Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атай йорто – тормош ҡото

Ауыл эшсәндәре дәүләт иғтибарын тоя.

Иҙән таҡтала­рының кипкәнен көтөп ятҡан линолеум төргәге, төрлө төҙөлөш материалы өйөмдәре шатлыҡ тулы йортҡа айырым йәм өҫтәй, унда йәшәгәндәрҙең күтәренке кәйефен сағылдыра кеүек. Гөлнара менән Мөнир Мусиндар ҡайһы берҙә үҙ бәхетенә үҙҙәре ышанмай ҡуя. Улар быйыл 47 квадрат метрлыҡ иҫке торлаҡтан 177 квадрат метр майҙанлы ике ҡатлы йортҡа күсенгән.

Ҡарағай еҫен тәмләп һулай-һулай, хужалар артынан йөрөп өй эсен ҡарайбыҙ. Балалары менән күмәкләп сәй эсер өсөн түрбашты иркен итеп эшләгәндәр, ҡунаҡ бүлмәһе лә яландай киң. “Һәр икебеҙгә айырым бүлмә яһаныҡ”, – тип хужалар өҫкө ҡатҡа әйҙәй.

Мусиндар өс ул үҫтергән. Артур менән Юнир архитектура-төҙөлөш колледжын тамамлаған, шуға күрә йорт һалғанда Мөнир Мөбәрәк улына ситтән кәңәш, ярҙам һорарға тура килмәгән, улдарына таянған. Кинйәләре Тимур быйыл IX кластан һуң сауҙа-иҡтисад колледжына уҡырға киткән.

– Беҙҙә халыҡ тырыш. Биш-алты һыйыр тотоп, һөт тапшырып, айына 50-60 мең һум килем алғандар бар, – ти Гөлнара Мәғнәүи ҡыҙы, икенсе ҡаттағы тәҙрәнән ҡарап. Унан ауыл ус төбөндәгеләй күренә.

– “Дружба” ауыл хужалығы кооперативы халыҡты мал аҙығы менән һәйбәт тәьмин итә, әйтһәң, аҙбарыңа ауҙарып китәләр, – тип һүҙҙе дауам итә ғаилә башлығы.

“Дружба” хужалығы колхоз булған саҡта Гөлнара Мәғнәүи ҡыҙының атаһы – зоотехник, әсәһе – иҡти­садсы, Мөнир Мөбәрәк улының атаһы – агроном, әсәһе һауынсы булып эшләгән. Хужалыҡты алдын­ғылар рәтенә сығарыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн ил етәкселеге уларҙы Мәскәүгә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә (ВДНХ) саҡырып ҙурлаған. Бөгөн тырыш ғаилә үҙе лә дәүләт иғтибарын тойоп һөйөнә – “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” программаһы буйынса 1,5 миллион һум самаһы субсидия алған. “Был программала ҡатнашыу өсөн ауыл ерендә йәшәргә һәм эшләргә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылырға һәм төҙөлөштөң кәмендә 40 процентын башҡарған булырға тейешһең. Беҙ субсидияны дүрт йыл көттөк”, – ти хужалар. Мөнир Мөбәрәк улы оҙаҡ йылдар “Дружба” хужалығында эшләй, улы менән килене лә шунда хеҙмәт итә. Гөлнара Мәғнәүи ҡыҙы – мәктәп уҡытыусыһы.

– Төрлө ҡалаларҙа эшләп ҡара­ным да, тыуған ауылымда ла етеш тормош ҡороп була, тигән һығым­таға килдем, – тип һүҙгә ҡушыла атай йортонда төпләнгән Артур. Өфө яғынан килен булып төшкән Эльвина иренең һүҙен ҡеүәтләй. “Ҡала халҡынан кәм йәшәмәйбеҙ, өҫтәүенә балаларыбыҙ саф һауала уйнап, экологик яҡтан таҙа ризыҡ ашап үҫә”, – ти ул.

– 140 урынға иҫәпләнгән өр-яңы белем усағын туғыҙ класҡа ҡалдырҙылар, хәҙер унда 32 бала уҡый. Мәктәбебеҙ белем биреү йәһәтенән районда көслөләрҙән һанала. Балалар баҡсаһына ун бала йөрөй. Һуңғы йылдарҙа яңы йорт һалыусыларҙың күбәйеүе киләсәктә балаларҙың артыуына, ауылдың артабан да гөрләп йәшәүенә ышанысты нығыта, – ти мөғәллимә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Атайҙар кәңәш ҡорҙо

Атайҙар кәңәш ҡорҙо 18.11.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла районында икенсе йыл рәттән Атайҙар форумы үтә. Был юлы ул мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы...

Тотош уҡырға 20

Был – спектакль түгел

Был – спектакль түгел 18.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн янғын һүндереүселәр Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры...

Тотош уҡырға 24

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”!

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”! 18.11.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың такси баҙарына “Ситимобил” компанияһы сығырға ниәтләй....

Тотош уҡырға 31

"Беҙҙең Зөләйха инәй"

"Беҙҙең Зөләйха инәй" 18.11.2018 // Йәмғиәт

Нуриман районының Байгилде ауылында ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән Зөләйха Гәрәеваны шулай тип...

Тотош уҡырға 24

Өс коопертив ярҙам алды

Өс коопертив ярҙам алды 18.11.2018 // Йәмғиәт

Иглин районының “Оло Теләк”, “Родное село”, “Иван-Казанка” ауыл хужалығы коопертивтары ауыл...

Тотош уҡырға 26

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте 18.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа...

Тотош уҡырға 57

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә 18.11.2018 // Йәмғиәт

Һауа торошо шарттары насарайыу сәбәпле, республикала ваҡытлыса пассажир автобустары һәм маршрут...

Тотош уҡырға 59

Табиптар өсөн – 125 миллион һум

Табиптар өсөн – 125 миллион һум 18.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөлөп ятҡан “Сулпан” биҫтәһен...

Тотош уҡырға 38

Мостай Кәрим алда бара

Мостай Кәрим алда бара 17.11.2018 // Йәмғиәт

Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда...

Тотош уҡырға 82

Беҙ – хәүефһеҙ республика

Беҙ – хәүефһеҙ республика 17.11.2018 // Йәмғиәт

Республика халҡы менән тиҙ генә кире бәйләнеш булдырыу өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр...

Тотош уҡырға 45

Әллә ҡыш, әллә йәй...

Әллә ҡыш, әллә йәй... 17.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфөлә урыны-урыны менән боҙло ямғыр яуып үтте....

Тотош уҡырға 54

Юлсылар эште туҡтатты

Юлсылар эште туҡтатты 17.11.2018 // Йәмғиәт

«Приуралье” юл идаралығы Өфө – Ырымбур юлын ремонтлауҙы туҡтатырға булды. Был ҡарарҙы ул үҙе...

Тотош уҡырға 39