Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәшлек” паркында – яугирҙәр аллеяһы

Афғансылар иптәштәрен онотмай.


“Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов менән осрашҡанда, Афғанстанда интернациональ бурысымды үтәнем, был илде арҡырыға-буйға киҫтем, тигәйне. Имәндәй яҡташтарыбыҙҙың ситтә һәләк булып ҡалыуы ғына һаман да күңелде әрнетә, тип өҫтәне танышым.

Афғанстан 40 йылдан ашыу инде донъя картаһында “ҡыҙыу нөктә”ләрҙең береһе иҫәп­ләнә. Ун йыл барған ҡан ҡойошта ярты миллион тирәһе ватандашыбыҙ ҡатнашҡан, ә мәхшәрҙән тыуған төйәгенә ҡайтмаусылар күпме?! Тарих түбәндәгеләрҙе һөйләй: 1979 – 1989 йылдар һуҙымында 15 меңгә яҡын совет һалдаты яу яландарында башын һалған.

Батырҙар онотолмай, тибеҙ. Октябрҙең моңһоу бер көнөндә Асҡын ауылының “Йәшлек” паркында Яугирҙәр аллеяһын асыу тантанаһы булды. Сарала Афғанстан илендә интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың яҡындары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Тәбиғәттең һиҙгерлегенә иҫең китерлек: берсә болоттар ҡуйырҙы, берсә ямғыр һибәләне. Һауа торошоноң тиҙ арала үҙгәреп тороуын төрлөгә юранылар. Берәүҙәр – һалдат һәм офицер­ҙарҙың яу яланында дошманға ҡаршы алышын, икенселәр, әле һаман да күңел яралары уңалмаған туғандарының һыҡтауы, тине. Һәммәһендә лә дөрөҫлөк бар.

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары, Ҡораллы Көстәр ветераны Юрий Хабаров күк йөҙө һәр саҡ аяҙ булһын, бер ҡасан да яғалашыу, үс алыу кеүек аңлашылмау­санлыҡтар теркәлмә­һен, егеттәребеҙ Ватанды һаҡларға ашҡынып торһон, тыуған яҡтарына ғорурланып әйләнеп ҡайтһын тигән теләк белдерҙе.

Яугир-афғансылар иҫтәлегенә исемле ағастар ултыртыу йәки аллея булдырыу Афғанстан ветерандар союзының Асҡын йәмәғәт ойошма­һының эш планына күптән ингәйне. Ул совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығыуының 30 йыллығына арналғайны, бер нисә маҡсатты күҙ уңында тотто. Беренсенән, ҡаһармандар бер ҡасан да онотолорға тейеш түгел. Икенсе­нән, батырҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү төбәктә планға ярашлы алып барыла. Өсөнсө­нән, киләсәк быуын күңелендә илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү – өҫтөнлөклө йүнәлеш­тәрҙең береһе. Бынан тыш, эргә-тирәне йәшелләндереү һәм төҙөкләндереүгә лә иғтибар һис кәмергә тейеш түгел.

Аллеяны булдырыуға Афған һуғышын үткән Ғәбдрәшит Әсләмов, Азат Әхмәтйәнов, Илшат Ғәлләмов, Йәүҙәт Шәйәхмәтов, Фиғәт Ризванов, Радик Сәмиғуллин, Фәрис Шәйнуров, Рәфил Юнысов, Фәрҙәт Хәсәнов, Фоат Солтанәхмәтов, Олег Гурин күп көс түккән. Бөгөн төбәктә 58 яугир-интернационалист ғүмер итә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс тормошта 13 ир-уҙаман вафат инде. Ә Дарвин Суфийәнов Афғанстанда батыр­ҙарса һәләк булған.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Санала  елеп кенә!

Санала елеп кенә! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта Белорет районы яҡтарына юл йышайып китте. Бирҙеғол ауылына етәрәк ат менән бесән алып...

Тотош уҡырға 63

Иң оҙондар ҡайһы ауылда?

Иң оҙондар ҡайһы ауылда? 09.12.2018 // Йәмғиәт

Район үҙәгендәге спорт-һауыҡтырыу комплексында төбәктәге ауыл биләмәләренең йыйылма командалары...

Тотош уҡырға 40

Урлашҡан... төрмә начальнигы!

Урлашҡан... төрмә начальнигы! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Билдәле: төрмәлә тәртип боҙғандар ултыра. Ә бына уларҙы тәрбиәләү менән мәшғүл булырға тейешле...

Тотош уҡырға 60

Уңайлы булһын өсөн

Уңайлы булһын өсөн 09.12.2018 // Йәмғиәт

11 декабрҙән Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Күп функциялы үҙәк “бер тәҙрә” принцибы буйынса...

Тотош уҡырға 31

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар 08.12.2018 // Йәмғиәт

Күгәрсен районындағы “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре 25 мал ҡарау майҙансығы...

Тотош уҡырға 55

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй 08.12.2018 // Йәмғиәт

Илештәр эштә, спортта ғына түгел, ә ял итеүҙә лә ал бирмәй. Райондың ауыл биләмәләре араһында...

Тотош уҡырға 38

Офис өй туйланы

Офис өй туйланы 08.12.2018 // Йәмғиәт

Электр энергияһы ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндергән Бүздәк клиент офисы өр-яңы бинаға күсте. Элек ул...

Тотош уҡырға 40

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр 08.12.2018 // Йәмғиәт

Баҡалы районының хакимиәт башлығы Александр Андреев Туҡбирҙе ауылындағы социаль учреждениеларҙың...

Тотош уҡырға 36

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул"

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул" 07.12.2018 // Йәмғиәт

Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы яңылыҡты мәғлүмәт киңлегендә бик күптән көтәләр ине, тигән...

Тотош уҡырға 43

Ҙур баһа

Ҙур баһа 07.12.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән районы хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы уҙғарылды. Унда...

Тотош уҡырға 75

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ 07.12.2018 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта сода етештереү маҡсатында Ҡуштауҙы эшкәртеү киләһе 30 йылда ошо тауҙағы туристик...

Тотош уҡырға 40

Вәғәҙә үтәлде

Вәғәҙә үтәлде 07.12.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында эш сәфәре ваҡытында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 95