Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмайыҡ

Баланы үҫтереү – ата-әсәнең бурысы.

Күп ата-әсәнең балаларын төрлө түңәрәккә йөрөтөүе уның яҙмышына битараф булмауы тураһында һөйләй. Был аңлашыла ла, сөнки ваҡытты дөрөҫ бүлә белһәң, һәр ҡайҙа ла өлгөрөргә мөмкин. Әлбиттә, ҡала мөхитендә был тәңгәлдә һайлау мөмкинлеге ҙур ғына. Ә бына ауыл балаларына был осраҡта ни ҡылырға? Иртән дә эш, кис тә эш, тигәндәй. Бының менән Наумовкалағы Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Радик Ғиззәтов һис кенә лә килешмәй.

– Ғәзиз кешеңдең киләсәге өсөн ваҡытты ла, сығымдарҙы ла йәлләмәҫкә кәрәк, – тип кәңәш бирә Радик Ғафар улы. – “Тегендә барырға ине, бында мине көтәләр” тип бер ҡасан да улығыҙ йәки ҡыҙығыҙҙың өлөшөнә инмәгеҙ. Ундай осраҡта һеҙ – үҙегеҙҙең, ул үҙенең тормошо менән йәшәүгә күсәсәк. Һүҙ ҙә юҡ, баланың төп эше – уҡыу. Бынан тыш ул йорт һәм хужалыҡта ла булышырға тейеш. Ә бына берәй түңәрәккә йөрөү мәсьәләһе ҡалҡып сыҡһа, ваҡыт юҡлыҡҡа һуҡтыралар. Шуны беләм: мәктәптән айырмалы, ситтә төрлө секцияларҙы, түңәрәктәрҙе ҡалдырмағандарҙы ил кимәлендәге бәйгеләргә йөрөтөү тәжрибәһе киң ҡулланыла. Әгәр ҙә даими шөғөлләнмәһәләр, донъя күреүҙән мәхрүм ҡалырҙар ине.

Балалар сәнғәт мәктәбендә өс – һигеҙ йәшлек малайҙар һәм ҡыҙҙар шөғөлләнә. Белем усағының өс – Яңы Отрада, Забельский һәм Рощинский ауылдарында филиалы бар. Белгестәр етә, балаларҙың барыһын да ҡабул итергә тырышабыҙ. Фортепиано, баян, аккордеон, думбыра, гитара, флейта, скрипка кеүек музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтәбеҙ, ҡайһы берәүҙәр яҡшы әҙерлек менән килә. Хор ойошторҙоҡ, һәр төрлө байрам сараларында ҡатнашырға теләк көслө.

Бында ныҡлап шөғөлләнгән малайҙы беләм, бер дәресте лә ҡалдырманы, тиһәң дә була. Гитараһыҙ йөрөмәне. Ҙур үҫкәс, сәнғәт юлын һайламауы ла ихтимал. Уның ҡарауы, армияла оркестрға эләккән һәм, үҙе шаярып һөйләүенсә, ике йыл буйы һалдаттарға көй-моң өләшкән.

Минеңсә, бигерәк тә малайҙар һәр йәһәттән үҫешергә, камиллашырға тейеш. Юҡҡа ғына, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тимәйҙәр. Үҙенең ғаиләһен дә ҡарай алмаһа, ил һаҡсыһы булырға ул әҙерме?! Беҙ, педагогтар, шул юҫыҡта ла етди аңлатыу эше алып барабыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Санала  елеп кенә!

Санала елеп кенә! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта Белорет районы яҡтарына юл йышайып китте. Бирҙеғол ауылына етәрәк ат менән бесән алып...

Тотош уҡырға 75

Иң оҙондар ҡайһы ауылда?

Иң оҙондар ҡайһы ауылда? 09.12.2018 // Йәмғиәт

Район үҙәгендәге спорт-һауыҡтырыу комплексында төбәктәге ауыл биләмәләренең йыйылма командалары...

Тотош уҡырға 50

Урлашҡан... төрмә начальнигы!

Урлашҡан... төрмә начальнигы! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Билдәле: төрмәлә тәртип боҙғандар ултыра. Ә бына уларҙы тәрбиәләү менән мәшғүл булырға тейешле...

Тотош уҡырға 69

Уңайлы булһын өсөн

Уңайлы булһын өсөн 09.12.2018 // Йәмғиәт

11 декабрҙән Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Күп функциялы үҙәк “бер тәҙрә” принцибы буйынса...

Тотош уҡырға 38

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар 08.12.2018 // Йәмғиәт

Күгәрсен районындағы “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре 25 мал ҡарау майҙансығы...

Тотош уҡырға 65

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй 08.12.2018 // Йәмғиәт

Илештәр эштә, спортта ғына түгел, ә ял итеүҙә лә ал бирмәй. Райондың ауыл биләмәләре араһында...

Тотош уҡырға 40

Офис өй туйланы

Офис өй туйланы 08.12.2018 // Йәмғиәт

Электр энергияһы ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндергән Бүздәк клиент офисы өр-яңы бинаға күсте. Элек ул...

Тотош уҡырға 44

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр 08.12.2018 // Йәмғиәт

Баҡалы районының хакимиәт башлығы Александр Андреев Туҡбирҙе ауылындағы социаль учреждениеларҙың...

Тотош уҡырға 37

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул"

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул" 07.12.2018 // Йәмғиәт

Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы яңылыҡты мәғлүмәт киңлегендә бик күптән көтәләр ине, тигән...

Тотош уҡырға 46

Ҙур баһа

Ҙур баһа 07.12.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән районы хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы уҙғарылды. Унда...

Тотош уҡырға 76

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ 07.12.2018 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта сода етештереү маҡсатында Ҡуштауҙы эшкәртеү киләһе 30 йылда ошо тауҙағы туристик...

Тотош уҡырға 42

Вәғәҙә үтәлде

Вәғәҙә үтәлде 07.12.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында эш сәфәре ваҡытында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 97