа сәбәптәрен әйтәләр. Ләкин мэр Ли Мён Бак 2003 йылда аҫылмалы күперҙәр төҙөү, ер аҫты аша сығыу, яңы автобус маршруттары асыу планына ҡул ҡуя. Һәм был ҡарар дөрөҫ тә була. Ике йыл эсендә проект тормошҡа ашырылғас, ҡалаға саф һауа менән яңы һулыш инә. Мөхит йәшеллеккә күмелә, ҡоштар төйәкләнә. Һыуҙы йылына бер тапҡыр икенсе Ханган йылғаһынан һурҙырып алалар. Уның буйына йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар, XVIII быуаттағы Сеулды хәтерләткән тарихи парк, рәссамдарға һүрәт төшөрөү өсөн майҙан, “теләктәр диуары” булдырыла.

Ханган йылғаһының һыуы буръяҡ һәм бысраҡ кеүек тойолдо, шулай ҙа ул барыбер ҡаланың бер йәме, матурлығы булып, әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп ята. Дөрөҫөн яҙам, яр буйлап сәйәхәт ҡылырға насип итмәне. Уның ҡарауы, уттары менән балҡып үҙенә саҡырған мөһабәт башнянан – Лотте Ворлд Товерҙан – тирә-йүнде күҙәттек. Лифт бер минутта 118-се ҡатҡа мендереп ҡуйҙы. Бинаның эсендәге гигант экрандар төрлө тойғо уята: йә үҙеңде фарсы балаҫы өҫтөнән атлап киткәндәй, йә ҙур диңгеҙ эсендә йөҙгән балыҡтар араһында кеүек хис итәһең. Күҙәтеү майҙанындағы быяла иҙәнгә тәүҙә аяҡтарҙы шыуҙырып саҡ-саҡ баҫаһың, аҙаҡ уға өйрәнеп китәһең, төрлөсә фотоға төшәһең. Туристар бында Сеулдың күренештәренә һоҡланырға ғына түгел, ял итергә, кафела ултырып тәмлекәстәр менән һыйланырға, ҡәһүә эсергә лә килә.

Көньяҡ Корея халҡында әкиәти образдарҙы йәнле итеп күҙ алдына килтереү, уларҙы үҙҙәре менән бергә “йәшәтеү” һәләте бар. Ҙур сауҙа комплексында тоҙ бөртөгөнә ҡуйылған гигант һәйкәлгә ҡарап таң ҡалдым. Уйынсыҡ брелоктар рәүешендә сумкаларға, рюкзактарға тағып йөрөтөү ҙә киң таралған. Аттракциондары менән дан ҡаҙанған ер аҫты донъяһына ла инеп китергә форсат булманы. Сеулды өйрәнергә махсус килергә кәрәк тигән ҡарарға килдем. Ә күҙгә салынғандарын теркәп ҡуйҙым.

“Тыныслыҡ – үҫеш өсөн иң яҡшы ҡорал”

– “Тыныс иртәләр иле” Көньяҡ Корея һәм коммунистик режим хөкөм һөргән Төньяҡ Кореяның бер ғаилә булып берләшеүе элек мөмкин түгел хәл булһа, бөгөн был – көн талабы. Халҡы нимә тиһә, шул алға киләсәк, – тине сығышында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Свинцов. – Кибер атакаларҙы кире ҡағыу, иң шәп ҡорал уйлап табыуға донъяла бер триллион доллар аҡса китә. Ҡоралланыуҙы туҡтатып, әлеге сығымдарҙы яңы объекттар төҙөүгә файҙаланыу кәрәк.

Көньяҡ Америкалағы Парагвай иленән конгресмен ҡатын Сентия Тарраго Диаздың сығышында ҡатын-ҡыҙҙың ер йөҙөндә тыныслыҡ урынлаштырыуҙағы өлөшө, ғаилә, экология, социаль тигеҙһеҙлек мәсьәләләре билдәләнде. Һиндостандан килгән Рамен Дека: “Тыныслыҡ – ул үҫеш өсөн иң яҡшы ҡорал. Халыҡ һайлап ҡуйған вәкилдәр ерҙә изгелекте арттырыу, кешеләр күңелен яҡтылыҡҡа йүнәлтеү өсөн эшләргә тейеш”, – тине. Мали президенты Дионкунда Траоре, Албанияның вице-спикеры Василика Хуси, Иордания парламентарийы Ораиб Ал Рантави һәм башҡалар бөтә илдәрҙә тыныслыҡ, дөйөм баҙар, сауҙа-иҡтисади берлек булдырыу, терроризм, эшһеҙлек кеүек күренеш­тәрҙән ҡотолоу өсөн даими эшмәкәрлек алып барыу хаҡында һөйләне. Көньяҡ Африканың хөкүмәт һәм сәйәси эшмәкәре, Нобель премияһы лауреаты Нельсон Манделаның ейәне Мандла Мандела кеүек донъяға билдәле шәхестәрҙең ҡатнашыуы йыйынға мәртәбә өҫтәне.

Кәмәне кем һелкетә?

