Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һалым инспекторы килдеме әллә?..
Милек өсөн һалымды быйыл 1 де­кабргә тиклем түләргә кәрәк. Ошо хаҡта нисек тә онотмаҫҡа ине. Хәтер тигәндән, һалым системаһына бәйле бер ваҡиға иҫкә төштө әле. Хәйер, ул бик үк һалым ту­ра­һында ла түгел шикелле.

Сираттағы бер командировкала ауылда гөрләтеп донъя көткән, тупылдатып бала тапҡан йәш ғаиләләр хаҡында мәғ­лүмәт табыу бурысы ҡуйылды. Дөрөҫөрәге, үҙеңдең хәләл көсөң менән ауылда йәшәп буламы? Килеп төштөк ауылға, шундай ғаиләләрҙең береһенә инеп тә киттек. Ысынлап та, күркәм йәшәйҙәр. Батша йортондай өй төҙөп сыҡҡандар, һарай тулы мал, ихатала ниндәй генә техника юҡ! Ә ата-әсәһенә йә ярҙамлашып, йә ҡамасаулап йөрөгән балалар үҙҙәре ниндәй йәм!

Билдәле, һәр күркәм ғаилә тарихы ла матур ваҡиғанан башлана. Таныш­ҡандар, ҡауыш­ҡандар... Әңгәмә барышында ошо хаҡта ир менән ҡатын тәфсирләп һөйләй. Тик былар ғына аҙ шул, төп һорау: ауылда үҙ көсөң менән нисек итеп донъя көтөргә, шәхси ихатаңда үҫтергән, үрсеткән менән генә табыш алып буламы? Шуға хис-тойғонан һан­дарға күсәбеҙ: күпме сығым, керем бар?

...Ғөмүмән, елкәң генә ҡарышмаһын, ауылда йәшәп, үҙ көсөң менән донъя көтөргә була икәнлегенә инандыҡ. Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, самауырҙы йыҡҡансы сәй эсеп хушлаштыҡ.

Бер нисә көн үткәс, танышым шылтырата:
— Ниңә кеше ҡурҡытып йөрөйһөң?

— ???

— Бәй, теге көн Фәләнов­тарға бар­ғанда табыштарын ентекләп һорашҡан­һың да инде.

— Шунһыҙ мәсьәләнең айышына нисек төшөнөргә кәңәш итер инең?

— Уныһы шулай ҙа, тик “әллә хәбәрсе тип алдап, һалым инспекторы килдеме икән?” тип ҡурҡып бөткәндәр. Ярай әле мин асыҡлап ҡуйҙым.
Ни ҡылаһың, һәр журналис­тың үҙ эш алымы шул. Нисек кенә булмаһын, мәҡәлә донъя күрҙе. Фәләновтар яҙманы оҡшатып, шылтырата башланы, тағы саҡыра. Барлыҡҡа бер тема бар, әлбиттә — “Ауылда балаларға ата-әсәнең иғти­бары”, тик бәлиғ булмағандарҙы яҡлау бүлегенән тип торма­һалар инде...

Әйткәндәй, ошо ваҡиға ниге­ҙендә шуныһын да билдәләп китәйек: ысынлап та, хәҙер үҙҙәрен башҡа һөнәр эйәләре тип таныштырған уғрылар ишәйҙе. Кемдер үҙен “газ менән тәьмин итеү хеҙмәткәре” тип танытып, өйҙәге әйбер­ҙәрҙе сәлдерә, “идаралыҡ компа­нияһы” хеҙмәткәрҙәренең “иғә­нә” йыйғанына ла тап булабыҙ, шуға күрә ҡунаҡтарҙың үҙҙәрен дә һынарға онотмайыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Атайҙар кәңәш ҡорҙо

Атайҙар кәңәш ҡорҙо 18.11.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла районында икенсе йыл рәттән Атайҙар форумы үтә. Был юлы ул мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы...

Тотош уҡырға 20

Был – спектакль түгел

Был – спектакль түгел 18.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн янғын һүндереүселәр Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры...

Тотош уҡырға 24

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”!

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”! 18.11.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың такси баҙарына “Ситимобил” компанияһы сығырға ниәтләй....

Тотош уҡырға 31

"Беҙҙең Зөләйха инәй"

"Беҙҙең Зөләйха инәй" 18.11.2018 // Йәмғиәт

Нуриман районының Байгилде ауылында ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән Зөләйха Гәрәеваны шулай тип...

Тотош уҡырға 24

Өс коопертив ярҙам алды

Өс коопертив ярҙам алды 18.11.2018 // Йәмғиәт

Иглин районының “Оло Теләк”, “Родное село”, “Иван-Казанка” ауыл хужалығы коопертивтары ауыл...

Тотош уҡырға 26

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте 18.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа...

Тотош уҡырға 57

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә 18.11.2018 // Йәмғиәт

Һауа торошо шарттары насарайыу сәбәпле, республикала ваҡытлыса пассажир автобустары һәм маршрут...

Тотош уҡырға 59

Табиптар өсөн – 125 миллион һум

Табиптар өсөн – 125 миллион һум 18.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөлөп ятҡан “Сулпан” биҫтәһен...

Тотош уҡырға 38

Мостай Кәрим алда бара

Мостай Кәрим алда бара 17.11.2018 // Йәмғиәт

Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда...

Тотош уҡырға 82

Беҙ – хәүефһеҙ республика

Беҙ – хәүефһеҙ республика 17.11.2018 // Йәмғиәт

Республика халҡы менән тиҙ генә кире бәйләнеш булдырыу өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр...

Тотош уҡырға 45

Әллә ҡыш, әллә йәй...

Әллә ҡыш, әллә йәй... 17.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфөлә урыны-урыны менән боҙло ямғыр яуып үтте....

Тотош уҡырға 54

Юлсылар эште туҡтатты

Юлсылар эште туҡтатты 17.11.2018 // Йәмғиәт

«Приуралье” юл идаралығы Өфө – Ырымбур юлын ремонтлауҙы туҡтатырға булды. Был ҡарарҙы ул үҙе...

Тотош уҡырға 39