Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тынғыһыҙ эштән дарман, рух алып

Йәш ғаилә ҡала шарттарында дүрт ул үҫтерә!

Эске хеҙмәт подполковнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Вәлиев һәр яҡлап өлгөлө булыуы менән хөрмәткә лайыҡ. Баш ҡалала яуаплы бурыс атҡарыу өҫтөнә, милләттәшебеҙ дүрт ул үҫтерә!

– Рәмил Рәүил улы, беҙ студент саҡта һине эске эштәр органдарында хеҙмәт итер тип башыбыҙға ла килтермәнек. Был юлдан ките­үеңә нимә этәрҙе? – тип ҡыҙыҡ­һындым яҡташымды бер күргәндә.

– Өфө юридик институтын тамамлаған йылда республика Эске эштәр министрлығының мәҙә­ниәт йорто директоры вазифаһын тәҡдим иттеләр. Барғайным, конкурсты уңышлы үттем, – тип бәйән итте Рәмил Рәүил улы. – Хәҙер инде ун һигеҙ йылдан ашыу Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итәм.

Ваҡыт тигәнең күҙ асып йомған­сы үтә лә китә. Әммә йылдар уҙһа ла, яуаплы урында эшләһә лә, Рәмил Рәүил улы үҙенең элекке ябайлығын, ихласлығын, эскерһеҙ­леген юғалтмаған. Шуға, система кешене боҙа тиһәләр ҙә, бындай ҡаты хөкөм сығарырға ашыҡмаҫ инем – барыһы ла кешенең үҙенә бәйле. Бөгөн республикала эшлә­гән ун меңгә яҡын полиция хеҙмәткәренең тынғыһыҙ, яуаплы хеҙмәт бурысын намыҫлы үтәүе лә ошо хаҡта һөйләй.

Төбәгебеҙҙән 175 полиция хеҙ­мәткәре үҙ бурысын үтәгән саҡта һәләк булған. Уларҙың яҡты иҫтә­леген мәңгеләштереү маҡсатында республиканың 24 урамына һәм баш ҡаланың йәмәғәт транспорты туҡталыштарына исемдәре бирелгән, 13 һәйкәл, стела һәм мемориал, 18 иҫтәлекле мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Рәмил Вәлиев әле эске эштәр органдарында тәрбиә эшен ойоштороу хеҙмәтенә етәкселек итә. Хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау, кандидаттарҙы психологик үҙенсә­лек­тәре буйынса һайлап алыу, психологик хәстәрләү һәм оҙатыу, патриотик, мәҙәни-тәрбиәүи эштәр уның төп бурысы булып тора.

– Бөгөн йәмғиәтебеҙ полиция хеҙмәткәрҙәре алдында ҡаты талаптар ҡуя, – ти Рәмил Рәүил улы. – Улар юғары патриотик рухлы, әхлаҡлы, әҙәпле булырға тейеш, сөнки халыҡ менән эш итәләр. Беҙҙең министрлыҡ тарафынан был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Башҡорт­остандың полиция хеҙмәткәрҙәре, хатта ҡайһы бер осраҡта үҙ ғүмерен, һаулығын да аямай, юғары һөнәри һәм кешелек сифаттарын ҡулланып, закон боҙғандарға ҡаршы көрәшә, шулай уҡ Башҡортостан халҡының хоҡуҡтарын, милкен һаҡлауҙы намыҫ менән башҡара.

Һәр полиция хеҙмәткәренең артында ғаиләһе, яҡындары тора. Эш уңышлы барһын өсөн ғаилә­ләге тотороҡлолоҡ та мөһим урын биләй. Был йәһәттән Рәмил ҡатыны Фәрзәнә Фәйзулла ҡыҙы­нан уңды. Улар студент ваҡытта уҡ өйләнеште. Быйыл иңгә-иң терәп йәшәүҙәренә – 20 йыл. Татыу ғаиләлә дүрт малай тәрбиәләнә.

Фәрзәнә лә студент йылдарынан тырыш булды. Балалар үҫтерҙе, ике юғары белем алып та өлгөрҙө. Әле ул Башҡорт дәүләт университетында аспирантураны ҡыҙыл дипломға тамамлап, диссертация яҙа. Ғилми статьялар, шиғырҙар, йырҙар авторы, шулай уҡ “Иң изге теләктәр” тигән ҡотлауҙар йыйын­тығын сығарҙы, “Башҡорт теле кабинеты” проекты авторҙарының береһе.

Ата-әсәһенә оҡшап, Вәлиев­тәрҙең улдары ла тырыш. Өлкән­дәре Азамат М. Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе курсында белем ала, математика һәм физика йүнәлешен һайлаған. Йәнбулат быйыл туғыҙынсы класты тамамлап, педагогия колледжына уҡырға ингән, хоҡуҡ һәм социаль тәьминәт буйынса белгес буласаҡ.

