Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Маҡтау ғына булмаһын

Беҙҙең журналистар экспедиция ойоштора аламы?

“Оливье” салаты һеҙҙә халыҡ араһында шулай киң таралғанмы? Уны тыйырға кәрәк. Был салат, наркотик кеүек, бәйлелек тыуҙыра. Тәме, кисәге һымаҡ, тел осонда тора”, – ти бынан 45 йыл элек Мәскәүҙә МДУ-ла уҡыған 68 йәшлек Бирма (хәҙер Мьянма) кешеһе.

“Аргументы и факты” гәзи­тенең махсус хәбәрсеһе Георгий Зотовтың мәҡәләһенән килтерелде был юлдар. “Донъя Зотов күҙҙәре менән” тигән рубрикала журналистың Куба, Һиндостан, Вьетнам һәм башҡа күп илдәргә сәйәхәте тураһын­дағы мәҡәләләр серияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Нимәһе менән әһәмиәтле улар? Һәр илде Рәсәйгә булған мөнәсә­бәте, тарихы, элекке һәм бө­гөнгө бәйләнеше, сәйәсәте, иҡтисады, ябай халыҡ вәкил­дәренең беҙгә ҡарашы бире­леүе менән фәһемле. Был хаҡта күп һөйләргә, яҙырға мөмкин – күренекле журналис­тың мәҡәләләрен үҙеңә уҡырға кәрәк.

“Комсомольская правда” гәзитенең экспедицияһы ла – баҫманың табышы, тип әйтергә мөмкин. Махсус хәбәрселәр Дмитрий Стешин, Владимир Ворсобин, Виктор Гусейновтар резина кәмәлә Рәсәйҙең иң ҙур йылғаларының береһе Вол­ганың башланған еренән алып Каспий диңгеҙенә ҡойған урын­ға тиклем сәйәхәт итә һәм һәр ҡаланан, туҡтал­ҡанан күргән-кисергәндәрен проблемалы мәҡәләләр аша гәзит биттә­рендә сағылдыра бара. Бер генә миҫал. Урындағы кешеләр Волгала балыҡ кәмеүенең төрлө сәбәбен һанап сыға. Волгоградта футбол буйынса донъя чемпионатының матчы булыр алдынан серәкәйҙәргә ҡаршы көрәш башлайҙар. Улар кәме­һен өсөн ташҡынды алдараҡ эшләйҙәр. Һөҙөмтәлә балыҡтар үлә, ә серәкәйҙәр йәшәй бирә. Стадионды химия ярҙамында йыуалар, һыуын Волгаға ағы­ҙалар – бер аҙнанан үлгән балыҡтарға баҫып атлап йө­рөргә була. “Комсомольская правда” журналистары гәзиттә ошо турала яҙып сыҡҡас, был хәбәр, һис шикһеҙ, ил етәк­селегенә лә барып етер тигән ышаныс тыуа.

Бына шулай һәр урында Рәсәй проб­лемаларын күтәреп, ике ай дауамында сәйәхәт итә абруйлы баҫманың экспедиция ағзалары.
Ниңә шулар хаҡында яҙам һуң әле? Башҡортостан журналистары ла ошондай экспедицияны ойоштора алмаймы ни, тигән һорау тыуҙы, әлеге материалдар менән танышҡас. Бигерәк тә республикабыҙҙың 100 йыллығы алдынан халыҡ тормошо менән яҡындан танышып, уларҙың проблемаларын яҡтыртып, мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам ҡулы һуҙырға мөмкин булыр ине. Беҙҙең дә, Рәсәйҙең Волгаһы кеүек, Ағиҙелебеҙ бар. Был йылға Башҡортостандың күп районы, ҡалаһы, ауылдары аша үтә. Ярай, “КП” журналистары кеүек, кәмә менән йөҙөп тә булмаһын, ти, хәҙер көндәр ҙә һыуытты. Машинала сәйәхәт итергә мөмкин бит.

