Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Битарафлыҡҡа юл ҡуйылмаһын!

Ветерандар ҡәберлеген тәртипкә килтереү – изге бурыс.

Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тиҙәр. Тап ошондай һәм мәғәнәһе шуға яҡын яҙыуҙар күп зыяраттарға эленгән. Әйткәндәй, тыуған яғымда йыл һайын ҡәберлеккә сығыу ваҡыты 2 майға билдәләнгән. Был – рәсми булмаған белдереү, берәүҙе лә алдан иҫкәртергә кәрәкмәй. Ошо көндә һәр кем яҡындарының һуңғы төйәген ҡый үләндәренән таҙарта, үҫенте ултырта, рәшәткәләрҙе буяй, ә инде ул ҡуйылмаған булһа, урынлаштырыуҙы хәстәрләй. Ҡыҫҡаһы, һәр кем ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереү кеүек изге эшкә сумған. Ә бына Өфө ҡалаһында урынлашҡан “Камнеград-Уфа” йәмғиәте иһә үҙ эшмәкәрлеген киңерәк йәйелдергән. Ойошманың директоры Ришат ВАҺАПОВ менән әңгәмәлә һүҙ ошо хаҡта.

– Шәхси эшеңде асыу өсөн капиталдың булыуы мөһимме?

– Үҙемдең шәхси эшемде асҡанда һаҡлыҡта аҡсам да, бүтән төрлө капиталым да юҡ ине. Нисек тотондоммо? Бары тик үҙемә ышаныс ҡына аныҡ маҡсат ҡуйырға булышлыҡ итте.

Йәшерен-батырын түгел, зыярат­тарҙың хәл-торошо тәңгәлендә тотош илебеҙ буйынса еренә еткерелмәгән эш етерлек. Тәрбиә күрмәгән ҡәбер­лектәргә ҡарап, әсемәҫ ерҙән йәнең әсер. Ни өсөн шулай? Һүҙ ҙә юҡ, уның сәбәптәре бихисап. Шуларҙың береһе – битарафлыҡтың көслө булыуы. Мәҫәлән, теге ваҡыт ҡый үләне ҡаплаған бер ҡәберлекте күреп иҫем китте. Түҙмәйенсә яҡын барҙым, ул хатта юғалыу хәленә еткән...
– Ришат Рәфҡәт улы, көнәркәшлек көслөмө? Был өлкәлә ҡыҫым аҫ­тында эшләгәндәргә түҙемлек бир­һен...

– Йәмғиәттә бөтәһе 30 кеше иҫәпләнә, ҡәбер таштары эшләү менән шөғөл­ләнәбеҙ. Улар төрлө ҙурлыҡта, төрлө материалдан. Материал тигәнем, халыҡ телендә шулай һөйләргә күнегелгән, таштар тураһында һүҙ бара. Гранит һәм мәрмәргә өҫтөнлөк биреүебеҙҙең сере ябай: икеһе лә әллә ни ауыр түгел һәм шымартыуға уңайлы. Сеймалды ҡайҙан ғына ташымайбыҙ: Сибайҙан килтерәбеҙ, бынан тыш, Карелия, Украина, Скандинавия илдәренән.


Көнәркәшлек тураһында һорауығыҙ бик тә урынлы. Сер түгел, сифатлы тауар етештергәндә генә ҡырағай баҙар шарттарында юғалып ҡалмайһың. Маҡ­сат изге – оҙаҡ һаҡлана торған ҡәбер өҫтө һәйкәлдәре яһау һәм зыяраттарҙы тәртипкә килтереү. Әйтәйек, кемдер беҙгә ҡәбер өҫтө ташын йәки һәйкәлен нисек күрергә теләй, шул хаҡта эскизды электрон почтаға ебәрә йәки үҙе килтереп бирә. Унан инде оҙаҡҡа һуҙмай белгестәр эшкә тотона. Бер заказды үтәүгә яҡынса бер ай ваҡыт кәрәк.

Бүтәндәрҙең баҡсаһына таш ырғы­тырға ынтылмайым, әммә ҡайһы берәүҙәрҙән айырмалы, беҙҙең тауар хужаһына әҙер көйөнсә барып етә. Нисек тиһегеҙме? Ҡәбер ташын күҙ алдына баҫтырайыҡ әле, ул тура дүртмөйөш формаһында. Тупраҡҡа яҡшы һеңеп ултырһын өсөн уның аҫҡы яғына, өҫтәмә рәүештә инде, тимерҙәр тығып ҡал­дырабыҙ. Кем өсөндөр был, бәлки, бәләкәй мәсьәләлер, ләкин урынға барып эшләй башлаһаң, уның ни тиклем мөһим булыуына инанаһың. Бынан тыш, гравировка төшөрөүҙе, эпитафия яҙыу­ҙы ла башҡарабыҙ. Ҡәбер ташына берәүҙәр йөрәк һүҙен яҙыуҙы үтенә, икенселәр шиғыр юлдарын, тигәндәй. Йәнә фото өсөн урын ҡалдырабыҙ, портретты алып килһәләр, шунда уҡ беркетәбеҙ.

– Белеүебеҙсә, йәмғиәт төрлө проекттарға ҡушылған...

– Эште 2012 йылда башлағайныҡ, ваҡыт тигәнең тиҙ уҙа икән. Бихисап акциялар ойошторабыҙ. Мәҫәлән, “Ышаныс” тип аталғанын иғлан иттек, был осорҙа ниндәйҙер ташлама билдәләнә, тағы ла тауарҙы урынына хәтлем бушлай алып барыу ҡаралған. Етмәһә, заказ биреүсе килеп алғансы ҡәбер таштарын бушлай һаҡлайбыҙ.

Ҡыш заказдар ғына ҡабул итәбеҙ, ә май айынан алып тәүге ҡарға тиклем уларҙы урынлаштырыу менән мәш­ғүлбеҙ. Өс урында – Тимашев ауылында, Өфөлә һәм Көньяҡ зыяратта офистарыбыҙ бар.

“Изгелек ит. Быуындар бәйләнеше” исемле социаль проектты башланыҡ. 9 майҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ерләнгән урындарҙы тәртипкә килтереүгә тотондоҡ. Әлегә шундай 200 урында эштәрҙе теүәлләнек, ниәт – тағы ла 500 ҡәберҙе тәрбиәләү. Көньяҡ зыяраттан башланған эш дауам итә.

Тағы ла бер мәғлүмәт: милли ба­тырыбыҙ Салауат Юлаевҡа һәйкәлде Иглин районының Тәкәй ауылында урынлаштырғанды, бәлки, күптәр бел­мәйҙер ҙә. Бынан тыш, Ҡыҙылъяр (Нуриман районы) ауылында, Дәүләкән ҡалаһында яугир-интернационал­истарға обелисктар ҡуйышырға ярҙам иттек.

2013 йылда Граждандар инициатива­һы комитеты Бөтә Рәсәй милли пре­мияһын булдыр­ҙы. Унда “Хәтер” но­минацияһында ҡатнашырға уй-ниәт бар.

Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ
Фото: Автор фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 407

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 116

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 34

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 32

Пенсионер таштарҙы “терелтә”

Пенсионер таштарҙы “терелтә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран...

Тотош уҡырға 46

Шығайға Ҡыш бабай килгән...

Шығайға Ҡыш бабай килгән... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм...

Тотош уҡырға 58

Өмәләр — ауыл йәме

Өмәләр — ауыл йәме 12.12.2018 // Йәмғиәт

Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән...

Тотош уҡырға 42

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды....

Тотош уҡырға 79

Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 67

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 42

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 67

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 63