Азамат менән Йәнбулат ата-әсәһенең күркәм сифаттарын алып, игеҙәктәр кеүек буй еткерә. Хатта уларҙың мәктәптә уҡығанда мауығыуҙары һәм төрлө өлкәлә ҡыҙыҡһыныуҙары ла оҡшаш була. Икеһе лә ете йылдан ашыу халыҡ, эстрада-бал бейеүҙәрен махсус студияларҙа ҙур теләк менән өйрәнә, ансамбль составында төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһай. Шулай уҡ Өфөнөң 7-се балалар музыка мәктәбендә “Башҡорт думбыраһы” класында белем алырға ла өлгөрәләр. Егеттәр шахмат, шашка уйнарға, һүрәт төшөрөргә, йырларға, велосипедта, роликта бергә йөрөргә, йәйгеһен һыу буйында балыҡ тоторға ярата. Мәктәп йылдарында конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, ҡала һәм республика сараларында, концерт­тарҙа әүҙем ҡатнашып үҫәләр, еңеүҙәре бихисап.

Өсөнсө улдары Нурсолтан баш ҡалалағы 1-се лицейында өсөнсө класта уҡый. Инглиз телен айырыуса яратып өйрәнә. Быйылдан 7-се балалар музыка мәктәбендә баян уйнау серҙәренә, йырларға өйрәнә башлаған, актерлыҡ һәләте лә бар. Кинйәләре Йәлилгә иһә әле ике йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Ул да алсаҡ, ихлас, шаян, аҡыллы.

– Улдарыбыҙға ҙур өмөт бағлай­быҙ, иң мөһиме – яҡшы тәрбиәле, йәмғиәткә кәрәкле кеше булып үҫһендәр. Беҙ ошо тәрбиәне би­рер­гә тырышабыҙ. Иремдең эше тынғыһыҙ булһа ла ғаиләгә ваҡыт таба белә. Ял ваҡыттарында Рә­мил­дең тыуған яғы Белорет райо­ны Абҙаҡ ауылына, минең тыуған ерем Сибай ҡалаһындағы Алтын ҡасабаһына ҡайтып йөрөйбөҙ, – ти Фәрзәнә Фәйзулла ҡыҙы.

…Полиция эше тынғыһыҙ. Улар өсөн ял да, байрам көндәре лә юҡ тип әйтергә мөмкин. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Рәмил Рәүил улы кеүек уңған, тәртипле ир-егеттәр эшендә лә һынатмай, бынамын итеп ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләргә лә өлгөрә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Атайҙар кәңәш ҡорҙо

Атайҙар кәңәш ҡорҙо 18.11.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла районында икенсе йыл рәттән Атайҙар форумы үтә. Был юлы ул мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы...

Тотош уҡырға 29

Был – спектакль түгел

Был – спектакль түгел 18.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн янғын һүндереүселәр Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры...

Тотош уҡырға 42

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”!

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”! 18.11.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың такси баҙарына “Ситимобил” компанияһы сығырға ниәтләй....

Тотош уҡырға 34

"Беҙҙең Зөләйха инәй"

"Беҙҙең Зөләйха инәй" 18.11.2018 // Йәмғиәт

Нуриман районының Байгилде ауылында ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән Зөләйха Гәрәеваны шулай тип...

Тотош уҡырға 25

Өс коопертив ярҙам алды

Өс коопертив ярҙам алды 18.11.2018 // Йәмғиәт

Иглин районының “Оло Теләк”, “Родное село”, “Иван-Казанка” ауыл хужалығы коопертивтары ауыл...

Тотош уҡырға 27

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте 18.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа...

Тотош уҡырға 57

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә 18.11.2018 // Йәмғиәт

Һауа торошо шарттары насарайыу сәбәпле, республикала ваҡытлыса пассажир автобустары һәм маршрут...

Тотош уҡырға 65

Табиптар өсөн – 125 миллион һум

Табиптар өсөн – 125 миллион һум 18.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөлөп ятҡан “Сулпан” биҫтәһен...

Тотош уҡырға 41

Мостай Кәрим алда бара

Мостай Кәрим алда бара 17.11.2018 // Йәмғиәт

Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда...

Тотош уҡырға 82

Беҙ – хәүефһеҙ республика

Беҙ – хәүефһеҙ республика 17.11.2018 // Йәмғиәт

Республика халҡы менән тиҙ генә кире бәйләнеш булдырыу өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр...

Тотош уҡырға 46

Әллә ҡыш, әллә йәй...

Әллә ҡыш, әллә йәй... 17.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфөлә урыны-урыны менән боҙло ямғыр яуып үтте....

Тотош уҡырға 55

Юлсылар эште туҡтатты

Юлсылар эште туҡтатты 17.11.2018 // Йәмғиәт

«Приуралье” юл идаралығы Өфө – Ырымбур юлын ремонтлауҙы туҡтатырға булды. Был ҡарарҙы ул үҙе...

Тотош уҡырға 40