Республика юбилейы алдынан маҡтау мәҡәләләре генә сыҡмаһын ине. Ғәҙәттә, журналистар теге йәки был районға бара икән, иң башта хакимиәт башлыҡтары, етәкселәр менән аралаша. Улар, әлбиттә, етеш­һеҙлектәрҙе, пробле­маларҙы матбуғат биттәренә сығарырға теләмәй, тик яҡшы яҡтар ту­раһында ғына һөйләй. Ә урын­дағы халыҡ менән һөйләшһәң, ауылдарға барһаң, бөтөнләй икенсе тормош күҙ алдына килеп баҫа. Сирен йәшергән – үлгән, тиҙәр. Етеш­һеҙлектәрҙе хәл итмәйенсә алға барып булмауы һәр кемгә мәғлүм. Байрам тип, гел генә ”ура” материалдары баҫыл­маһын ине. Байрам ни ул килә лә үтә, ә проблемалар ҡала. Ана шул мәсьә­ләләрҙе хәл итергә ярҙам­лашырға кәрәк беҙгә, журна­листарға.

Башҡортостан Журналистар союзымы, “Башҡортостан” гәзитеме ошо эшкә тотонмаҫмы икән? Юҡ, “Аргументы и факты”ны ла, “Комсомольская правда”­ны ла ҡабатларға кәрәкмәй, ә үҙебеҙҙең юлды табыу зарур. Һәр баҫманан иң шәп ҡәләм оҫталарынан (бәлки, шағирҙар һәм йырсыларҙы ла алып, матбуғатҡа яҙҙырыу өсөн реклама ла булыр ине) бригада төҙөп, ябай халыҡ менән аралашырға, уларҙы тыңларға, ярҙам итергә кәрәктер.

Республикабыҙҙа райондар­ҙың фестиваль-марафоны ба­ра. Һәр аҙнала тиерлек бере­һенең тарихы, бөгөнгө уңыш­тары күрһәтелә. Ҡыуанып та, һоҡланып та ҡарап ултыраһың. Әммә уларҙың да бит проблемалары етерлек. Ниңәлер етешһеҙлектәр хаҡында әйтеү беҙҙә ғәҙәт ителмәгән, ә кәмселектәрҙе бөтөрмәйенсә алға китеш булмаясаҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Атайҙар кәңәш ҡорҙо

Атайҙар кәңәш ҡорҙо 18.11.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла районында икенсе йыл рәттән Атайҙар форумы үтә. Был юлы ул мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы...

Тотош уҡырға 20

Был – спектакль түгел

Был – спектакль түгел 18.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн янғын һүндереүселәр Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры...

Тотош уҡырға 24

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”!

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”! 18.11.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың такси баҙарына “Ситимобил” компанияһы сығырға ниәтләй....

Тотош уҡырға 31

"Беҙҙең Зөләйха инәй"

"Беҙҙең Зөләйха инәй" 18.11.2018 // Йәмғиәт

Нуриман районының Байгилде ауылында ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән Зөләйха Гәрәеваны шулай тип...

Тотош уҡырға 24

Өс коопертив ярҙам алды

Өс коопертив ярҙам алды 18.11.2018 // Йәмғиәт

Иглин районының “Оло Теләк”, “Родное село”, “Иван-Казанка” ауыл хужалығы коопертивтары ауыл...

Тотош уҡырға 26

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте 18.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа...

Тотош уҡырға 57

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә 18.11.2018 // Йәмғиәт

Һауа торошо шарттары насарайыу сәбәпле, республикала ваҡытлыса пассажир автобустары һәм маршрут...

Тотош уҡырға 59

Табиптар өсөн – 125 миллион һум

Табиптар өсөн – 125 миллион һум 18.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөлөп ятҡан “Сулпан” биҫтәһен...

Тотош уҡырға 38

Мостай Кәрим алда бара

Мостай Кәрим алда бара 17.11.2018 // Йәмғиәт

Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда...

Тотош уҡырға 82

Беҙ – хәүефһеҙ республика

Беҙ – хәүефһеҙ республика 17.11.2018 // Йәмғиәт

Республика халҡы менән тиҙ генә кире бәйләнеш булдырыу өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр...

Тотош уҡырға 45

Әллә ҡыш, әллә йәй...

Әллә ҡыш, әллә йәй... 17.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфөлә урыны-урыны менән боҙло ямғыр яуып үтте....

Тотош уҡырға 54

Юлсылар эште туҡтатты

Юлсылар эште туҡтатты 17.11.2018 // Йәмғиәт

«Приуралье” юл идаралығы Өфө – Ырымбур юлын ремонтлауҙы туҡтатырға булды. Был ҡарарҙы ул үҙе...

Тотош уҡырға 39