Быйыл апрелдә ике Корея башлығы, 11 йыл эсендә беренсегә осрашып, ике ил араһында һуғыш сығыу хәүефе бөтөүе хаҡында бөтә донъяға иғлан итте, денуклеаризация – атом йәҙрәһенән азат зона тураһында декларацияға ҡул ҡуйҙы. Пхеньянда үткән саммит һөҙөмтәләре ҡыуандыра: КХДР Ионбендағы эксперименталь ядро реакторын ябырға, сиктә бер саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан күҙәтеү нөктәләрен дә алып ташларға килеште. Быйыл ноябрҙән, халыҡ-ара килешеүҙәр буйынса, ярамаған урындарҙа хәрби уҡыуҙар һәм осоуҙарҙы туҡтатырға тигән талап та үтәлә башлаясаҡ. Ярымутрауҙың көнсығышында, көнбайышында тимер юлдарҙы, автотрассаларҙы тоташтырыу эшенә тотонасаҡтар. Был Рәсәй өсөн дә йөк ташыуға уңайлы буласаҡ.

Төньяҡ һәм Көньяҡ Корея 2032 йылда берләшеп, йәйге Олимпиада үткәреүгә теләк белдергән. 2020 йылда Токиола уҙасаҡ олимпиадаға ике илдән бер команда бара тип планлаштырылған. 2018 йыл аҙағына тиклем Төньяҡ Корея хөкүмәте лидеры Ким Чен Ын Сеулға эшлекле сәфәр менән киләсәк. Көньяҡ Корея Президенты Мун Чжэ Инды КХДР халҡы иҫ киткес күңел күтәренкелеге менән ҡаршы алғаны ҡыуандырҙы.
Тимәк, тыныслыҡ илселәренең эше бушҡа түгел. Мөнәсәбәттәр йылына, ҡоралланыуҙан туҡтап, барлыҡ ынтылыш кешеләр файҙаһына ыңғай эшмәкәрлек алып барыуға йүнәлтелә. Ким Чен Ындың АҠШ Президенты Дональд Трамп менән быйылғы дипломатик осрашыуы киҫкен мәсьәләләрҙең тыныс хәл ителәсәгенә ышаныс өҫтәй һәм өмөт уята.

* * *

Тыныслыҡ һәр кемдән башлана. Ер йөҙө халҡы бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәттә булырға тейеш, бар кешелектең аҡылын, хыялдарын, ынтылыштарын шул изге маҡсатҡа йүнәлдерергә кәрәк. Киләсәктә донъяны йәшел планета итергә, бөтөн, имен килеш һаҡларға, уның байлыҡтары киләһе быуындарға етерлек итеп йәшәргә тигән илаһи ынтылыш фарыз халыҡтарға. Яҡты киләсәккә илткән юлдарҙы асыҡ тойомлау, уны хәстәрләү – көн талабы.

Көньяҡ Кореяны биш көн эсендә танып бөтөп булмай. Уны фильмдар, китаптар аша өйрәнеү артабан дауам итә. Хәҙер ниндәйҙер күҙаллау бар, аралашыу, танып белеү даирәһе киңәйеүе яңы уйҙарға, хистәргә юлыҡтыра. Элек Төньяҡ һәм Көньяҡ Корея хаҡында зәңгәр экрандарҙан ишеткәндә, ҡайҙалыр миңә ҡағылмаған нәмәләр хаҡында һүҙ бара һымаҡ ине, хәҙер уның яҙмышының беҙгә лә туранан-тура ҡағылғанын беләм.

Бер үк планетала йәшәгәндә ошо хаҡта һәр кем уйланырға тейеш. Аңлашылмаусанлыҡ йә уйлап еткермәгәнлек сәбәпле донъя көлгә әйләнмәһен, халыҡтар бер-береһенең үҙенсәлектәрен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итһен, татыу һәм дуҫ йәшәһен. Кешене кеше иткән сифаттар, мәңгелек ҡиммәттәр ергә һалып тапалмаһын. Сеул тәьҫораттары шул хәҡиҡәтте тәҡрарлай.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ”

“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ” 18.12.2018 // Йәмғиәт

Өлфәт МОСТАФИН, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы: [quote]– Бөгөн беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының...

Тотош уҡырға 81

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙҙең күршеләр һәм дуҫтар “Беҙ булдырабыҙ” тип бик дөрөҫ әйтә. Ә мин бында йыйылғандарға: “Беҙ...

Тотош уҡырға 120

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла 18.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Мөрәжәғәтнамә тыңларға килгән Мәсетле районының Түбәнге Бобин...

Тотош уҡырға 83

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ 18.12.2018 // Йәмғиәт

– Балалар менән эшләгән кеше булараҡ миңә ябай, аңлайышлы телмәр яҡын. Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә тере...

Тотош уҡырға 95

Төп капитал – кеше

Төп капитал – кеше 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостан Башлығы...

Тотош уҡырға 64

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш”

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш” 18.12.2018 // Йәмғиәт

[quote]– Сүп-сар сығарыуға үтә ҙур тарифтар билдәләүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Был мәсьәләгә тулыһынса...

Тотош уҡырға 83

Ҡунаҡҡа киләм!

Ҡунаҡҡа киләм! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 106

Аяғүрә баҫып алҡышланылар

Аяғүрә баҫып алҡышланылар 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 343

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа 18.12.2018 // Йәмғиәт

2019 йылда Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк....

Тотош уҡырға 64

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ!

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙ пассажирҙар ташыу тармағында тәртип булдырасаҡбыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 66

Тау башында балҡыһын баш ҡала

Тау башында балҡыһын баш ҡала 18.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 79

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика депутаттарына...

Тотош уҡырға 208